Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уң ҡулындағы әйберҙе һулы менән эҙләй, йәки Ҡарыуы ҡайтҡан атай-әсәйгә мөнәсәбәт
Ҡартлыҡ шатлыҡ түгел, тиҙәр. Был сәләмәтлегеңде юғалтҡан өсөн генә түгел, ә яҡты зиһенеңдең томалана барыуы
сәбәпле лә әйтелә.
— Етмеш, һиңә ни ҡылдым? Уртымдағы теште алдың, башымдағы һушты алдың, — тиелә халыҡ телендә.

Урттағы теште алыу йәки һаулыҡ ҡаҡшау — күҙгә күренгән хәсрәт. Был ҡайғы ауыр булһа ла, уны аңлауы еңелерәк. Мәҫәлән, ҡарт кешенең аяғы ауыртһа — ярҙам итәһең, күҙе күрмәһә — етәкләйһең, һыҙланһа — бағаһың. Мәшәҡәте ни тиклем артһа ла, ҡартлыҡтың үҙеңә лә килерен уйлап та, ҡарыуы ҡайтҡан кешегә ярҙам кәрәклеген иҫтә тотоп та, атай-әсәй булғаны, һине был донъяға бар иткәне өсөн дә һуңғы көндәренә тиклем ҡәҙерләйһең. Әммә тәрбиә күрһәтеүсегә лә, өлкәнәйгән кешенең үҙе өсөн дә иң ауыры — “башыңдағы һуштың китеүе”. Шуға оло йәштәгеләр үҙ зиһенем менән генә ҡартайырға яҙһын тип теләй.
Зиһен томаланыуы күҙгә күренеп торған сир түгел. Кеше тәү ҡарамаҡҡа һап-һау, аҡыллы хәбәр һөйләй, тик эшкә ҡағылһа, киреһен ҡылыуы ихтимал. Аҡылһыҙлыҡ та, аңһыҙлыҡ та, ҡарышыу ҙа, насарлыҡ уйлау ҙа түгел, ә ҡартлыҡ холҡо башлана.
Күп кенә йәштәрҙең ата-әсәһенә зарланыуын йыш ишетергә тура килә. Был һис тә яратмағандан түгел, ә аптырауҙан. “Улай түгел ине, үҙгәрҙе лә ҡуйҙы, гел киреһен ҡыла. Ярамағанлығын да белә, әммә эш боҙа”, тиҙәр.
Ҡартлыҡ төрлө кешегә төрлөсә килә. Йәш саҡтағы тормоштоң, түккән көстөң, сәләмәтлектең, ҡылған ҡылыҡтарҙың, атҡарған эштәрҙең, изгелек күрһәтеүҙең сағылышы ул ҡартлыҡ. Әммә йәш саҡтағы ыңғай холоҡтоң, матур сифаттың ҡартайғас кире баһаланыуы ла ихтимал. Көс бөтә, ә дәрт һүнмәй. Һикереп төшөп берәй нәмә эшләгеһе килә — ҡулынан килмәй. Башҡаларҙың дөрөҫ эшләмәгәнен күреп тә йәне көйә. Өйрәтһә, береһенең дә тыңлағыһы килмәй. Ҡарт көнөндә фәҡәт иҫтәлектәр менән генә йәшәгәс, тормошо хәтерләүҙәрҙән генә ғибәрәт. Шуға ла йәшлеген иҫкә төшөрөп берәйһенә һөйләгеһе, ҡыҙыҡ ваҡиғаларға бергәләшеп көлгөһө, күңелһеҙҙәрен иҫләп бошонғоһо килә. Әммә быларҙың башҡалар өсөн әһәмиәте лә, тыңларға ваҡыттары ла юҡ. “Бер тапҡыр ишеттем бит инде, ҡырҡ эшем ҡырҡ яҡта ҡырылып ята, ә һин һаман бер үк хәбәр менән ҡаңғыртаһың”, — тип асыулана йәштәр. Йәки “Көн һайын килеп йөрөгән шәфҡәт туташы менән ҡабат-ҡабат таныштырырға тура килә, ә үҙе әллә ҡасанғы хәл-ваҡиғаны бәйнә-бәйнә хәтерләй”, — тип тә аптырайҙар.
Ысынлап та, өлкән кеше күптәнге хәлдәрҙе аныҡ күҙ алдына килтерә ала, хатта уйындарҙа ҡара-ҡаршы әйтешкән таҡмаҡтарын да иҫенә төшөрә, әммә уң ҡулына тотҡан әйберҙе һул ҡулы менән эҙләй башлай. Был иһә балаларын аптырата. “Юрамал ҡылана”, тип уйлайҙар. Ул-ҡыҙҙары менән ҡәҙимгесә һөйләшеп ултыра, уларҙың әйткәндәрен “үтәрмен” тип тороп ҡала, тик үҙенсә иткеһе килә һәм эш боҙа. Оло кешеләргә хас булғанса, аҡыллы хәбәрҙәр һөйләй, әммә байрамдарҙа балаларға бүләк алып ҡайтһалар, уның да алғыһы килә. Тәм-томға әүәҫләнеп китә. Был холҡонан үҙе оялып, кеше күрмәгәндә генә ашарға тырыша, тик йыш ҡына йә берәй нәмә түгелә, йә ватыла, йә тәм-томо иреп йәбешеп кейем-һалымын бысрата.
Ҡайһы саҡта үҙен бик көсһөҙ итеп тоя, шуның өсөн өйҙә иң абруйлы кешегә таянырға, уға яҡынайырға ынтыла, улына — киленен, кейәүенә ҡыҙын ошаҡлай башлай. Ялғанлап та ебәрә. Уның һүҙенә ҡарап ғауға сыға биреп ҡуйһа, үҙ һүҙенең көсө булыуына ҡыуана.
Өлкән кеше ситтә йәшәгән балаларын нығыраҡ хәстәрләй. Улар өсөн борсола, өйҙәгеләрҙән әйләнгән һайын хат яҙҙырта, сөнки бергә йәшәгән, үҙен тәрбиәләгәндәренең “хәле яҡшы, тамағы туҡ, мохтажлығы ла юҡ”, ә алыҫтағыларының нимә ашап йөрөүе билдәһеҙ. Ашығыс рәүештә хат яҙҙырып, хәлдәрен белешә, пенсияһын йәшереп, улар өсөн һаҡлай. Әммә пенсияһын алыҫта йәшәгән балаларына тип тәғәйенләп ҡуйыуы, ғәҙәттә, өйҙәгеләрҙең, бигерәк тә аҡсаға мохтажлыҡ кисергән осорҙа, асыуын ҡабарта.
Барлыҡ өлкәндәрҙә лә ошондай холоҡ күҙәтелә икән тип уйларға ярамай. Әммә ҡарыуы ҡайтҡан, һушы китә башлаған ҡарттар өсөн хас бындай ҡылыҡтар аптыратмаһын. “Ярай”ҙың башы ауыртмай” тигән әйтем бар. Улар ни әйтһә лә “ярай” тип күндәмлек күрһәтегеҙ. Эшегеҙ ни тиклем тығыҙ булһа ла, иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ һәм бала-сағаға күстәнәс биргән саҡта уны ла онотмағыҙ. Кескәйҙәргә яңы әйбер алаһығыҙ икән, быға артыҡ әһәмиәт бирҙертмәүегеҙ хәйерлерәк. Оло йәштәге кеше ситтә йәшәй икән, “төндә йоҡлай алмай ятҡан сағында эргәһендә берәүһенең дә булмауы, ашарға һораған саҡта бирмәүҙәре, тупаҫ мөғәмәлә итеүҙәре” кеүек зарҙарына ышанып, уны баҡҡан яҡындарығыҙға ауыр һүҙ әйтмәгеҙ. “Ҡуй, юҡты һөйләмә”, — тип ҡырҡа ла туҡтатмағыҙ, тыңлағыҙ. Иң яҡшыһы — ҡапыл ышанып бармау, аҡыл менән хәл-ваҡиғаны байҡау. Әгәр, ысынлап та, тупаҫлыҡҡа, ҡатылыҡҡа юл ҡуйыла икән, һөйләшеп, өлкәндәрҙең холҡон аңлатырға кәрәк. Олоғайған кешене алмашлап бағыу ҙа насар түгел. Берәүгә генә ауырға тура килеүе ихтимал. “Сабырлыҡтың да сиге бар” тигән мәҡәлде лә онотмау хәйерле.
Ҡарыуы ҡайтҡан кешене йәшәгән урынынан ҡуҙғатмаҫҡа мөмкинлек булһа, бигерәк тә яҡшы. Әйтеп үтелеүенсә, өлкәндәр хәтирәләр һәм ҡомартҡылар менән йәшәй, әйберҙәрен бер урында туплап тотоу ҙа отошло.
М. ТИМЕРКӘЕВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21