Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мосолман ҡатынына мөнәсәбәт
Мосолман ҡатынына мөнәсәбәтФәҡәт юғары әхлаҡи сифаттары һәм яҡшы мөғәмәлә итә белеүе менән генә мосолманға ҡатынының йөрәген яулау бурысы ҡуйыла, шул саҡта ҡатын иренең ихтыярынан тыш бер нәмә лә эшләмәйәсәк. Дине бүләкләгән ошондай сифаттары, ҡиммәттәр, күрһәтмәләр һәм ҡанундар ярҙамында мосолман хәләл ефетен тейешле кимәлдә баға-ҡарай ала. Ә шәриғәт ҡанундарын үтәү ирҙең бурысына инә. Аллаһы Тәғәлә әйткән: “Ирҙәр — ҡатындарын бағыусы, сөнки Аллаһы Тәғәлә берәүҙәре өҫтөнән икенсеһенә өҫтөнлөк бирҙе, һәм тағы ла шуның өсөн улар үҙ малдарынан сығым яһай”.

Ҡатындарын бағыу ирҙәр өҫтөнә аныҡ бурыстар ҡуя, йәғни, ир ҡатыны өсөн тулыһынса яуаплы. Мөхәммәт пәйғәмбәр әйткән: “Һеҙҙең һәр берегеҙ — көтөүсе һәм һеҙҙең һәр берегеҙ үҙ көтөүе өсөн яуаплы. Хаким да көтөүсе һәм ул үҙ көтөүе өсөн яуап бирә, ә ир ғаиләһенең көтөүсеһе һәм үҙ көтөүе өсөн яуаплы, ҡатын иренең өйө эсендә көтөүсе һәм үҙ көтөүе өсөн яуаплы. Тимәк, һеҙҙең һәр берегеҙ — көтөүсе һәм үҙ көтөүе өсөн яуап бирә” (Әл-Бухари һәм Мөслим).
Ислам өммәтендәге һәр кем йөкмәргә тейеш яуаплылыҡ ята был һүҙҙәрҙә, һәм унда теге йәки был өлкә өсөн яуап тотмаған бер генә кеше лә юҡ, сөнки ислам ҡарашынса, йәшәйеш — хеҙмәт һәм төҙөү, шулай булғас, йәмғиәттең һәр ағзаһы өҫтөнә яуаплылыҡ һалынған, улар көнитмеште уйын-көлкөгә, күңел асыуға ҡорорға тейеш түгел.
Ислам ҡатын-ҡыҙға яҡшы мөнәсәбәттә булырға саҡырып ҡына ҡалмай, ә уның урынын да юғары күтәрә. Шул уҡ ваҡытта ҡатындарға үҙ ролен иҫтә тоторға һәм, тормошто бәхет, матурлыҡ, ҡыуаныс менән биҙәп, үҙ тәғәйенләнешен үтәй алһын, вазифаһын башҡарһын өсөн ире менән ҡушарлап балалар тәрбиәләүҙә ҡатнашыуҙа шәриғәт билдәләгән сиктәр аша уҙмаҫҡа ҡуша.
Ислам ирҙән һәр ваҡыт ҡатыны менән яҡшы мөғәмәләлә булыуҙы талап итә, бер үк ваҡытта ҡатынға ла, рөхсәт ителгән ҡәҙәре һәм ғәҙеллек сиктәрендә иренә буйһонорға ҡуша.
Исламда ошо рәүешле буйһоноу һыҙыҡ өҫтөнә алына, быны Мөхәммәт пәйғәмбәр әйткәндәр ҙә раҫлай: “Әгәр ҙә миңә кешеләр араһында берәүҙәренең икенселәре алдында сәждә иттереү ҡушылған булһа, мин, әлбиттә, ҡатынға иренә сәждә итергә ҡушҡан булыр инем”.
Рәсүл Мөхәммәт пәйғәмбәр йәнә лә шуны белдергән: ир ҡатынынан ҡәнәғәт булмаһа, был ҡатындың Йәннәткә эләкмәүе ихтимал. Рәсүл әйткән, тиҙәр: “Ире ҡәнәғәт булған һәр мәрхүмә ҡатын Йәннәткә эләгәсәк” (Ибн Мажда һәм Әл-Хаким).
Иренә насар булған яуыз ҡатынды аҡылына килгәнгә һәм ире менән ярашҡанға тиклем фәрештәләр ҡәһәрләйәсәк. Мөхәммәт пәйғәмбәр әйткән, тиҙәр: “Әгәр ҙә ҡатын төнөн иренең түшәгендә үткәрмәһә, фәрештәләр уны таңға ҡәҙәре ҡәһәрләйәсәк”.
Исламда ирҙең ҡатынын бағыу-ҡарау хоҡуғына эйә булыуы, уның хаҡ юлды файҙаланып, аҡыл менән ғаиләһе карабын хәүефһеҙлек ярына алып бара белеүсе ир хоҡуғы бирелеүен аңлата. Шулай уҡ Ислам бөгөн ирҙәрҙе лә ҡатындар менән бәйле шәһүәнән дә (алдатҡыс, ымһындырғыс, асылда файҙа бирмәгән ғәмәлдән, һынауҙан) иҫкәртә, сөнки был шәһүәләр уларҙы һуҡырлыҡҡа, ихтыярын юғалтыуға килтерә һәм уларҙың иманы зәғифләнеүенә сәбәп була, ахыр килеп, ирҙәр ҡатындарҙың шәриғәттән, тура юлдан яҙлыҡтырырға тырышыуына ҡаршылыҡ күрһәтмәйәсәк һәм дилбегәне ҡулдан ысҡындырасаҡ. Шуның һөҙөмтәһендә ҡатындар тура юлдан яҙасаҡ, өйҙә баш кешегә әйләнергә тырышасаҡ һәм уларға ҡаршы һүҙ әйтеү ҙә, нимәнән булһа ла баш тартыу ҙа мөмкин булмаясаҡ. Мөхәммәт пәйғәмбәр быны ирҙәр осрашасаҡ иң ҡурҡыныс шәһүә тип атап, хәҡиҡәтте еткерә. Мөхәммәт пәйғәмбәр әйткән, тиҙәр: “Мин үҙемдән һуң ирҙәргә ҡатындарҙан да хәүефлерәк шәһүә ҡалдырманым” (Әл-Бухари һәм Мөслим).
Ләкин был шәүһәләр ни ҡәҙәре көслө булмаһын, ҡатынының шәһүәләре алдында бушаҡлыҡ күрһәтмәгән мосолман ир, изге ниәттә йомшаҡ, яғымлы һүҙ менән ҡатынына уны яратыуын, әммә уны ни ҡәҙәре яратһа ла, Аллаһы Тәғәлә әмерҙәрен тағы ла нығыраҡ яратыуын аңлатасаҡ. Мосолман ирҙең ҡатынына мөхәббәте ни тиклем ныҡ булһа ла, Аллаһы Тәғәләгә һәм Уның Рәсүленә һөйөүе көслөрәк. Аллаһы Тәғәлә “Әйт, әгәр ҙә аталарығыҙ һәм улдарығыҙ, ағай-энеләрегеҙ, ҡатындарығыҙ, туғандарығыҙ, һеҙ тапҡан байлыҡтарығыҙ, туҡтап ҡалыуынан ҡурҡҡан сауҙағыҙ, ҡәнәғәт булған йорттарығыҙ Аллаһы Тәғәләнән һәм уның Рәсүленән, уның юлынан ҡәҙерлерәк икән, (ул саҡта) Аллаһы Тәғәләнең әмерен үтәгәнен көтөгөҙ. Аллаһы Тәғәлә аҙашҡанды дөрөҫ юлға сығармай”.
Бына шуға ла ҡайһы бер Ислам йорттарында рөхсәт ителгән нәмәләр хаҡ мосолман өсөн ҡабул итеп булмаҫ бер күренеш булырға тейеш. Ислам ҡушҡан әҙәп ҡағиҙәләрен боҙоп, ҡыҙҙарының, ҡыҙ туғандарының урамда ярым-яланғас, күкрәге асыҡ килеш йөрөүен үҙ күҙҙәре менән күреп, Аллаһы Тәғәлә юлынан ситләшеүҙәрен төҙәтергә ашыҡмаған мосолман ысынбарлыҡта Ислам һалған яуаплылыҡты тотмай һәм ундайҙарҙы “ҡатындарын, ҡыҙҙарын бағыусы” тип атауы ла ауыр. Был упҡындан тәүбә генә ҡотҡара ала, үкенеү генә уның ирлек дәрәжәһен ҡайтарасаҡ һәм тура юлға алып сығасаҡ. Тимәк, ҡатындарын һәм ҡыҙҙарын бағыусы ир-ат уларға Ислам ҡуйған талаптарҙы, йәмәғәтселек һәм яҡын туғандар иҫәбенә инмәгән көслө зат алдында улар өсөн ниндәй кейемдә күренеү хәләл икәнен аңлатырға тейеш. Ислам динен тотҡан, уның саф сығанағынан эсеүсе һәм уның һил күләгәһендә үҫеүсе ҡатын был кейемде ир-аттың баш-баштаҡлығы һәм мин-минлеге тип түгел, ә Аллаһы Тәғәләнең әмере, шуға ла заруриәт тип инанған килеш ҡәнәғәт күңел һәм тыныс йөрәк менән ҡабул итергә тейеш.
Әл-Бухари бер хәҙисте миҫалға килтерә. Хаҡ мосолмандарҙың әсәһе Ғәйшә әйткән: “Аллаһы Тәғәлә һижрә яһаған тәүге ҡатындарҙы ярлыҡаһын! Аллаһы Тәғәлә “...үҙҙәренең япмалары менән күкрәк йырығын ҡаплаһындар...” тигән аятты индергәндән һуң, улар еләндәре сабыуын йыртып алып, баштарын һәм күкрәктәрен ҡапларға кереште...”
Имандары көслө булған ансар ҡатындарын Аллаһы Тәғәлә ярлыҡаһын! Улар ни ҡәҙәр Исламға ихлас өгөтләне! Төшөрөлгән хәҡиҡәткә ни ҡәҙәр инанып буйһондо! Ысынлап та, Аллаһы Тәғәләгә һәм уның Рәсүленә бөтә йөрәктән иман килтергән һәр бер ҡатын, ансар ҡатындары миҫалына эйәрмәйенсә, Ислам ҡушҡан кейемдәрҙе кеймәйенсә булдыра алмай. Йәй көнө ярым шәрә йөрөгән мосолман ҡыҙының “йәй эҫе” тип әйтеүенә яуап бар: “Йәһәннәм уты тағы ла ҡыҙыуыраҡ!”
Ләкин ирҙең яуаплылығы ҡатынының тышҡы ҡиәфәтенә иғтибар менән генә сикләнмәй, был шулай уҡ хәләленең йәшәү рәүеше, иман-ғибәҙәтенә лә ҡағыла. Ҡатыны Аллаһы Тәғәлә ҡушҡандарҙан ситләшә, дини бурыстарҙы атҡармай икән, ир ҙә бының өсөн яуап бирәсәк. Ул шулай уҡ ҡатынының тәртибе һәм башҡа ғәмәлдәре өсөн дә яуап тотасаҡ, сөнки уның бурысты атҡарыуҙан ситләшеүе ирҙең “бағыусы” тигән яуаплы вазифаһына ла шик төшөрә, ирҙең дәрәжәһен һәм Исламды кәмһетеүгә бәрәбәр, ә был вазифаны уға Аллаһы Тәғәлә йөкләгән.
Исламда ҡатын-ҡыҙ — иргә һаҡлауға-яҡлауға бирелгән, йәғни ҡатын-ҡыҙ уға ышанып тапшырылған зат. Һәр хәлдә, ҡатын-ҡыҙ күберәк ире динен тота, һәм ире уны үҙе менән йә ожмаҡҡа, йә тамуҡҡа индерәсәк. Бына шуға ла Аллаһы Тәғәлә ҡатындарына, ҡыҙ туғандарына тейешле иғтибар бирмәгән мосолмандарҙың йөрәгенә шөбһә һалырлыҡ эҙемтәләрҙе тасуирлай һәм мосолмандарға үҙҙәрен дә, ғаилә ағзаларын да уттан һаҡларға ҡуша. Аллаһы Тәғәлә әйткән: “Эй, һеҙ, иманға килгәндәр! Үҙегеҙҙе һәм ғаиләгеҙҙе яғыулығы кешеләрҙән һәм таштарҙан буласаҡ уттан һаҡлағыҙ, улар өҫтөнән Аллаһы Тәғәлә ҡушҡандарҙан сыҡмаған һәм Уның ғына әмерен үтәүсе ҡаты һәм көслө фәрештәр ҡуйылған”.
Үҙенең өйө һәм ғаиләһе менән уңышлы етәкселек иткән ир генә, Ислам ҡанундарына ярашлы, ҡатынын баға аласаҡ. Өйләнгән ир тупаҫлыҡ, яуызлыҡ, ҡатылыҡ, көс ҡулланыу, әшәке һүҙҙәр менән үҙен раҫлай алмай, былар — яһилиәт дәүере сифаттары. Ирлек — Исламда бөтөнләй икенсе нәмә. Исламда ысын ир — көслө, иғтибар, ихтирам һәм ышаныс яулай алған шәхес, ул күркәм сифаттарға эйә, киң күңелле һәм бәләкәй хаталарҙы кисерә белгән кеше. Бындай ир — Аллаһы Тәғәлә әмерен үтәүсе һәм ғаиләһенә ҡағылған тәртиптәрҙе ғәмәлгә ашырыусы. Уларҙы яҡшылыҡҡа йүнәлткән оҫта идарасы, мал тәләфләүсе түгел, ә йомарт тотоноусы, аҡыл, аң һәм тәрән яуаплылыҡ менән (дини эштәргә ҡағылһынмы, донъяуиғамы) айырылып тора. Дөрөҫ юл менән барыусы мосолман ғаиләһенең хәле, көнкүреше нисек, ни ҡәҙәре етеш булырға тейешлеген бик яҡшы аңлай. Ислам күрергә теләгән мосолман ирҙең ысын йөҙө бына шулай булырға тейеш.
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА әҙерләне.
(Интернет материалдары файҙаланылды).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 700

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 829

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 774

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 483

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 104

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 803

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 179

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 779

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 828

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 619

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 874