Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәр дәресе тормошcан
Һәр дәресе тормошcанУчалы районының Ҡобағош ауылы клубында ветерандар менән осрашыу кисәһе бара. Һүҙ хеҙмәт ветераны, төбәктең абруйлы шәхестәренең береһе Ғәмбәр Суфияноваға бирелде.

— Мин VII класты 1941 йылдың майында тамамланым, ә июндә һуғыш тоҡанды, — тип башланы ул. — Яңы уҡыу йылында күп мәктәптәр уҡытыусыһыҙ ҡалды, шул сәбәпле Әбйәлил районының Яйҡар ауылына башланғыс кластар уҡытыусыһы итеп тәғәйенләндем. Аслы-туҡлы йәшәгән балаларҙы мәктәпкә йыйыу бик ауыр, шуға күрә өлкәнерәктәрен баҫыуға башаҡ йыйырға сығара инем. Мәктәп йыйыштырыусыһы бешергән бутҡаны ашарға йыйылған балаларҙың өҫтәл артында оло ҡыуаныс менән ризыҡланып ултырыуы әле лә күҙ алдымда...
84 йәшен тултырған Ғәмбәр Ҡәмәретдин ҡыҙының 40 йыл ғүмере мәктәп балаларына ғына түгел, халҡына аң-белем һәм тәрбиә биреүгә бағышланған. Халыҡҡа тәрбиә биреү класҡа инеп дәрес үткәреү генә түгел шул...
Суфияновтарҙың тәрбиәүи, мәҙәни, әхлаҡи эшмәкәрлеге йылдар төпкөлөнән башлана. Етеш тормош, ишле мал, йорт йыһаздары менән ауылдаштарының күҙен ҡыҙҙырып йәшәүсе Ҡәмәретдин менән Нәғимә, кулак исемен күтәреп мөлкәтһеҙ ҡалғас, биш ҡыҙын эйәртеп, ауылдан сығып китергә мәжбүр була. Белорет ҡалаһына килеп, землянка соҡоп инергә, йәшәү сығанағын металлургия заводында эшләп табырға тура килә Ҡәмәретдингә. Иң кесе балалары — берҙән-бер улдары Таһир — шул ер өйҙә донъяға килә. Күп тә үтмәй Ҡобағоштан — яңы ойошторола башлаған колхоздан — Ҡәмәретдингә, ауылға кире ҡайтыуын һорап, саҡырыусы килә. Тыуған ер тарта уны, Ҡобағошҡа ҡайтып үҙенән тартып алынған молотилка, комбайнда эшләргә өйрәтә ул ауылдаштарын.
Ауылда яңы тормош башлана. Олатаһы Суфиян ҡарттың яңы хөкүмәт тарафынан тартып алынған өйөн Ҡәмәретдин һатып ала, ә уның үҙ йортонда инде совет балаларына белем бирәләр. Йылдар үтә, биш ҡыҙының дүртәүһе уҡытыусы һөнәрен һайлай, ә кесе ҡыҙҙары Зөлхизә ауыл магазинында эшләй. Таһирҙары нефть институтын тамамлай.
Өс йәшендә сирләп, бер аяғы зәғифләнеп ҡалған Ғәмбәр өсөн эсе өҙөлә Ҡәмәретдин менән Нәғимәнең. Хафаланыуҙары бушҡа була ата-әсәнең: Ғәмбәр һау балалар башҡарған бөтә эштәрҙе лә үтәй алыуы менән бергә изгелеккә, матурлыҡҡа ынтылыусы көслө рухлы зат булып үҫә.
Һуғыш бөткәнсе Ғәмбәр Әбйәлил районы мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй, ә 1951 йылда бер туған һеңлеһе Гөлзар менән Темәс педагогия училищеһын тамамлай. Уҡыу йылдарын иҫкә төшөрөп: “Бергәләп дәрес әҙерләйбеҙ, Гөлзар ҡысҡырып уҡый, мин шәл бәйләйем. Уны он-шәкәргә алыштырабыҙ. Йылына бер тапҡыр булһа ла атайым килеп китә, хатта бер ваҡыт әсәйем, этәүле арбаға аҙыҡ-түлек тейәп, йәйәүләп, Ҡобағоштан Темәскә килеп етте”.
Ғәмбәр Ҡәмәретдин ҡыҙы Учалы районының Ҡалуй, Ҡаҙаҡҡол, Яңы Байрамғол мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләү дәүерендә ситтән тороп БДУ-ның филология факультетын тамамлай. Ул төшкә тиклем балаларға белем бирә, ә кисен ата-әсәләр менән осраша. Тырышлығын күреп, район етәкселеге уға, пропагандист, лекторҙар төркөмө етәксеһе кеүек вазифаларҙы тапшыра. Яңы Байрамғол, Ҡаҙаҡҡол мәктәптәрендә эшләгән саҡта директорҙың уҡыу һәм тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡара. Ҡаҙаҡҡолға ете саҡрым алыҫлыҡта ятҡан тыуған ауылынан 80 бала көн дә йәйәүләп йөрөп уҡыуын күреп, йөрәге әрней уның. Районда ҡатын-ҡыҙҙар араһынан иң тәүгеләрҙән булып “Москвич” һатып алған Ғәмбәр район мәғариф бүлегенә юллана: Ҡобағошта, ата-әсәләрҙең теләген иҫәпкә алып, тулы булмаған урта мәктәп булһа ла асыуҙарын үтенә. Ана шулай 1965 йылда Ҡобағошта уның ике туған ҡустыһы Марат Хәләф улы Минһажетдинов исемен йөрөткән мәктәп асыла.
Ғәмбәр Ҡәмәретдин ҡыҙына балалар араһында эшләү бер ваҡытта ла ауыр булмай. Ысын уҡытыусыға уҡыу йорттарында алған теоретик, дидактик белемдән башҡа, халыҡ зиһене тыуҙырған педагогик, этик һәм эстетик традициялар ярҙам итә. Ҡайһы ғына мәктәптә эшләмәһен, ата-әсәләр һәм коллектив өсөн абруйлы директор урынбаҫары, уҡыусылары өсөн яратҡан уҡытыусы була ул. Тәрән белемле, киң эрудициялы педагогтың эш алымдары үҙ ваҡытында Учалы районы уҡытыусылары тарафынан өйрәнелде. Күренекле башҡорт теле белгесе һәм методисы Ишмөхәмәт Шарапов тарафынан дәрестәре юғары баһа алды, матбуғат биттәрендә яҡтыртылды.
“Ғәмбәр Ҡәмәретдин ҡыҙының дәрестәре һаман да онотолмай, әле лә ҡолағымда яңғырай. Үҙ фәнен юғары кимәлдә белеүсе уҡытыусыбыҙ дәрестәренең бер отошло яғы бар ине: бер ниндәй фонояҙма, аккомпаниатор уға кәрәкмәне — моңло тауышы менән йырлар, мандолинаһында уйнар ине, ә тасуири уҡыу һәләте — уға Хоҙай биргән бүләктер. Ғәмбәр апайҙы көтөп алыр инек, уның дәрестәре беҙҙең өсөн оло тормош һабағы, үҙе бер мөғжизә ине. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, шағир, прозаик, публицист һәм ҡурайсы-йыраусы Мәүлит Ямалетдиндың һәм шағирә Флүзә Әхмәҙиеваның күңелендә тап уның дәрестәре йоғонтоһонда әҙәбиәткә һөйөү уяныуы бер кем өсөн дә сер түгел”, — тигән фекерҙә Ишембай районы Сәлих мәктәбендә эшләп хаҡлы ялға китеүсе Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы Әлмирә Минһажетдинова.
Эйе, Башҡортостаныбыҙҙың мәҙәниәтен, мәғрифәтен күтәреүҙә үҙҙәренең тос өлөшөн индергән шәхестәр тәрбиәләүҙә Ғәмбәр Ҡәмәретдин ҡыҙының өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Белорет педагогия техникумы ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Хәтимә Вәлиева, РФ мәғариф алдынғылары, оҙаҡ йылдар Ишембай районы Сәлих урта мәктәбен етәкләүсе Әлмирә Минһажетдинова, Әхмәр мәктәбе уҡытыусыһы Хәлимә Ҡотошова, Учалы районы Ҡобағош мәктәбендә эшләүсе Әнисә Ҡужагилдина һәм башҡалар — уның уҡыусылары.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙ балаларын тәрбиәләү бәхете теймәй уға, ләкин йәшләй донъя ҡуйған апаһы Гәүһәрҙең һәм һеңлеһе Зөлхизәнең ҡыҙҙарын аяҡҡа баҫтырырға тура килә. Билдәле журналист, шағир һәм драматург Вил Ғүмәров — Мәфтуха апаһының улы. Вил Бәшир улының тыуған яғы тәбиғәтенең сағыу төҫтәренә буялған, башҡорт рухы менән һуғарылған шиғриәте, әлбиттә, Ғәмбәр Ҡәмәретдин ҡыҙы ярҙамынан башҡа тыумай. Башҡорт теленең нескәлектәрен Ғәмбәр апаһынан өйрәнһә, башҡорт рухын өләсәһе Нәғимәнән ала.
“Кеше өсөн тән сәләмәтлеге мөһим, ләкин йән, рух сәләмәтлеге булмағанда уның кәрәге юҡҡа тиң. Балаларығыҙға ана шул хәҡиҡәтте аңлатырға кәрәк. Кешеләргә, туғандарына һөйөү тәрбиәләү беренсе урында торорға тейеш. Хәҙер инде әсә теле тураһында түгел, ә өләсәй-олатайҙар теле, уларға булған мөнәсәбәт тураһында уйларға кәрәк. Бөгөнгө ата-әсәләр кешеләрҙе түгел, ә баланың үҙен үҙе яратырға өйрәтә бит, хатта улар үҙҙәренә ҡарата ла хөрмәт тәрбиәләй алмай”, — тип хафалана Ғәмбәр Ҡәмәретдин ҡыҙы, тәрбиә тураһында һүҙ сыҡҡанда.
Йәшәүенең мәғәнәһен халҡына хеҙмәт итеүҙә, кешеләргә ярҙам күрһәтеүҙә тапты Ғәмбәр Суфиянова. Ветеран уҡытыусы үҙенең йәшәйеше менән ауылдаштарына әле лә тормош өлгөһө.
Гүзәлиә ҠОТОШОВА,
Әхмәр урта мәктәбе уҡытыусыһы.
Ишембай районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21