Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Милләт шәхесен күтәрһә, шәхес милләтен күтәрер
Башҡортомдоң тотҡан төп ҡоралы
Кәк(е)ре ҡылыс менән уҡ икән.
Эй... Был имперҙе бөтә айҡап сыҡтыҡ —
Башҡортомдан батыры юҡ икән.

Арғыл да ғына ергә, эй, ынтыла
Арҡаһы күк бүре балаһы.
Эй... Йәнен фиҙа ҡылыр иле өсөн
Ҡолой кантон, Көсөк балаһы.

Алыҫтан да ғына, һай, күренмәй
Мәскәүский бейек таш ҡала.
Эй... Ризыҡҡайың бөтөп туфыраҡ яҙһа,
Туфыраҡ яҙған ерҙә баш ҡала.

Ҡараһыу ҙа буйҙап, һай, беҙ киттек
Ҡара ҡаҙҙар кеүек теҙелеп.
Эй... Мәскәүҙе лә дошман алған, тигәс,
Йөрәккәйҙәр китте өҙөлөп.

Мөгөҙ ҙә генә осло, эй, яныма
Ефәк тә еп кәрәк керешкә.
Эй... Ҡайҙа ғына булһа, батыр кәрәк,
Тәүәккәллек кәрәк һәр эштә.

Мөхәмәтҡолой йырының халыҡ сығарған һүҙҙәрендә уның үҙ иленә, еренә генә түгел, ҙур Ватанына — Рәсәйгә лә оло ватансылыҡ тойғолары ярылып ята. Йыр һүҙҙәренән беҙ Ҡолой кантондың ҙур яугир икәнен дә күрәбеҙ. Тиккә генә ул: “Был имперҙе бөтә айҡап сыҡтыҡ, башҡортомдан батыры юҡ икән”, — тигән һүҙҙәрендә Ҡолойҙоң 1812–1814 йылғы ғына һуғышта түгел, ә Рәсәйҙең алып барған башҡа һуғыштарында ла уның ҡатнашҡанын тоябыҙ. Тимәк, ул төньяҡ Кавказ, Ҡырым, Бессарабия ерҙәрендәге яуҙа ла үҙ йөҙлөгө менән ҡатнашҡандыр. Ул осорҙа ул линия хеҙмәтенән сотник булып һуғышҡа китә.
Бындай мәғлүмәттәр йәш саҡтан уҡ бөртөкләп йыйылды. Өйәҙ хеҙмәткәре, һуңғараҡ комиссар Бутас, ә, бәлки, ҡартатаһы ла Бутас булғандыр, Бутасов фамилияһын йөрөткән. Бутасовтарҙың бөгөн дә Силәбе өлкәһе Сыбаркүл районының Ҡаҙбай, Ҡойойылға һәм беҙҙең Учалы районында ла нәҫел-нәсәптәре бар. Ҡолой сит ерҙәрҙәге хәрәкәттәге армияға саҡырылғас, Бутасовтарҙың ҡайһыһылыр ҡәнәғәтлек кисерә һәм ошо тойғоһо, кинәнеүе ҡарттар хәбәре аша беҙгә лә килеп еткән. Күрәһең, тыныс тормошта Ҡолойҙан өҫтөнлөк ала алмаған Бутасов уның яуҙа шаһит булыуын күҙаллағандар. Әммә Ҡолой, китеүенә бер йыл үтеүгә миҙал тағып, яраланып булһа кәрәк, кире ҡайта. Бутасовтар — боронғо билдәле нәҫел. Улар ҡайһылыр быуында Төпәевтәр менән яҡын ағай-эне була. “Бутас полковник” тигән йыр ҙа бар. Ул йырҙы мин бер нисә тапҡыр радио һәм телевидение аша йырлап, Башҡортостан халҡына еткергәнем булды.
Сапҡан ғына һайын уҙа, тиҙәр,
Палкауник та Бутас күк аты.
Э-э-э-эй. Палкауник та Бутас күк аты.
Сапҡан ғына һайын уҙмаҫ ине,
Ул бит данлы Төпәй ҡеүәте.
(Ҡайһы бер ҡарттар уны “Ул бит данлы Бутас ҡеүәте”, — тип тә йырлай торғайны).
Күк күгәрсен, һинең, эй, күркең юҡ.
Башҡынаңа кейер бүркең юҡ.
Эй... Башҡынаңа кейер бүркең юҡ.
Батшанан әмер үҙең дә ҡөҙрәт.
Палкауник та булмай иркең юҡ...
Халыҡ күҙендә икеһе лә данлы, икеһенә лә йыр сығарылған. Тимәк, улар, һис шикһеҙ, шәхес булғандар.
Ҡолой кантонды ҙурлап, һәр табын һайын ауыл ҡарттары йырланы. Беҙ, һуғыш осоро балалары, Ҡолой кантонды данлап йырлаған ағай-бабайҙарға аптырай торғайныҡ. Ә мәктәптә, сәхнәнән йырланған йырҙа ул хурлана, яуыз кеше итеп беҙгә, үҫмерҙәргә, еткерелә.
Ҡолой кантон тураһында хәтирәләр беҙҙең яҡта күп йөрөнө. Беҙҙең яҡ тиеүем — Учалы районының төньяҡ өлөшө. Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл, Арғаяш, Уй райондары менән бер ҡәбилә, ырыу булып йәшәгәнбеҙ. Беҙ — көнсығыш Табын ҡәбиләһе халҡы. Халыҡтың ере боронғо осорҙа айырым дәүләтебеҙ — Табын, ҡағанатыбыҙ Алтай — Йәнәсәй — Йыртыш, Урал тауҙары аша Оло Иҙелгә тиклем йәйрәп ятҡан. Әммә ниндәйҙер сәбәп менән ул мағул төркиҙәре яуынан алда бүлгеләнә, ваҡлана.
Майҡы бей етәкселегендәге табындар, башҡорттарҙың башҡа ҡәбилә-ырыуҙары менән берлектә, мунғалдар һәм мағул төркиҙәрен 14 йыл буйы үҙ ерҙәренә керетмәгән. Шулай итеп, улар 14 йыл буйы Булғарҙы һәм Рәсәй кенәзлектәрен емерелеүҙән һаҡлап торған. Әммә дипломатия тигән һуғыш алымы һәр ерҙә үҙенекен итә. Сыңғыҙхандың оло улы Жужый башҡорттарҙы, был тау-урман кешеләрен, буйһондора алмағас, атаһына хәбәр еткерә. Ул осорҙа Урта Азияла һуғышып йөрөгән Сыңғыҙхан боролоп килеп Һырдаръяның һул ярындағы “Аҡ ҡолан” тигән ергә башҡорт бейҙәрен табынға йыйырға ҡуша. Ауыҙ-тел ижады, шәжәрәләр беҙгә, унда башҡорттоң ун өс оло бейе ҡатнашһа ла, икеһенең генә исемен еткергән. Сыңғыҙхан менән “Аҡ ҡолан” яры өҫтөндәге табында хәҙерге табындарҙың Майҡы бейе, үҫәргәндәрҙең Мөйтән бейе һәм башҡалар була. Бына шул Майҡы бей ваҡытынан ҡалған табындар, ботаҡ-ботаҡ булып ырыуҙарға бүленеп, Уралдың артына ла, алдына ла таралып ултырған. Ә Тайғара хандың урыҫтар белмәгән ерҙәре Йыртыш һәм Йәнәсәй аша көнсығышта ятҡан. Был төрки халыҡ ниндәйҙер исем аҫтында милләт булып ойоша алмай. Улар үҙҙәрен иберселәр тип йөрөтһә лә, урыҫ дәүләте уларҙы үҙҙәренең теленә яраҡлаштырып Себер тигән исем биреп, төрки халҡына ла татар, себер татары тигән исем йәбештергән. Әммә Майҡы бей нәҫелдәре менән Тайғара хандың ҡартаталары араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡ бик оҙаҡ ваҡыт — Күсем хан осоронда ла дауам итә. Бер-береһенә ҡарата тәрәнәйгән дошманлашыу уларға берләшергә ирек бирмәй. Шуға күрә урыҫ күскенселәренә ҡаршы тора алмайҙар.
Әммә әле мин яҙған ваҡиғалар әллә нисә быуат үткәс була. Яһалма тел — әҙәби тел — кергәнгә тиклем, хатта бөгөн дә ололар һөйләшендә Арғаяш, Ҡоншаҡ яғы халҡы менән уртаҡ һүҙҙәребеҙ бик күп. Ҡалыпҡа һалынған дөйөм тел мәжбүри уҡытылғас, һәр ҡәбилә-ырыуҙа ҡулланылған бик күп һүҙҙәр онотола бара һәм күбеһе онотолдо ла инде. Был үҙ сиратында башҡорт телен ярлыландырыуға килтерҙе. Шуға күрә теге йәки был яҙыусының теле үҙҙәре телде яҡшы уҡ белмәгән ҡайһы бер тәнҡитселәр өсөн табыш була.
Әммә бөгөн маҡсат — телгә, диалект һүҙҙәргә туҡталыу түгел, ә тарихыбыҙҙың бәләкәй генә бер осорона байҡау яһау. Төньяҡ боҙло океан бассейнына кергән Мейәс, Уй йылғалары, Ҡаспый диңгеҙен үҙ иткән Яйыҡ йылғаларының да башын урыҫ хакимлығы баҫып алғас, башҡорттоң ерен тартып алыу, бүлгесләү башлана. Күскенселәр ҡораллы көстәренә таянып, башҡорт ерендә нисек теләй, шулай хакимлыҡ иткән. Был үҙ сиратында халыҡты батшалыҡҡа ҡаршы көрәшкә күтәргән.
Рәсәй хакимлығы беҙгә, көнсығыш табындарға, үтеп инә башлаған осорҙан йәки 1710 йылдарға тиклем, һәм 1736 йылдың 11 февралендә сыҡҡан “Бунтовщичьи земли отбирать” тигән указға тиклем Яйыҡтың һул ярындағы Батшалыҡ түбәһенән алып бөтә Урал һырты Яйыҡ, Уй, Мейәс һыуы буйлап Тубылға тиклем Турғай хан ейәндәре — Буғай хаким, уландары Айшан менән Тайшан, Турғай хандың улы Күкәм балалары Бейсара — Ҡара бей — Ҡара кеше — Көсөк батырҙың һәм уның уландарының ере булған. Ҡолой кантон — данлы заттың ейәне. Шуныһы ҡыҙыҡлы: беҙгә еткән шәжәрәләр буйынса, Ҡолой кантон менән Буҙаҡай — Буҙаҡаев Мөхәмәтйән, 1832 йылдан дүртенсе кантон башлығы, туғандар булып сыға. Әммә ҡайһы бер тарихсылар яҙғанса, буласаҡ кантон 1812 йылғы һуғышҡа үҙе полк төҙөп алып китмәгән. Һуғыш башланған йылда уға 22 йәш була. Ул ваҡытта дүртенсе кантон башлығы Ҡорама Муйнаҡов ойошторған 18-се полкта йөҙ башлығы булып Йыражбай Муйнаҡов торған. Ә Мөхәмәтйән — сотник Йыражбайҙың улы. 18-се полкка Йыражбайҙың йөҙлөгөнән башҡа Ҡужәхмәттең, Баязиттың, тағы ла өс йөҙлөк баштарының һуғышсылары керә. 18-се полк һаны буйынса башҡа полктарҙан ҙур иҫәпләнгән, сөнки уға күрше урыҫ казактарынан бер йөҙлөк өҫтәлгән. 22 йәшлек Мөхәмәтйән Буҙаҡаев атаһының йөҙлөгөндә һуғышҡа китеп, унан иҫән-һау әйләнеп ҡайта. 18-се полкты хәрәкәттәге армияла төрлө хеҙмәттә ҡулланалар: һөжүм итеүҙә, комендант һағында, тәьминәт әйберҙәрен, алынған улъяларҙы кире оҙатыуҙа, тыл рейдында ла. Уның берме, икеме йөҙлөгө ҡайҙандыр Франция, Германия яғынан “Талер” тип аталған ылауҙы Петербургка оҙатып барып, батша һарайына тапшырып ҡайтҡан. Ылауҙан байтаҡ ҡына көмөш, алтын тәңкәләр алып ҡайтып, кәләштәренә, ҡыҙҙарына бүләк иткәндәр. Ул көмөш тәңкәләр үткән быуаттың 50-се йылдарында ҡәртнәйемдең сәс бауында ла сыңлай ине...
Хәтирәләр буйынса, Ҡолой — Мөхәмәтҡолой Көсөков 1763 йылда оло ҡартатаһының Иҫәнгилде ауылында тыуа. Ул ауыл аҙаҡ Сәғит исемен йөрөтә. Ә Иҫәнгилденең атаһы Амангилденең ауылы Учалы районының төньяғында, Һөләймән һәм Һөйөндөк ауылдары араһында. Амангилденең ата-бабаһы Ҡара Көсөк менән Көсөк тигән ултыраҡтарҙа йәшәгән. Ҡара Көсөк тигән ер Мейәс йылғаһының башында, хәҙер кибеп, һаҙлыҡҡа әйләнгән Мәскәй күле ярында. Ҡолой кантондың оло ҡартатаһы Бейғараның — Ҡара бейҙең — Ҡара кешенең Серәкәй һәм Мулдаш тигән дә уландары булып, ерҙәре Мулдаш күле, хәҙер Өргөн күле, буйын да тәшкил иткән. Мулдаштың балалары 1736 йылдың 11 февралендәге “Бунтовщичьи земли отбирать” указынан һуң төньяҡтағы Ирәмәл йылғаһы буйындағы Мулдаш ултырағына күсенеп, аҫабалыҡтарын һаҡлап ҡалған.
Көсөк тигән ауыл Учалы районының иң төньяҡ осонда, Мейәс йылғаһы буйында урынлашҡан, Мейәс ҡалаһынан 18–20 саҡрым алыҫлыҡта ята. Ҡолой кантондың атаһы Йәрмөхәмәттең икенсе ҡатынынан тыуған Сәғиттең 1778 йылғы Айҙарәле, 1787 йылғы Айҙарбәк һәм Сәйфелмөлөк тигән улдары була. Профессор Әнүәр Әсфәндиәров үҙенең “Ауылдар тарихы” китабында Көсөк ауылына бәйле Айҙарәле менән Айҙарбәкте Сәғитовтар фамилияһына бәйләп дөрөҫ яҙа. Икеһе лә 12-се полкта һуғышып, миҙал менән бүләкләнеп, 1814 йылда яуҙан ҡайта. Мейәс заводсылары менән ерҙәре өсөн тағы ла ғауға сыҡҡас, аҫабалыҡтарын иҫбатлар өсөн кире Көсөков фамилияһына күсәләр. Сәйфелмөлөктөң балалары Мөхәмәтшәриптәр, Мөхәмәтйәндәр, Йәрмөхәмәттәр бөгөн дә Көсөктә йәшәй.
Мөхәмәтҡолойҙоң ҡартатаһы — старшина Ишмөхәмәт. Атаһы — Йәрмөхәмәт Көсөков. Ғаиләлә Мөхәмәтҡолойҙан башҡа тағы ла дүрт ир бала була.
1798 йылда кантон системаһы индерелгәс, хәҙерге Арғаяш районында бишенсе кантондың (ул Мәнтәл ауылында) начальнигы итеп Килмәт Дәрбишев тәғәйенләнә. Ә уға ярҙамсы итеп яуҙан ҡайтҡан Мөхәмәтҡолой Көсөков билдәләнә. Урыҫса һәйбәт кенә һупалаһа ла, Килмәт Дәрбишев уҡый-яҙа белмәй. Ә кантон ойошторған ваҡытта иҫәп-хисап, һалым һәм башҡа шундай ҡағыҙҙар бик күп була. Өҫтәүенә Килмәт 60 йәштән уҙып китә. Шуға күрә ул үҙен был вазифанан бушатыуын һорап, губернатор генерал-майор Бахметов Николай Николаевичҡа ғариза бирә. Үҙенең урынына ярҙамсыһы Мөхәмәтҡолой Көсөковты тәҡдим итә. Шулай итеп, Ҡолой 1800 йылдан кантон начальнигы булып, туранан-тура тик генерал-губернаторға ғына буйһона.
Кантон начальнигы итеп тәғәйенләнгәс, ул ғәскәри хеҙмәтте ойоштороуҙан тыш үҙ кантонлығынан яһаҡ йыйыуҙың ҙур өлөшөн губерна канцелярияһы мөдире Ермолаевҡа тапшырырға тейеш була. Ырымбур бишенсе кантондан 500–550 саҡрым самаһы алыҫлыҡта булғанлыҡтан, улар үҙ ваҡытында яһаҡ түләй алмай. Шуға күрә ул башҡа кантондарҙа ҡулланылмаған алым файҙалана. Ғәскәри тормош бүленешен көндәлек тормошҡа керетә. Ерҙе, көтөүҙә йөрөгән йылҡы малын, һыйырҙарҙан башҡаһын, дөйөмләштерә. Халыҡҡа аҙыҡ-түлек һәм губернаға һалым дөйөм ҡаҙнанан түләнә. Линия хеҙмәтенә, Рәсәй империяһы сит илдәрҙә алып барған һуғыштарға һуғышсыларҙы йөҙлөккә кергән ауылдарҙа дөйөм йыйылышта ҡарар сығарып оҙатҡандар.
Кантонлыҡтағы ауылдар һуғышҡа яраҡлы ирҙәр иҫәбе буйынса йөҙлөктәргә берләштерелгән. Ә йөҙлөктәр иллелеккә һәм унарлыҡҡа бүленгән. Ерҙәре лә, малдары ла, һауын һыйырҙан, уның быҙауынан тыш, дөйөм көтөүҙә, ҡыш һарайҙа тотолған. Йөҙлөк башы ер һөрҙөртә, эшкәрттерә, сәстерә, урҙырта, шунан ғаилә башына ҡарап, йыйылышта өләшә. Дөйөм малға бесән эшләү, уны өйөү, ташыу ҙа — төп бурыс. Тик Ҡолой кантон аҙыҡ-түлек бүлгәндә кемдең күпме хеҙмәт һалыуына ҡарап түгел, ә ғаиләләге балалар, ҡарттар, ғәриптәр, ауырыуҙарҙы иҫәпкә алып бүлдерә.
Кантонлыҡта бер баҫыуҙа иллешәр һуҡа менән ер һөрөү, бер туғайлыҡта 70–80 салғысының теҙелешеп бесән сабыуы ғәҙәти хәл була. Ҡолой кантондың был алымы 1930 йылдарҙа бөтә Рәсәй буйынса колхоздар системаһын керетеүҙә өлгө булған тигән ныҡлы фараздамын. Сөнки был алымды 1920 йылдарҙан һуң беҙҙең яҡҡа килгән М.И. Калинин тыңлап, ҡат-ҡат һорауҙар биреп, күңеленә һалып ҡайта.
Уҡыусыға минең яҙғандарым, бәлки, шикле тойолор. Әммә был шик төйөнөн таратыу өсөн түбәндәгеләрҙе бәйән итәм.
БашЦИК рәйесе Муса Мортазинды республиканан, халҡынан айырыу маҡсатында 1922 йылдың башында Мәскәүгә саҡырып, “үҫтереп” ебәргәс, уның урынына Арғаяш районы Көҙәш ауылынан сыҡҡан күренекле сәйәсмән Хафиз Ҡушаевты БашЦИК рәйесе итеп һайлайҙар. 1923 йылдың ҡышында Бөтә Рәсәй старостаһы М.И. Калинин поезда Өфөнән Силәбе, Арғаяш яҡтарына, унан Мейәс ҡалаһы аша беҙҙең ауылда, Ҡорамала, туҡтап, артабан Белоретҡа үтә. Уны БашЦИК рәйесе Хафиз Ҡушаев оҙатып йөрөй. Хафиз Ҡушаевты ҡарап, аҫрап үҫтергән инәһе Сафура Ибраһим ҡыҙы менән минең инәйемдең инәһе Нәзифә Ибраһим ҡыҙы бер туған. Хафиз бабай Ҡорамалағы еҙнәһе Ҡорамшин Сәлимгәрәйгә аш-һыу әҙерләргә алдан хәбәр ебәрә. Урамда булһа ла халыҡты йыйырға һорай. Калининдың килеүенең төп маҡсаты һәм Ҡушаевтың алдан хәбәр ебәреүе һөҙөмтәһендә Бөтә Рәсәй старостаһының ниндәй яуап алыуы тураһында беҙ 1968–1970 йылдарҙа ғына төшөндөк.
Күрәһең, Калинин ошо осорҙа, 1922 йылда, дөйөм хеҙмәтте ойоштороу алымын ишетеп ҡайтҡан һәм һуңынан партияның Үҙәк комитетына нигеҙҙә Ҡолой кантон Көсөковтың алымын керетеү өсөн эшсе комиссияларға тәҡдим еткергән. Шул тәғлимәт буйынса 1929 — 1930 йылдарҙа Рәсәйҙә колхоздар төҙөү башлана.
Яҡшы орлоҡ сәсеп мул уңыш алған кеүек, яҡшы ҡан да яҡшы сифатлы йән эйәләренең хасил булыуына сәбәпсе. Ҡолой кантон Көсөков, дүртенсе кантон башы Мөхәмәтйән Бузыкаев (Буҙ Аҡаев), Муса Мортазин Көсөк Мортазиндың ейәне.
Учалы районында Көсөк ауылы икәү. Береһе райондың төньяғында — Мейәс йылғаһы буйында урынлашҡан. Икенсеһе райондың көньяғында — Верхнеуральскиҙан 30 саҡрым самаһында ята. Оло кешеләрҙең һөйләүе буйынса, элек “көньяҡ Көсөк” Мейәстән биш-алты саҡрым көньяҡта Ҡарайылға тигән йылға буйында ултырған. Заводсылар 1735–1940 йылдар тирәһендә ерҙәрен баҫып алғас, көсөктәрҙең был тармағы казаклыҡҡа яҙылып хеҙмәткә яллана. Әммә уларға линия хеҙмәтенә Троицк яғына йөрөү йыраҡ булғанлыҡтан, уларҙы Верхнеуральск казак гарнизонына беркетәләр. Тиләү старшинаһы Әмин Ибраев йә уның уландары оло ҡартаталарының исемен йөрөткән Көсөк Мортазинға ер бирә.
(Дауамы. Башы 119-сы һанда).
Спартак ИЛЬЯСОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 145

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 494

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 234

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 938

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 708

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 382

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 703

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 974

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 460

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 534

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 362

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 541