Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Аҙнайҙар менән күңел беректе
Аҙнайҙар менән күңел беректеБишбүләк районының Аҙнай ауылына юлға сыҡҡас, тулҡынланыуыбыҙҙы еңә алманыҡ. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына нигеҙ һалған һәм уның тәүге директоры булған сәхнә оҫтаһы, педагог Булат Имашевты (Тимербулат Ғөбәйҙулла улы Имашев) бүләк иткән ауыл редакция вәкилдәрен нисек ҡаршы алыр? Һуңғы йылдарҙа беҙҙе бөтөнләй оноттоғоҙ, тип үпкә белдермәҫме Башҡортостан менән Ырымбур өлкәһе сигендә ғүмер итеүсе башҡорттар?

150 тирәһе йорттан торған Аҙнайҙа 500-ҙән ашыу кеше йәшәй. Ауылдың ике ҡатлы иркен мәктәбенә күрше тулыбайҙар йөрөп уҡый башлаған. Ыҡсым ғына клубтары ла бар. Мәҙәниәт усағы ҡаршыһында дүрт йыл элек Булат Имашевтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы төҙөлгән музей урынлашҡан. Алыҫтараҡ яңы мәсет күренә. Урамдарҙың таҙалығына, биналарҙың төҙөклөгөнә ҡарап һоҡланып торғанда, тирә-яҡтағы тыныслыҡты боҙоп, осрашыуға ашҡыныусылар ағыла башланы.
Клубҡа тәүгеләрҙән булып килеүселәр араһында “Башҡортостан”дың тоғро дуҫтары — 36 йыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Рая Лоҡманова, гәзитте ярты быуаттан ашыу алдырып уҡыусы күркәм пар Рәсимә менән Әбүзәр Сөләймәновтар, ауыл шәжәрәһен ентекләп өйрәнеүсе элекке уҡытыусы Рәлиә Кирәева, әлеге көндә балаларға белем биреүсе Рәфиә Миһранова менән Фидалиә Ситдиҡова ла бар ине.
— Ауыл ҡартая, — тип ауыр һулап ҡуйҙы Рая Мөхәммәт ҡыҙы, залда йыйылыусыларға күҙ һалғас. — Эш булмағас, йәштәр Аҙнайҙа ҡалырға теләмәй. Тыуым аҙайҙы, Аҙнайҙар менән күңел беректейылына өс-дүрт кенә бәпес туйы үтә. Өйләнмәгән егеттәр ҙә күбәйә бара. Заманында гөрләп торған, Мәскәүҙәге Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнашҡан “Дим” совхозы тарҡалғас, ауылдаштар һүлпәнәйҙе. Өҫтәүенә “Башавтотранс” предприятиеһы беҙҙең яҡҡа рейсты япты. Барлығыбыҙҙы бөтөнләй оноттолар шикелле. Ярай әле, яңыраҡ күрше Дим ауылына бер табип эшкә ҡайтты, кисә бында булып китте.
Башҡаларҙың да әйтер һүҙе йыйылған. Люциә Миңлеханова почта мәсьәләһен күтәрҙе.
— Дүрт ауылды ике почтальон хеҙмәтләндерә. Уларға транспорт бирелһә йәки тағы бер нисә кеше хат ташыусы итеп эшкә алынһа, гәзит-журналдар үҙ мәлендә килер ине. Элек почтальон, өй һайын инеп, баҫмаға яҙҙыра торғайны, хәҙер бөтөнләй ваҡыты юҡ, — тине ул.
— Ниһайәт, ауыл урамына асфальт юл һалынды тип ҡыуанырға ла өлгөрмәнек, Күл урамын һыу баҫа башланы. Сәбәп — эштең еренә еткереп эшләнмәүендә. Юл аша тимер торба түгел, ә эшкә яраҡһыҙ ағас ҡоролма һалғандар. Тағы ла колонкалар иҫкереү арҡаһында һыу мәсьәләһе көндән-көн ҡатмарлаша, — тип борсолоу белдерҙе Саниф Лоҡманов.
Аҙнайҙар менән күңел беректеАҙнайҙарҙың күңелен өйкәгән хәлдәр тураһында һөйләшеүҙе бүлеп, гәзиттең яҡын дуҫы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, танылған ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов башҡарыуындағы сихри көйҙәр ағылды. Оҫтаны онотолоп китеп тыңлаған тамашасылар араһынан Рәсим менән Фәдис атлы мәктәп уҡыусылары ултырып түҙмәне, үҙҙәренең дә уйнап ҡарағыһы килеп китте. Әллә теләктәре көслө инеме, әллә талантлы Булат Имашевтың ауылдаштары булыуы үҙенекен иттеме — үҫмерҙәр филиппин ҡумыҙының серенә бик тиҙ төшөндө. Оҫтарып алған егеттәр һуңынан Миңлеғәфүр Зәйнетдинов менән бергә “Шайморатов генерал”ды уйнап, бөтөн залды йырлатты.
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы, республика конкурстары лауреаты Әлфиә Кәлимуллинаны ла аҙнайҙар күңел биреп тыңланы. “Тере тауыш шундай танһыҡ”, — тип улар йырсыны сәхнәнән ебәрергә теләмәне, ҡабат-ҡабат башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыуын һораны.
“Күстәнәс”кә алып барылған гәзит һандары һәм йыр-моң аша “Башҡортостан” менән тағы ла яҡыныраҡ танышырға өлгөргән аҙнайҙар баҫмаға яҙылырға һүҙ ҡуйышып, Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың гармун көйҙәренә күңелдәре булғансы бейеп оҙатып ҡалды.
— Беҙҙе иш итеп, күңелебеҙҙе күрҙегеҙ. Һөйләгән һүҙегеҙ, башҡарған йыр-моңдарығыҙ йөрәккә май булып яғылды. Килеүегеҙгә рәхмәт. Йома һанына яҙылып ҡуйғайным, былай булғас, “Башҡортостан”дың аҙнаһына биш килә торғанын алдырасаҡмын. Әйҙәгеҙ, туғандар, һеҙ ҙә яҙылығыҙ, — тине Рая Мөхәммәт ҡыҙы, ауылдаштарын һүлпән булмаҫҡа саҡырып.
Юлда саҡтағы тулҡынланыуыбыҙ бушҡа булған икән. Ауыҙ тултырып башҡортса һөйләшеүсе балалар, яңы һөнәр оторға дәрт итеп тороусы Рәсим менән Фәдис кеүек үҫмерҙәр, киноға төшөргә йыйынғандай зауыҡлы һәм ыҫпай кейенеп килгән һөймәлекле инәй-олатайҙар, аралашыуға атлығып торған ихлас ауыл халҡы менән күңелдәребеҙ беректе. Дуҫлығыбыҙ киләсәктә лә дауам итһә, һүлпәнәйергә, бошонорға форсат бирмәбеҙ. Бының өсөн гәзитебеҙҙе алдырып уҡыуҙары ғына шарт.
Нурзиә ХӘСӘНОВА
Бишбүләк районы,
Аҙнай ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә