Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡатмарлы яҙмыш
1902 йылда, ғинуар айының селлә көндәренең береһендә, Нәҙерғәле мулланың ғаиләһендә тағы ла бер ир бала донъяға килде. Ғәбдрәшит, Кашшаф, Фәттәх, Моғаттар, Мансур атлы ир-егеттәр янына Әхтәм тигән исем өҫтәлде. Хоҙай тәғәлә бирһә бирә икән... Күп балалы ғаиләлә үҫкән әҙәм заттары бер-береһе менән ярышып, тырышып-тырмашып үҙ яҙмышын даулаша тигәндәре ысын икән. Теремек йәнле Әхтәм дә үҙенең ағайҙарынан ҡалышырға теләмәй, үҫергә, ҡул араһына инергә барлыҡ булмышын һала. Һигеҙ йәшкә етеп, Маҡар ауыл мәҙрәсәһендә бер нисә йыл дәрес алған арала Әхтәм үҙен отҡор, зирәк шәкерт итеп танытып өлгөрә.

Мосолман диненә мөкиббән киткән Нәҙерғәле мулла үҙенең балаларын яңыса, хатта урыҫса уҡытырға тырышыуы сәбәпле, бәләкәй малайын да абруйлы ергә уҡырға ебәреү хаҡында уйлана. Уңайын тура килтереп, Әхтәмдең үҙенең фекерен дә белгеһе килә. Икенде намаҙынан ҡайтып, тамаҡ ялғап алғас, мулла урамға сығып бер аҙ асыҡ һауала ултырырға ғәҙәтләнгән. Кесе улы Әхтәм дә, әллә ҡармаҡтарын рәтләй, әллә икенсе бер эш менән мәшғүл — йылмая биреп, уның ҡыланышын ҡарап ултырғанын һиҙмәй.
— Әхтәм, — тип өндәшә атаһы, тамағын ҡырып алғас, — кил әле.
— Күрмәй ҙә торам, атай, миңә өндәштеңме? — тип улы атаһы эргәһенә ыңғайлай.
— Һиңә әйтәм, улым, һиңә. Кәңәшләшеп алаһы ине тим...
Олоғайып барған атаһының үҙе менән һөйләшеү-кәңәшләшеү хаҡында һүҙ ҡуҙғатыуы үҫмерҙе ҡапыл ғына үҫтереп ебәргәндәй була.
— Тыңлайым, атай, — ти ул, атаһы янындағы урынға ултырып.
— Һинең хаҡыңда уйым. Бында, Маҡарҙа, уҡыу нисек, ҡәнәғәтләндерәме?
— Әлләсе. Уҡыу ни ҡайҙа ла берҙер.
— Әлбиттә, төрөксә уҡыу һәр мосолманға фарыздыр. Тик бына һиңә яңысараҡ белем биргәндә, урыҫса уҡытҡанда, насар булмаҫ кеүек...
— Фәттәх ағайым кеүегерәк инде, улайһа.
— Эйе, Аллаһы Тәғәлә бойорһа. Ундай уйың булһа, Сермәнгә китергә тура килер.
— Мин риза, атай! — тип әйтеп ҡуя Әхтәм, еңел генә ризалыҡ биреүенең үҙенә аҙаҡ ниндәй михнәттәр килтерәсәген белмәйенсә.
Шулай итеп, 1915 йылдың көҙөндә 13 йәшлек үҫмер үҙ ауылынан йөҙҙәрсә саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Сермәнгә юллана. Ике класлы училище күптән эшләгән була унда.
Үҙҙәрендә уҡыу уйын ғына булған икән. Мәҙрәсәгә бараһың да, хәлфә биргән дәрестәрҙе тыңлап, бер аҙ әфтиәк күнекмәләре менән шөғөлләнәһең, өйгә ҡайтаһың. Ә бында, училищела, уҡыуҙан тыш ашау-эсеү мәсьәләһен хәл итеү ҙә, ятҡан-торған ереңде ҡарау ҙа үҙ өҫтөңдә. Уҡыу ҙа бөтөнләй икенсе кимәлдә. Әхтәм үҙе бығаса ишетмәгән фәндәрҙе лә танып белә. Танып ҡына ҡалмай, уларҙың асылына ла төшөнә башлай. Әйтәйек, донъялағы илдәр менән танышыу тиһеңме, урыҫ халҡының шиғырҙарын, ошо телдәге сихри бөгөлөштәрҙе, һөйләштәрҙе аңлау булһынмы, йондоҙҙар хаҡындағы астрономия тигән фәндең серҙәренә төшөнөп, хыял менән әллә ҡайҙарға осоумы — барыһы ла үҫеп кенә килгән йәш күңелгә ныҡ тәьҫир итә.
Тик белем алыуға ихлас күңелдән бирелеп, уҡып йөрөгән бер заманда Рәсәй дәүләтенең аҫты-өҫкә килә. Инҡилап батшаны йөҙәр йылдар буйы хакимлыҡ итеп килгән тәхетенән алып ырғыта. Икһеҙ-сикһеҙ Рәсәй киңлегендә яңы — бығаса күрелмәгән, ишетелмәгән дәүер башлана. Әхтәмдең тормошонда ла ҙур үҙгәрештәр көтөлә.
Инҡилаптан һуң Сермәнгә бара алмай Әхтәм. Атаһына ярҙам итеп, йорт эштәрен башҡарып йөрөгән көндәрҙең береһендә, Стәрлетамаҡ ҡалаһында өс йыллыҡ уҡытыусылар әҙерләү курсы асылғанын ишетә. Был үтә лә һәйбәт курс икән, тип шунда юллана. Тик унда оҙаҡ уҡырға насип булмай уға. Ни бары бер йыл белем алғас, граждандар һуғышы тоҡанып китә. Стәрлетамаҡ ҡалаһы — ошо һуғыштың үҙәге. Шуға уҡыу ҡайғыһы китә. Тағы ла үҙ ауылына ҡайтып, крәҫтиән эше менән шөғөлләнә башлай Әхтәм.
1919 йылдың көҙөндә, граждандар һуғышы бер аҙ баҫылғас, яңы власть йәш быуынды тәрбиәләү, уны уҡытыу хаҡында хәстәрлек күреү кәрәклеген аңлап, ни ҙә булһа ҡылырға тотона. Быға тиклем педагогия курсында уҡыған Йомағужинды балалар уҡытыуға йәлеп итәләр — Мәләүез районындағы Йомаҡ ауылына башланғыс мәктәп уҡытыусыһы итеп ебәрәләр. 1920 йылдың июнендә Әхтәмде Воскресенскиҙа урынлашҡан кантон башҡарма комитетына саҡырталар.
— Балаларға белем биреү ҙә мөһим шөғөл. Тик бына мәғариф эшенә идара итеү тағы ла кәрәгерәк бөгөн, — ти уға бындағылар.
Әхтәм Йомағужин Юрматы кантоны башҡарма комитетының мәғариф бүлеге инспекторы итеп тәғәйенләнә, ул кантондағы барлыҡ ауылдар буйлап йөрөй, мәктәптәрҙең эшен тикшерә, уларға йүнәлеш бирә. 1921 йылда Волга буйында, шул иҫәптән Башҡортостанда ла бығаса күрелмәгән ҡытлыҡ башланып китә. Ауылда ваба тигән ауырыу таралып, кешеләр күпләп ҡырыла башлай. Ошо йылдың декабренән башлап, Йомағужин да ҡаты ауырыуға дусар була, 1922 йылдың июненә тиклем ошо бәләнән ҡотола алмай. Ауылда үҙен бер аҙ дауалағас, йыл аҙағына ғына ул аяғына баҫа. Декабрҙә уны Маҡарҙа асылған балалар йортоноң мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Ошо вазифала бер йыл эшләгәс, Әхтәм үҙенең уҡыуын дауам итергә теләп Өфөлә асылған эшселәр факультетына студент булып ҡабул ителә. Тик 1921 йылда ярайһы уҡ ҡаҡшаған сәләмәтлеге үҙен һиҙҙертә, Йомағужин уҡыуын ташлап, ауылға ҡайтырға мәжбүр була, 1926 йылдың көҙөнә тиклем аяуһыҙ сир менән көрәшә.
Совет хөкүмәте һаман да үҙенең власын нығытырға ниәтләгәс, 1926 йылда хоҡуҡ органдарында эшләй алырлыҡ кешеләргә ҡытлыҡ һиҙелә башлай. Шул йылдың көҙөндә Йомағужинды, урта белемле икәнлеген иҫтә тотоп, Стәрлетамаҡ өйәҙенең Семенкино ауылына халыҡ судьяһы итеп ебәрәләр. Унан ул Ҡазан университетының юридик факультеты эргәһендә асылған курсҡа уҡырға китә. Тик ҡайтҡас, үкенескә ҡаршы, халыҡ судьяһы булып эшләү насип булмай уға — Әхтәмде үҙҙәренең ауылында асылған эшсе йәштәр мәктәбенә (ШКМ) уҡытыусы итеп тәғәйенләйҙәр. Уҡытыусы вазифаһында ике йыл эшләгәс, уны Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумының бүлек мөдире итеп үрләтәләр. Ошо вазифала эшләгән осорҙа Йомағужин үҙенең белеме етешмәүен ныҡ аңлай, тимәк, артабан уҡырға кәрәк. 1930 йылдың көҙөндә Әхтәм Башҡорт педагогия институтының химия-биология факультетына ҡабул ителә. Был юлы ла институтты тамамлау насип булмай уға, ике курсты бөтөргәс, 1932 йылдың июлендә Йомағужин ТАСС-тың (Советтар Союзының телеграф агентлығы) Башҡортостандағы бүлегенә мөдир итеп тәғәйенләнә.
Нәҡ бына ошо вазифаны башҡарған осор Әхтәм Нәҙерғәле улының барлыҡ ғүмеренә йүнәлеш бирә. Сермән ауылында уҡып, урыҫ теле буйынса алған белеме ошо мәлдә үҙенең файҙаһын бирә лә инде. Артабан Башҡортостанда йәшәгән барлыҡ милләттәрҙең дә телен белеү ихтыяжы килеп тыуа. Мәскәүҙән бөтөн мәҡәләләр ҙә урыҫ телендә килә. ТАСС-тың Башҡортостан бүлеге ошо мәҡәләләрҙе төбәгебеҙҙә йәшәгән барлыҡ милләт телдәренә тәржемә итеп, республика, район, ҡала, завод, фабрика, төҙөлөш, МТС гәзиттәренең редакцияларына ебәрергә тейеш. Әхтәм Нәҙерғәле улы һәр милләттең үҙ телен, орфографияһын, ғөмүмән, терминологияһын байытыуға өлөш индерергә мөмкинлек биргән ошо ижади эшкә үҙенең бөтөн булмышын, көсөн, аҡылын сарыф итеп, тырышып эшләй.
Шулай ихлас күңел менән эшләп йөрөгән саҡта Әхтәм Нәҙерғәле улына ҡара ҡайғы килә. Совет власын яҡлап, ҡыҙылдар яғында һуғышып йөрөгән, большевиктар партияһы өсөн үҙенең йәнен аямай көрәшкән бер туған ағаһы Фәттәхкә “халыҡ дошманы” мөһөрө тағып, ҡулға алалар. Советтарға ҡаршы эш алып барған кешенең ҡустыһына ТАСС бүлеге мөдире вазифаһында эшләргә хоҡуҡ бирелмәй, тип, Әхтәм Йомағужинды вазифаһынан алып ташлайҙар.
Көтмәгәндә килеп тыуған был фажиғә күп уйланырға мәжбүр итә Әхтәмде. Ағайым — “халыҡ дошманы”. Аңҡы-тиңке булып байтаҡ йөрөгәндән һуң, “бер аҙ елләп киләйем” тип тыуған ауылы Маҡарға юл тота. Бында ла тынғылыҡ таба алмай, кире Өфөгә ҡайта. Ҡала урамы буйлап китеп барғанда үҙенең күптәнге танышы Шәйех Ғимаев осрай. Әхтәм уға үҙенең хәлен һөйләп бирә. Шәйех дуҫы был хәбәрҙе ишеткән икән, күп уйлап тормай, үҙенә, “Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзите редакцияһына, эшкә саҡыра. Йомағужин тағы ла тәрән уйға бата. “Гәзит тә партияның өлкә комитеты ҡарамағында! Алырҙармы һуң уны?” Эшһеҙ йәшәү мөмкин түгел. Тәүәккәлләргә кәрәк. Шулай итеп, Әхтәм Йомағужин республика гәзитенең яуаплы секретары булып китә. Ошо вазифала ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында эшләй.
1945 йылдың апреле. Ябай халыҡ һәр нәмәнән арыған, йонсоған. Әхтәм дә ныҡ бирешә ул осорҙа. Сәләмәтлеге лә шәптән түгел. Аяғына инеп урынлашҡан һөйәк туберкулезы һаман да үҙен нығыраҡ һиҙҙерә. Редакцияла хеҙмәт итеү майлы бутҡа ашау түгел. Еңелерәк эш табыу хәйерле. Әмәлгә ҡалғандай, үҙенең яҡташы Әхмәт Ҡотошов менән осраша, ул Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә марксизм-ленинизм классиктарының әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итеү редакцияһында урын барлығын хәбәр итә. Әхтәм Йомағужинды ошо редакцияның мөдире итеп тәғәйенләйҙәр.
Әлбиттә, был вазифа редакциялағыға ҡарағанда еңел түгел. Шулай ҙа бер ыңғай яғы бар: ултырып эшләргә була. Бында ҙур тәжрибә туплаған һәйбәт журналистар бар. Әхмәт Ҡотошов, Ғәли Ишбулатов, Лотфый Ғәҙелев, Ибиниәмин Мамлеев, Хәриҙә Хафизова, Рауил Сабашев — һәр береһе мең кешегә торорлоҡ. Һинең һәр кәңәшеңә ҡолаҡ һалалар, үҙең белмәгән мәсьәлә килеп сыҡһа, һорашыр кеше бар, һәйбәтләп аңлатып бирәсәктәр. Бындай урында эшләүҙән дә уңайырағы булыуы мөмкинме?!
Әхтәм Йомағужиндың бөтөн һәләттәре асылып, үлемһеҙ тәғлимәт тип һаналған Маркс, Энгельс, Ленин әҫәрҙәрен, Коммунистар партияһының мөһим ҡарарҙарын башҡорт теленә тәржемә итергә тотона.
Әлбиттә, редакцияла эшләгән кешеләр тик тәржемә менән генә мәшғүл булған икән тип уйламағыҙ. Эш шунда: тәржемә иткән мәлдә килеп сыҡҡан ҡатмарлы һөйләмдәрҙе, идиомаларҙы башта улар үҙ-ара төрлө яҡлап тикшереп, иң һәйбәт тип һаналған вариантта туҡталалар. Әгәр ошо тәржемә, ысынлап та, башҡорт теле закондарына буйһоноп, халыҡтың телен байытыуға өлөш индерә икән, ул хаҡта ваҡытлы матбуғат биттәрендә яҙып сығыу ғәҙәте лә бар. Шулай итеп, Башҡортостан “Китап” нәшриәтенең марксизм-ленинизм классиктары әҫәрҙәрен тәржемә итеү редакцияһы башҡорт теленең ижтимағи-сәйәси терминологияһын эшләп, уны ғәмәлгә ашырып, телде байытыуға ҙур өлөш индерә. Бында ғүмеренең тиҫтәләрсә йылын ошо редакцияның эшенә бағышлаған Әхмәт Шаһиәхмәт улы Йомағужиндың роле баһалап бөткөһөҙ ҙур. Әгәр беҙ бөгөн Башҡортостанда матур телдә һөйләшеп, бер-беребеҙҙе һәйбәт аңлайбыҙ, башҡорт телендә әҫәрҙәр баҫтырып сығара алабыҙ икән, был ҡаҙанышта әле һанап үтелгән иптәштәрҙең дә өлөшө бар, улар шуның менән үҙҙәренә һәйкәл ҡойҙо.
Әйткәндәй, Әхтәмдең “халыҡ дошманы” тип табылып, үлем язаһына хөкөм ителгән ағаһы Фәттәх ХХ быуаттың илленсе йылдарында аҡланды.
Әхтәм Йомағужин үҙ ғүмерендә күп һикәлтәләр аша үтеп, юғары дәрәжәгә күтәрелеп, ҙур бейеклектәр яулаған шәхес, шуға күрә уның исемен халҡыбыҙ онотмаҫҡа тейеш.
Рамазан ҠОТОШОВ,
философия фәндәре кандидаты,
доцент.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 481

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873