Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Кәтибә Кинйәбулатова
Кәтибә КинйәбулатоваКүп милләтле ватан әҙәбиәте һәм мәҙәниәте ауыр юғалтыу кисерҙе. Күренекле башҡорт шағирәһе, прозаик, “Почет Билдәһе” ордены кавалеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Силәбе өлкәһе Арғаяш районының почетлы гражданы, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Кәтибә Кәрим ҡыҙы Кинйәбулатова оҙаҡ ауырығандан һуң 92-се йәшендә вафат булды.
Кәтибә Кәрим ҡыҙы Кинйәбулатова 1920 йылдың 15 сентябрендә Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Мәүлет ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Башланғыс белемде атаһы бирә, унан һуң Мөхәмәтҡол мәктәбен тамамлай. 1933 йылдан Б. Нуриманов исемендәге Өфө педагогия эшселәр факультетында уҡый һәм уны 1938 йылда тамамлай. 1939 йылда Тимирязев исемендәге Башҡортостан педагогия институтына уҡырға инә, әммә уны тамамлап өлгөрмәй. 1938 йылда атаһы репрессияға эләгә, тиҙҙән әсәһе лә вафат була. Ул ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсә һәм Силәбе өлкәһенең Ҡолой урта мәктәбендә уҡытыусы, унан һуң директорҙың уҡыу-уҡытыу буйынса урынбаҫары булып эшләй. Етем ҡалған биш ҡусты-һеңлеһен тәрбиәләп үҫтерә. Кәтибә Кәрим ҡыҙы 1953 йылға тиклем мәктәптә эшләй, унан һуң Өфөгә күсеп, “Әҙәби Башҡортостан” журналына хеҙмәткәр булып килә. 1963 йылда Мәскәүҙәге Юғары әҙәби курстарҙы тамамлай. “Башҡортостан ҡыҙы” журналын ойоштора һәм уның тәүге баш мөхәррире була.
Шағирә һәм прозаик Кәтибә Кинйәбулатова Бөйөк Ватан һуғышына тиклем үк әҙәби ижад менән шөғөлләнә башлай. Республика гәзит, журналдары биттәрендә шиғырҙары, мәҡәләләре даими донъя күрә. 1954 йылда “Тәүге сәскәләр” тигән беренсе шиғырҙар китабын сығара. Унан һуң “Алтын тояҡ аҡ кәзә” тигән китабы нәшер ителә. “Йәшел япраҡтар” тигән шиғырҙар китабында шағирәнең таланты нескә лирик булараҡ асыла.
“Һүнмәҫ мөхәббәт”, “Мин йырлайым”, “Йондоҙҙар бейей”, “Саҡыр мине”, “Әсә һулышы” тип аталған китаптарында К. Кинйәбулатова оҫта һәм һиҙгер лирик сифатында күҙ алдына баҫа. 60 йылдан ашыу уның күңелгә үтеп инмәле, моңло тауышы яңғырап торҙо. Уҡыусылар менән йыш осрашты, шиғырҙарын уҡыны, мандолинала, ҡумыҙҙа оҫта уйнаны.
Кәтибә Кәрим ҡыҙының ижадында мөхәббәт лирикаһы ҙур урын биләй. Күп кенә китаптары ошо мәңгелек темаға арналды. Үҙ ғүмерендә ул 25-тән ашыу китап сығарҙы.
Кәтибә Кинйәбулатова проза жанрында ла эшләне. “Терелергә әйтер һүҙ” повесында ул һуғышта һәләк булған башҡорт ҡыҙы Маһипәрүәз Сакаеваның ҡаһарман образын тыуҙырҙы. Балалар өсөн яҙылған “Атай тауышы”, “Партизан ейәнсәре” повестары ла һуғыш йылдары ваҡиғаларына арнала.
Әҙәбиәт һәм журналистика өлкәһендәге оло хеҙмәттәре өсөн Кәтибә Кәрим ҡыҙы “Почет Билдәһе” ордены, бик күп миҙал менән бүләкләнә. Ул — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
Изге, ярҙамсыл, итәғәтле кеше, талантлы яҙыусы Кәтибә Кәрим ҡыҙы Кинйәбулатова хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.
Башҡортостан
яҙыусылары.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә