Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Зарыҡтырма, дуҫҡай, яҙ әле…”
Гәзиттең сайтына көндән-көн ҡыҙыҡһыныу арта. “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге битебеҙҙә лә дуҫтарыбыҙҙың һаны күбәйҙе. “Башҡортостан”дың сайтына көн һайын ике йөҙҙән ашыу кеше инә. Уларҙың яртыһы тиерлек беҙҙең әүҙем блогерҙарыбыҙ, баҫмабыҙҙың ысын дуҫтары, уның бөгөнгөһө, киләсәге өсөн янып-көйгән кешеләр. Күңеленә хуш килгән мәҡәләләргә фекерҙәрен яҙып ҡалдырыусылар байтаҡ. Сайтты эшебеҙҙең лакмус ҡағыҙы һымаҡ күрәбеҙ, сөнки ҡыҙыҡлы, гәзит уҡыусыны йәлеп иткән мәҡәләләрҙең иҫәбе шунда уҡ күренә.

Һуңғы айҙа сыҡҡан мәҡәләләрҙең иң уҡымлыларына айырым туҡталып китәйек. “Телгенәм-бергенәм” махсус битен гәзит уҡыусыларыбыҙ көтөп ала һәм ҡыҙыҡһынып уҡый. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһынан Т. Ҡунаҡбаев (2012, 16 март) Ф. Юнысованың “Бөйөк шағирҙың оранына урын юҡмы?” исемле мәҡәләһенә ҡарата үҙ фекерен белдергән. Бында һүҙ республикала, баш ҡалала бөйөк әҙиптәрҙең ялҡынлы һүҙҙәрен элмәү тураһында бара. Авторҙы сайтыбыҙҙың әүҙем блогеры Батырхан да хуплаған: “Шәп тема күтәргән Ҡунаҡбаев! Хөрмәтле редакция хеҙмәткәрҙәре! Ошо эште еренә еткереүҙә һеҙ ҙур роль уйнай алаһығыҙ. Ҡала хакимиәте, етәкселәр менән һөйләшеү, уларҙан рәсми яуап алыу ҡулығыҙҙан килә бит. Эшләгеҙсе ошо эште! Рәми Ғариповтың шиғырын уҡып үтеү үҙе ҙур тәрбиәүи мәктәп тә инде. Эш ҡушып ята был Батырхан тимәгеҙ, был – оло үтенес”, – тигән. Рәшит Кәлимуллиндың “Туҙан булып оса Урал ҡаялары…” тигән мәҡәләһенә “Уҡыусы” тип теркәлгән блогерыбыҙ былай тип яҙа: “Хөрмәтле журналист! Һеҙ тырышып мәҡәлә яҙғанһығыҙ. Артабан нимә булыр? Ниндәйҙер сара күрелһен өсөн чиновниктар менән һөйләшеү алып барасаҡһығыҙмы? Мәҡәлә миңә оҡшаны, ләкин уның һөҙөмтәһе булырмы?” – тип һорай. Батырхан, “Уҡыусы”, был йүнәлештә эштең туҡтағаны юҡ. Һәр тәнҡит мәҡәләһенә, “Халыҡ тауышы”, “Хат юлға саҡыра” һәм башҡа рубрикалар аҫтында баҫылған, көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәргән материалдарҙы район хакимиәттәренә, ойошмаларға ебәрәбеҙ, яуап алабыҙ. Уларҙың барыһы ла гәзит битендә донъя күрмәй, әлбиттә. Шулай ҙа эш бара.
Профессор Миңһылыу Усманованың “Телгенәм-бергенәм” махсус битендә сыҡҡан (2012, 27 апрель) “Киләсәктә була торған төшөнсә телдә ҡайһылай бирелә?” тигән мәҡәләһе уҡыусыларыбыҙҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан. “Гәзиттең (ниндәй баҫма икәнен яҙмайым) бер һанында ғына күплек ялғауы 73 урында артыҡ яҙылған! Урыҫса фекерләп яҙғанға шулайҙыр ул. “Башҡортостан” гәзите башҡа баҫмаларҙан айырмалы телгә иғтибарҙы көсәйтте. Шуға ҡыуанып бөтә алмайым”, – тип яҙа “Уҡыусы” исеме аҫтында теркәлгән блогерыбыҙ. Батырхан да был фекергә ҡушыла: “Иң йәнгә тейгәне – хәбәрселәрҙең күплек ялғауын дөрөҫ ҡуймауы. Был теманы күтәреп йәтеш иттегеҙ әле. Мәҫәлән, “республикала санитар бүлектәр юҡтар”, “күп сәбәптәре бар”, “хаталар китәләр” тигән һүҙбәйләнештәрҙе уҡығанда ныҡ йән көйә”, – тигән. Йәнле аралашыуға ҡушылған Гүзәл Ситдиҡова ла үҙ фекере менән уртаҡлашҡан: “Күплек ялғауын һандар күрһәтелгәндә лә рәхәтләнеп яҙып ҡуялар. Мәҫәлән, 5 ҡарғалар осоп бара. Миллион кешеләр килгәндәр. Ике йөҙ һыйырҙар. Телебеҙҙә исем һандан алда килгәндә генә күплектә ҡулланылғылай. Мәҫәлән, ҡарғалар 5-әү ине. Кешеләр миллион ине”.
“Эшҡыуар” рубрикаһы аҫтында сыҡҡан мәҡәләләр ҙә ҡыҙыҡһыныу уята. “Ҡоланбаев” тип теркәлгән уҡыусы “Һай күңелле лә һуң ошондай мәҡәләләрҙе уҡыуы! Фермерҙарға Аллаһ ярҙам бирһен!” – тип яҙа.
Тыл һәм хеҙмәт ветераны Әнүәр Туҡтамышевтың “Башҡорт баҫмаларына ярҙам кәрәк” мәҡәләһе лә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған. Батырхан мәҡәлә аҫтына былай тип яҙған: “Ауыҙыңа бал да май, Әнүәр ағай! Мәҡәлә – шәп. Гәзиттең тиражын арттырыуҙа, уҡытыусылар, бигерәк тә класс етәкселәре, клуб хеҙмәткәрҙәре ҙур эш башҡара ала. Гәзит йөкмәткеһе буйынса әҙерләнгән КВН, “Иң мәғлүмәтле уҡыусы” кеүек темаларға кисә ойошторорға, баҫма күтәргән ҡыҙығыраҡ темаларға инша яҙҙырырға, әңгәмә үткәрергә мөмкин бит. Ошо уҡ эште ололар менән клубта ла ойоштороп була. Әйткәндәй, башҡорт телендә диктант яҙҙырыуҙы ойоштороу ҙа гәзиткә иғтибарҙы йәлеп итмәҫ инеме икән? Уйлашайыҡ әле”.
“Баймаҡҡа – ит комбинаты, Темәскә – һөт заводы” тигән баш менән сыҡҡан хәбәр көньяҡ-көнсығыш райондарҙа йәшәүселәрҙе айырыуса ныҡ ҡыҙыҡһындырған. Был яҙма менән 50 кеше танышҡан. Сәриә Рамаҙанованың “Көҙ миҙгеле танһыҡ миңә” тип аталған мәҡәләһе йырсы Нурия Абдуллина тураһында һөйләй. Уны ла йылы ҡабул иткәндәр.
Уҡыусыларыбыҙ Илдар Ғәбитовтың сканвордтарын көтөп ала. Сайтта: “Хөрмәтле Илдар! Мейе эшмәкәрлеген үҫтереүҙә, хәтерҙе ҡотайтыуҙа һеҙ төҙөгән сканворд, башватҡыс, логогриф ярҙам итә”, – тип яҙып ҡалдырғандар.
Интернет селтәренә тоташҡан һәр уҡыусыбыҙ өсөн сайтыбыҙ асыҡ. Бында баш мөхәррир, хәбәрселәр һәм уҡыусылар араһында йәнле һөйләшеү, фекер алышыу бара. Бергә булайыҡ, дуҫтар! Күҙәтеүҙе блогерыбыҙ Илдандың һүҙҙәре менән тамамлағы килә: “Башҡортостан”ды асам да эҙләйем, асам да эҙләйем. Ә ул һаман юҡ. Рәшит Кәлимуллин тигән азамат ауыл хужалығы һәм әхлаҡ темаларына шәп мәҡәләләр яҙа торғайны. Тағы берәй нәмә ижад итмәнеме икән тип ҡараған булам. Ә ул яҙмай ҙа яҙмай. Зарыҡтырма инде, Рәшит, яҙ әле!”
Интернет селтәрен
Лилиә НУРЕТДИНОВА “байҡаны”.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


  1. Иншар
    Иншар от 19.06.2012, 15:08
    Былтырлы-быйыллы гэзит бик матур сыга башланы.Шуга кунел hойэнэ.Эйткэндэй,Мансур Эйупов, Гэлим Хисамов редактар сагында ла шэбэйеп киткэйне.Уларзан hун гэзит "hунде".Мин фэн докторы Рафаэль Азнаголовтын мэкэлэлэрен яратып укыйым.Тел хакында, тэрбиэуи темага унан да топлэрэк итеп язган галим юктыр.Халык йолаhын,тел хикмэтен,тэрбиэуи алым ысулын ис киткес оста тасуирлай.Ундай галимды илебеззен оло хазинаhы, байлыгы тип танырга тейешбез,миненсэ.Э тэнкиткэ килгэндэ, декабрь-гинуар айында Голшат Эхмэткужина йэшэйешебезгэ бик топлэ анализ яhагайны.Матбугатта Рэсэйзе эрлэуселэр куп , эммэ бындай анализ... юк! Рэхмэт, Голшатка! Рэлис Уразголовтын язмалары ла hэйбэт.Мэсэлэн,"Йорт hалынган,агас ултыртылган.." тигэн мэкэлэhе йэшэу олгэhэ курhэтэ.Халык осэн файзалы мэкэлэ был.hурэттэ бирелгэн аккоштарын уземден йорт янына эшлэп куяйым,тип торам эле.Ошогаса шул башка килмэгэн.Белорет районында бер катын йорто тирэhен балсыктан эшлэнгэн фигуралар менэн бизэгэн тип, эллэ кемдэндер ишеттем,эллэ укыным, хэтерлэмэйем.Гэзиттэ фигура яhау методикаhын биргэндэ, бэлки, без зэ тотонор инек ул эшкэ.Тагы бер фекер: эшкыуар темаhы кунелгэ ятышлы.Хезмэт, йэшэу серен аса ул укыусыга. Гомумэн, гэзитегез йэшэргэ дэрт, илhам бирэ.Аллаhтын рэхмэте яуhын узегезгэ!

  2. Лилиә НУРЕТДИНОВА
    Лилиә НУРЕТДИНОВА от 22.06.2012, 18:19
    Йылы хуззарегез осон рахмат, Иншар! Ошондай йылы аралашыу беззен осон айырыуса казерле! Узегез турахында азерак языгыз але! Кайда йашайхегез, нима менан шоголланасегез? Почта хезмате нисек эшлай. Газит вакытында киламе? Хеззен комментарийзарыгыз гел тос була, шунын осон да рахмат!

Комментарий өҫтәргә