Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Өфөлә Башҡортостан Яҙыусылар союзының яңыртылған йорто «Китап байрамы»нда асыла
Фото: Олег Яровиков

Өфөлә Башҡортостан Яҙыусылар союзының яңыртылған йорто «Китап байрамы»нда асыла

16 ғинуарҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Яҙыусылар союзы йортонда булды. Бинала капиталь ремонт тамамланыуға бара.


Ижади союз тарихи бинала урынлашҡан. Коммунистик урамындағы Поликарповтар йорто – төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты, шуға күрә реставрация эштәренә айырыуса һаҡсыл ҡараш талап ителә.


Эш 2024 йылдың сентябрендә республика етәксеһенең Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов менән осрашыуынан һуң башланды. Төҙөүселәр бинаның ҡыйығын яңыртҡан, нигеҙен нығытҡан, гидроизоляция эшләгән, фасадты таҙартҡан һәм буяған, шулай уҡ бинаның тарихи йөҙөнә ярашлы архитектура-художество элементтарын тергеҙгән. Эске биҙәкләү эштәрен февраль аҙағына тиклем тамамлау күҙаллана.


Айгиз Баймөхәмәтов Башҡортостан Башлығына ижади союз өсөн яңы йыһаз һатып алыуға булышлыҡ итеүҙе һорап мөрәжәғәт итте. Радий Хәбиров кәрәкле әйберҙәр исемлеген әҙерләргә һәм был мәсьәләне Финанс министрлығы менән хәл итергә ҡушты.


Башҡортостан Башлығы шулай уҡ республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына Яҙыусылар союзы йорто алдында халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең иҫтәлегенә йүкә скверын булдырыу бурысын йөкмәтте. Барыһына ла билдәле «Өфө йүкәләре» йырының һүҙҙәрен шағир тап ошо бинала, кабинетының тәҙрәһе янында үҫкән ағастарға ҡарап ижад иткән. Ошонда уҡ Башҡортостан яҙыусыларының хеҙмәтенә арналған һәйкәл ҡуйыу мәсьәләһен хәл итеү зарур.


 –  Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов бинала ҡыйыҡтан һыу ағыуы хаҡында әйткәс, шунда уҡ был йортто тәртипкә килтереү тураһында һөйләшеп килештек. Ғөмүмән, байтаҡ эштәр башҡарҙылар – ҡыйыҡты ла алмаштырҙылар, фундаментты ла нығыттылар. Был бина оҙаҡ йылдар яҙыусыларыбыҙҙың өйө булһын ине, – тине Радий Хәбиров. – Шағирҙар, яҙыусылар, һүҙ оҫталары – республикабыҙҙың, халҡыбыҙҙың йөрәге һәм йәне. Улар мәҙәниәтте һәм телде һаҡлау, йәштәрҙе рухи һәм әхлаҡи тәрбиәләүҙә бик күп эштәр башҡара. Беҙҙең бурыс – барыһын да еренә еткереп эшләү. Ремонтты февралдә тамамларға йыйынабыҙ. Эргәһендә сквер була. Яҙыусылар союзының яңыртылған йортон йыл һайын уҙғарылған «Китап байрамы» фестивалендә асырбыҙ.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-01-16/v-ufe-obnovlennyy-dom-soyuza-pisateley-bashkirii-otkroyut-v-ramkah-kitap-bayram-4086565



Автор: Азат Ғиззәтуллин / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә