Өфөлә Башҡортостан Яҙыусылар союзының яңыртылған йорто «Китап байрамы»нда асыла
16 ғинуарҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Яҙыусылар союзы йортонда булды. Бинала капиталь ремонт тамамланыуға бара.
Ижади союз тарихи бинала урынлашҡан. Коммунистик урамындағы Поликарповтар йорто – төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты, шуға күрә реставрация эштәренә айырыуса һаҡсыл ҡараш талап ителә.
Эш 2024 йылдың сентябрендә республика етәксеһенең Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов менән осрашыуынан һуң башланды. Төҙөүселәр бинаның ҡыйығын яңыртҡан, нигеҙен нығытҡан, гидроизоляция эшләгән, фасадты таҙартҡан һәм буяған, шулай уҡ бинаның тарихи йөҙөнә ярашлы архитектура-художество элементтарын тергеҙгән. Эске биҙәкләү эштәрен февраль аҙағына тиклем тамамлау күҙаллана.
Айгиз Баймөхәмәтов Башҡортостан Башлығына ижади союз өсөн яңы йыһаз һатып алыуға булышлыҡ итеүҙе һорап мөрәжәғәт итте. Радий Хәбиров кәрәкле әйберҙәр исемлеген әҙерләргә һәм был мәсьәләне Финанс министрлығы менән хәл итергә ҡушты.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына Яҙыусылар союзы йорто алдында халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең иҫтәлегенә йүкә скверын булдырыу бурысын йөкмәтте. Барыһына ла билдәле «Өфө йүкәләре» йырының һүҙҙәрен шағир тап ошо бинала, кабинетының тәҙрәһе янында үҫкән ағастарға ҡарап ижад иткән. Ошонда уҡ Башҡортостан яҙыусыларының хеҙмәтенә арналған һәйкәл ҡуйыу мәсьәләһен хәл итеү зарур.
– Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов бинала ҡыйыҡтан һыу ағыуы хаҡында әйткәс, шунда уҡ был йортто тәртипкә килтереү тураһында һөйләшеп килештек. Ғөмүмән, байтаҡ эштәр башҡарҙылар – ҡыйыҡты ла алмаштырҙылар, фундаментты ла нығыттылар. Был бина оҙаҡ йылдар яҙыусыларыбыҙҙың өйө булһын ине, – тине Радий Хәбиров. – Шағирҙар, яҙыусылар, һүҙ оҫталары – республикабыҙҙың, халҡыбыҙҙың йөрәге һәм йәне. Улар мәҙәниәтте һәм телде һаҡлау, йәштәрҙе рухи һәм әхлаҡи тәрбиәләүҙә бик күп эштәр башҡара. Беҙҙең бурыс – барыһын да еренә еткереп эшләү. Ремонтты февралдә тамамларға йыйынабыҙ. Эргәһендә сквер була. Яҙыусылар союзының яңыртылған йортон йыл һайын уҙғарылған «Китап байрамы» фестивалендә асырбыҙ.