Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һәр йортҡа ҡуйыласаҡ
Мәғлүм булыуынса, йыл башынан алып республикала байтаҡ кеше янғында һәләк булды, улар араһында балаларҙың күплеге бигерәк тә аяныслы.

Был хәлде булдырмау йәһәтенән Баймаҡ районында маҡсатлы эш алып барыла. Әле төбәктә 4 100 янғынды иҫкәртеү ҡоролмаһы ҡуйылған. Эш артабан да дауам итә.

Район хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса сектор мөдире Йомабай Йәғәфәров әйтеүенсә, иҫкәртеү саралары йыл дауамында бара. Яҙлы-көҙлө “Торлаҡ” операцияһы иғлан ителә. Янғын һүндереүселәр, ауыл хакимиәттәре белгестәре йорттарҙа янғын хәүефһеҙлеге талаптарының үтәлешен даими тикшерә. Бындай сараларҙа ҡайһы бер урындарҙа электр селтәрҙәренең иҫкелеге, мейестәрҙе файҙаланыу ҡағиҙәләре үтәлмәү осраҡтарын күҙәтергә тура килә.

Билдәле булыуынса, Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 2016 йылдан алып ауыл биләмәһе хакимиәттәре тарафынан бирелгән исемлек буйынса, яңғыҙ йәшәгән ололарға, бәлиғ булмаған балалар тәрбиәләгән ишле, социаль яҡтан хәүефле һаналған ғаиләләргә янғынды иҫкәртеүсе ҡоролмалар бушлай бирелә. Шулай уҡ былтырҙан бирле сабыйҙары тыуғандарға ла тапшырыла башланы. Әйткәндәй, бындай ҡоролмаларҙы һәр кем үҙе һатып алып та ҡуя ала.

Баймаҡ районы хакимиәтенән бүленгән 100 мең һумға янғынды иҫкәрткән ҡоролмалар һатып алынасаҡ, уларҙы ҡала һәм район биләмәләрендә йәшәгәндәрҙең (айырым категорияға ҡарағандарҙың исемлеге буйынса) йорттарына урынлаштырыу планлаштырыла.

Шул уҡ ваҡытта, әлбиттә, һәр кем был йәһәттән һаҡ эш итергә, һыуҙан ҡалһа ла, уттан ҡалмауын аңларға тейеш.


Автор: К. ИШБУЛДИНА. Фото: Автор фотоһы.
Район: Баймаҡ районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә һирәк осрай торған генетик сирле балалар өсөн шыршы байрамы үткәрелә

Өфөлә һирәк осрай торған генетик сирле балалар өсөн шыршы байрамы үткәрелә 27.11.2026 // Йәмғиәт

Мәсьәлә Росздравнадзор ҡарамағындағы Пациенттарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса йәмәғәт ойошмалары ......

Тотош уҡырға 5

Өфө – Инйәр – Белорет трассаһы участкаһында хәрәкәт сикләнде

Өфө – Инйәр – Белорет трассаһы участкаһында хәрәкәт сикләнде 27.11.2026 // Йәмғиәт

Өфө – Инйәр – Белорет трассаһы участкаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 5

Өфөнән Мәскәүгә авиарейстар һаны арта

Өфөнән Мәскәүгә авиарейстар һаны арта 27.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Мәскәүгә авиарейстар һаны арта...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда ял көндәренең һалҡын булыуы көтөлә
Өфөлә Башҡортостандың ишле ғаиләләре тәбрикләнде

Өфөлә Башҡортостандың ишле ғаиләләре тәбрикләнде 26.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Башҡортостандың ишле ғаиләләре тәбрикләнде...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда 38 торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекты яңыртылды

Башҡортостанда 38 торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекты яңыртылды 26.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 38 торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекты яңыртылды...

Тотош уҡырға 5

Туймазы районына БПЛА һөжүм иткән

Туймазы районына БПЛА һөжүм иткән 26.11.2026 // Йәмғиәт

Туймазы районына БПЛА һөжүм иткән...

Тотош уҡырға 9

Өфөнөң почетлы граждандары өсөн автобустарҙа йөрөү ҡағиҙәләре үҙгәрҙе

Өфөнөң почетлы граждандары өсөн автобустарҙа йөрөү ҡағиҙәләре үҙгәрҙе 26.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөнөң почетлы граждандары өсөн автобустарҙа йөрөү ҡағиҙәләре үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда М-5 «Урал» трассаһының ике участкаһында хәрәкәт сикләнә
Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана 25.11.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана...

Тотош уҡырға 5

Радий Хәбиров башҡорт теленең һанлы платформаһы хаҡында һөйләне
Владимир Путин яҡташтарыбыҙҙы дәүләт наградалары менән бүләкләне

Комментарий өҫтәргә