Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Милли батырыбыҙҙың тарихы дауам итә
16 июнь — Салауат Юлаевтың тыуған көнө

Ерофей Струковтың картаһында Баш йылғаһының урта ағымы тирәһендә бер ауыл ҡара төрткө менән билдәләнгән, уның аша Себер тракты үткән. Шул нөктә ҡаршыһына йылғаның исеме “р. Башъ” тап килгән. Шунан файҙаланып, автор күрһәткән картаның күсермәһендә “р” хәрефен “д”ға, ә “Башъ” тигән һүҙҙә “Б” һәм “ъ” хәрефтәрен “Е”-гә әйләндергән.
Артабан әҙип айырыуса ҡыйыуланып китә: “...шаҡырайып яҙып ҡуйылған “д.ЕлаЕ” — Юлай ауылын (фото) күрмәйҙәр!”, йәнәһе. Балта менән яһалған ауыл исеме! Һәр күсермәлә төп нөсхәнән айырма табып була. Бында ла шундай урын бар. Ерофей Струков үҙ картаһында ауылдар исеме алдынан “д” хәрефен ҡуймаған. Миҫалға: Лобов, Кугушева, Елдәк һәм башҡалар. Ә брошюра авторына ҡуйырға тура килә, сөнки бүтәнсә “р” (река) хәрефен бөтөрөп булмай.
Әммә, ялған “д. ЕлаЕ” килештерелһә лә, был Тәкәй түгел. Хәҙер нисек Аҙналиндарҙы Тикеевтар араһында тыуҙырырға? Быны аңлатыр өсөн автор әкиәткә оҡшаған бер фараз һөйләй: “Ни өсөн Тәкәй түгел, ә Юлай? Моғайын, был саҡта мөхтәрәм Тәкәй баба мәшәҡәтле фаниҙан баҡыйға киткән, шуның һуңғы нигеҙендә төйәкләнмеш Юлай Аҙналин оло түрә — Ҡобау олоҫо старшинаһы булып торған... Ошолай тип ҡараһаҡ, Юлай ун биш йәшендә үк ил ағаһы дәрәжәһенә етешкән — Ҡобау олоҫо старшинаһы булған”. Ижадсы уның ун биш йәшендә һөргөндә яҙылған “статейный список”ка нигеҙләнеп фекер йөрөтә. 70 йәштәге Юлай, үлер алдынан яңылыша башлаған саҡта, үҙенең йәшен арттырып күрһәтә. Бәлки, ҡарт кешене йәлләрҙәр, каторганан сығарырҙар тип ышанғандыр? Ләкин Юлайҙың был йәшен тарихсылар ҡабул итмәне, сөнки башҡа документтар ҙа бар.
1774 йылдың йәйендә ҡулға алынғас, һорау алыу барышында Юлай Аҙналин үҙенең 45 йәштә булыуын күрһәтә. Шулай булғас, уның тыуған йылы 1729 — 1730 йылдарға барып тоташа. Был дата тарихсылар тарафынан күптән ҡабул ителгән.
Ошоно иғтибарға алһаҡ, 1737 йылда Ерофей Струков картаһын төҙөгәндә, авторҙың фаразы буйынса, Юлай Аҙналин ете-һигеҙ йәшендә ил ағаһы дәрәжәһенә етешкән тип аңларға кәрәк.
Ете-һигеҙме, ун бишме — был ҡараш ысынбарлыҡҡа бер нисек тә тап килмәй. Башҡортта бала-сағаны ил ағаһы, старшина итеп ҡуймағандар.
Автор боронғо карталарҙа Баш йылғаһы тамағында Тәкәй ауылының исемен таба алмаһа ла, брошюраның 33-сө битендә ғорурланып, аҡты ҡара итеп яҙа: “Красильниковтың ентекле картаһы 1752 йылда — Салауат Юлаев тыуған йылда төҙөлгән. Әммә унда Баш йылғаһы тамағында урынлашҡан Тәкәй ауылынан башҡа ошондай исемле ауыл юҡ”.
Был брошюрала факттарҙы боҙоп күрһәтеү, ғөмүмән, күп.
Салауат менән Юлайҙы “ҡобаулаштырыу”ға маташыу 13-сө биттә лә осраны. Имеш, “Ҡобау ҡаһармандары (исемдәре билдәһеҙ. — Р.В.) азатлыҡ өсөн бөйөк һәм дәһшәтле көрәштең иң алғы сафында барған. Шуға күрә Юлай Аҙналин менән Салауат Юлаев кеүек донъя күләмендә ғорурланыр милли батырҙарыбыҙҙың тәғәйен Ҡобау ауылында үә ҡобауҙарҙың тарихи Тәкәй ауылында тыуып үҫеүе, ҡыйыуланып ҡанат киреүе һис кенә лә ғәжәп түгел!”
Автор 25-се биттә: “...Шайтан ауылында ҡобау Юлай менән Салауат тыуа аламы?!” — тип яҙа. Был — тарихи документтарҙа теркәлгән ысынбарлыҡты һанға һуҡмау күренеше.
Әгәр Юлай хәҙерге Иглин районындағы Тәкәйҙә тыуһа, бында уның һәм атаһы Аҙналының ағай-энеһе, апай-һеңлеһе, туғандары тороп ҡалыр, һәм бөгөн улар хаҡында мәғлүмәт булыр, ауылдарының исемдәре лә картала һаҡланыр ине. Ләкин автор Иглин яғындағы Аҙналыға ҡағылған бер исемде лә таба алмағас, хәҙерге Салауат районындағы Тәкәй ауылының тарихына йәбешә.
Быға тиклем был темаға бер мәҡәлә баҫтырмаһа ла, ижадсы үҙен Салауат Юлаевтың тормошо һәм уның тыуған төйәгенең белгесе итеп хис итеп: “...хәҙерге Салауат районы халҡы үҙ ерендә Тәкәй исемле ауылды нигеҙләүсе Текей-баба булыуын хәтерләмәй, сөнки ундай булмаған һәм бында уның зыяраты ла, уның һәм ауылының исеме яҙылған шәжәрә текстары ла, шәжәрәһен дауам итеүсе Тикеевтар фамилияһы ла юҡ”, — тип яҙа.
Автор төптө хаталана. Билдәле булыуынса, башҡорттарҙа совет дәүеренә тиклем фамилияны һаҡлау ғөрөф-ғәҙәте булмаған. Һәр бала атаһының исемен фамилия итеп йөрөткән: Юлай Аҙналин, Салауат Юлаев, Рәхмәтулла Салауатов һәм башҡалар. Татар дворяндары ғына бер фамилияны быуындан быуынға күсергән: Тереғоловтар, Диваевтар, Еникеевтар. Тикеевтарҙың шул ҡатламдан булыуы ихтимал. Юҡҡа ғына Ғәбдрәшит Тикеев кантон начальнигы итеп тәғәйенләнмәгәндер. Дворянлыҡ биргәндә батша указында фамилия күрһәтелгән. Ошо титулды һаҡлар өсөн “сабаталы дворяндар” фамилияларын быуындан быуынға күсереп барған. Указ менән уларға аҫаба хоҡуғы бирелә һәм башҡорттар араһында тарала.
Беҙ тарихи сығанаҡтарҙан Салауат районында, Салауаттың тыуған төйәгендә, һәр ауылға нигеҙ һалған кешенең исемен таптыҡ, шул иҫәптән Тәкәй ҡартты һәм уның тирә-яҡҡа таралған ҡәрҙәштәрен дә.
Әлкә ауылын Әлкә Бикбулатов башлап ебәргән. Урыҫ телендә яҙылған документтарҙа Алекей Булатов (Пулатов) исеме менән йөрөй. Уның атаһы Бикбулаттың ауылы тураһында академик Паллас та яҙып ҡалдырған. Ул Ерал ауылынан шул ергә, Күлмәк йылғаһы буйына, барып сыҡҡан. Бында быуа һәм тирмән күргән. Бикбулат менән Әлкә араһы — яҡынса биш-алты саҡрым. Быуа, тирмән эҙҙәре бөгөн дә бар.
Бикбулаттың фамилияһы — Текеев. Атаһы ана шул Тәкәй ауылына нигеҙ һалыусы Тәкәй ҡарт булған да инде. Шулай итеп, Салауаттың тыуған төйәгендә Тәкәй ҡарт — тарихи сығанаҡтар аша билдәле кеше. Уның исеме Шайтан-Көҙәй яғы аҫабаларының Эҫем заводына 60 йылға ер биреү тураһындағы килешеүҙә күрһәтелгән (МИБ, 4-се т., 1-се бүлек, 246-сы бит). Шул яҙыуҙа Иҙрис ауылына нигеҙ һалған Иҙрис Деветяков, билдәле старшина Шағанайҙың улы Рыҫбай ҙа бар.
Салауат районында батырыбыҙҙың ата-бабалары нигеҙ һалған байтаҡ ауыл билдәле. Көҫкәнде буйындағы Юлай ауылын (Гулей-аул) академик Паллас үҙенең китабында күрһәткән. Аҙналы ла Әлкә һәм Тәкәйҙән ике саҡрым алыҫлыҡта ғына. Билдәле булыуынса, Аҙналының әсәһе Шайтан-Көҙәй ырыуынан булған. Ҡарттар 60-сы йылдарҙа ла Аҙналы ауылының урынын хәтерләй ине. Салауат Юлаевтың тормош юлын ентекле өйрәнгән Т. Заһиҙуллин шул ерҙә стела ҡуйҙыртҡан.
Аҙналы 1755 йылдағы Красильников һәм Рычков картаһында ла күрһәтелгән. Унан алыҫ түгел Мрат ауылы билдәләнгән. Уға Морат, йәғни Аҙналының өлкән улы нигеҙ һалған. Йүрүҙән буйында, Лайры йылғаһы тамағында, хәҙер Ҡыҙырбаҡ тип йөрөтөлгән Күсәк ауылына Аҙналының ата-бабаларының береһе Күсәк исеме биргән.
Юлайҙың ҡыҙы Бурһия Монай ауылына килен булып төшкән. Аҙналының ҡыҙы Мәликә Аҙналина (яҡташым Г. Зиннуров табыуынса) Лаҡлы ауылында йәшәгән. Салауат үҫмер сағында апаһына ҡунаҡҡа барып йөрөгән. Был мәғлүмәттәр халыҡты теркәү ҡағыҙында, шулай уҡ Лаҡлы халҡының хәтерендә һаҡланып ҡалған.
Салауат Юлаевтың тыуған төйәге Көҫкәнде буйында булыуын халыҡ ижады ла дәлилләй:
Аҡ ҡуянҡай, ай, балаһы,
Ҡолаҡ осҡайында ҡараһы.
Салауаттың тыуған төйәге
Ике генә йылға араһы.
Шулай итеп, Салауат Юлаевтың барлыҡ ата-бабалары, ҡәрҙәштәре Көҫкәнде, Йүрүҙән буйында йәшәгән. Быны раҫлаусы документтар бихисап. Уларҙың һәр береһенә туҡталып китеү мөмкин түгел һәм кәрәкмәй ҙә. Салауаттың тормош һәм ижад юлын ентекле өйрәнеүсе ғалимдар, тикшеренеүселәр был хаҡта байтаҡ яҙған.
Батырҙың Иглин яҡтарында тыуыуы һәм көн күреүенә килгәндә, тағы ҡабатлайым: был — ялған. Алда билдәләгәнсә, унда Салауаттың һәм Юлайҙың ҡәрҙәштәре исеме бирелгән бер ауыл да юҡ. Имеш, “Аҡҡош яланы”нда тыуған Салауат. Һай-һай! Аҡҡош ат түгел, яланда йөрөмәй, күлдә йөҙә! Автор Юлайҙың атаһының эҙҙәрен Иглин яғында таба алмағас, Салауат районына юллана. Юл ыңғайы Әлкә ауылы зыяратына һуғыла. Унда ике ҡәбер ташын күрә. Береһендә, имеш, Аҙналының шәжәрәһе һуғылған! Вәт “асыш”! Быға тиклем береһе лә күрмәгән, ә ул бер килгәндә үк Аҙналының ҡәберен һәм шәжәрәһен тапҡан. 1919 йылда ҡуйылған (яҙыуы ошо датаны күрһәтә) таш беҙгә мәғлүм. Ул таш яҡташым Ф. Мөжәүировтың олатаһы Мөжәүир Ғәлиулла улының ҡәберенә ҡуйылған. Ауыл кешеләре уны “мулла ташы” тип йөрөтә, уларҙа бер ниндәй ҙә шәжәрә теркәлмәгән!
Шуныһы ла мәғлүм булһын: әлеге зыяратта мәрхүмдәрҙе XX быуат башында ғына ерләй башлағандар! Аҙналы ҡарт XVIII быуатта йәшәгән.
Әлкә ауылы шул быуат аҙағында Тәкәй яндырылғас ҡына барлыҡҡа килә. 1795 йылда унда һигеҙ генә йорт булған. Аҙналы, XVII быуаттың аҙағында тыуған кеше, был ваҡытта яҡты донъя менән күптән хушлашҡан булырға тейеш. Уның ҡәберен дә боронғо Тәкәй ауылы зыяратынан эҙләргә кәрәк. Ул зыяратты хәҙер урман баҫһа ла, ҡәбер эҙҙәре әле лә бар.
Көҫкәнде буйындағы Тәкәй Красильников һәм Рычков картаһында (1755 й.) аныҡ күрһәтелгән. Исеме лә боронғо урыҫ алфавиты хәрефтәре менән асыҡ яҙылған. Ләкин автор үҙенең брошюраһына индергән фотокүсермәлә Тәкәй ауылын билдәләп ҡуйған һәм уға Текес, Токос исемдәрен биргән. Боронғо “ять” һәм “ер” хәрефтәрен бөгөнгө “ъ” хәрефенә тиңләштерә, шуның менән уҡыусыларҙың башын бутай.
Урыҫ халҡы: “Буква “ять” в русском языке нужна для того, чтобы грамотных от безграмотных отличить было возможно”, — тип әйтер булған. Боронғо урыҫ алфавитын белгән ғалимдар был картаны бынан алтмыш йыл элек үк күргән һәм Көҫкәнде йылғаһы буйында ултырған ауылдың исемен Тәкәй тип уҡыған. Ә автор мәғлүм булған “Американы ябып, яңынан асып” маташа.
Иглин районында, автобус туҡталышының артына ялған яҙыу менән һәйкәл ҡуйылғас, Салауат Юлаевтың яҡташтары ул саҡтағы республика Президенты М. Рәхимовҡа мөрәжәғәт итте. Беҙҙең хатты Башҡортостан Фәндәр академияһына йүнәлттеләр. Унан ошондайыраҡ яуап килде:
“Тәкәй һәм Юлай ауылдарына XVIII быуат уртаһында Аҙналы башҡорттары нигеҙ һалған. 1775 йылда икеһе лә яндырыла. 1991 йылда Салауат районының Тәкәй ауылы урынында стела ҡуйыла.
Урман-Көҙәй олоҫоноң Төркмән аймағындағы Тәкәй ауылының (Иглин районы) Салауат Юлаевтың тыуған еренә ҡыҫылышы юҡ. Шулай итеп, тикшеренеүселәр сығанаҡтар нигеҙендә батырҙың тыуған ауылының Салауат районындағы Тәкәй булыуын асыҡлаған”.
Салауат Юлаевтың тарихы — айырым арҙаҡлы шәхестең тарихы ғына түгел, ғөмүмән, башҡорт халҡының тарихы. Уны боҙоп күрһәтеү халҡыбыҙҙың абруйын күтәрмәй, дөйөм тарихты инҡар итеүҙе генә аңлата. Был хаҡта оноторға хаҡыбыҙ юҡ.
(Аҙағы. Башы 110-сы һанда).
Радик ВАХИТОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 120

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 471

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 106

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 916

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 678

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 261

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 583

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 445

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 523

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 347

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 533