Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Мәктәпте һаҡлап ҡалырға ярҙам итегеҙ!” йәки мөхәмәттәрҙең нимәгә йәне әсей?
“Мәктәпте һаҡлап ҡалырға ярҙам итегеҙ!” йәки мөхәмәттәрҙең нимәгә йәне әсей?Редакцияға 65 кешенең ҡултамғаһы ҡуйылған борсоулы хат килеп төштө. Аңлайышлы булһын өсөн уны тулыһынса баҫабыҙ.
“Хөрмәтле “Башҡортостан” гәзите редакцияһы! 80 йыллыҡ тарихы булған мәктәбебеҙҙе үҙгәртеп ҡорорға ҡарар итеүҙәрен ишетеп, барыбыҙ ҙа таң ҡалдыҡ. 1928 йылда эш башлаған Мөхәмәт ауылы мәктәбе фажиғәле һуғыш йылдарын, ҡатмарлы үҙгәртеп ҡороу осорон, төрлө реформаларҙы башынан кисереп тә үҙен һаҡлай, йәш быуынды лайыҡлы тәрбиәләй алды. Бөгөн ҡулайлаштырыу еленә ышыҡланып, бюджет аҡсаһын һаҡсыл тотоноу маҡсатында балаларыбыҙҙың, уҡытыусыларҙың, тотош “Мәктәпте һаҡлап ҡалырға ярҙам итегеҙ!” йәки мөхәмәттәрҙең нимәгә йәне әсей?ауылдың яҙмышын бер һелтәүҙә хәл итмәкселәр.
Ғөмүмән, мәктәпте үҙгәртеп ҡороу мәсьәләһе ата-әсәләр ҡатнашлығындағы дөйөм йыйылышта хәл ителергә тейеш. Бер ниндәй ҙә көсө, әһәмиәте булмағас, ни өсөн һуң мәктәп уставын ҡабул итәбеҙ? Беҙ, Мөхәмәт ауылы халҡы, ата-әсәләр, ауыл старостаһы, биләмә депутаты, күп балалы әсәләр, патронат һәм йәш ғаиләләр төп дөйөм белем биреү мәктәбен һаҡлап ҡалыуҙы маҡсатҡа ярашлы тип иҫәпләйбеҙ. Уны башланғыс мәктәпкә ҡалдырыуҙың кире эҙемтәләрен яҡшы күҙ алдына килтерәбеҙ.
“Мәктәпте һаҡлап ҡалырға ярҙам итегеҙ!” йәки мөхәмәттәрҙең нимәгә йәне әсей?Әлеге ваҡытта 30 уҡыусы уҡый, ун бала мәктәпкәсә йәштәге төркөмгә йөрөй. Беҙҙә икенсе йылға уҡытыуға ҡалдырылғандар, өлгәшмәүселәр юҡ, йыл да юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарына инеп торалар. Коллективыбыҙ берҙәм, эшкә һәләтле. Барыһы ла юғары белемле. 2008 йылда кластарҙы берләштерҙеләр. Ауыр булһа ла, ошондай шарттарҙа ла эшләргә ризабыҙ. Белорет районы хакимиәтенең “Мәктәпте һаҡлап ҡалырға ярҙам итегеҙ!” йәки мөхәмәттәрҙең нимәгә йәне әсей?мәғариф бүлеге начальнигы М.В. Саранцева әйтеүенсә, беҙҙең белем усағын тотоу “рентабелле түгел”.
Беҙгә балаларҙы ауылдан 20 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Абҙаҡ урта мәктәбенә йөрөтөп уҡытырға тәҡдим итәләр. Унда барып еткәнсе авария хәлендәге биш күпер аша сығырға кәрәк. Ялтырап ятҡан асфальт юлдар юҡ. Юлһыҙлыҡ һөҙөмтәһендә аҙналар буйы ауылдан сығып китә алмаған ваҡыттар ҙа аҙ түгел. Автобус көнөнә ике рейс “Мәктәпте һаҡлап ҡалырға ярҙам итегеҙ!” йәки мөхәмәттәрҙең нимәгә йәне әсей?яһаясаҡ — йәмғеһе 80 саҡрым. Ҡыҙ һәм улдарыбыҙҙың сәләмәтлеге һәм ғүмере өсөн бик борсолабыҙ. Ошондай алыҫ араға ҡышҡы сатнама һыуыҡта, яҙғы өҙәремдә нисек йөрөтмәксе икән етәкселәр балаларҙы?
Ауылыбыҙҙа 220 кеше йәшәй. Мәктәпте һәм ауылды һаҡлап ҡалыу өсөн тәүәккәлләп, ғаиләләренә етемдәрҙе, ҡарауһыҙ ҡалған сабыйҙарҙы алғандар ҙа бар. Һигеҙ ғаиләлә балалар йортонан тәрбиәгә алынған сабыйҙар үҫә. Уларға йылы ғаилә мөхите, тыныс тормош, атай-әсәй ҡурсалауы айырыуса ныҡ кәрәк. Наҙға һыуһаған “Мәктәпте һаҡлап ҡалырға ярҙам итегеҙ!” йәки мөхәмәттәрҙең нимәгә йәне әсей?сабыйҙарҙы йәнә ата-әсә ҡуйынынан айырып, интернатҡа биреү үҙе үк әхлаҡһыҙлыҡ түгелме ни?
Мәктәпһеҙ ауылда йәштәрҙе еректереп булмауы көн кеүек асыҡ. Ошо арҡала йәш ғаиләләрҙең тарҡалыуы ла ихтимал. Ир кеше атай йортон ташларға теләмәйәсәк, ә балаһының киләсәге өсөн борсолған әсәнең мәктәбе һәм йәшәү өсөн уңайлы шарттары булған төбәкте һайлауы мөмкин.
Абҙаҡ ауыл Советы һалым йыйыу күләме буйынса тәүге тиҫтәгә ингән, әммә район бюджетынан ауылдар үҫешенә аҡса бүленмәй. 2010 йылда халыҡтың күҙ төбәп торған берҙән-бер мәҙәниәт үҙәге — клуб та ябылды. Ә емерек ағас күперҙәр оҙаҡ йылдар дауамында халыҡтың баш ауырыуына әүерелде.
“Мәктәпте һаҡлап ҡалырға ярҙам итегеҙ!” йәки мөхәмәттәрҙең нимәгә йәне әсей?Әгәр ҙә милли мәҙәниәтебеҙҙе, туған телебеҙҙе, традицияларыбыҙҙы һаҡлаусы ауылды аңлы рәүештә бөтөрөүгә, ҡоротоуға этәрәбеҙ икән, бының мөхәмәттәр өсөн оло фажиғәгә әүерелеүе ихтимал.
Мәктәпһеҙ ауыл күҙ алдында юҡҡа сығасаҡ. Ә бит уның төбәктә иң күркәм, иң төҙөк ауыл икәнлеген Мәскәү, Екатеринбург, Өфө ҡалалары ҡунаҡтары ла, район хакимиәттәре башлыҡтары ла күреп һоҡланып ҡайтты. Ҡунаҡсыл, эшсән, дәртле халыҡ йәшәй беҙҙә.
Былтыр “Айыҡ ауыл” акцияһына ҡушылып, эшмәкәрлегебеҙҙе йәнләндерҙек. Эш булмаһа ла, сәмсел мөхәмәттәр аҡса таба, ғаиләһен ҡарай, балаларын тәрбиәләй. Ауылды һаҡлап ҡалырға теләһәк, төп дөйөм белем биреү мәктәбен юҡҡа сығарырға тейеш түгелбеҙ. Нисек инде алты уҡытыусыны эштән ҡыҫҡартып ҡына район бюджетын һаҡлап була? Мәктәпте тотоуға, коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеүгә сығымдар элеккесә ҡаласаҡ, ә алты уҡытыусыны ҡыҫҡартыу төбәктә төҙәтелмәҫлек тәрән үҙгәрештәргә килтерәсәк”.

“Мәктәпте һаҡлап ҡалырға ярҙам итегеҙ!” йәки мөхәмәттәрҙең нимәгә йәне әсей?Төпкөл ауылда ла тормош бар

Башҡортостанда биләмәһенең ҙурлығы буйынса Белорет районына тиңләшеүсе юҡ. Дөйөм майҙаны 11,5 мең квадрат километр тәшкил иткән төбәктә ауылдар араһы ла алыҫ. Район үҙәгенән 152 саҡрымда ятҡан Баҡыйға юл юҡ, “вертолетта осоп ҡына барып етә алаһығыҙ” тигән һүҙҙәр һис шаяртыу түгел, ә ысынбарлыҡ.
Әхмәт Лотфуллин исемендәге Абҙаҡ урта мәктәбе директоры Гөлшат Йомағужинаға сәфәргә сығырға мәжбүр иткән мәсьәлә яҡшы таныш.
“Эйе, Абҙаҡ урта мәктәбенең филиалы ул Мөхәмәт мәктәбе. Бер яҡтан, ата-әсәләрҙең борсолоуын тәрән аңлайым. Кисә педсовет үткәрергә тип машинам менән “Мәктәпте һаҡлап ҡалырға ярҙам итегеҙ!” йәки мөхәмәттәрҙең нимәгә йәне әсей?Мөхәмәткә барып әйләндем. Ҡайтҡанда ямғыр ҡойоп яуа, күк күкрәй... Соҡор-саҡырлы юлдан, “машина ватылып ҡуймағайы” тип ҡурҡа-ҡурҡа, көс-хәл менән ҡайтып еттем.
Мәктәбебеҙҙең матурлығын, иркенлеген баһалағанһығыҙҙыр, моғайын. Грантҡа эйә булыуыбыҙ менән дә ғорурланабыҙ. Бик күп түңәрәк эшләй беҙҙә. Замандан артта ҡалышмаҫҡа тырышабыҙ. Төрлө дәрестәрҙә ҡулланырға мөмкин буласаҡ легароботтар алыуыбыҙға шатланып бөтә алмайым, — ти Гөлшат Рауил ҡыҙы, иҙәндә өйөлгән ҡаптарға иғтибарҙы йүнәлтеп. — Быйыл мәктәпкә хореограф саҡырып, сығарылыш уҡыусыларын вальс бейергә өйрәттек, һуңғы ҡыңғырау байрамы иҫ киткес матур булды.
“Мәктәпте һаҡлап ҡалырға ярҙам итегеҙ!” йәки мөхәмәттәрҙең нимәгә йәне әсей?Икенсе яҡтан, әгәр ҙә Мөхәмәт балалары беҙҙең мәктәпкә уҡырға килһә, улар белем биреү сифаты һәм уҡыу шарттары буйынса һис отолмаясаҡ. Бына тигән спорт залы, йыһазландырылған кабинеттар улар ҡарамағында буласаҡ. Һис шикһеҙ, был осраҡта беҙҙең уҡытыусылар коллективы иңенә мәшәҡәт өҫтәләсәк.
Үҙебеҙҙең дә хәл итәһе көнүҙәк мәсьәләләребеҙ етерлек. Мәктәбебеҙ менән Абҙаҡ ауылы араһы дүрт саҡрым. 220 бала транспорт менән йөрөтөүгә мохтаж булһа ла, бары 90-ға яҡынын ғына дәрескә өлгөртәбеҙ, ҡалғандары йәйәү килергә мәжбүр. Әгәр мөхәмәттәр ҙә беҙгә ҡушылһа, уларҙы ташыу өсөн йәнә бер автобус, водитель, оҙатып йөрөүсе кеше кәрәк буласаҡ. Автобусты төҙөк тотоу мәшәҡәтен үҙе етәксе булған кеше генә яҡшы белә. Ә юлдарҙың насарлығы ата-әсәләрҙе генә хәүефләндермәй, һәр баланың именлеге, ғүмере өсөн яуаплылыҡ беҙҙең иңгә лә ята...”
Ике меңдән ашыу кеше йәшәгән ауылда, хан һарайындай мәктәп бинаһында әле һаман газ үткәрелмәүе ғәжәп тойолдо. Тышта тауҙай өйөлөп ятҡан утын ике ҡатлы таш“Мәктәпте һаҡлап ҡалырға ярҙам итегеҙ!” йәки мөхәмәттәрҙең нимәгә йәне әсей? мәктәпте йылытырға тейеш. “Йылына ике мең кубометр утын әҙерләргә тура килә, — ти Гөлшат Рауил ҡыҙы. — “Зәңгәр яғыулыҡ” килеүен түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ”.
Мөхәмәттәрҙең үтә сәмле, бер-береһе менән ярышып донъя көтөүен, тыуған төйәген ҡәҙерләп, тәртиптә тотоуын етәксенең йылылыҡ, хөрмәт менән һуғарылған һәр һүҙенән тойҙоҡ. Ауыл менән оло юлды тоташтырған иҫке ағас күперҙе лә ваҡыты-ваҡыты менән төҙөкләндереүгә күмәкләшеп тотона мөхәмәттәр, яҙ етеү менән йорт-ҡураларын, ҡапҡа-ҡоймаларҙы йәйғор төҫтәренә буяйҙар. “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын үткәрер алдынан йәше-ҡарты өмәгә сығып, берҙәмлек өлгөһө күрһәткән. “Мөхәмәт — төпкөл ауылдарҙың иң хәллеһе. Һәр икенсе йортта — трактор, машина... Ихата тулы — ҡош-ҡорт, ҡура тулы — мал-тыуар”, — тип егәрле яҡташтарын маҡтаны юлдашыбыҙ.
Газһыҙ, юлһыҙ, китапханаһыҙ, клубһыҙ, хатта автобус маршрутынан мәхрүм төпкөл ауылда ла өмөтһөҙлөккә төшмәй, эс бошоуҙан эскелеккә бирелмәй, яҡтылыҡҡа, матурлыҡҡа ынтылып йәшәү мөмкин икән! Соҡор-саҡырлы юлдар ҙа, Урҙы, Үткәл, Ҡыҙыл йылғалары аша һалынған ватыҡ күперҙәр ҙә кәйефте ҡыра алманы, ә инде ыҫпай, ҡупшы кейенеп, зауыҡлы прическалар яһатып осрашыуға килгән сәмсел ауыл ҡатындарын күреп, ихтирамыбыҙ артыуҙан тыш, төбәктә ысынлап та үҙенсәлекле, сая, уңған халыҡ йәшәгәненә инанылды.

“Мәктәпте һаҡлап ҡалырға ярҙам итегеҙ!” йәки мөхәмәттәрҙең нимәгә йәне әсей?“Беҙ артыҡ бер ни ҙә һорамайбыҙ!”

Мөхәмәттәр бер тауыштан мәктәпте һаҡлап ҡалыуҙы талап итте.
Гөлнара Мансурова, ауыл Советы депутаты:
— Матур ауылдың матур мәктәбе лә булырға тейеш. Бөгөн бөтә бәләкәй ауылдарҙа ла, “рентабелле түгел” тип мәктәптәрҙе бөтөрһәк, аҙаҡ уларҙа тормош һүнәсәк бит. Йәштәр ауылдан ситкә китеү яғын ҡайырасаҡ. Мөхәмәттәр ҡарауһыҙ ҡалған туғыҙ баланы тәрбиәгә алып та уҡыусылар һанын арттырҙы. Хәҙер шул сабыйҙарҙы йәнә ниндәй йөрәк менән интернатҡа тапшыраһың? Гел оҙон юлда ҡаңғырған етемдәргә нисек ғаилә йылыһы бирмәк кәрәк?
2009 йылда район етәкселәре, ауыл Советы башлыҡтары ауылыбыҙҙы маҡтап, бөхтәлегенә хайран ҡалып, рәхмәт әйтеп ҡайтты. Эшһеҙ ауылда ла һәр кем үҙ йүнен күрергә тырыша. Әлегәсә, күпме вәғәҙә биреүҙәренә ҡарамаҫтан, электр бағаналары ҡуйылмаған. “Өс миллион һум аҡса кәрәк”, тинеләр ҙә... оноттолар.
Хәҙисә Низамова, уҡытыусы:
— Алтмышынсы йылдарҙа “перспективаһыҙ” тип йөрөтөлгән тулҡынға эләгеп, күпме бәләкәй ауылыбыҙ юҡҡа сыҡҡанын хәтерләйһегеҙҙер. Тарих ҡабатлана. Хәҙер “ҡулайлаштырыу” тигән йәтеш һүҙ табып, тигеҙ булмаған шарттарҙа көн күреүсе мәктәптәр өсөн берҙәм финанс нормативын уйлап сығарҙылар. Ҡағиҙәләрҙең дә “Мәктәпте һаҡлап ҡалырға ярҙам итегеҙ!” йәки мөхәмәттәрҙең нимәгә йәне әсей?иҫкәрмәһе була. Ауыл ерендә кластарҙың балалар менән уртаса тәьмин ителеше ни өсөн 14-тән кәм булмаҫҡа тейеш? Бындай норманы раҫлаусылар бәләкәй төпкөл ауылдарҙың яҙмышын, уларҙың йәшәү шарттарын, хәлен иҫәпкә алып тормағандыр, күрәһең. Ә кәрәк ине.
Нисек йәшәй бөгөн мөхәмәттәр? Беҙҙең урмандарыбыҙҙы 49 йылға ҡуртымға алып, көн һайын утыҙлаған йөк машинаһына ағас тейәп оҙатҡан “Селена” йәмғиәтенә лә үпкәбеҙ ҙур. Былай ҙа саҡ торған ағас күперҙәребеҙҙе эшлектән сығарып бөтөрҙөләр. Хатта ремонтҡа ла аҡса бирмәйҙәр. Алты йыл эсендә урман һирәгәйҙе, ҡола яландар барлыҡҡа килде. Йәнә 43 йыл буйына вәхшиҙәрсә ҡырҡыуын дауам итһәләр, Белорет урмандарында бер ағас та ҡалмаясаҡ, тип бик борсолабыҙ. Халыҡ утын әҙерләй, диләнкә ала алмай ыҙалана. Етәкселәр һайлау алдынан ғына беҙҙең барлығыбыҙҙы иҫенә төшөрә, ул йәһәттән дә дәррәү, берҙәм икәнлегебеҙгә таяна, әммә район үҙәгенә автобус йөрөмәүен, эшһеҙлектең киң ҡолас алыуын, бикле емерек клубтың битарафлыҡҡа һәйкәл булып ултырыуын күрмәйҙәр.
Нурия Хәлитова, һатыусы:
— Өс бала тәрбиәләйем, мәктәптең башланғыс класҡа ҡалдырыласағы беҙҙе хәүефкә һалды. Күңелдә тыныслыҡ юҡ. Балаларым йыш ауырый, атай-әсәй тәрбиәһенә бик мохтаж саҡтары...
Резеда Бәҙретдинова, мәктәптең ата-әсәләр комитеты рәйесе:
— Йәшен һуҡҡандай булды был күңелһеҙ хәбәрҙе ишетеү. Йөрәгемә ҡатмарлы операция яһатҡан улымды ҡырҡ саҡрым ергә йөрөтөп уҡытыуҙы күҙ алдына ла килтерә алмайым, дауаһы ла, тәрбиәһе лә уға һауалай кәрәк. Республикабыҙҙа быйыл иғлан ителгән Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылында сабыйҙарыбыҙҙы өй йылыһынан, үҙ мөхитендә уҡыу бәхетенән мәхрүм итмәһәк ине. 1 сентябрҙә балаларыбыҙҙың яратҡан уҡытыусылары менән шау-гөр килеп, үҙ мәктәбенә килеүенә өмөтләнәм.
Сажиҙә Исмәғилева, ауылдың элекке фельдшеры, әле хаҡлы ялда:
— Ниндәйҙер яңы реформа, закондар уйлап сығарыр алдынан халыҡ менән аҙ ғына булһа ла кәңәшләшергә кәрәк етәкселәргә. Элек тә булды ул уңышһыҙ, аңлайышһыҙ үҙгәртеп ҡороуҙар. Райондарҙы бер эреләттек, бер ваҡланыҡ, бәләкәй ауылдарға “киләсәкһеҙ” тигән мөһөр һуҡтыҡ. Әлеге ҡулайлаштырыу еленә ышыҡланып, халыҡ теләгенә ҡаршы килгән, уйланылмаған аҙымдар яһалыуы борсой.
Урманды ҡырҡып бөтөрөп барған “Селена” йәмғиәтенән халыҡ өсөн дә, мәктәп өсөн дә бер файҙа ла юҡ, хатта утын әҙерләү ҙә олоғара мәсьәләгә әүерелде хәҙер, көн күреү ауырлашты.
“Белорет районының йөҙө” тип йөрөтөлгән күркәм ауылыбыҙҙың бөтөнләй мәктәпһеҙ ҡалыу хәүефе лә бар бит әле, сөнки демография көрсөгө бер беҙҙең төбәккә генә хас күренеш түгел. Һуғыштан һуң да мәктәптәрҙе яптырмай һаҡлап ҡала алғандар, ни өсөн ХХI быуатта “рентабелле түгел” тигән һылтау менән уларҙы көсләп үҙгәртеп ҡорорға, бәләкәй ауылдар яҙмышына хөкөм сығарырға маташабыҙ? Мәғариф өлкәһе бер ҡасан да табыш алыу тармағына әүерелмәйәсәк. Белем биреү, һау-сәләмәт балалар тәрбиәләү, бәләкәй ауылдарҙы үҫтереү, йәштәрҙең төпләнеүенә булышлыҡ итеү, сабыйҙар тыуымы барыһынан да өҫтөнөрәк түгелме ни? Ошонан да ҙурыраҡ табыш булыуы мөмкинме һуң илдең ҡеүәте өсөн? Һанап кителгән дәүләт әһәмиәтендәге оло эштәрҙең нигеҙендә мәктәп эшмәкәрлеге ятҡанын онотмайыҡ.
Былтыр етәкселәребеҙ мөхәмәттәрҙе “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашырға саҡырҙы. Ситтән бер ярҙам булмаһа ла, уҡытыусылар көсө менән төрлө саралар ойошторолдо, эскән ғаиләләр менән аңлатыу эше көсәйтелде, ҡайһы берәүҙәрҙе дауаларға тура килде. Шуны ғына әйтмәксемен: уҡытыусылар — ауылда күҙ төбәп торған ҙур көс. Беҙ артыҡ бер ни ҙә һорамайбыҙ — балаларыбыҙҙы ситкә таратмай уҡытырға мөмкинлек кенә бирегеҙ.

Хаҡлыҡ кем яғында?

Тормоштоң ҡатмарлылығына, бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәренә ҡарамаҫтан, Әбүзәровтар ғаиләһе социаль приюттан үҙҙәренең йылы ҡосағына ике баланы һыйындырған. Алмас менән Алгиҙә — бер туғандар. Ауылды ла бик оҡшатҡан сабыйҙар. “Рәхмәт инде Мөхәмәт ауылы халҡына. Беҙҙе үҙҙәренә һыйындырғаны һәм яратҡаны өсөн. Мөхәмәттән дә матур ауыл юҡ ер йөҙөндә!” — Алмастың иншаһындағы балаларса бер ҡатлы, ихлас ошо һүҙҙәрҙән нисек күңел тулышмаһын!
Йәш ғаиләләрҙең артыуы ла ауылдың киләсәгенә өмөттө арттыра. Өфө урман хужалығы техникумында уҡыған Гөлназ һәм Сибай педагогия колледжын тамамлаған Фидан Баязитовтарҙың яңы ғына донъяға килгән сабыйҙарын алып, тыуған яҡта төпләнеү, үҙ йортон һалыу теләге менән ҡайтыуын туғандары ла хуплаған. Мәктәптең яҙмышы әле сәңгелдәктә ятҡан кескәй Баязиттың ата-әсәһен дә һағайтмауы мөмкин түгел.
Хис-тойғоларҙан, ауыр уйҙарҙан арынып, ысынбарлыҡҡа әйләнеп ҡайтайыҡ. Белорет районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы М.В. САРАНЦЕВАНЫҢ ошо хәлгә аңлатмаһы:
— Ысынлап та, күперҙәрҙең төҙөк булмауында дөрөҫлөк бар. Быйыл ошо маҡсатҡа аҡса ла бүленде. Тик ниңә һуң мәсьәлә бығаса хәл ителмәгән? Был һорауға яуапты Абҙаҡ ауыл Советы рәйесе бирергә тейеш.
Мөхәмәт ауыл мәктәбе типовой проект менән һалынмаған, иҫке бинала урынлашҡан. Балаларҙы икенсе мәктәпкә йөрөтөп уҡытыуҙы ойоштороу буйынса тәжрибәбеҙ бар. Ата-әсәләр менән осрашыуҙа беҙ уларға ике вариант тәҡдим иттек: беренсеһе — балаларҙы Абҙаҡ урта мәктәбенә көн дә автобус менән йөрөтөп уҡытыу, икенсеһе — 41 саҡрым алыҫлыҡтағы Белорет ҡалаһындағы лицей-интернатҡа урынлаштырыу. Бында белем биреү кимәле юғары, йәшәү шарттары ла яҡшы.
Муниципаль дөйөм белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын уҡыусылар һаны күбәйгән осраҡта ғына арттырыу мөмкин. Былтыр Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы ауыл ерҙәрендәге дөйөм белем биреү учреждениеларына ярҙамға йүнәлтелгән бюджет аҡсаһын файҙаланыуҙа ҡайһы бер етешһеҙлектәрҙе асыҡланы. Төп кәмселектәрҙең береһе — дөйөм белем биреү учреждениеларын финанслау күләменең норматив буйынса ҡаралғандан артып китеүе, субвенцияларҙы нигеҙһеҙ һәм йоғонтоһоҙ файҙаланыу. Был етешһеҙлектәр Белорет районының мәғариф учреждениеларына ла хас тип табылды. Айырыуса кадрҙар менән тәьмин итеүгә сығымдарҙың маҡсатҡа ярашһыҙ һәм файҙаһыҙ ҡулланылыуы, уҡытыусылар һанының нормативтан юғары булыуы билдәләнде.
Беҙ барлыҡ башланғыс мәктәптәрҙе лә һаҡлап ҡалырға тырыштыҡ, әммә кластарҙы, Дөйөм белем биреү учреждениеһы тураһындағы типовой положениеға ярашлы, комплектларға, мәғариф хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын түләү шарттарын закондарға яраҡлаштырырға, мәктәптәрҙе ҡулайлаштырыу буйынса эште дауам итергә бурыслыбыҙ. Барлыҡ эштәрҙе лә закон нигеҙендә башҡарабыҙ.
Башҡортостан Республикаһының “Төп дөйөм белем биреү программаларын тормошҡа ашырыуҙа муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеларын финанслау нормативтары тураһында” Законына ярашлы, һөҙөмтә бирмәгән сығымдарҙы кәметеү маҡсатында Белорет районы Советы, мәғариф учреждениелары селтәрен ҡулайлаштырыу буйынса сараларҙы дауам итеп, Мөхәмәт һәм Үрге Арша ауылдарындағы мәктәптәрҙең төп филиалдарын башланғыс мәктәп филиалдарына үҙгәртеп ҡорорға тәҡдим итте.

* * *
Хәҡиҡәт бизмәненең бер яғында халыҡтың тауышы, һынау күперҙәре аша йәшәргә ынтылышы, һүрелер-һүрелмәҫ өмөт сатҡылары ятһа, икенсе яҡта ла — шул уҡ йәмғиәт тормошон яҡшыртыу теләге менән һуғарылған етди ҡанундар, ҡырыҫ нормативтар, ҡоро һандар. Шуныһы раҫ: сабырлыҡ һәм аҡыл менән ете ҡат үлсәп башҡарылған эштең генә хаталарға юл ҡуймауы ихтимал.
Динә Арыҫланова
Белорет районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 116

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 469

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 103

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 913

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 675

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 258

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 581

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 443

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 522

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 346

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 532