Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Беҙҙең институтҡа килегеҙ, үкенмәҫһегеҙ!”
“Беҙҙең институтҡа килегеҙ, үкенмәҫһегеҙ!” Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында төбәгебеҙҙең көньяҡ-көнсығыш райондарынан, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән килгән йәштәр белем ала. Ике тиҫтә йылдан ашыу эшмәкәрлегендә 10 меңдән күберәк белгес әҙерләп сығарған институт бөгөн ниндәй пландар менән йәшәй? Быйылғы абитуриенттарҙы яңылыҡтар көтәме? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән институттың директоры, иҡтисад фәндәре докторы, профессор З.Ғ. ЙӘРМӨХӘМӘТОВҡа мөрәжәғәт иттек.
— Зиннур Ғөбәйҙулла улы, Сибай институты студенттар ҡабул итеү мәлен ниндәй кәйеф менән ҡаршылай?
— Әлбиттә, хәҙер йәштәр өсөн һәр юғары уҡыу йортоноң ишеге асыҡ. Үҙебеҙҙең көньяҡ-көнсығыш төбәктең уҡыусылары Сибай институтын һайлаһын өсөн йыл әйләнәһенә маҡсатлы эш алып барабыҙ. Мәктәптәр, район, ҡала мәғариф идаралыҡтары, район хакимиәте етәкселеге менән тығыҙ хеҙмәттәшлек үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Сығарылыш класс уҡыусылары, уҡытыусылар, ата-әсәләр менән йыл да осрашып, уларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирәбеҙ, институт хаҡында мәғлүмәт менән таныштырабыҙ. Балаларҙың яҙғы каникулында “Асыҡ ишектәр көнө” үткәреү ҙә матур йолаға әйләнде.
Абитуриенттарҙы яңылыҡтар ҙа көтә. Мәҫәлән, “Транспорт-технологик машиналарын һәм комплекстарҙы эксплуатациялау”, “Материалдарҙы художестволы эшкәртеү технологияһы”, “Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу” кеүек специальностар барлыҡҡа килде.
— Бөгөн хеҙмәт баҙарында юғары белемле иҡтисадсы, юрист, тел белгестәре күп булғанлыҡтан, ҡайһы бер йәштәрҙең эш таба алмауы, күптәренең үҙ һөнәре буйынса шөғөлләнмәүе билдәле. Был йәһәттән Сибай институтын тамамлаусыларҙың хәле нисек?
— Беҙҙең студенттар араһынан теләге булған һәр кем һөнәре буйынса эш таба. Быға институт етәкселеге лә өҙлөкһөҙ булышлыҡ итә. Яңы специальностарҙы республикалағы киҫкен проблеманан — эшсе һөнәрҙәренә ихтыяждан — сығып булдырҙыҡ.
Технология факультеты студенттары киң профилле эшсе һөнәре алып сыға, тип әйтергә мөмкин. Ғөмүмән, институтта төрлө йүнәлеште үҙләштереү буйынса ныҡлы эш алып барыла. Йорт һәм көнкүреш йыһазы яһау, кейем тегеү, аш-һыу әҙерләү буйынса махсуслашыу мөмкинлеге бар. Институтта шулай уҡ өҫтәмә белем биреү факультеты уңышлы эшләй. Ул 1999 йылда ойошторолғайны. Өҫтәмә һөнәр берәүгә лә ҡамасауламай, киреһенсә, ярҙам итә: уның арҡаһында ҡайһы бер студенттарыбыҙ бер аҙ аҡса эшләп алыу мөмкинлегенә лә эйә.
— Күптән түгел Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы менән Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһы Башҡорт дәүләт университетының филиалы итеп үҙгәртелде. Был хәл Сибай һәм Нефтекамалағы филиалдарға конкуренция тыуҙырмаҫмы?
— Был үҙгәреште ыңғай күренеш тип иҫәпләйем. Республикала бер көслө федераль университет булырға тейеш. Конкуренцияға килгәндә, борсолоу урынһыҙ, сөнки һәр уҡыу йортоноң үҙ студенттары, үҙ райондары бар. Көньяҡ-көнсығыш төбәк йәштәренең Сибай институтын һайларына иманым камил.
— Ағымдағы йыл илебеҙҙә Рәсәй тарихы йылы исеме аҫтында үтә. Уҡыу йортонда был йәһәттән дә эштәр алып барылалыр?
— Институтта элек-электән халҡыбыҙҙың данлы үткәненә, мәҙәниәтенә ҙур иғтибар бүленә. Белеүегеҙсә, беҙҙә арҙаҡлы шәхестәребеҙ Шәйехзада Бабич, Шәйәхмәт Сибаев, Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишева, Рәми Ғариповтың бюстары, Мифтахетдин Аҡмулла менән Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың барельефы бар.
Рәсәй тарихы йылына килгәндә, был уңайҙан үтәсәк иң ҙур сараны 14 сентябргә планлаштырҙыҡ — институтта был тарихи ваҡиғаға арналған Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы буласаҡ. Сараға әҙерлек эштәре күптән башланды. 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яугирҙәренең иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында, юридик факультетта тарихи композиция асылды. Унда башҡорт яугирҙәренең тарихы, данлы үткәне киң сағылыш таба.
Ғөмүмән, беҙҙә мөһим саралар йыш үткәрелә. Мәҫәлән, әле институтта төбәк-ара инвестиция форумы бара. Иҡтисади йыйынды юғары кимәлдә ойоштороу маҡсатында алдан ҙур әҙерлек эше алып барылды.
Институт хеҙмәткәрҙәре һәм студенттар өсөн йыл да һабантуй уҙғарыу кеүек матур йолабыҙ бар. Унда һәр факультет тирмә ҡора, төрлө халыҡ йолаһын менән сығыш яһай, аш-һыу әҙерләй, концерт номерҙары менән сығыш яһай. Был сара быйыл да гөрләп үтте. Институттың үҙ баҫыуҙары булғанлыҡтан, һабантуйҙы сәсеү эштәрен уңышлы тамамлағандан һуң ойошторҙоҡ. Тап ошо көндө халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғоловҡа һәйкәл ҡуйылды.
— Быйыл мәктәпте тамамлаған йәштәргә ниндәй теләктәрегеҙ бар?
— Иң мөһиме — Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, күңеленә яҡын һөнәр һайлаһындар. Уларҙы Сибай институтында көтөп ҡалабыҙ. Беҙҙең уҡыу йортон һайлаһағыҙ, үкенмәҫһегеҙ.
— Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә