Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Урамға сығып ғибрәт ал!
Урамға сығып ғибрәт ал!Ошо көндәрҙә ҡала магазиндарының береһендә күңелемде тетрәндергән ваҡиға ҡулыма ҡәләм алырға мәжбүр итте.

Эштән ҡайтышлай ит-колбаса магазинының береһенә һуғылдым. Тышта һыуыҡ, унда инеү менән йылылыҡтан, тәмле еҫтән шундай рәхәт булып китте. Көн аҙағы, сират оҙон. Аяҡ кейемендәге ҡар ирегәнлектән, иҙән еүешләнгән, ә бер ҡыҙ бала, быймаһын һыуламаҫ өсөн ҡорораҡ урынға баҫып, витриналағы тәмле колбасаларҙы үрелеп-үрелеп ҡарай. Мауығып, онотолоп китте шикелле, баяғы һыуға баҫты. Сиратта торған әсәһе әленән-әле: “Быймаңды һыулатма, йүнһеҙ!” – тип иҫкәртеп тора ине, был хәлде күреү менән ҡыҙҙы елтерәтеп тә алды.
Күренеп тора, әсә кеше ярһыу. Бәлки, эш көнө ауыр булғандыр йә ғаиләһендә барыһы ла шәптән түгелдер. Сират яйлап ҡына алға бара, ә сабый витрина янынан китмәй, әле бер, әле икенсе аҙыҡ-түлеккә күҙ һала. Аяҡ аҫтындағы һыуҙы онотоп та ебәрә.
Һатыусы ҡыҙыҡайҙы күреп ҡалды ла: “Айгөл һылыу, хәлдәрең нисек?” – тип һораны. Ниңәлер быны оҡшатманы йәш әсә. Ҡыҙы янына килде лә, уны елкәһенән эләктереп, магазиндан һөйрәп тигәндәй алып сығып китте. Ҡыҙ йән өшөткөс тауыш менән, әрнеп, һулҡылдап иларға кереште. “Әсәй, әйҙә колбаса алайыҡ…” – тип быуыла-быуыла таҡмаҡланы. Йәнем түҙмәй ҡатынды туҡтатырға уйланым. Ярһыған ҡатын иһә: “Не твое дело! Не вмешивайся!” – тип зәһәрен сәсте. Шулай ҙа ҡыҙын һөйрәкләүҙән туҡтаны. Бер аҙ эләгешеп алғас, ул ҡыҙын мөйөшкә ҡуйҙы ла “тәрбиәләргә” кереште.
Был хәлдән һуң кәйефем төштө, ауыр тәьҫораттар биләп алды. Аллаһы Тәғәлә ҡатын-ҡыҙға иң яуаплы, иң татлы әсәлек вазифаһын йөкмәткән. Донъялағы иң яҡын һәм ғүмерҙә айырылмаҫ йән эйәләре – әсә менән бала. Был бөйөк төшөнсәләр тураһында күпме китап, йыр, әҫәр яҙылған, фильмдар төшөрөлгән. Әлбиттә, илебеҙҙәге үҙгәртеп ҡороуҙар йәмғиәтебеҙ әхлағына күп кенә үҙгәреш индерҙе. Ҡот осҡос ҡырағайлыҡтарға күнегеп тә барабыҙ кеүек. Әммә “моданан” сыҡмай торған, кешегә тәбиғәттән бирелгән миссия, бурыстар ҙа бар бит әле. Был бигерәк тә киләсәкте дауам итеүсе, кешелеккә йән биреүсе Әсә кешегә ҡағыла.
Үрҙә һөйләнелгән ваҡиға тураһында уйлап ҡайтып килгәндә, үҙем шаһит булған тағы бер хәл иҫкә төштө. Магазин кассаһы янында тауар өсөн иҫәпләшергә торабыҙ. Ғәҙәттәгесә, сират. Минән алда торған ҡатын ике-өс йәш тирәһендәге малайын да эйәрткән. Сабый касса янындағы стеллаждарҙағы әле бер, әле икенсе шоколадты, төрлө кәнфитте тотоп-тотоп ҡарай ҙа әсәһенә күҙ һирпә. Әсә кеше ипле генә итеп: “Ярамай, һал!” – тип ҡуя. Бала тәм-томдо кире урынына һала. Сират яй ҡуҙғалғас, ул йәнә үрелә. Был юлы әсәһе сабыйға иҫкәрмә менән ҡарап ҡуйҙы. Малай стеллажға бүтән үрелмәне. Шулай ҙа теге ялтыр-йолтор кәнфиттәрҙән күҙен ала алманы. Ниңәлер ул шул тиклем йәл булып китте. Түҙмәнем, малайға шоколад алып бирҙем. Шул баланың рәхмәтле күҙҙәрен күрһәгеҙ ине! Әйтеп аңлата алмаҫлыҡ хистәр ята ине унда. Теле йүнләп асылып бөтмәһә лә: “Рәхмәт!” – тип баш һелкте ул. Шул бәләкәй генә кешеләге тәрбиәлелек, тәбиғи инсафлылыҡ таң ҡалдырғайны мине. Берәй тәрбиәһеҙ бала булһа, шунда уҡ шоколадтың ҡағыҙын асып, шартлатып тешләп, һине онотоп сығып сабыр ине, моғайын.
Урмандарға сығып ғибрәт ал, тигән матур әйтем бар халыҡта. Бында һүҙ йыртҡыстар тураһында бармай, әлбиттә. Әлеге заманда алыҫ йөрөйһө түгел, урамға сығып та ғибрәт алырға була.
Зилә АҘНАБАЕВА.
Нефтекама ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Шәйехзада Бабич исемендәге премияға ғаризалар ҡабул итеү ваҡыты оҙайтылды
Благоварҙа 99 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны донъя ҡуйған

Благоварҙа 99 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны донъя ҡуйған 12.08.2025 // Йәмғиәт

Благоварҙа 99 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны донъя ҡуйған...

Тотош уҡырға 10

Башҡортостанда йәшәүселәр хәрби иҫәп тураһында белдереү ҡағыҙы ала башланы. Был нимәне аңлата?

Башҡортостанда йәшәүселәр хәрби иҫәп тураһында белдереү ҡағыҙы ала башланы. Был нимәне аңлата? 12.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшәүселәр хәрби иҫәп тураһында белдереү ҡағыҙы ала башланы. Был нимәне аңлата?...

Тотош уҡырға 17

Стәрлебаштан тыл эшсәне 100 йәшлек юбилейын билдәләне

Стәрлебаштан тыл эшсәне 100 йәшлек юбилейын билдәләне 12.08.2025 // Йәмғиәт

Стәрлебаштан тыл эшсәне 100 йәшлек юбилейын билдәләне...

Тотош уҡырға 13

Республикала ямғырлы һауа торошо һаҡлана

Республикала ямғырлы һауа торошо һаҡлана 12.08.2025 // Йәмғиәт

Алдағы өс көндә Башҡортостанда ямғырлы һәм йылы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр итте республика...

Тотош уҡырға 10

Башҡортостанда ямғырлы һауа торошо һаҡлана

Башҡортостанда ямғырлы һауа торошо һаҡлана 12.08.2025 // Йәмғиәт

Алдағы өс көндә Башҡортостанда ямғырлы һәм йылы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр итте республика...

Тотош уҡырға 12

«Сәләмәтлек поездары» табиптарының ҡайһы райондарға барыуы билдәле булды

«Сәләмәтлек поездары» табиптарының ҡайһы райондарға барыуы билдәле булды 11.08.2025 // Йәмғиәт

«Сәләмәтлек поездары» табиптарының ҡайһы райондарға барыуы билдәле булды...

Тотош уҡырға 19

Башҡортостан Башлығы ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға сыҡты

Башҡортостан Башлығы ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға сыҡты 11.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға сыҡты...

Тотош уҡырға 17

Бүздәктә 250 килограмлыҡ бәлеш бешергәндәр

Бүздәктә 250 килограмлыҡ бәлеш бешергәндәр 11.08.2025 // Йәмғиәт

Бүздәк районында «Бәлешфест-2025» фестивале уҙҙы. Республика Башлығы һәм хөкүмәте ярҙамында бойомға...

Тотош уҡырға 11

Бүздәктә 250 килограмлыҡ бәлеш бешерҙеләр

Бүздәктә 250 килограмлыҡ бәлеш бешерҙеләр 11.08.2025 // Йәмғиәт

Бүздәк районында «Бәлешфест-2025» фестивале уҙҙы. Республика Башлығы һәм хөкүмәте ярҙамында бойомға...

Тотош уҡырға 21

Башҡортостанда ишле ғаиләләргә балаларҙы уҡытыуҙы компенсациялау шарттары киңәйтелде

Башҡортостанда ишле ғаиләләргә балаларҙы уҡытыуҙы компенсациялау шарттары киңәйтелде 11.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ишле ғаиләләргә балаларҙы уҡытыуҙы компенсациялау шарттары киңәйтелде...

Тотош уҡырға 20

Башҡортостанда хәүефле тәбиғәт күренештәре хаҡында иҫкәртәләр

Башҡортостанда хәүефле тәбиғәт күренештәре хаҡында иҫкәртәләр 08.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда хәүефле тәбиғәт күренештәре хаҡында иҫкәртәләр...

Тотош уҡырға 38