Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Табынға рәхим итегеҙ!

Был өлгөләр күңелде күтәрә.

Шундай тынғыһыҙ заманда йәшәйбеҙ: бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәрҙе теүәлләп ары-бире сабабыҙ, береһенән-береһе мөһимерәк мәсьәләләрҙе хәл итәбеҙ, эш буйынса янабыҙ-көйәбеҙ, уңыш ҡошо артынан өлгөрөргә тырышабыҙ... Ошо “зыр” әйләнгән донъяла иң яҡын кешеләрегеҙгә – һөйгән йәрегеҙгә, балаларығыҙға тейешле иғтибар күрһәтәһегеҙме һуң? Бергә йыйылышып, йылмайышып-көлөшөп, хәл-әхүәлдәрегеҙҙе барлайһығыҙмы? Тәмлекәстәр менән рәхәтләнеп сәй эсәһегеҙме? Көрһөнөргә ашыҡмағыҙ: әгәр ҙә үкенесле уйҙарығыҙ бар икән, бөгөн үк хатаны төҙәтерлек тәҡдим яһамаҡсыбыҙ. Бының сере үтә ябай: тележурналист, блоггер, уңған хужабикә Гөлназ Ишемғолованың тәмле-татлы рецепт өлгөләрен тәҡдим итәбеҙ. Маһирлығы менән билдәле авторыбыҙҙың һәр яҙмаһы – ижади үҙенсәлеге, йылылығы, ихласлығы менән ылыҡтырып тора. Шуға ла рәхим итеп тәмле аш-һыу әҙерләүегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы йыйып, ял табыны ойоштороуығыҙҙы теләйбеҙ.

Телде йоторлоҡ “Папирус”

...Бәлки, йәшәү­ҙең мәғәнәһе шундалыр: кемдеңдер өйрәтеүе буйынса түгел, ә үҙ хата­ларың нигеҙендә йәшәргә өйрә­неү­ҙә, тормошто аң­лай башлауҙалыр, үҙеңде бә­хет­ле тоя, һәр көнөңә шөкөр итә белеү­ҙәлер? Әйтегеҙ әле, дуҫтарым, ҡасан һуңғы тапҡыр үҙегеҙҙе ныҡ бәхетле итеп тойҙоғоҙ, көҙгөләге сағылышығыҙға йылмайып күҙ ҡыҫтығыҙ? “Күптән инде онотолған” тиһегеҙме? Әйтеүе оят, мин үҙем дә шулай. Әйҙәгеҙ, ошо­лай­тайыҡ: йәһәт кенә көҙгө янына йүгереп барайыҡ та моңһоу ғына ҡарап торған сағылышыбыҙға шаяртып күҙ ҡыҫайыҡ! Ана бит, күҙҙәр китте янып, иренде йыйып алып булмай, дәрт-дарман ҡунды күңелгә! Рәхәәәт, әйкәйем! Эшләге, йәшәге, йырлағы, бешеренге килә!

Ә нимә бешерәбеҙ һуң, тиһегеҙме? Тәмлееее генә торт-бәлеш! Әҙерәк “Наполеон”, “Папирус” тортына ла оҡшаған, ашап туймаҫлыҡ! Гөлнур апайым тәҡдим иткән рецепт хәтәр оҡшай миңә. Шулай итеп, йәһәт кенә бер банка ҡуйыртылған һөттө һауыты менән һыуҙа ҡайнатырға ҡуябыҙ. Магазинда әҙере лә һатыла, әммә уның тәме бөтөнләй икенсе. Шуға ла йыбанмай ғына ҡайнатып алығыҙ, тик кәстрүлгә һыуҙы күп итеп һалығыҙ. Ҡуйыртылған һөттө 40 минут ҡайнатҡас, һыуытырға алып ҡуйығыҙ. Эҫе килеш асып ҡуймағыҙ банканы, бешерһегеҙ. Һыуынғас, ярты ҡап аҡ май ҡушып туғығыҙ, грек сәтләүеге лә ҡушырға мөмкин. Үәт, крем әҙер!

Хәҙер ҡамыр баҫабыҙ. Бүлмә темпера­тураһында йомшарған бер ҡап аҡ майҙы (май булмаһа, сифатлы маргарин ҡулланам) башта ике стакан он менән ыуабыҙ, он әҙерәк тойолһа, тағы өҫтәйбеҙ. Һәр хәлдә, он өс стакандан артмаҫҡа тейеш. Икенсе бер һауытта ярты стакандан әҙерәк һалҡын һыуға балғалаҡ осонда тоҙ, бер балғалаҡты саҡ ҡына тултырмай сода, ярты балғалаҡ лимон һуты һалып туғыйбыҙ ҙа, бөтәһен бергә ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ.

Ҡамырҙы ете-һигеҙ өлөшкә бүлеп, бер сәғәткә һыуытҡысҡа оҙатабыҙ. Аҙаҡ һәр йомарламды ҡағыҙ ҡалынлығындай ғына итеп йәйеп ҡыҙған мейестә бешереп алырға кәрәк. Кетерләп кенә тора! Тәүгеһе генә берәй ете-ун минут бешә, ҡалғандарына өс-дүрт минут та етә. Әйткәндәй, табаға һалғас, сәнске менән тишкеләп сығығыҙ. Атыу ныҡ ҡабарып китер йәймәләр. Әгәр тишкеләгәндән һуң да, бешереп алғас, ҡабарып торған урындары бар икән, бошонмағыҙ. Һуңғы йәймәне мейестә оҙағыраҡ тотоғоҙ, аҙаҡ ваҡлап, торттың өҫтөнә һибәсәкһегеҙ. Бешкән береһен таҫтамал менән ҡаплайбыҙ.

Бына йәймәләр әҙер! Һәр береһенең араһына крем һылап, торттың өҫтөн ипләп кенә ҡул менән баҫығыҙ. Аҙаҡтан өҫтөнә лә крем һылағас, ваҡланған йәймә онтағын һибеп матурлайбыҙ. Бер нисә сәғәттән ситтәрен матурлап-тигеҙләп ҡырҡып сығырға ғына ҡалды. Сәйегеҙ тәмле булһын! Бәхетле булығыҙ, дуҫтарым! Шатланып-көлөп йәшәгеҙ!

Пицца – үҙебеҙсә

Шундай матур мәл етте! Тәбиғәт­тең ошо ваҡытын яратам, илаҡ көҙ­ҙән, һалҡын ҡыш­тан һуң Яҙһылыу­ҙың иркә ҡарашы­нан иреп төшөрҙәй булаһың. Көндәр йылынған һайын күңел дә үҫә, быға тиклем осона сыға алмаған эштәрҙе лә еңел генә башҡарып ҡуяһың. Киләсәккә яҡты өмөт, ышаныс, маҡсаттар бүләк итһен беҙгә һәр яңы көнөбөҙ. Беҙ быға лайыҡлы.

Ә хәҙер һеҙгә бер сер асам. Бәлеш-ҡабартмаларға ла шәп ошо ҡамыр, ҡайһы­лай бешерһәң дә уңа. Улдарыма пицца бешерермен тип вәғәҙәләгәйнем. Рецепт өлгөһө ошолай: ҙурыраҡ һауытҡа бер стакан (250 мл) йылы һыу, бер стакан һөт ҡойҙом да ҡалаҡ ярым ҡоро сүпрә, бер ҡалаҡ өйөбөрәк шәкәр, бер балғалаҡ тирәһе тоҙ, ярты стакан көнбағыш майы (125 мл), он һалып йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫтым. Үтә ты­ғыҙ, ҡаты итеп баҫмағыҙ, ҡулға йәбеш­мәһә еткән. Әйткәндәй, үлсәүле стаканығыҙ булмаһа, берәй яйы сыҡҡанда барыбер алығыҙ. Файҙаһы бер теймәһә, бер тейер.

Ҡамырымды баҫып бөткәс, һауытымдың өҫтөн ҡапланым да өй температураһында тыныслыҡта ҡалдырҙым. Шундай матур булып ҡабарҙы! Ҡамырын йоҡа ғына итеп йәйеп, пицца бешерҙем. Әйткәндәй, пицца бешергәндә беренсе ҡатына йыш ҡына картуф иҙмәһе йәки сей картуфты ҡырғыс аша үткәреп, һыуын һығып һалам. Оҡшай инде беҙгә шулай. Бына бөгөнгө пиццабыҙ ҙа шул тиклем тәмле килеп сыҡты. Һеҙҙең дә аштарығыҙ тәмле булһын, дуҫтарым! Тағы ла шуны әйткем килә... Болоҡһоған, арып киткән саҡтарығыҙҙа, бер генә минутҡа булһа ла, бар эшегеҙҙе туҡтатып тороғоҙ ҙа үҙегеҙҙе иң йылы, матур һүҙҙәр менән ҡеүәтләп алығыҙ.
Һеҙҙең кәйеф яҡшы булһа, яҡында­рығыҙҙың да күңеле күтәрелер.


Автор: Гөлназ ИШЕМҒОЛОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә