Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәшәү ҡәҙерен белә

Афған һуғышында башҡорт егеттәре күп ҡатнаша. Улар араһында Белорет районының Йөйәк ауылынан да ир-азаматтар бар. Бөгөн уларҙың береһе – Мансаф Исҡаҡов тураһында һүҙем.

Мансаф Сәлимгәрәй улы ауыл мәктәбен тамамлағас, 1984 йылдың майында хәрби хеҙмәткә алы­на. Уларҙы тәүге көндән үк Төрк­мәнстандың Ашхабад ҡалаһына әҙерлек курсын үтергә ебәрәләр. Бер аҙҙан быуындары ла нығынып өлгөр­мәгән егеттәр Афғанстанға оҙатыла.

Улар һуғыштың иң ҡыҙыу мәленә тура килә. Алыштарҙың береһендә яҡташыбыҙ ҡаты яралана. Оҙаҡ ҡына Ҡабул ҡалаһында госпиталдә дауалана. Һауыҡҡандан һуң яңынан үҙе хеҙмәт иткән уҡсылар полкына ҡайтарыла.

Күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Мансаф Исҡаҡовты 1985 йылда “Ба­тырлыҡ өсөн” миҙалы менән бү­ләкләйҙәр. Шулай итеп, ике йыл ярым самаһы һалдат һурпаһын эсеп, ут эсенән уға тыуған ауылына иҫән-һау ҡайтырға насип була.

Тормошта ла һынатмай ул. Ауылда эш юҡ тип, өйҙә ҡул ҡаушырып ултырмай: тәүге көндән үк Ҡырмыҫҡалы районының Ҡабаҡ ҡасабаһында ҡом карьерына эшкә урынлаша. Бер аҙҙан Өфөлә шахтерҙар курсын тамамлап, яңы һөнәре буйынса Межгорье ҡалаһына эшкә урынлаша.
Тыуған ауылын яратҡан егет сит ерҙе, ҡала мөхитен үҙ итә алмай, шуға ла 1989 йылда тағы ла Йөйәгендә төпләнә. Әле ул тимер юлдың радио-телефон станцияһында хеҙмәт юлы үтә.

Мансаф Сәлимгәрәй улы Нура ауылынан Гүзәл Лотфулла ҡыҙы менән матур ғаилә ҡорҙо. Гүзәл апайҙың да эше үтә яуаплы – фельдшер йөгөн тарта. Исҡаҡовтарҙың татыу ғаи­ләһендә ике ҡыҙ буй еткерҙе. Оло ҡыҙы Вилиә әсәһе кеүек медицина өлкәһен һайлаған. Әле тормош иптәше Айгиз менән Морат һәм Мәҙинә исемле балалар үҫтерәләр.

Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, ти халыҡ мәҡәле. Улар ҙа ауылда йорт һалып сыҡты, гөрләтеп донъя көтә. Бәләкәй ҡыҙҙары Эльвира — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының икенсе курс студенты. Һәләтле ҡыҙ ауылдың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнаша.

Йорт усағы һүнмәһә, атай-әсәй тигеҙ, татыу ғүмер итһә, балалар ҙа бәхетле була. Мансаф Сәлимгәрәй улы ла ҡыҙҙарына яратҡан атай, кейәүенә – хөрмәтле ҡайны, ҡатынына ышаныслы терәк-таяныс булып тора.

Быйыл совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуына 30 йыл тулды. Аҙ ваҡыт түгел, тыныс тормоштоң һәр минутын файҙалы итеп уҙғарып, ҡәҙерен белеп, иҫтә ҡалырлыҡ, һағынып һөйләрлек итеп йәшәй белеү — ҡаһарманлыҡ ул. Мансаф Сәлимгәрәй улы — тап ошондай көслө заттарҙың береһе. Киләсәктә лә ауырлыҡтарға бирешмәй, көслө рухлы булып ҡал, Афған һуғышын үткән ауылдашыбыҙ!


Автор: Айгөл ЗАКИРОВА Район: Белорет районы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә