Афған һуғышында башҡорт егеттәре күп ҡатнаша. Улар араһында Белорет районының Йөйәк ауылынан да ир-азаматтар бар. Бөгөн уларҙың береһе – Мансаф Исҡаҡов тураһында һүҙем.
Мансаф Сәлимгәрәй улы ауыл мәктәбен тамамлағас, 1984 йылдың майында хәрби хеҙмәткә алына. Уларҙы тәүге көндән үк Төркмәнстандың Ашхабад ҡалаһына әҙерлек курсын үтергә ебәрәләр. Бер аҙҙан быуындары ла нығынып өлгөрмәгән егеттәр Афғанстанға оҙатыла.
Улар һуғыштың иң ҡыҙыу мәленә тура килә. Алыштарҙың береһендә яҡташыбыҙ ҡаты яралана. Оҙаҡ ҡына Ҡабул ҡалаһында госпиталдә дауалана. Һауыҡҡандан һуң яңынан үҙе хеҙмәт иткән уҡсылар полкына ҡайтарыла.
Күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Мансаф Исҡаҡовты 1985 йылда “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләйҙәр. Шулай итеп, ике йыл ярым самаһы һалдат һурпаһын эсеп, ут эсенән уға тыуған ауылына иҫән-һау ҡайтырға насип була.
Тормошта ла һынатмай ул. Ауылда эш юҡ тип, өйҙә ҡул ҡаушырып ултырмай: тәүге көндән үк Ҡырмыҫҡалы районының Ҡабаҡ ҡасабаһында ҡом карьерына эшкә урынлаша. Бер аҙҙан Өфөлә шахтерҙар курсын тамамлап, яңы һөнәре буйынса Межгорье ҡалаһына эшкә урынлаша.
Тыуған ауылын яратҡан егет сит ерҙе, ҡала мөхитен үҙ итә алмай, шуға ла 1989 йылда тағы ла Йөйәгендә төпләнә. Әле ул тимер юлдың радио-телефон станцияһында хеҙмәт юлы үтә.
Мансаф Сәлимгәрәй улы Нура ауылынан Гүзәл Лотфулла ҡыҙы менән матур ғаилә ҡорҙо. Гүзәл апайҙың да эше үтә яуаплы – фельдшер йөгөн тарта. Исҡаҡовтарҙың татыу ғаиләһендә ике ҡыҙ буй еткерҙе. Оло ҡыҙы Вилиә әсәһе кеүек медицина өлкәһен һайлаған. Әле тормош иптәше Айгиз менән Морат һәм Мәҙинә исемле балалар үҫтерәләр.
Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, ти халыҡ мәҡәле. Улар ҙа ауылда йорт һалып сыҡты, гөрләтеп донъя көтә. Бәләкәй ҡыҙҙары Эльвира — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының икенсе курс студенты. Һәләтле ҡыҙ ауылдың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнаша.
Йорт усағы һүнмәһә, атай-әсәй тигеҙ, татыу ғүмер итһә, балалар ҙа бәхетле була. Мансаф Сәлимгәрәй улы ла ҡыҙҙарына яратҡан атай, кейәүенә – хөрмәтле ҡайны, ҡатынына ышаныслы терәк-таяныс булып тора.
Быйыл совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуына 30 йыл тулды. Аҙ ваҡыт түгел, тыныс тормоштоң һәр минутын файҙалы итеп уҙғарып, ҡәҙерен белеп, иҫтә ҡалырлыҡ, һағынып һөйләрлек итеп йәшәй белеү — ҡаһарманлыҡ ул. Мансаф Сәлимгәрәй улы — тап ошондай көслө заттарҙың береһе. Киләсәктә лә ауырлыҡтарға бирешмәй, көслө рухлы булып ҡал, Афған һуғышын үткән ауылдашыбыҙ!