Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡулдарҙа – фатир асҡысы!
Алданған өлөшсөләр проблемаһы хәл ителә.

Көн һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, Яңы Булгаков ҡасабаһындағы өс ҡатлы яңы йорт алдындағы халыҡтың кәйефе шәп: фатир хужаларына асҡыс тапшыралар! Был көндә 36 кеше шундай бәхеткә иреште.

Был ваҡиға буйынса Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үткәргән “Төҙөлөш сәғәте” кәңәшмәһендә ҡарар ҡабул ителгәйне. Әлеге ваҡытта ошо 28 Б йортонда һуңғы көндәргә саҡлы газ плитәләрен һәм колонкаларын монтажлау барҙы, эске биҙәкләү эштәре башҡарылды. Йорттар тулыһынса әҙер һәм фатир алған кешеләр үҙҙәре лә быны күреп ышанды.

Асҡыстарҙы Өфө районы хакимиәте башлығы Вилорий Угаров тапшырҙы. Ул йорттарҙың билдәләнгән ваҡыттан һуңыраҡ сафҡа индерелгәне өсөн төҙөүселәр исеменән ғәфү үтенде һәм бер юлы район тураһындағы китаптар ҙа бүләк итте. “Һеҙ Өфө районына йәшәргә киләһегеҙ, шуға күрә беҙҙең төбәк хаҡында күберәк белеүегеҙҙе теләйбеҙ”, – тине ул.

– Былтыр 26 декабрҙә был ҡасабала төҙөү­селәр дүрт йортто файҙаланыуға тапшырғай­ны, һөҙөмтәлә 108 ғаилә фатирлы булыуға өлгәште. Бөгөн тағы 36 кеше үҙ торлаҡ майҙанына эйә булды, – тип дөйөм шатлыҡ менән уртаҡлашты республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рә­йесенең беренсе урынбаҫары Григорий Не­воструев. – Ә 2017 йылдан алып ошо тор­лаҡ комплексында 175 ғаилә фатирлы булған.


Яңы фатирҙарына күсеп сыҡҡансы, хужа­ларға йылытыу һәм һыу тәьминәте менән бәй­ле көнкүреш мәсьәләләрен хәл итергә кә­рәк буласаҡ. Бөтә был үткәргестәр тейешенсә ҡоролған һәм тоташтырылған, ләкин газ менән һыу һәр кем иҫәп-хисап буйынса килешеү төҙөгәс кенә килә башлаясаҡ, сөнки был ресурстар өсөн түләй башларға ла кәрәк. Ә был килешеү алдынан фатирҙарға милек хоҡуғын теркәү талап ителә.


Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН Фото: Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә