Алданған өлөшсөләр проблемаһы хәл ителә.
Көн һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, Яңы Булгаков ҡасабаһындағы өс ҡатлы яңы йорт алдындағы халыҡтың кәйефе шәп: фатир хужаларына асҡыс тапшыралар! Был көндә 36 кеше шундай бәхеткә иреште.
Был ваҡиға буйынса Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үткәргән “Төҙөлөш сәғәте” кәңәшмәһендә ҡарар ҡабул ителгәйне. Әлеге ваҡытта ошо 28 Б йортонда һуңғы көндәргә саҡлы газ плитәләрен һәм колонкаларын монтажлау барҙы, эске биҙәкләү эштәре башҡарылды. Йорттар тулыһынса әҙер һәм фатир алған кешеләр үҙҙәре лә быны күреп ышанды.
Асҡыстарҙы Өфө районы хакимиәте башлығы Вилорий Угаров тапшырҙы. Ул йорттарҙың билдәләнгән ваҡыттан һуңыраҡ сафҡа индерелгәне өсөн төҙөүселәр исеменән ғәфү үтенде һәм бер юлы район тураһындағы китаптар ҙа бүләк итте. “Һеҙ Өфө районына йәшәргә киләһегеҙ, шуға күрә беҙҙең төбәк хаҡында күберәк белеүегеҙҙе теләйбеҙ”, – тине ул.
– Былтыр 26 декабрҙә был ҡасабала төҙөүселәр дүрт йортто файҙаланыуға тапшырғайны, һөҙөмтәлә 108 ғаилә фатирлы булыуға өлгәште. Бөгөн тағы 36 кеше үҙ торлаҡ майҙанына эйә булды, – тип дөйөм шатлыҡ менән уртаҡлашты республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Григорий Невоструев. – Ә 2017 йылдан алып ошо торлаҡ комплексында 175 ғаилә фатирлы булған.
Яңы фатирҙарына күсеп сыҡҡансы, хужаларға йылытыу һәм һыу тәьминәте менән бәйле көнкүреш мәсьәләләрен хәл итергә кәрәк буласаҡ. Бөтә был үткәргестәр тейешенсә ҡоролған һәм тоташтырылған, ләкин газ менән һыу һәр кем иҫәп-хисап буйынса килешеү төҙөгәс кенә килә башлаясаҡ, сөнки был ресурстар өсөн түләй башларға ла кәрәк. Ә был килешеү алдынан фатирҙарға милек хоҡуғын теркәү талап ителә.