Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Милли батырыбыҙҙың тарихы дауам итә
Милли батырыбыҙҙың тарихы дауам итә16 июнь — Салауат Юлаевтың тыуған көнө

2009 йылда донъя күргән “Шежере Салавата” тигән китабым
ХХ быуаттың 50-се йылдарына тиклемге ваҡыт арауығын үҙ эсенә алып, башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың
шәжәрәһен яҡтыртыуға арналды.

Хеҙмәтемде яҙғанда байтаҡ һорау тыуҙы. Был, әлбиттә, тәбиғи. Асыҡланып етмәгәндәре лә китапта урын алманы түгел. Шулай ҙа ижад емешемде баҫтырырға биргәндә, Салауат төйәгендә көн күргән халыҡтың эҙләнеүҙәремә ҡарашы, ҡабул итеү-итмәүе мине борсоған иң мөһим мәсьәлә булып торҙо.
2010 йылда Салауат районында Әлкә, Шағанай, Яңы Ҡаратаулы, Иҙрис ауылдары халҡы йәмле Йүрүҙән буйында шәжәрә байрамы уҙғарҙы. Яландың уртаһында батырҙың шәжәрәһе урын алғайны. Мин уны бөгөн йәшәгән кешеләр менән тулыландырҙым. Йәшенең дә, ҡартының да шәжәрә янында мыжғып тороуы мине борсоған һорауға яуап ҡайтарҙы: тимәк, эҙләнеүҙәрем ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы халыҡта! Элек үҙҙәренең Салауат Юлаевтың тоҡомонан булыуын белмәгәндәр ҙә файҙалы мәғлүмәт алды. Тәкәй ауылында “Салауат Юлаев тоҡомдары” ойошмаһы (етәксеһе — В. Хәкимов) әҙерләгән ҡорбан ашы байрамдың дауамы булып торҙо.
Элегерәк нәҫел ебендә Салауат Юлаевты күрһәтергә баҙнат итмәгән кешеләр бөгөн ғорур рәүештә: “Мин Салауат тоҡомонан”, — тип күкрәк ҡаға. Ғөмүмән, был төйәктә халыҡ тарих, милли батырыбыҙ яҙмышы менән ныҡлап ҡыҙыҡһына, матбуғатта сығыш яһай башланы.
Башҡортостандың Үҙәк тарих архивында эшләүсе йәш белгес Гөлшат Насирова (Салауат нәҫеленәнмен, тип иҫәпләй) архив материалдары араһында батырҙың ейәне Сөләймәндең ҡыҙы Кинйәбикә менән Юныс ауылы егете Дусмөхәмәттең никах яҙыуын (1874 й.) таба.
Яңы ғаиләлә 1875 йылда Гөлсафия исемле ҡыҙ донъяға килә. Гөлсафия 87 йыл ғүмер кисерә. Ул кендек әбейе булып таныла. Салауат Юлаевтың шәжәрәһен өйрәнгәндә, Гөлсафияның роле баһалап бөткөһөҙ. Уның мәғлүмәттәренә таянып, Сөләймән һәм уның балалары Салауат нәҫеле булып теркәлде. Был яҙыуҙа Салауат Юлаев тоҡомдары Килдейәр Сөләймән улы, Ғабдрахман Рәхмәтулла улы, Заһиҙулла Рәхмәтулла улы кеүек исемдәр ҙә бар.
Батырҙың шәжәрәһен төҙөгәндә, мин архив яҙмаларын халыҡ хәтерендә һаҡлаған мәғлүмәттәр менән тығыҙ бәйләнештә ҡараным.
Күптән түгел Минйәр ҡалаһында йәшәгән Коряковтар үҙ ғаилә риүәйәттәренә күҙ һалыуҙы, ентекле өйрәнеүҙе үтенде. Был яҙмаларға ҡарағанда, ошо нәҫелдән Устинья исемле ҡыҙ Салауаттан малай таба, уға Степан тип исем ҡушалар. Батыр ҡулға алынғас, Устиньяның йөклө хәлдә Минйәргә ҡайтыуы билдәле.
Салауаттың ҡатындарының яҙмышы хаҡында быға тиклем мәғлүмәт аҙ ине. Шуға ла был хәбәр беҙҙе ныҡ ҡыҙыҡһындырҙы. Кем белә, бәлки, ысынлап та, батырҙың ҡатындары һәм балалары Минйәрҙә төпләнеп, ҡалған ғүмерҙәрен шунда кисергәндер. Һәр хәлдә, был фараз — бөгөн Салауаттың ҡатындары яҙмышына бәйле берҙән-бер мәғлүмәт.
Хәҙерге көндә Эҫем ҡалаһында һәм яҡын-тирә ауылдарҙа көн иткән ҡайһы берәүҙәр Салауатҡа, уның батырлығына насар ҡарашта. Әммә ябай халыҡ батырҙың ҡоллоҡҡа ҡаршы азатлыҡ өсөн көрәш алып барыуын яҡшы аңлай һәм уның хаҡында яҡты хәтирә һаҡлай, туғанлыҡтары менән ғорурлана.
Һуңғы йылдарҙа Салауаттың тыуған ере хаҡында бәхәс көсәйҙе. Эш шунда: Иглин районында ла Тәкәй ауылы бар. 2009 йылда ошо ауылдың туҡталышында һәйкәл ҡуйылды. Кәйефһеҙ егетте сағылдырған был бюста ошондай яҙыу бар: “По преданию в этой деревне родился и вырос великий сын башкирского народа Салават Юлаев”.
Беҙ, Салауаттың яҡташтары — “Салауаттар” ойошмаһы ағзалары, ошо ялғанлыҡҡа ҡаршы көрәш башланыҡ. Матбуғатта бер нисә мәҡәлә донъя күрҙе. Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Э. Ҡолмөхәмәтов та был эштән ситтә ҡалманы. Беҙҙең хаттар Башҡортостан Фәндәр академияһына, Үҙәк тарих архивына, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына ебәрелде. Барлыҡ ойошмаларҙан да яуап килде.
“Башҡортостан” гәзитендә Р. Хажиев, Р. Шәкүрҙең мәҡәләләре сыҡты, Ә. Әсфәндиәров менән И. Гвоздикова ла уй-фекерҙәрен еткерҙе. Ҡыҫҡаһы, бер кем дә Салауат Юлаев менән Юлай Аҙналиндың Иглин районының Тәкәй ауылында тыуғанын таныманы. Бөтәһе лә батырҙың тыуған төйәге хәҙерге Салауат районының Көҫкәнде йылғаһы буйында урынлашҡан Тәкәй ауылы тип иҫбатланы.
Шөкөр, Иглин районы хакимиәте етәкселеге һәйкәлдән ялған яҙыуҙы алдыртты һәм автобус туҡталышының дөрөҫ исеме тергеҙелде: “Тикеево”. Шулай ҙа исемһеҙ һәйкәл һаман оло юл өҫтөндә тора бирә. Уны һәйбәтерәк урынға күсерербеҙ тип беҙҙе ышандырғайнылар. Һуңынан Урман ҡасабаһында шартлауҙар башланды, һәйкәл ҡайғыһы тағы кисектерелде...
Ялған яҙыу алынып, бюст исемһеҙ ҡалғас, иглиндәр үҙҙәре форсатын табып күсерер әле тип ышандыҡ, ләкин был тарих икенсе боролош алды.
“Ғилем” нәшриәтендә 54 битлек “Аҙнамөхәмәт, Салауат һәм Юлай йондоҙлоғо” тигән брошюра баҫылып сыҡты. Автор — Й. Солтанов — уны “Мәсьәләгә яңыса ҡараш” тип нарыҡлап, фән дәрәжәһенә күтәрергә тырыша. Белмәһәң, бөтә нәмә лә яңы булып күренә шул. Был мәсьәләгә күптән һаҡал үҫкән инде. 1952 йылда уҡ иглиндәр ошо идеяны алға һөрөп ҡарағайны. Ләкин алтмыш йыл буйы бер ниндәй ҙә тарихи сығанаҡ был ҡарашты иҫбатламаны.
Брошюра нимәне үҙ эсенә ала һуң? “Ғилми баҫма”ла башта Салауаттың, Юлайҙың һәм Аҙналы рухтарының әңгәмәләре килтерелә. Аҙналы ҡарт Салауат һәм Юлайға Ҡобау ауылы ерҙәре аша тимер юл үткәнен, килмешәктәрҙең Сыуаш-Ҡобау, Ауструм ауылдарына килеп йәшәй башлауҙарын һөйләй.
Килмешәктәр тураһында һүҙ барғанда, Юлайҙың керәшен (новокрещен) сыуаштарына Ҡобау ауылына, башҡорт еренә, күсеп ултырырға рөхсәт иткәне күрһәтелмәй (автор был хаҡта тарихи документ барлығын белһә лә: МИБ, 4-се т., 1-се бүлек, 371-373-сө биттәр), сөнки ул саҡта брошюраның төп мәғәнәһенә ҡаршы килер ине.
Документҡа килгәндә, ул Пугачев ихтилалы башланыуға өс ай ҡалғас, 1773 йылдың 4 июнендә төҙөлә. Уға ярашлы, Ҡобау аҫабалары, бөтәһе ун кеше (улар араһында Ғәбдрәшит Тикеев та була), Ҡобау ауылына 25 сыуаш ғаиләһен индерә: “припустили оных новокрещен Родиона Алексеева с товарищами в деревню Кубово на вотчинную свою землю”. Шулай башҡорт ауылы Сыуаш-Ҡобауға әйләнә.
Керәшендәрҙе ауылға индергәс, Рәсәй закондары буйынса уларға сиркәү һалырға рөхсәт бирелә, ә яңы мәсет һалыу, мәҙрәсә асыу тыйыла.
Ҡобау башҡорттары, аҡсаға алданып, сыуаштарҙы ауылға индергән дә инде. Юлай ҡаршы килмәгән. Әммә документта килтерелгән Ҡобау аҫабалары исемлегендә ул юҡ. Тулы хоҡуҡлы старшина ла ул булмаған. Башҡорттар 1772 йылда Юлайҙың ҡул аҫтында Польшала хәрби походта булған, шуға уны старшина тип танығандар. Һуңыраҡ был вазифа “походный старшина” тип аталған.
Документты төҙөгәндә Юлай, бүтән шаһиттар менән бергә килешеү хатын рәсмиләштереп, үҙенең ҡултамғаһын ҡуйған һәм мисәтен һуҡҡан: “во верность за приложением от старшины Юлая Азналина и от посторонних свидетелей тамог и рук и казенной у старшины Юлая имеющейся печати”.
Юҡҡа ғына брошюра авторы был документты телгә алмаған. Бер яҡтан, килешеү хаты Юлай Аҙналиндың Ҡобау ерҙәренә аҫаба булмауын күрһәтә, икенсе яҡтан, керәшен сыуаштарҙы был төйәккә индереүгә уның битарафлығын дәлилләй. Рәсәй закондары буйынса, һәр башҡорт тыуған төйәгенә генә, үҙенең ырыу еренә генә аҫаба хоҡуғына эйә була. Аҫаба хоҡуғы булмағас, Ҡобау ырыуының ерҙәре Юлайҙың, уның улы Салауаттың тыуған төйәге түгел. Үҙ еренә Юлай шулай еңел генә сыуаштарҙы индерер инеме икән?! Әлбиттә, юҡ!
Был килешеү хатында башҡа ҡыҙыҡ мәғлүмәттәр ҙә бар. “Наш предок Текей-баба переехал на устье реки Баш и основал там всем известную деревню Тикеево”. Ярай, Тикеевтар Ҡобауҙан бүленеп сыҡҡан икән, ти. Ҡасан, тигән һорау тыуа. Был документты төҙөгәндә, 1773 йылда Тәкәй ҡарттың оло улы Ғәбдрәшит Тикеев Ҡобау ауылында йәшәгән. Быны икенсе бер документ та раҫлай (МИБ, 4-се т., 1-се бүлек, 345-се бит). Тикеевтар әле Ҡобауҙан бүленеп сыҡмаған, йәғни Тәкәй 1773 йылда булмаған. Бер ниндәй тарихи сығанаҡтарҙа ла был ауыл күрһәтелмәй. Салауатҡа ул ваҡытта — 22, Юлайға 43 йәш булған. Улар бер нисек тә Баш йылғаһы тамағындағы Тәкәйҙә тыуа алмаған. Был — ташҡа һуғылған дәлил. Ә Шайтан-Көҙәй волосындағы Тәкәй ауылы булған, был хаҡта шул уҡ документта күрһәтелгән.
Килешеү хатында Ҡобауға килеп ултырған керәшен сыуаштарының бурыстары һанала: “...проезжающих мимо оной деревни Кубов военнослужащих разного чина людей овсом и сеном довольствовать, и по подорожным им как военнослужащим, так и посылающимся по казенным делам из деревни Текеевой, Мелегесовой и из Миневой, и из прочих деревень проезжающим подводы давать...”
Был өс ауыл — күрше волостарҙың үҙәге. Тәкәй ауылы — Шайтан-Көҙәй волосының үҙәге, Салауат һәм Юлайҙың тыуған төйәге, Өфө — Екатеринбург юлындағы ятап (этап) станцияһы. Миней (Минкә) — Силәбе юлында, Мелегәс (хәҙерге Иглин) — Өфө юлында. Был ауылдарҙа Ҡобауға өс яҡтан килгән юлдарҙың төп станциялары урынлашҡан булған: Тәкәй — Екатеринбург, Минкә — Силәбе, Мелегәс — Өфө яғынан. Ҡобау сыуаштарына шул юлдарҙан йөрөгән кешеләргә ярҙам күрһәтергә ҡушылған. Ә Баш йылғаһының тамағы ситтә ҡала, 1773 йылда унда бер ниндәй ҙә ауыл булмай. Тарихи сығанаҡтарҙа Ғ. Тикеевтың, Ҡобауҙан сығып, яңы Тәкәйгә күсеп ултырыуы тураһында мәғлүмәт юҡ. Ләкин 18-се быуат аҙағында Башҡортостан кантондарға бүленгәс, ул 7-се кантон начальнигы вазифаһына ҡуйыла һәм, Ҡобауҙан айырылып сығып, Баш йылғаһы тамағында үҙенең ауылын булдыра. Тәкәй кантон үҙәге булып китә. 1795 йылда унда 41 йорт була. Ғәбдрәшит Тикеев үлгәс, уның вазифаһы улы Ғәббәскә күсә, һәм Тикеевтар, был вазифаның артабан быуындан быуынға күсеүенә өмөтләнеп, билдәле фамилияны һаҡлай башлай.
Салауат менән Юлайҙың Тәкәй ауылында — Баш йылғаһы буйында — тыуғанлығын иҫбатлау өсөн авторға шул тирәлә Юлайҙың һәм Аҙналының ауылдарын табырға һәм күрһәтергә кәрәк була. Ул Ерофей Струковтың 1737 йылғы картаһының фотокүсермәһен (һүрәттә) бирә. Картала ундай ауылдар юҡ. Күсермәгә килгәндә, билдәле, уның менән нимә генә эшләп булмай.
(Аҙағы бар).
Радик ВАХИТОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


  1. Укыусы
    Укыусы от 07.06.2012, 15:09
    "...фэн дэрэжэhенэ кутэрергэ тырыша.Белмэhэн,ботэ нэмэ лэ яны булып куренэ шул",- говорит автор. Нельзя было писать более корректно?

Комментарий өҫтәргә