Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Яҙмыш алдында теҙләнмәгән
Яҙмыш алдында теҙләнмәгән...Ҡулына әрмегә саҡырыу ҡағыҙы алған Фәнгиз һөйгән ҡыҙы менән осрашырға Сибайға юллана. Их, шунда яҙмышының селпәрәмә килерен, барлыҡ хыялдарының бер минутта юҡҡа сығырын белһә, шул тиклем атлығыр инеме икән шул ҡалаға?!

Ҡыйылып торған ҡара ҡашлы, сөм-ҡара күҙле, ҡарағастай ныҡ, һомғол буйлы, һинд артистарына тартым һөйкөмлө егетте күреп, уның коляскала йөрөүен белгәс, албырғап ҡалдым. Сәхнәләрҙе дер һелкетеп Салауат, Ҡаһым түрә, Батырша образдарын тыуҙырырлыҡ егет тә бит, тигән уйҙар йүгерҙе. Ысынлап та, Сибай гимназия-интернатында уҡып йөрөгән сағында Фәнгиз Нуретдиновтың сәхнәлә нисек уйнағанын күрергә тура килгәйне, күптәр унан бынамын тигән артист сығасаҡ тип тә юрағайны. Әммә яҙмыш тигәнең һин уйлағанса ғына бармай икән шул...
2006 йылда дауахана койкаһында иҫенә килә егет. Тәүҙә аптырай, аҙаҡ үҙе менән ни булғанын белгәс, бөтөнләй шаңҡып ҡала. “Бындай хәлдә мин кемгә кәрәкмен?” тигән уй уға тынғылыҡ бирмәй. Аҡ халатлыларҙың нисек кенә тырышыуына ҡарамаҫтан, аяҡтары хәрәкәтһеҙ ҡала. Иҫ белмәгән аяҡтарын улай тарта, былай итә, әммә һис тә ауыртыныу тоймай. Ни эшләргә? Кемгә бәлә һалырға? Кемде ғәйепләргә? Ләкин был һорауҙарға Фәнгиз яуап таба алмай. Бер аҙ ваҡыт үткәс, уйлана башлай, палаталағы ауырыуҙарға күҙ һала: кемеһенең умыртҡа һөйәге сатнаған, ул ғүмерлеккә түшәктә ятасаҡ, күршеһе ҡулдарын өшөтөп, бармаҡтарын ҡырҡтырған. Ә бит уның башҡа ағзаһы иҫән-һау, аяҡтары ғына тыңламай. Кем белә, улар ҙа яйлап хәрәкәтләнә башлаһа... Ниңә егет башым менән меҫкенләнеп ятам әле тигән уйҙарға килгәс, Фәнгиз иң тәүҙә үҙен ҡараған табиптарҙан артабан ниндәй күнегеүҙәр яһарға, нисек дауаланырға икәнлеген һораша, янына хәл белергә килгән дуҫтарынан Интернет аша үҙе кеүек сиргә дусар булыусылар тураһында мәғлүмәт йыйыуҙы үтенә. Һәм уның өсөн яңы тормош, дөрөҫөрәге, яңыса йәшәү өсөн көрәш башлана. Ә һынауҙар ул көткәндән дә ауырыраҡ була. Бигерәк тә күңел әрнеүҙәре, йөрәк һыҡтауҙары...
Әбйәлил районының Әүнәш ауылында йәшәүсе Фәнгиз Фәнил улын уйламағанда район хакимиәтендә осраттым. Иптәше менән килгәйне ул: ниндәйҙер ҡағыҙҙарға ҡултамға ҡуйҙыртып, ғаризалар яҙып, бүлмәнән бүлмәгә йөрөнө. Эшен тамамлағас, янына барҙым. Күптән түгел Абҙаҡ ауыл мәҙәниәт йортонда ди-джей булып эшкә урынлашыуын, физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн биреләсәк фатирға ғариза яҙыуы хаҡында шатланып һөйләне. Йәшәүгә ынтылышын егеттең күҙҙәренән үк тойорға мөмкин, улар шул тиклем балҡып яна. Хатта Фәнгиз Ҡытайҙа үҙенә тәғәйен операцияны яһау буйынса белгестәр ҙә тапҡан, тик шул бер бәлә — аҡсаның булмауы ғына аптырата. Шуға күрә үҙенең эш хаҡын йыйып, дауаланыр өсөн кәрәкле сумманы тултырырға теләге ҙур. Тик бының өсөн нисәмә йыл кәрәк буласағы ғына билдәһеҙ. Бәлки, хәлен аңлап, бағыусылар ғына ярҙам итмәһә...
Һуңғы ваҡытта республикала физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн төрлө программалар ҡабул ителә. Уларҙың тормош-көнкүрешен, йәшәү шарттарын еңеләйтеү өсөн “Асыҡ мөхит” программаһы ла булдырылды. Әммә һәр ерҙә, һәр урында инвалидтарға ҡаршылыҡтар менән йөҙгә-йөҙ осрашырға, үҙҙәренә ҡарата тейешле иғтибарҙың булмауын тойорға, эргә-тирәләгеләрҙең битарафлығына юлығырға тура килә. Коляскала йөрөүселәр өсөн пандустарҙың тик хакимиәт биналарында ғына булыуын, уныһы ла тик ингән ерҙә генә, ә баҫҡыстар араһында бөтөнләй урынлаштырылмауы билдәле. Инвалидтар өсөн иң төп проблемаларҙың береһе булараҡ, Фәнгиз Нуретдинов пандустарҙың аҙыҡ-түлек магазиндарында, кинотеатрҙарҙа, автосалон, бөҙрәхана, дарыуханаларҙа булмауын атап үтте. Икенсенән, дәүләт яғынан физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн тейешле матди ярҙам күрһәтелмәй. Йылына бирелгән 10 мең күләмендәге аҡсаны юллау өсөн генә лә әллә күпме йөрөргә тура килә. Мәҫәлән, Фәнгизгә массаж тренажерҙа төрлө күнекмә яһатыу өсөн генә лә әллә күпме аҡса сығарырға кәрәк. Бушлай медицина хеҙмәте күрһәтелергә тейеш тип күпме генә ҡысҡырһаҡ та, берәү ҙә бушҡа эшләргә ризалашмай. Ә бит уның айлыҡ пенсияһы ла күп түгел, хатта кәрәкле дарыуҙарға ла етмәй ҡала. Ярай әле, бәхетенә күрә, эшкә урынлаша алған. Банк хеҙмәткәрҙәре лә инвалидтарҙы яҡты йөҙ менән ҡаршыларға ашыҡмай. Улар өсөн кредит, ссуда кеүек хеҙмәттәр бөтөнләй юҡ, ә ташламалар хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Фәнгиз Нуретдинов әйтмешләй, банкта эшләүселәр һөйләшергә генә түгел, хатта һорауыңа яуап бирергә лә йыбана. Күрәһең, улар тик “ҡалын кеҫәле” клиенттарҙы ғына хеҙмәтләндерә.
Шулай ҙа Фәнгиз төшөнкөлөккә бирелергә уйламай, киреһенсә, йәшәүенең төп маҡсаты — нисек тә үҙ аяғына баҫыу. Хәйер, Әбйәлил районы инвалидтар йәмғиәте рәйесе Фәүҡинур Нуретдин ҡыҙы Фәтҡуллина физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең үҙ-үҙенә бикләнеп, үҙ донъяһы эсендә генә йәшәүенә юл ҡуймай. Уның етәкселегендә районда төрлө саралар, спорт ярыштары үтеп тора. Зона ярыштарында әбйәлилдәр һәр саҡ призлы урын яулай. Фәнгиз Нуретдинов республика кимәлендә коляскала ярышыуҙа икенсе урын яулаған, районда уға был спорт төрө буйынса тиңләшеүсе юҡ.
Шуныһы бер аҙ күңелде йыуата: был тормошта Фәнгиз Нуретдинов үҙ проблемалары менән яңғыҙ түгел. Уның янында һәр саҡ терәк булған әсәһе Гөлсәсәк Шәүҡәт ҡыҙы, туғандары һәм дуҫтары бар. Ҡаза бер кемдең дә ишеген шаҡып килмәй, шуға күрә эргә-тирәбеҙҙәге ярҙамға мохтаждарға иғтибар бүлеп, миһырбанлыҡ күрһәтһәк, уларҙың былай ҙа яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылған күңелдәрендә йылылыҡ һәм өмөт осҡондары балҡыта алыр инек.
Кәримә УСМАНОВА
Әбйәлил районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә