Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Киләсәгебеҙ өсөн ҡурҡыныс юҡ!

Йәштәр менән тиңдәрсә һөйләшеү.

Йәштәрсә дәртле, ғәййәр, сағыу сара үтте ошо көндәрҙә Өфөлә. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төбәктең әүҙем йәштәре менән “Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе” гражданлыҡ форумы сиктәрендә осрашты. Сараның икенсе атамаһы “Тиң аралашыу” ине. Ысынлап та, етәксе менән йәштәр бер “тулҡында” булды һәм тиңдәрсә һөйләште, йыйын “һорау-яуап” форматында ойошторолдо.

Ҡатнашыусылар араһында кем генә булманы: йәш ғалимдар, эшселәр, эшҡыуарҙар, сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр, мәктәп уҡыусылары, студенттар, йәштәр йәмәғәт ойошмалары ағзалары һәм башҡалар. Форумда ҡатнашыу өсөн теләк белдереүселәр бихисап булған, улар араһынан иң-иң 1495 кеше һайлап алынған. Һорауҙар ҙа төрлө өлкәләргә ҡағыл­ды. Йәштәр республика етәксеһенә яңы проекттар, уларҙы тормошҡа ашырыу юлдарын, төбәк өсөн көнүҙәк мәсьәләләрҙә үҙ ярҙамын тәҡдим итте. Радий Хәбиров уларҙың күбеһе менән ризалашты, һәр кемдең һорауына ихлас яуап бирҙе.

Һорауҙарҙың киләсәккә, демогра­фияға, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә арналғандары байтаҡ булды. Тыуым кимәленә бәйлеһенә яуап биреп, Радий Фәрит улы:
– Республика бюджетында тыуымды дәртләндереү программаларына йүнәлтерлек аҡса бар, – тип белдерҙе. – Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһен нәҡ ғаиләнән башланы. Тыуымдың кәмеүен беләбеҙ, уны арттырыуҙы дәүләт аҡсалата дәртләндерә. Әммә ресурстар сикһеҙ түгел, шуның өсөн дә һәр һумдың һөҙөмтәле йүнәлтелеүе мөһим. Беҙ тәүге бала өсөн 300 мең һум бүлеүҙе анализланыҡ һәм ул бигүк һөҙөмтәле алым түгел тигән һығымтаға килдек.

Табип Айгөл Заһиҙуллина төбәк етәксеһенә үҙенең проекты тура­һында һөйләне һәм ярҙам һораны. Баҡһаң, ҡатын, йортон һатып “Ашығыс ярҙам” машинаһы һатып алған һәм уны тағылма, кәрәкле медицина ҡорамалдары менән йыһаз­ландырған. Ул республиканың ауыл-ҡалалары буйлап йөрөп, ошо машинала диагностика үткәрергә һәм сирҙе башланып өлгөрмәҫ элек асыҡлап, дауаларға тәҡдим итә.

– Мин сирҙе дауалау түгел, ә иҫкәртеү яҡлымын. Диагностика күп ваҡытты алмай – 20 минут та етә. Көнөнә 150 кешене ҡабул итеү мөмкинлеге бар. Проект үҙен ярты йыл эсендә аҡлай. Мин үҙемдең ошо социаль проектыма иғтибар һәм хеҙмәттәшлек итеүегеҙҙе һорайым, – тине ул.

– Һеҙгә иртәгә үк һаулыҡ һаҡлау министры шылтыратасаҡ, – тине Радий Фәрит улы. – Эйе, дөрөҫ әйтәһегеҙ, республиканың һәр ауылына ФАП төҙөп ҡуйып булмай, ә ундағы кешеләрҙең һаулығын ҡайғыртыу мөһим. Беҙгә был эштә ярҙам итһәгеҙ, шат ҡына булыр инек.

Патриотик юҫыҡтағы һорауҙар ҙа бирелде етәксегә. “Еңеү ирекмән­дәре” Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең төбәк координаторы Александр Юдиндың Еңеү көнөнә әҙерлек һәм ҡаһармандар иҫтәлеген мәңгеләш­тереүгә арналған фекеренә Радий Хәбиров:
– Серҙе сисәйем инде: быйыл 9 Майҙа Өфөлә күп хәрби техника йәлеп итеп, ҙур парад уҙғарырға әҙерләнәбеҙ, – тип белдерҙе. – Ғәҙәттәгесә, урамдар буйлап “Үлемһеҙ полк” үтәсәк. Беҙҙең быуын вәкилдәренә Еңеү һәм уның әһәмиәте тураһында һөйләү кәрәкмәй ине – ошо юҫыҡта тәрбиәләндек. Ә һеҙгә ауырыраҡ, ветерандар һаны ла йылдан-йыл кәмей. Был йәһәттән тәрбиә эшен алып барған кешеләргә рәхмәт.

Форумда һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр исеменән Рөстәм Нәбиев сығыш яһап, ҡала мөхитен инвалидтар өсөн уңайлыраҡ итеүҙе һораны. Радий Фәрит улы уның менән килеште һәм ҡулдан килгәндең барыһын да башҡарырға һүҙ бирҙе.

– Мин Мәскәүҙә эшләгән саҡта шуға иғтибар иттем: унда бындай проблема юҡ тиерлек. Йорттарҙы һалған, урамдарҙы проектлаған саҡта уҡ инвалидтарҙы уйлап эш итәләр. Башҡортостанда был юғыраҡ, ҡала­быҙҙың коляскалағы инвалидтар өсөн уңайһыҙ булыуын күрәм, – тине ул.
Бер егет төбәк етәксеһенә һайлау кампанияһына әҙерлегенә бәйле һорау бирҙе һәм сараға респуб­ликаның билдәле артистарын йәлеп итергә тәҡдим яһаны.

– Мин һайлау технологиялары тураһында яҡшы беләм, – тип яуап­ланы Радий Хәбиров. – Эйе, унда артистарҙы ла йәлеп итәләр, тик быны мөһим тип һанамайым. Минең өсөн һайлау алды кампанияһы ил етәксеһе ошо вазифаны ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләгән көндән үк башланды. Көс-ҡеүәтем, һаулығым ни тиклем мөмкинлек бирә, шул хәтлем республика халҡы мәнфәғәте өсөн эшләргә әҙермен.

Шулай ҙа төбәк етәксеһе, әгәр Радик Юлъяҡшин һәм башҡа сәнғәт оҫталары уның тураһында йылы һүҙ әйтә икән, быға ҡаршы түгеллеген белдерҙе.

Форум ойошторолған мәл Халыҡ-ара туған тел көнөнә тура килде. Шуға күрә Ильяс исемле Баймаҡ егете үҙенең һорауын башҡорт телендә бирҙе һәм күрше Татарстан халҡы “Беҙ яҡшыраҡ булдырасаҡбыҙ” тигән девизға нисек ҡарауы тураһында һораны.

– Беҙ – Татарстан менән туған республикалар, тип һис арттырмай әйтергә була. Беҙҙе күп нәмә бәйләй – уртаҡ тарих, уртаҡ мәҙәниәт. Ошо яҡынлыҡты аңлағандан, бер-беребеҙгә “төрттөрөп” алыу теләге лә тыуа. Был – дуҫтарса аралашыу, үҙ-ара ярышыу ғына. Ул үҫеш өсөн яҡшы мөмкинлек бирә, – тине Радий Фәрит улы.

Йыйын барышында йәштәргә илдә яңғырап премьераһы үткән “Т-34” фильмы күрһәтелде. Киноны ҡарарға һәм уның тураһында фекер алышырға төп геройҙарҙың береһен уйнаған Антон Богданов килде.

– Красногорскиҙар Башҡортостан халҡынан көнләшә. Ни өсөн тигәндә, һеҙгә беҙҙән шундай яҡшы етәксе китте, – тине Антон Богданов. – Радий Фәрит улы, һеҙҙең етди кеше, булдыҡлы етәксе икәнегеҙҙе беләм һәм барлыҡ башланғыстарығыҙҙа уңыш теләйем.

Форум барышында батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткән герой балаларҙы тәбрикләү тантанаһы булды. Республика етәксеһе йәш геройҙарға кеше бәләһенә вайымһыҙ булмағандары өсөн рәхмәт белдерҙе.

Балалар Радий Хәбировтан иҫтә­лекле бүләктәр алды. Уларҙы тәбрик­ләү “Бәләкәй геройҙар форумы” сиктәрендә ойошторолдо. Ул йәмәғәт­селеккә үҙ ғүмерҙәрен аямай кеше­ләрҙе ҡотҡарған балалар һәм үҫмерҙәр тураһында һөйләүҙе маҡсат итеп алған.

“Йәштәр менән аралаштым. Әүҙемдәр, аҡыллылар, ҡомарлылар, уларға ҡараһаң, республиканың киләсәге өсөн ҡурҡыныс түгел!” – тип яҙҙы форумдан һуң үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Радий Фәрит улы һәм бергә төшкән селфи фотоһын һалды. Бик йәштәрсә!


Автор: Ә. ӘЙҮПОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872