Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Күк иңләргә тауҙар өйрәтте...”
“Күк иңләргә тауҙар өйрәтте...”Гүзәл Ситдиҡованың тәүге шиғри шәлкеме “Совет Башҡортостаны” гәзитендә баҫылып сыҡҡас, әҙәбиәткә тос фекерле, ҡайнар хисле шағирә килә, тип ҡыуанды күптәр.

Кәтибә Кинйәбулатова апай шул шәлкемдәге “Әсәйеңә, тиҙәр, оҡшағанһың” шиғырынан
...Ҙурлар ерем булһа — әсәйемдән,
Хурлар ерем булһа — үҙемдән!
— тигән юлдарҙы оҙаҡ йылдар яттан һөйләп: “Үәт бит, Гүзәл, ниндәй шағирә!” тип һоҡланып йөрөнө. Ә минең “Һигеҙенсе шинель” тигәне ныҡ хәтерҙә тороп ҡалған. Йәш шағирә әллә ни ҙур булмаған шиғырында тотош ил тарихын асып һалырлыҡ ике образ тапҡан: имән сөй менән шинель. Ил һағына алмашлап барып ҡайтҡан алты улан шинелдәрен өйҙәрендәге имән сөйгә элеп ҡуя. Аталарына бындай бәхет эләкмәгән — ул яуҙа ятып ҡалған. Шиғыр яҡты юлдар менән тамамлана:
Ҡыуаныс.
Һалдат ҡаршылап
Өй эсе шаулай-гөрләй,
Олатай ҡаҡҡан ҡаҙаҡҡа
Ейән дә шинель элгән.
(“Һигеҙенсе шинель”)
Ижадына шул тиклем өмөт бағлатҡан Гүзәлебеҙҙең аҙаҡтан республика матбуғатында һирәгерәк күренеүенең сәбәптәре күп булған икән. Ул был хаҡта “Үҙ Ҡояшым, үҙ Айым” автобиографик повесында бәйән итә.
Тетрәндергес бер өлөшө — район гәзитендә эшләп йөрөгәндә йәйләүҙән ҡайтып килгәндә юл фажиғәһенә эләгеп, йәшәү менән үлем араһында ҡалып, был донъяға балалары саҡырып алып ҡалыуы хаҡында. “Бәндә тәне, мин һиңә кире ҡайттым. Бер-беребеҙҙе тағы күпме михнәтләрбеҙ... Үтәлеп бөтмәгән бурыстарыбыҙ, бәндәгә ҡылыр изгелектәрбеҙ, бүтәндәр фәһем алһын өсөн ҡылыр хаталарыбыҙ ҙа барҙыр инде”, — ти йәне. Тик үҙенең әжәл тырнағында ҡалған саҡтарын һөйләргә яратмай Гүзәл. Ул кешеләргә гел яҡтылыҡ ҡына өләшергә тырышыусы көслө шәхес.
Гүзәл Ситдиҡова, әйткәнемсә, Рәмзилә Хисаметдинова кеүек, әҙәбиәткә балҡып килеп инде, өйрәнсек осоро булманы. Бәләкәй сағынан шиғырҙар яҙған, һынлы сәнғәт һәм музыка менән мауыҡҡан шағирә әҙәбиәт, журналист донъяһына алып ингән рухташтарын, арҡаҙаштарын да онотмай, уларға ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерә был китабында. Журналистикаға килеүемә “Урал” гәзитенең шул ваҡыттағы мөхәррире Ғабдулҡауый Ғарифуллин сәбәпсе булһа, Учалылағы “Урал йәшмәләре” әҙәби берекмәһе һәм “Башҡортостан” гәзитенең Белореттағы үҙ хәбәрсеһе Вил Ғүмәров шиғриәт менән ныҡлы мауығып китеүемә йоғонто яһаны, тип хәтерләй ул. Донъянан иртә киткән ҡәләмдәшебеҙ Вил Ғүмәров тураһында “Үҙ Ҡояшым, үҙ Айым” китабындағы иҫтәлектәре тетрәндерә: “Йәйгеһен ғаиләбеҙ менән Учалы яғына ер еләге йыйырға йөрөргә ярата инек. Уның тыуған ауылы Ҡобағош күренеп ятҡан Оҙонгүл янындағы тауға күтәрелдемме, алдыбыҙҙа асылған хайран матурлыҡҡа һоҡланыуым күкрәгемә һыймай, күҙ йәштәре булып атылып сыға — Вилдең шиғырҙары, ауылдашы даһи йырсы Абдулла Солтановтың моңо һәр үлән ҡыяғында, ҡайын төлгәштәрен иркә тараған ел ипкенендә ишетелә, күк йөҙө, күл көҙгөһөнә ҡарап, сәсенә иртә сал төшһә лә сабый күңелле булып ҡалған Вил кеүек эскерһеҙ йылмая төҫлө”. Оҙонораҡ булһа ла, был өҙөктө тулыһынса килтереүемдең сәбәбе шул: ҡәләмдәштәребеҙ тураһында шундай эскерһеҙ йылылыҡ менән яҙғандар бик һирәк хәҙер.
Тәүге шиғырҙары менән һоҡландырһа, Башҡортостандың үҙаллылыҡ өсөн көрәш йылдарында республикала саф башҡорт телендә “Урал” район-ҡала гәзите ойоштороп, уның мөхәррире булып киткән әҙибә йәмәғәтселекте йәнә ҡыуандырҙы. Бөгөнгөләй хәтерләйем: гәзитте Башҡортостан Яҙыусылар идараһы ла яҙҙырып ала һәм һәр һанын ҡәҙерләп һаҡлай ине. Яуға инеп киткән көрәшсе кеүек, Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы ауылдан-ауылға йөрөп, көн ҡаҙағына һуҡҡан мәҡәләләр яҙа, суверенитетты яҡлап сығыш яһай, үткер тәнҡит биреүҙән дә ҡурҡмай. Бына шулай итеп Гүзәл Ситдиҡова үҙенән-үҙе сәйәсмән булып китә: яҡташтары уны БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советына халыҡ депутаты итеп һайлай.
Был тарихи саҡырылыштың Башҡортостандың үҙаллылығын раҫлауҙа, тәүге тапҡыр республика Президентын һайлауҙа, уның мотлаҡ башҡорт һәм урыҫ телен белергә тейешлеге тураһындағы закондар ҡабул итеүҙә әһәмиәте бик ҙур булды. Депутаттарҙың һәр ултырышы һайын тиерлек уҙғарылған митингтарҙа мин дә ҡатнашҡанлыҡтан, залдағы фекер көрәшенең ниндәй ҡатмарлы шарттарҙа үткәнен бик яҡшы беләм. Мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһы тигән исем өсөн генә лә күпме көс түгергә тура килде үҙаллылыҡ яҡлыларға. Шаҡ ҡатып ултыра торғайным — иң көсөргәнешле ваҡыттарҙа Гүзәл микрофонға йүгереп барып, тулҡынлана-тулҡынлана, әммә ҡәтғи итеп сығыш яһай торғайны.
Бөгөн халыҡ араһында ихтирам яулаған баҫмалар “Аҡбуҙат”, “Өмет”тең яҙмышы ла Юғары Советта хәл ителде. Журналды ойоштороу йөкмәтелгәнлектән, мин дә үҙ һүҙемде әйттем мәҙәниәт һәм мәғариф мәсьәләләре буйынса комиссия ултырышында. “Веселые картинки” етмәгәнме ни һеҙгә?” — тине шунда берәү. Ситдиҡова шунда уҡ төплө итеп нигеҙләне журналдың кәрәклеген. Атаҡлы офтальмолог, депутат Марат Тәлғәт улы ла ҡәтғи сығыш яһаны. Йәштәр өсөн гәзитте икегә бүлеү мәсьәләһе лә хәл ителде унда. Татарса гәзитте “Йәшлек”тең дубляжы итергә тигән тәҡдим дә булғайны. Гүзәл дә, Марат Аҙнабаев та, мин дә гәзиттәр үҙаллы булырға тейеш тигән фекерҙе яҡланыҡ.
Милләтем тип янған сәйәсмәнде йәнә өс тапҡыр, инде профессиональ нигеҙҙә, республика парламентына һайланы яҡташтары. Гүзәл Рамаҙан ҡыҙының “Үҙемдең статусым өсөн түгел, республикам статусы хаҡына сәйәсәткә килдем” тигән һүҙҙәре бик тә хаҡ.
Ситдиҡованың сәйәси эшәкәрлегенә ҡағылып китеүемдең сәбәбе шул: был фиҙаҡәрлек уның бөтөн ижадында сағыла. Мөхәррирлек, депутатлыҡ осоронда ул шиғриәттә лә, прозала ла, балалар әҙәбиәтендә лә, публицистикала ла яңынан балҡып китте. Халҡым, илем, туған телем тип өҙгөләнеп йәшәүен ул илһамлы, талантлы ҡәләме менән аҡ ҡағыҙға төшөрә барҙы. Әҙибәне яҡындан белгән шағирә булараҡ шуны әйтә алам: 2010 йылда донъя күргән “Ҡыштарҙың да бар бит үҙ ҡоштары” тигән китабындағы һәр әҫәрҙең үҙ “биографияһы” бар. Бер һөйләм менән генә лә тәрән мәғәнә, кинәйә һалып, күпте әйтә белгән тел оҫтаһы икәнлеге ошо китаптың исеменән үк күренә.
Мин башта уның “Һигеҙенсе шинель” тигән шиғырын телгә алып киткәйнем. Һуңғы йыйынтығындағы “Күлдәк”, “Инәйҙәр” тигән шиғырҙарын ана шул әҫәренең дауамы, тотош бер дәүер йылъяҙмаһы рәүешле ҡабул итәм. Был шиғырҙарында ошо осорҙағы ҡатын-ҡыҙ яҙмышы, шинель кейеп ил һаҡлаусыларҙы иңдәренә ир йөгө лә һалып, иҫ китмәле сабырлыҡ, тоғролоҡ менән көтөп алған йә юғалтҡан нәфис, әммә көслө гүзәл зат образы һынлана. “Күлдәк” шиғырындағы инәйҙең һәр Еңеү көнөнә иренең шул бер үк күлдәген ҡәҙерләп йыуыуы аша шул быуын толдарының барлыҡ әрнеүҙәрен, саф хистәрен аса:
— Бына, — тиер, — һис бер саң теймәгән
Хушлашҡанда кейгән күлдәгең.
Саң тейҙермәй һаҡланған хистәрҙе ошо таҙа күлдәк образы аша ниндәй юғары итеп күрһәтә алған Гүзәл. Ә артабанғы строфала: “Илленсе яҙ. Мәскәү. Һөрөм. Ельцин...” бер генә юл менән яңы тарихыбыҙҙағы шул киҫемгә ниндәй баһа!
Һалдаткалар илай илдәге.
...Осоп ҡына китер аҡҡош кеүек
Ел елпетә һалдат күлдәген,
— тип тамамлана шиғыр.
Йыйынтыҡты асып ебәргән “Тау ҡыҙы” шиғырындағы тау образы, мәҫәлән, авторҙың Белорет районындағы тау-таш, урман араһында үҫеп, ҡанат нығытҡаны хаҡында ғына һөйләмәй. Рефрен булып килгән “тауҙар өйрәтте” һүҙбәйләнешен мин “халҡым өйрәтте” тип ҡабул итәм, ғорур, мөһабәт ҡаялы тауҙар ул — тотош иле ҡанға батырылғанда ла быуаттарҙан быуаттарға Урал батыр булып аталған башҡорт халҡы, уның йәшенле ҡойондарға бирешмәҫ ҡаҡшамаҫ рухы. “Тау ҡыҙы” шиғырындағы фекерҙе “Башҡорт иле”, “Бишек йыры”, “Иламағыҙ, тауҙар...” шиғырҙары дауам итә.
Гүзәл Ситдиҡова шиғырҙарының һәр береһе тиерлек көсөргәнешле сюжетҡа ҡоролоп, уҡыусының иғтибарын үҙенән ебәрмәй: уйландыра, моңландыра, шул уҡ ваҡытта күңел яҡтылығы менән шатландыра. Шиғырҙар афоризмға тартым фәлсәфә менән тамамлана. Шундайҙарҙан “Иҫәп”, “Ял иттерәм әле бәхет ҡошон”, “Теләү” һәм башҡа бик күп шиғырҙар тетрәнеү хисе менән яҙылған.
Тыштан ҡырыҫыраҡ күренгән Гүзәлебеҙ — нескә хисле тәбиғәт балаһы. Бер мәл Ситдиҡовтар ғаиләһе йәшерәк быуын яҙыусыларына бирелгән “Аҡманай” баҡсаһынан ер һатып алды. Тиҙ арала хужабикә уны гөлдәр иленә әүерелдерҙе. Уның туҡтап, берәй сәскәне оҙаҡлап ҡарап торғанын күрә инем. Баҡса артындағы урмандан әллә ниндәй шифалы, матур үләндәр ҙә күсереп ултыртып бөттө — улары ла гөрләп үҫеп китте. Ейәнсәрҙәре Ғәзизә менән Һәҙиә лә өләсәләренә эйәреп йә сүп утай, йә һыу һибә. Бер көн шулай, ер ҡаҙып йөрөгәнендә: “Баҡсаңда усың аша үтмәгән бер бөртөк тупраҡ та ҡалмағандыр инде”, — тинем. “Ер йөҙөнә мәңгегә килгән кеүек эшләргә, иртәгә теге донъяға китер кеүек йәшәргә кәрәк!” — тип йылмайып яуапланы, тупраҡҡа ҡатҡан ҡулдарын көрәгенән алмайынса ғына.
Гүзәл Ситдиҡова — донъяға киң ҡарашлы әҙибә. Төрлө илдәрҙә йөрөп ҡайтҡандан һуң унда күргән фәһемле лә, ғибрәтле лә тәьҫораттары менән бүлешеүе — сәйәхәт публицистикаһының бәҫле өлгөһө. Үлемһеҙ “Урал батыр” эпосы буйынса яҙған эссеһын да милләтебеҙҙең бай рухи ҡомартҡыһын яңы бер киҫелештә асып, йәшәү һәм үлем ҡанундарына халҡыбыҙҙың тәрән фәлсәфәле ҡарашына иғтибарҙы йүнәлтеүе менән хәтергә уйылды.
Гүзәл байтаҡ йылдар республикабыҙҙың Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенә етәкселек итте, барыбыҙҙы ла шаҡ ҡатырып хажға ла барып ҡайтты, һәм ошонан һуң әҙәбиәттә яңы һүҙ булараҡ ҡабул ителгән “Йәннәт баҡсаһы” тигән китабын яҙҙы. Дини, донъяуи ҡанундарыбыҙға фәлсәфәүи ҡараштан сығып яҙылған “Көслө ил — күсле ил” тигән китабын ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡығандарын беләм. Балалар өсөн яҙған әҫәрҙәренең бер нисәһен хатта фольклор йыйынтығына ла индереп ебәрҙеләр бер саҡ. Тимәк, ысынлап та, халыҡсан, ысынлап яраталар уларҙы. Юғары кимәлдә ижад итеүенә Силәбе дәүләт мәҙәниәт институтын тамамлап, балалар әҙәбиәте белгесе, библиограф булып сығыуы ла ярҙам итәлер. Эше күп булғанда ла “Аҡбуҙат” журналы һорауы буйынса шиғыр йә хикәйәһен йүгертеп килтереп еткерер ине. Күп йылдар “Аҡбуҙат”тың мөхәрририәте ағзаһы булып торҙо, төплө кәңәштәре журналды яҡшыртыуға булышлыҡ итте. Яҙыусылар союзы идараһы һәм балалар әҙәбиәте секцияһы ағзаһы булараҡ, Гүзәл бөгөн йәш быуын өсөн яҙыусыларҙы үҫтереүҙә, уларҙың ҡулъяҙмаларын тикшереүҙә ихлас ҡатнаша.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетындағы эшмәкәрлеге лә рәхмәткә лайыҡ, тос фекерле, абруйлы кәңәштәре менән ҡатмарлы мәсьәләләрҙе сисешергә ярҙам итеп торҙо.
“Яҙмыш мине төрлөсә һынаны, — тигәйне ул бер һөйләшкәндә. — Яҡшыһы өсөн дә, яманы өсөн дә Раббыбыҙға рәхмәтлемен. Фәҡирлеген дә, үлем сиген дә, башҡа ауырлыҡтар ҙа биреп, барына ҡәнәғәт булып йәшәргә өйрәтте, юҡлыҡ менән дә, барлыҡ менән дә һынай. Шөкөр яҙмышыма”.
Факиһа ТУҒЫҘБАЕВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 700

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 829

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 774

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 483

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 105

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 803

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 180

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 779

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 828

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 619

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 874