Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу тарихы ни һөйләй?
Һуңғы ваҡытта башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу мәсьәләһенә бәйле йәмәғәтселектә, айырыуса Интернет селтәрендә әленән-әле һүҙ ҡуҙғатыла килеүе күҙәтелә. Был хаҡта ҡайһы саҡ ҡапма-ҡаршы фекерҙәр әйтелә, ул айырым берәүҙәрҙең үҙ-ара һүҙ көрәштереүенә лә тартып китә. Ғөмүмән, был мәсьәлә бөгөн генә килеп тыуған проблема түгел. Ул үҙенең башын совет власы осороноң тәүге йылдарынан ала һәм йәш автономиялы республиканың көндәлек тормошонда ябай уҡ булмаған мәсьәләләрҙең береһе булып сыҡты.

Рәсәй Федерацияһы составында ойошторолған Башҡорт автономиялы республикаһының тәүге көндәрендә ҡабул ителгән документтарға ярашлы башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡыу йорттарына уҡытырға индереү мәсьәләһе уның дәүләт теле итеп танылыуы менән бер ваҡытта һәм бер контексҡа ҡуйылды. Советтарҙың II Бөтә Башҡортостан съезы (1921 йыл, 1 — 4 июнь) ҡарарында был хаҡта: “Признать башкирский язык наравне с русским и введение обязательного его изучения во всех учебных и военно-учебных заведениях”, тип күрһәтелә. Партия өлкә комитетының шуның артынан уҙғарылған пленумы ҡарарында ла ул шундай уҡ редакцияла үҙенең сағылышын таба.
Әйтелгәненсә, дәүләт теле мәсьәләһенең бындай ҡуйылышы уның статусы ҡануниәте күҙлегенән яҡын килеү менән аңлатыла. Шул уҡ ваҡытта дәүләт төҙөлөшөнә бәйле дәүләт теленә булған ихтыяж да көтөп тора алмай ине. Уның алдында бөгөндән үк үҙ вазифаһына инеү бурысы торҙо. Шуның менән бергә уға үҙ телендәге яҙыуын булдырыу мәсьәләһен дә хәл итергә кәрәк ине. Был инде башҡорт теленең дәүләт теле статусы ҡануниәтенә бәйле булыуы менән бер рәттән милли тормоштоң көндәлек ихтыяжына тығыҙ бәйләнгән бурыс булды, сөнки милли телдәге мәктәп, матбуғат, нәшриәт, әҙәбиәт һымаҡ рухи ҡиммәттәрҙе тергеҙеүгә бары шул саҡта ғына өлгәшеү мөмкин ине. Республиканың дәүләт учреждениеларында эш ҡағыҙҙарын ике телдә — урыҫ һәм башҡорт телдәрендә алып барыу мөмкинлеге лә шуға бәйле ине.
Был хәл үҙ ваҡытында республиканың етәксе органдары араһында етди конфликтлы ситуация килеп тыуыуына сәбәбсе булды. Эш шунда: БАССР Башҡарма Үҙәк Комитеты (БашЦИК) президиумы үҙенең 1921 йылдың 6 июнендә ҡабул иткән ҡарары менән республиканың бөтөн үҙәк учреждениеларын да эш ҡағыҙҙарын ике телдә — урыҫ һәм башҡорт телдәрендә алып барыуҙы йөкмәтте. Ә партия өлкә комитеты президиумы иһә үҙенең 1922 йылдың 16-17 ноябрь көндәрендә уҙған ултырышы ҡарары нигеҙендә уны ғәмәлгә ашырыуҙы туҡтатты. Республиканың етәксе совет һәм хөкүмәт органдары бының менән килешә алмаһа ла, үҙе үткәргән сараларға үҙгәрештәр индерергә мәжбүр булды.
Ғәмәлдә республиканың партия етәкселеге тотҡан юл башҡорт теленең дәүләт теле статусын сикләүҙән бигерәк дәүләт төҙөлөшө өлкәһендә милли тормош ихтыяжын һанға һуҡмау итеп баһаланырға хаҡлылыр. Был халыҡты дәүләт эшенә ылыҡтырыу, уға дәүләт аппараты менән бәйләнешкә инеү мөмкинлегенә юл ябыу менән бер ине. Ошо күҙлектән, алда һүҙ булғанса, йәш республиканың тәүге осоронда, айырым алғанда 20-се йылдарҙа, башҡорт дәүләт телен ғәмәлгә индереүҙә милли тормош ихтыяжы уның дәүләт теле статусы ҡануниәтенең теүәл үтәлешенә ҡарағанда ла үҙенең күпкә йылдамыраҡ хәл ителеүен көткән көнүҙәк бурыстарҙың береһе булды. Шуға күрә Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты (ВЦИК) президиумының автономиялы республикаларҙа эш ҡағыҙҙарын (делопроизводство) алып барыуҙы урындағы телдәргә күсереү хаҡындағы 1924 йылдың 12 апрель ҡарары был йәһәттән мөһим роль уйнаны. Ошо ҡарарға ярашлы урындарға ебәрелгән күрһәтмәлә хатта урындағы телдәрҙе белмәгән совет аппараты хеҙмәткәрҙәре өсөн махсус курстар ойоштороу ҙа ҡаралғайны. Шуның өҫтөнә унда “При этом надлежит принять во внимание в первую очередь введение на местных языках разговорную речь сотрудников госучреждений и предприятий” тигән юлдар ҙа бар ине.
Аңлашылыуынса, совет власы үҙ ваҡытында үткәргән милли сәйәсәткә ярашлы донъя күргән был документ шул дәүерҙә Башҡортостандың партия етәкселеге менән совет һәм хөкүмәт органдары араһында килеп тыуған сетерекле мәсьәләгә асыҡлыҡ индерә. Әле шуны ла өҫтәп китеү артыҡ булмаҫтыр: тел өлкәһендә үткәргән был сәйәсәтенә Үҙәк Бөйөк Ватан һуғышына ҡәҙәр тоғро ҡалды. ВКП(б) Үҙәк Комитеты Политбюроһы 1940 йылдың 6 сентябрендә ҡабул иткән “Союздаш һәм автономиялы республикаларҙа эшләгән партия һәм совет хеҙмәткәрҙәре тарафынан шул республиканың телен өйрәнеү тураһында”ғы ҡарар быға дәлил була алалыр. Бының дәүләт аппаратының урындағы халыҡ менән аралашыуға булған ихтыяжынан алда халыҡтың үҙенең уның менән аралашыуға булған кисектергеһеҙ ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн эшләнгәнлеге аңлашыла, әлбиттә.
Бында йәнә шуныһы мөһим: дәүләт аппараты хеҙмәткәрҙәренең урындағы телде белергә мәжбүр ителеүе шул телдең дәүләт теле булыуын күҙҙә тотоп эшләнә ине. Ул хаҡта үрҙә һүҙ булған ВЦИК президиумы ҡарарында асыҡ әйтелгәйне. Унда урындағы властарҙың үҙ республикаһындағы ҡайһы телдең дәүләт теле булыуы тураһында хәбәр итеүе һоралғайны. Шулай итеп, был осорҙа теге йәки был милли республикала дәүләт телен өйрәнеү дәүләт төҙөлөшөн юлға һалыу, власты халыҡҡа яҡынайтыу маҡсатында ғәмәлгә ашырылырға тейеш булды. Ул, билдәле бер кимәлдәге төркөмгә генә ҡайтып ҡалыуына ҡарамаҫтан, тотош милли тормош ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүгә өлгәшеүҙе бурыс итеп ҡуйҙы.
Башҡортостан шарттарында ла башҡорт телен дәүләт теле булараҡ дәүләт аппараты кимәлендә өйрәнеүҙә етди аҙым һуғыш алды йылдарында яһалды, тип әйтергә кәрәктер. Билдәле, был шуға бәйле партия документына ярашлы эшләнде. Башҡортостан партия өлкә комитеты бюроһы 1940 йылдың 23 сентябрендә ҡабул иткән ҡарары менән был тәңгәлдә яҡын йылдарҙа башҡараһы эштәрҙең киң планын билдәләне. Унда башҡорт телен белеү етәксе партия һәм совет хеҙмәткәрҙәренең вазифаһына инеүе айырым пункт рәүешендә ҡаралғайны. 1941 йыл башына совет, партия һәм профсоюз ойошмалары хеҙмәткәрҙәре өсөн башҡорт телен өйрәнеү курстары эшләй башлағайны инде.
Шулай итеп, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү республика тормошонда ғәмәлдә, уның туған тел сифатында үҙ туған мәктәбендә уҡытылыуын иҫәпкә алғанда, ике форматта тормошҡа ашырылыуын тапты. Әйтелгәненсә, тәүгеһе уның статусына бәйле булһа, икенсеһе милли тормош ихтыяжынан сығып ҡына аңлатыла ала ине. 20-30-сы йылдарҙа уның һуңғыһына ниңә шулай ҙур иғтибар бирелеүенә төшөнөүе ҡыйын түгел. Кешеләрҙе — дәүләт аппаратына, дәүләт аппаратын кешеләргә яҡынайтыу үҙ ваҡытында иң мөһим һәм кисектергеһеҙ бурыстарҙың береһе итеп һаналды. Ул илдең киләсәге өсөн генә түгел, шул көндәрҙә ил алдында торған бурыстарҙы башҡарып сыға алыу өсөн дә мөһим булған төп шарттарҙың береһе ине. Ә иһә башҡорт телен дәүләт теле сифатында республиканың мәғариф системаһында уҡытыуға индереү бары 30-сы йылдар башында ғына үҙенең аныҡ бурыс рәүешендә ҡуйылыуын таба. Әле Башҡортостан партия өлкә комитетының 1931 йылдың 30 сентябрендә ҡабул ителгән ҡарары күҙ уңында тотола. Унда: “Обеспечить преподавание башкирского языка во всех городских школах повышенного типа и техникумах, вузах для всех национальностей с начала 31/32 учебного года”, тип күрһәтелә. Был эш 1933 йыл аҙағына тулыһынса тамамланырға тейеш була.
Шул уҡ ваҡытта башҡорт телен дәүләт аппараты кимәлендә өйрәнеү ҙә иғтибар үҙәгендә ҡалып килә. Башҡорт АССР-ы Үҙәк Башҡарма Комитеты президиумының 1932 йылдың 29 декабрь ҡарары быға дәлил. Унда республиканың бөтә учреждениеларында ла башҡорт телен өйрәнеүҙе камиллаштырыу, уны үҙ вазифаларында ҡулланыусыларҙы дәртләндереү маҡсатында саралар ҡарала. Әлбиттә, был республика етәкселегенең үҙ ихтыяры булмай. Ул Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма комитеты президиумының 1932 йылдың 1 ноябрь ҡарарына ярашлы эшләнә. Үҙәктән килгән был документта урындағы телде белмәүсе хеҙмәткәрҙәргә уны өйрәнеү өсөн тейешле шарттар тыуҙырыу, ә инде шул телдә һөйләшә алыуға өлгәшеүселәрҙе дәртләндереү буйынса аныҡ бер система булдырыу бурысы ҡуйыла.
Башҡортостандың етәксе органдары тарафынан ҡабул ителгән үрҙәге ике документ, ҡабатлап әйткәндә, бер үк мәсьәләгә — башҡорт телен өйрәнеүгә ҡайтып ҡалһа ла, республика тормошо өсөн уларҙың әһәмиәте берҙәй үк түгел ине. Тәүгеһе уларҙың дәүләт төҙөлөшөнә туранан-тура бәйле булыуы менән бергә шундай уҡ дәрәжәлә милли тормош ихтыяжын да кәүҙәләндерә ине. Сөнки һуңғыһының шул саҡтағы интеллекты уға бары шул юлда ғына дәүләт аппараты менән бәйләнешкә инеү, дәүләт эштәрендә ҡатнаша алыу мөмкинлеге бирҙе. Ә иһә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡыу йорттарында, айырым алғанда мәктәптә өйрәнеүгә республика тормошондағы кеүек үк, милли тормошта ла бындай көндәлек ихтыяж юҡ ине. ВКП(б) Үҙәк Комитеты Политбюроһының етәксе партия һәм совет органдары хеҙмәткәрҙәренең урындағы телде өйрәнеүенә бәйле алда һүҙ булған 1940 йылдың 6 сентябрь ҡарарына һылтаныу ҙа әле һис тә артыҡ булмаҫ. Был документтың донъя күреүе, һис шикһеҙ, бөтәһенән элек милли тормоштоң көндәлек ихтыяжына бәйле булды.
Шуның менән бергә ике аралағы — властың кешеләр менән, кешеләрҙең власть менән — бәйләнештең киләсәген хәл итәсәк икенсе бер юл да үҙенең башын һуғыш алды йылдарынан ала. Был милли республикаларҙың һәм өлкәләрҙең мәктәптәрендә урыҫ телен мәжбүри уҡытыуға индереү буйынса яһалған аҙым булды. Ул ВКП(б) Үҙәк Комитетының һәм СССР Халыҡ Комиссарҙары Советының ошо хаҡтағы 1938 йылдың 13 март ҡарарына ярашлы тормошҡа ашырыла ине. Башҡортостан шарттарында ла мәктәптә урыҫ телен уҡытыуға иғтибарҙың көсәйеүе уның милли тормошта ҡулланылышҡа инеүен тиҙләтте, ул дәүләт аппаратын урындағы телгә көйләүгә ҡарағанда күпкә отошлораҡ булып сыҡты һәм шуның менән дәүләт төҙөлөшөндә милли тормошто дәүләт аппаратына яҡынайтыуҙа мөһим роль уйнаны. Урыҫ теленең милли тормошта киң ҡулланылышҡа инеүе үҙ нәүбәтендә милли тормошта дәүләт аппаратының уның телен белеүенә булған ихтыяждан ҡотҡарҙы. Шулай итеп, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ дәүләт аппараты кимәлендә өйрәнеү ихтыяжы дәүләт төҙөлөшө күҙлегенән дә, милли тормоштоң үҙе өсөн дә тарихҡа ғына тороп ҡалды. Ә бына уны дәүләт теле булараҡ мәктәптә уҡытыу — бөгөн килеп киң йәмәғәтселекте, бигерәк тә ата-әсәләрҙе борсоған мәсьәләләрҙең береһе. Айырыуса уның мәктәптә урыҫ телен уҡытыу менән бер контекста ҡуйылыуы, хатта уның шуға ғына ҡайтарылып ҡалдырылыуы был мәсьәләгә яңы ҡараш биргәндәй итә. Интернет селтәрендә һуңғы осорҙа күҙәтелгән материалдар шундай тәьҫир уята.
Гәзитебеҙҙең уҙған йылдың 2 апрель һанында донъя күргән “Тауға ҡарап тау булып буламы?” исемле мәҡәләлә республика тормошонда Интернеттың йәмәғәтселекте борсоған мәсьәләләрҙе асыҡтан-асыҡ ҡуйыу майҙанына әүерелеүе һәм бының ҡайҙан килеүе хаҡында һүҙ ҡуҙғатып ҡуйғайныҡ инде. Был иң элек йәмәғәтселектең Интернетҡа мөнәсәбәте үҙгәреүе, уға ышанысы артыуы менән аңлатылырға тейештер. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ мәктәптә уҡытыу мәсьәләһенең дә Интернет селтәренә күсеп, бөгөн унда киң йәмәғәтселек тарафынан иркен һөйләшеү алып барылыуы — шуға дәлил. Сөнки фекер алышыуҙа ҡатнашыусылар шул күп тауышлы хор эсендә үҙ тауышының да ишетелерен белә, шуға өмөт итә. Бөгөн Интернет республика тормошоноң бер үк ваҡытта ҡолағы ла, күҙе лә, нервы төйөнө лә тип әйтергә була. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та: “Блогка ниндәйҙер район, ҡала хаҡында яҙалар икән, урындағы власть шунда уҡ эш итә башлай, сөнки белеп торалар: мин яуаплылыҡҡа тарттырырға, хәлде тикшерергә ҡушасаҡмын”, — тине ул бер интервьюһында. Шуға күрә башҡорт телен мәктәптә уҡытыу мәсьәләһенең дә Интернетта йышая төшөүенең генә түгел, ҡыйыу ҡуйылыуының да шунан килә икәнлеге аңлашыла, әлбиттә. Рөстәм Хәмитов Интернетҡа үҙенең мөнәсәбәтен: “Был — кешеләр менән аралашыу элементтарының береһе”, — тип аңлатты. Шуға күрә уның Президент вазифаһына ингәндең тәүге көндәренән үк Интернет аша бәйләнеш урынлаштырыуы һис тә ғәжәп түгел. “Халыҡ власть менән аралашыуҙы һағынған”, — тине ул был хаҡта. Икенсе тапҡыр бындай бәйләнештең маҡсатын асыҡлай төшөп: “Власть кешеләр өсөн. Граждандар власть үткәргән сәйәсәтте формалаштырыуҙа ҡатнашырға тейеш”, — тип раҫланы.
(Аҙағы бар).
Зиннур НУРҒӘЛИН,
филология фәндәре докторы,
тарих фәндәре кандидаты,
Башҡортостан Фәндәр академияһының
почетлы академигы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 701

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 829

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 774

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 483

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 106

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 803

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 180

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 780

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 830

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 621

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 876