Балаларыбыҙҙың 1,45 проценты хаҡында.Һәр ғаилә, үҙенең бәләкәй генә “дәүләтендә” көн һайын төрлө эреле-ваҡлы мәсьәләләрҙе сисеп, бер-береһенә ярҙамлашып, терәк булып донъя көтә. Тормош – үҙе көрәш. Ошо хәҡиҡәтте балалар бәләкәйҙән белеп, ҡаршылыҡтарҙы ата-әсәһе, туғандары ярҙамында еңеп, маҡсатына өлгәшеү өсөн уңайлы юлдар эҙләй һәм таба.
Әммә бөгөн һүҙебеҙ ошо терәктән, ғаилә йылыһынан мәхрүм ҡалған балаларҙың тормошо, уларҙың яҙмышын яҡтыраҡ, өмөтлөрәк итеү юлдары тураһында. Бәлки, беҙҙең арала ла етемдәрҙе дөрөҫ тәрбиәләүҙә үҙҙәренең уй-фекере менән уртаҡлашҡан, хатта ҡанундарҙы камиллаштырыу йәһәтенән мөһим, тейешле үҙгәрештәр индерергә һәләтле шәхестәр табылыр.
Ҡайһы берәүҙәр, һаман да балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр үткән быуаттың 20-се йылдарындағы кеүек ауыр хәлдә, бер ниндәй яҡшы үҙгәреш тә юҡ, әле лә хәйерселек, нужа эсендә йөҙә, тип иҫәпләй. Ә балалар йорттарының бөгөнгөһө күптән инде бөтөнләй башҡаса. Ҙур үҙгәрештәргә йәмәғәтселек берекмәләре, етемдәр мәсьәләһенә бәйле өлкәлә эшләгән балалар яҙмышына битараф булмаған белгестәрҙең, эксперттарҙың чиновниктар күңеленә тура юл табыуы, фекерҙәрен яҡлай һәм иҫбатлай белеүе һөҙөмтәһендә өлгәшеү мөмкин булды. Был хаҡта күп һөйләргә, миҫалдар килтерергә булыр ине.
Баланы үҫтереп, бөтә кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итеүҙән тыш, уны дөрөҫ тәрбиәләү һәм үҙаллы тормошҡа әҙерләүҙең үтә мөһимлеген һуңғы осорҙа власть әһелдәре лә яҡшы аңлай. Ошо өлкәнең нескәлектәрен энәһенән-ебенә ҡәҙәр белгән хеҙмәткәрҙәр әйтеүенсә, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған сабыйҙарҙа үҙаллылыҡ тәрбиәләүҙә, социалләштереү менән бәйле мәсьәләләрҙә ауырлыҡтар етерлек, әммә был күп осраҡта балаларҙың характерына, нәҫелдән килгән холоҡ-фиғеленә бәйле түгел, ә үҙҙәре үҫкән системаның уларҙы нисек тәрбиәләүендә.
Башҡортостан Мәғариф министрлығының бүлек мөдире Татьяна Геннадьевна ХУРСАН менән әңгәмә барышында үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған байтаҡ һорауҙарға бергәләп яуап эҙләнек.
– Балалар йорттары һаны һуңғы йылдарҙа күҙгә күренеп кәмене. Бынан бер нисә йыл элек 18-гә етһә, унан алдараҡ 30-ға яҡын булған замандар ҙа бар ине. Әле күпме сабыйҙы дәүләт үҙ ҡарамағына тәрбиәгә алған?
– Республикалағы 15 балалар йортонда 510 бала тәрбиәләнә. Шуларҙың икәүһендә мәктәпкәсә йәштәге балалар, ҡалғандарында үҫмерҙәр тәрбиәләнә. Һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән сабыйҙарҙы, церебраль фалиж, аутизм кеүек ҡаты сирҙәргә дусар балаларҙы ла дәүләт ҡарай.
Ғөмүмән, Башҡортостанда 2018 йылдың 1 декабренә алынған мәғлүмәттәр буйынса, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған сабыйҙар һәм етемдәр һаны 12 мең 841 кеше тәшкил итә. Был – республикала йәшәгән бөтә бала-сағаның 1,45 проценты тигән һүҙ. Тәү ҡарамаҡҡа бик бәләкәй тойолған һан нигеҙендә 13 меңгә яҡын әсе яҙмыш, күҙ йәштәре, билдәһеҙлек, ҡурҡыу тойғоһо менән бергә үҙҙәрен ошо яуаплы хеҙмәткә арнаған тәрбиәселәрҙең, профилле ведомство һәм дәүләт етәкселәренең көндәлек оло хеҙмәте, тырышлығы ята.
– Татьяна Геннадьевна, балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса һуңғы йылдарҙа ҡолас етмәҫлек эштәр башҡарылды, хәстәрлек менән һуғарылған закондар, ҡарарҙар донъя күрҙе. Балалар йорттарында йәшәгәндәр бөгөн үҙҙәрен нисек тоя? Ниндәй яңылыҡтарҙы ыңғай баһалар инегеҙ?
– Балаларҙың көндәлек тормошон ғаилә мөхитенә яҡынайтыу буйынса башҡарылған эште ыңғай баһалар инем. Ғаилә тибындағы, бөтә тейешле яңы ҡорамал, кәрәк-яраҡ менән йыһазландырылған бүлмәләрҙә йәшәү үҫмерҙәргә бик оҡшай. Шифаханаларға юлламалар, театрҙарға, премьераларға билеттар, төрлө ҡалаларға, иҫтәлекле урындарға сәйәхәттәр, ирекмәндәр ярҙамы, спорт ярыштары, уйындар – барыһы ла балалар хәстәрлегендә. Бындай төрлөлөктө, күп яҡлы ҡыҙыҡлы тормошто ғаиләлә тәрбиәләнгәндәрҙең дә барыһы күрә алмай әле. Ябыҡ учреждениела йәшәгән ҡыҙ һәм малайҙарҙың һәр көнө бер-береһенә һыу тамсыһылай оҡшамаһын, йөкмәткеле, файҙалы һәм ҡыҙыҡлы үтһен өсөн ниндәй генә осрашыуҙар, саралар ойошторолмай!
Шуларҙың береһенә – былтыр ғына ғәмәлгә ингән кәңәшсе-тәрбиәселек программаһына туҡталайыҡ. Уны тормошҡа ашырыу барышында тирә-яғыбыҙҙа сабыйҙар яҙмышына битараф булмаған, уларҙың тормошонда ниндәйҙер этәргес роль уйнарға, һәләттәренә юл асырға теләк белдергән етәкселәр, абруйлы шәхестәр менән осрашырға яҙҙы. Бер генә миҫал. 9-сы балалар баҡсаһында Олег Медунов тигән үҫмерҙең сәсен төрлө төҫтәргә буяу ғәҙәтен һәм уның мотлаҡ визажист булыу теләген иҫәпкә алып, уға кәңәшсе беркетергә булдыҡ.
Ул саҡта тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарған Илдар Һаҙыев менән осрашыу үҫмергә ниндәй дәрт өҫтәгәнен, ҡанат ҡуйғанын һөйләп тә аңлатырлыҡ түгел. Абруйлы ҡунаҡ менән әңгәмәләшеү, кәңәшләшеү, бүләккә кәрәкле эш ҡоралдары алыу егетте бер башҡа үҫтереп ебәрҙе, үҙенә ышанысты нығытты. Ул стажер булып эшкә урынлашты. Хатта Мәскәүҙә уҡып, тәүге күнекмәләр алып ҡайтыу мөмкинлегенә эйә булды.
– Минеңсә, етемдәргә кәңәшсе булырға бик күптәр теләр ине. Ниндәй талаптар буйынса һайлап алаһығыҙ?
– Балаларҙың күңеленә үтеп инерҙәй һүҙҙәр табып, һөнәр һайлауҙа юл күрһәтә, дөрөҫ кәңәш бирә алған шәхестәргә өҫтөнлөк бирәбеҙ. Сығарылыш алдында торған балалар кәңәшселәренең эш урындарында булып ҡайтҡандан һуң тәьҫораттары менән уртаҡлаша. Ябыҡ учреждение сиктәренән сығып, әллә күпме халыҡ эшләгән коллективтарҙа булыу, эш процесы менән танышыу – үҫмерҙәр тормошонда ҙур ваҡиға.
“Трансгаз Өфө” йәмғиәте менән өс йыллыҡ хеҙмәттәшлек балаларға һөнәр һайлауҙа үҙ емештәрен бирә. Юғары кластарҙа уҡыусыларҙы эш урындары буйлап экскурсияға йөрөтөү эҙһеҙ ҡалмай, һөнәрҙәр үҙләштереүгә ҡыҙыҡһыныу уяна.
– Тимәк, балалар йорттарының ҡалала йәки ҡала мөхитенә яҡын урынлашыуы һәр яҡтан да уңайлыраҡ?
– Мин улай тип раҫлай алмайым, сөнки ауыл мөхитенең үҙенә генә хас өҫтөнлөктәре етерлек. Ауылдарҙа тыуып үҫкән балалар өсөн үҙ төбәгендә, таныш кешеләре, яҡындары эргәһендәрәк йәшәү, һөнәр һайлау, бәлки, еңелерәктер ҙә. Ғәмәлдә балалар йортонан оло тормош юлына баҫыусыларҙың “сифаты” өсөн устав буйынса яуаплылыҡ ҡаралмаған. Әммә хәҙер учреждение коллективтары үҫмерҙәрҙе беҙ йәшәгән мөхиткә яраҡлаштырыу өсөн төрлө программалар өҫтөндә эшләй, айыҡ аҡыл менән ҡаршылыҡтарҙы еңергә өйрәтә.
Һүҙ ҙә юҡ, балаларҙың күбеһе үҙаллы тормош алдында ҡаушап ҡалыусан, шуға күрә тәрбиәселәр торлаҡ, белем, һөнәри йүнәлешкә бәйле һорауҙарға балалар менән бергәләп яуап эҙләргә ынтыла. Үҫмерҙәрҙе үҫеш юлында оҙатып барыу һәм кәңәшсе-тәрбиәселәр хәрәкәтен йәйелдереү программаларына ҙур өмөт бағлайбыҙ, сөнки билдәле йәшкә тиклем матди ярҙам күрһәтеү, бушлай фатир биреү, уҡытыуҙан тыш, балаларҙың эске донъяһы, рухи торошо ла мөһим бит. Дәүләт ҡанаты аҫтынан айырылып сыҡҡандарҙың бик һирәге генә үҙе тураһында хәстәрлек күрергә, тормошта үҙ урынын табырға әҙер, ҡалғандарына барыбыҙҙың да ярҙамы кәрәк.
– Һеҙ, оҙаҡ йылдар балалар хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендә даими эшләгән педагог, етәксе булараҡ, тәрбиәгә ҡағылған ҡанундарҙа “аҡ тап”тар бар тип иҫәпләйһегеҙме?
– Закондарҙың барыһы ла йәмғиәттәге бәләкәй, һәр яҡтан да ҡурсалауға мохтаж кеше хоҡуҡтарын тулыһынса яҡлауға йүнәлтелгән. Тик ҡайһы саҡта уйламай кире яҡҡа “бөгөп” ҡуйған осраҡтар ҙа бар. Тәрбиәләүҙә хеҙмәт “терапияһын” ҡулланмау, ҡулдан килерлек эштәрҙән дә тыйыу арҡаһында балаларҙы үҙаллылыҡтан, һөнәрле булыуҙан, ышаныстан мәхрүм итәбеҙ. Мин быны балалар йорттарының күп йыллыҡ тәжрибәһенән сығып әйтәм. Ошо етешһеҙлекте аҙмы-күпме бөтөрөү маҡсатында тәрбиәселәр сығарылыш алдында торған балалар өсөн социаль ҡунаҡханалар булдырып, уларҙы даими контролдә тота.
Бала бында үҙен хужа итеп тоя, үҙе йоҡонан уянырға, карауатын, бүлмәһен йыйыштырырға, кейемдәрен йыуып үтекләргә, аш-һыу әҙерләргә, аҡса иҫәпләргә өйрәнә. Бындай ябай ғына күнекмәләрҙе лә белеп үҫмәһә, ғүмер буйы әҙергә-бәҙер булып йәшәгән “хөкүмәт балаларына” тормошта бик ауырға тура килеүе бар.
Балалар йортонда бер баланы тәрбиәләүгә йылына 600 мең һум аҡса тотонола. Әгәр ҙә беҙ уны хеҙмәткә лә, үҙ-үҙен хәстәрләргә лә өйрәтмәй, ҡатмарлы, оло тормош юлына “багажһыҙ” сығарып ебәрһәк, үҫмерҙең йәмғиәткә тағы ла ҡиммәткәрәк хаҡҡа төшөүе ихтимал.
– Ә үҫмерҙәр үҙҙәренең белем алыуға, торлаҡҡа хоҡуҡтары хаҡында хәбәрҙармы? Ошо мөмкинлектәрҙе ҡулдан ысҡындырмау өсөн нимәләрҙе белергә, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә тейеш йәш кеше?
– Закондарҙың нескәлектәре күп. Әйҙәгеҙ, был хаҡтағы һорауҙарығыҙға тәрбиәләнеүселәр үҙҙәре яуап бирһен. Балалар йорттарының береһендә әңгәмәне дауам итербеҙ, шулай ҡыҙыҡлыраҡ та, фәһемлерәк тә булыр, һөйләштекме?
– Рәхмәт һеҙгә, Татьяна Геннадьевна, килештек!..