Йыһан кешелекте гел ылыҡтырған. Тик уның киңлектәрен XX быуатта ғына иңләй алғандар. Юрий Гагариндың Йыһанға осоуы әлегә тиклем илдә генә түгел, бөтөн донъяла булған иң мөһим ваҡиғаларҙан һанала. Советтар Союзында үҫкән һәр бала космонавт булырға хыяллана торғайны. Йылдар үтте, СССР тигән бөйөк дәүләт тарҡалды, тик Йыһан киңлеге менән ҡыҙыҡһыныу, космонавтарға ҡарата ихтирам тойғоһо әле лә көслө. Илдәге үҙгәртеп ҡороу, аҡсаһыҙлыҡ ҡыҙыҡһыныуҙы һис тә кәметмәне. Киреһенсә, үҫеп килгән быуынды сит планета, йондоҙҙар нығыраҡ ылыҡтыра кеүек.
Башҡортостанға космонавтар йыш килә. Йыһан киңлектәрен иңләгән батырҙар “Красноусол” шифаханаһында һаулығын нығыта, башҡа йомоштар менән дә республикаға юлдары төшә. Шулай ҙа ошо көндәрҙә баш ҡалала үткән “Өфөлә Гагарин көндәре” фестиваленә килгән “йыһан десанты”на тиңе булмағандыр: ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, СССР-ҙың осоусы-космонавы, авиация генерал-полковнигы, Рәсәй Космонавтика федерацияһы президенты Владимир Коваленок, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, СССР-ҙың осоусы-космонавы, авиация генерал-майоры Виктор Горбатко, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, СССР-ҙың осоусы-космонавы Александр Иванченков, Советтар Союзы Геройы, СССР-ҙың осоусы-космонавы, СССР-ҙың атҡаҙанған һынаусы-летчигы, авиация генерал-майоры Игорь Волк, Рәсәй Геройы, осоусы-космонавт, Рәсәйҙең космонавтар отряды летчигы, “Роскосмос” федераль йыһан агентлығы вәкиле Олег Скрипочка, Рәсәйҙең атҡаҙанған һынаусы-летчигы, СССР-ҙың һынаусы-космонавы — яҡташыбыҙ Урал Солтанов, Рәсәй Космонавтика федерацияһының башҡарма директоры, Рәсәйҙең Хәрби-йыһан көстәре полковнигы Вячеслав Барденков, Рәсәй Космонавтика федерацияһының эштәр идарасыһы Виктория Склярова. Делегация составында тағы бер яҡташыбыҙ, Гагариндың Йыһанға осоуын, күнекмәләрен, Йыһан батырын ҡаршы алыуҙы видеотаҫмаға төшөргән кинооператор Мәхмүт Рафиҡов та бар ине. Ҡунаҡтар, десант баш ҡалаға килеп төшөү менән “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында матбуғат конференцияһы үткәрҙе.
— Киләсәктәге эшмәкәрлекте йәштәрһеҙ күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Төп бурысыбыҙ – үҫеп килгән быуын менән эшләү. Башҡортостанда был йәһәттән бихисап эш башҡарыла. Космонавтика федерацияһының төбәк бүлексәһе бында яңыраҡ ҡына булдырылыуға ҡарамаҫтан, ул илдә алдынғыларҙан һанала. Меңәрләгән егет һәм ҡыҙҙың Йыһан тематикаһына мөрәжәғәт итеүе, “Гагарин көндәре”ндә ихлас ҡатнашыуы ҡыуандыра. Был сара менән бөтә йәштәрҙе лә Йыһанға саҡырмайбыҙ, бары тик әүҙем булырға, ныҡышмаллыҡ, маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ кеүек сифаттар тәрбиәләргә өндәйбеҙ, – тине Владимир Коваленок.
Юрий Гагариндың Ер шарын урап, кире осоп ҡайтҡанын видеотаҫмаға төшөргән яҡташыбыҙ Мәхмүт Рафиҡов был ҡыуаныслы мәлдәрҙе йыш иҫкә ала:
– Һуғыш башланғанда мин унынсы класта уҡый инем. Фронтҡа эләкмәнем. Авиация заводында эшләнем. Артабан Өфөләге һәм Мәскәүҙәге авиация институттарында белем алдым. Һуңынан С.А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институтына уҡырға индем. Уны тамамлағас, фәнни-популяр фильмдар киностудияһына эшкә ебәрҙеләр. Шулай итеп, Юрий Гагаринды видеотаҫмаға төшөргән беренсе оператор булдым. Йыһандан ҡайтҡан кешенең, уны уратып алған халыҡтың шатлығын күрһәтеү төп маҡсатым ине. Ул ваҡытта ҡыҙыҡлы кадрҙар төшөрҙөм, улар тотош донъяны урап сыҡты.
Артабан космонавтар Өфө мәктәптәренә юлланды. Балалар бихисап һорау әҙерләп ҡуйған. Космонавтар ҡайҙа ғына туҡтамаһын, уҡыусылар шунда уҡ һорауҙарын яуҙыра ла башлай, сөнки араларында “йондоҙло десант”тың килеүен түҙемһеҙлек менән көткәндәре байтаҡ. Мәҫәлән, баш ҡаланың 93-сө гимназияһы күптән ҡунаҡтарҙы ҡаршыларға әҙерләнгән, сөнки белем усағына ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, осоусы-космонавт Владимир Коваленоктың исеме бирелде. Шуныһы үҙенсәлекле: тантанала космонавт үҙе лә ҡатнашты.
– Һеҙҙең менән йәнә осрашыуыма шатмын, – тине Владимир Васильевич. – Минең өсөн был тулҡынландырғыс көн. Әйтерһең, дүртенсе тапҡыр Йыһанға осам! Һәр һөнәрҙә лә ҡуйған маҡсаттарыңа өлгәшеү, эшһөйәрлек мөһим. Ошо һәләттәрҙе үҫтергәндә, барығыҙ ҙа Ватанға тоғро граждандар булып үҫәсәкһегеҙ. Бынан бер нисә йыл элек тыуған илем Белоруссияла бюсымды ҡуйғайнылар. Был тантанала артыҡ тулҡынланманым, сөнки ваҡиға тураһында алдан белдем, әҙерләндем. Барыһы ла СССР-ҙың Юғары Советы Указына ярашлы башҡарылды. Ә бөгөнгө был ваҡиға мине ныҡ тулҡынландырҙы, сөнки гимназияға исемемде биреүҙе һорап, балалар үҙҙәре мөрәжәғәт итте. Шуға билдәле бер ваҡиғаға тип һаҡлаған тағы бер бюсымды һеҙгә ебәрергә ҡарар иттем, – тине космонавт. Һуңынан ул Юрий Гагарин кубогына үткән олимпиадала әүҙем ҡатнашҡан район мәғариф бүлектәренә, муниципаль берәмектәргә Рәсәй Космонавтика федерацияһының һәм Константин Циолковский исемендәге миҙалдар тапшырҙы.
Уҡыусылар космонавт, Рәсәй Геройы Олег Скрипочканың һөйләгәндәрен дә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы. Ул “Союз ТМА-01М” карабында 2010 йылдың 8 октябрендә Йыһанға осҡан. МКС менән тоташҡандан һуң, станцияла 2011 йылдың 16 мартына тиклем эшләгән, өс тапҡыр асыҡ Йыһанға сыҡҡан. “Мине иң тетрәндергәне элек Арал диңгеҙе йәйрәп ятҡан ерҙәге уйһыулыҡ булды. Әле Йыһандан ҡарағанда, ер өҫтөндә элекке диңгеҙ урынында ике күл генә бар һымаҡ. Экологик һәләкәттең ни тиклем аяуһыҙ булыуын күреп шаҡ ҡатҡайным”, – тип һөйләне ул. Балалар иһә космонавҡа һорауҙарын бирергә ашыҡты: осоу алдынан әҙерлек күпме ваҡытты ала, космонавтарҙың эш тәртибе ниндәй, йыһан станцияһында ниндәй тикшеренеүҙәр алып бараһығыҙ, ергә әйләнеп ҡайтҡас, ниндәй тойғолар кисерәһегеҙ, ниңә “Фобос-грунт” станцияһы ҡолаған, космоста шырпы янамы? Ваҡыты тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, Олег Иванович уҡыусыларҙың һәр һорауына яуап бирҙе, автограф таратты.
Башҡортостан Социаль технологиялар институтында космонавтар “Аҡыллы баштар” конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләне. 131-се мәктәптең IX класс уҡыусыһы Екатерина Лапук үҙенең еңеүенә ышанмай торҙо. Ул Рәсәй космонавтикаһының тарихын иң шәп белгән уҡыусы булып танылды. Екатерина Йыһан батырҙары алдында Ерҙең тәүге яһалма юлдашы тураһында ҡыҙыҡлы доклад менән сығыш яһаны. Артабан уҡыусылар һәм “йондоҙло десант” Рәсәй космонавтикаһының тарихына арналған “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашты. Залдағы ҙур экрандың “теге яғында” – Аэрокосмик йыһаздар эшләүсе Санкт-Петербург дәүләт университетының ЮНЕСКО кафедраһы хеҙмәткәрҙәре, Мәскәү, Әстрхан, Новороссийск мәктәптәренән уҡыусылар. Һөйләшеү бик йәнле барҙы.
– Йыһандан ҡайтҡан һәр космонавт иң тәүҙә ошо һүҙҙәрҙе әйтә: “Ер шундай бәләкәй…” — ти Владимир Коваленок. – Был, ысынлап та, шулай. Беҙ Ер шарын һаҡларға, ҡурсаларға тейеш. Һуғыш асҡан илдәр, дәүләттәр бар. Ләкин Йыһанда булғанда Ер шарындағы сиктәр күренмәй. Барыбыҙ ҙа бер кәмәлә йөҙәбеҙ һәм уны һелкетергә ярамауын онотмайыҡ. Рәсәй космонавтикаһының тарихы бай. Уны белергә кәрәк. Шуға ла, әгәр уҡыусылар менән осрашыуға саҡыралар икән, бер һүҙһеҙ ризалашам.
Олимпиада, конкурстарҙа еңеүселәрҙе Республика урыҫ дәүләт академия драма театрында тәбрикләнеләр. Өс көн барған күләмле сараға йомғаҡ яһалды. “Йондоҙло десант” ҡабаттан күрешкәнгә тиклем хушлашты. Балалар менән аралашыуҙан тыш, улар Хөкүмәт даирәләрендә төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен хәл итте. Мәҫәлән, Өфөлә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн аэройыһан үҙәге ойоштороу мөмкинлеге, Башҡорт дәүләт университетында асылған Йыһан хеҙмәттәре белем биреү үҙәгенә ярҙам, шулай уҡ республика балаларының “Байконур” космодромына барыу мәсьәләләре ҡаралды.
Лилиә ҒАФАРОВА.