Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Закон талап итә
Закон талап итәПенсионерҙар, кискеһен йортта мәшәҡәт бөткәс, ихата алдындағы эскәмйәгә сығып ултыра. Ҡыш көнө күп ваҡыт өйҙә, телевизор алдында үтә. Ә бына яҙын, йәйен рәхәт: көнө буйы ҡояш йылытҡан ҡоймаға арҡаны терәп, батып барған күк есеменең һуңғы нурҙары иркәләүенә күҙҙе яртылаш йомоп, рәхәтлеккә сумаһың. Сүгәрмәк күл яғынан дымлы һауа менән тал, ҡайын бөрөһөнөң, аяҡ аҫтында уяна башлаған ер еҫе танауҙы рәхәтләндерә. Битте йомшаҡ яҙғы ел иркәләй. Йәшәге килеп китә, яҙға сыҡҡас бер ҙә үлге килмәй.
Күрше Сәлих тә минең янға килеп ултырҙы. Икебеҙ ҙә пенсионер. Минең ғүмер балаларға мәктәптә аң-белем биреп үтте. Район үҙәгенән ҡунаҡҡа ҡайтҡан күрше малайы шуны гел иҫкә төшөрөп тора.
— Ағай, һин мине дөрөҫ уҡытмағанһың! — ти.
— Ниңә, совет программаһы менән уҡыттыҡ инде.
— Совет программаһы шул. Гел закон буйынса ғына йәшәргә ҡуштығыҙ, аҙ ғына урлашырға, алдашырға өйрәтһәгеҙ, мин бөгөн “яңы башҡорт” булып йөрөр инем, һиңә лә өлөш сығыр ине. Бына йөрөйөм инде намыҫлы хәйерсе булып.
Сәлих, суҡынған, пенсияға 55 йәштән сыҡты. Колхозда иретеп йәбештереүсе булып эшләне. Дөрөҫөрәге, һуңғы ун йылда колхоз рәйесенә ҡойма, ҡапҡа, тағы әллә нәмәләр яһап йөрөнө, ә сварщиктар иртә пенсияға сыға икән, хәҙер, ана, үгеҙ кеүек булһа ла, өйөндә пенсия ашап ята.
Иренеп кенә әңгәмәләшәбеҙ. Ауылда күршенең — һиңә, һинең күршегә әйтер яңылығы юҡ. Минең малай ҡайҙа эшләй, күпме ала, уның ҡыҙы ниңә кейәүҙән айырылған, ейәндәрҙең фатиры нисә бүлмәле икәнен күптән беләбеҙ. Ельцин алкаш булғанмы, Горбачевтың ҡатыны Рәйсә татармы, мәрйәме, шәкәр ҡомо күпмегә күтәрелергә мужыт — барыһы ла тикшерелгән. Клинтон менән Мониканың интим мөнәсәбәтен үҙҙәренән дә күберәк беләбеҙ, афған һуғышын нисек туҡтатырға ла планыбыҙ һыҙылған.
Был юлы Сәлих күрше, күҙен ҡыҙғылт ҡояшҡа табан бороп, бер аҙ йомоп ултырҙы ла кинәт кенә әйтеп ҡуйҙы:
— Мин әбрәкәй эшләргә булдым әле.
— Әбрәкәй түгел, бәҙрәф тиң.
— Ну, пусть бәҙрәф булһын или туалет, как хочешь.
Ауыл кешеһе кинәйә менән һөйләй. Минең бәҙрәф иҫкергәнгә төрттөрә, яңыһын һалырға йөрөгәнемде белә, оҙаҡ әҙерләнгәнемә ишара яһай, суҡынған.
— Төҙөлөш өсөн рөхсәт кәрәктер ул, силсәүиткә бармайынса яраймы икән?
— Ну шул учителлегеңде, йөрөрһөң инде закун эҙләп, әбрәкәй өсөн закон бер: ишеге ҡибла яҡта булырға тейеш.
Бер аҙнанан Сәлихтең аҙбар артында шыршы таҡтанан бәҙрәф ҡалҡып сыҡты. Ә минең күңелде ҡорт кимерә, йыл һайын милиция, янғынсылар рейд яһай, йәнәһе, профилактика үткәрәләр. Минең бәҙрәфкә нимә тиерҙәр?
— Беҙгә килеп дөрөҫ эшләгәнһең, — тине ауыл хакимиәте башлығы Хәниф Кәримов, — сельсовет ултырышында 12-се нумерлы ҡарар сығарҙыҡ: ауыл хакимиәте решениеһынан башҡа ихатала бер постройка ла булырға тейеш түгел. Өҫтән шулай ҡушалар. Улай ғына ла түгел, нимә төҙөйһөң, мунсамы, һараймы, районға барып капиталь төҙөлөш бүлегенән проект яһатып ҡайтырға тейешһең.
— Бәҙрәфкә лә проект кәрәкме ни?
— Ә һин нисек уйлайһың?! Проект булғас, уны район теркәү палатаһында теркәтергә кәрәк, теркәткәс кенә ул — һинеке.
— Минең ихатала булһа ламы?
— Кәнишне. Өйөң янында булһа ла. Урлап китһәләр, теркәлмәһә, заявить итә алмайһың, үлһәң, васыят итеп тә ҡалдырып булмай. Мало что, хәҙер кешегә ышанып буламы?!
Район үҙәгенә, капиталь төҙөлөш бүлегенә барырға тура килде. Начальнигы бик һәйбәт кеше икән. Төҫлө альбомдан әллә нисә төрлө әбрәкәй рәсеме күрһәтеп, һайлап алырға ҡушты.
— Бер аҙнанан, ағай, проект әҙер буласаҡ, әҙерәк түләргә тура килер, — тине ул.
Бер аҙнанан проектты күтәреп янғын инспекцияһына киттем. Йәш кенә матур майор махсус журналға ғаризамды теркәп:
— Ағай, туалетыңды өй, аҙбар, мунсанан не менее ун биш метр йыраҡлыҡта, янмаусан материалдарҙан төҙө, — тине.
— Ниңә улай?
— Төрлөһө булырға мөмкин: ҡунаҡ саҡырырһың, ә ул туалетта тәмәке тартып ултырырға может, үҙең ҡағыҙ яндырам тиерһең, в результате — пожар...
Дөрөҫ һөйләй бит, йәш булһа ла.
ОКС начальнигы проекттан тайпылмаҫҡа ҡушҡайны, эшләй башлағас, барып сыҡманы. Мәҫәлән, проект буйынса түшәм тәпәшәк ҡуйылған. Минең буй ҙур түгел дә ул, ә ике метрлыҡ бажа ҡунаҡҡа килһә? Яңынан төҙөлөш бүлегенә барырға тура килде.
— Ағай, юғарыла раҫланған 18 плюс 41 нумерлы ГОСТ. А артикле нигеҙендә проектты эшләнек, — тип аңлата начальник. — 1991 йылда 182-се инструкция нигеҙендә беҙ самовольно проектты үҙгәртә алмайбыҙ.
Сәлих менән йәнә эскәмйәлә ултырабыҙ. “Нисек хәлдәр, әбрәкәй төҙөләме?” — тип йылмая ҡәһәр.
— Проектты үҙгәрттеләр, — тим, — 1991 йылғы ГОСТ менән Б артикле нигеҙендә төҙөргә рөхсәт алдым.
— Әле һинең яфаларың былай ғына бөтмәйәсәк. Рәсми рәүештә дәүләт ҡабул итеүен көтөп тор. Ана Хәйби бабай өсөнсө йыл төҙөлгән мунсаһына инә алмай. Төтөн торбаһы биш сантиметрға ҡыҫҡа булған. Ул да шул һинең кеүек телевизорҙан, хоҡуҡи дәүләт төҙөйбөҙ, тигәнгә ышанып йәшәй.
Ауыр һулап ҡуйҙым. Сәлих әле минең алда ниҙәр торғанын белмәй. Бәҙрәф төҙөлөп бөткәс, район үҙәгендәге техник инвентаризациялау бюроһына бараһы, теркәү палатаһына инеп теркәтәһе бар, бөтөнөһө түләүле. Күпмегә төшөр инде был бәҙрәф, Хоҙай ғына белә.
Алла белһә-белһен, бер үк Сәлих ишетмәһен.
Рәзиф ЗИЯТДИНОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә