Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Мәктәптәргә ярҙам итәсәкбеҙ”
“Мәктәптәргә ярҙам итәсәкбеҙ”
Радий Хәбиров педагогтарға бер нисә аныҡ тәҡдим менән мөрәжәғәт итте.

“Торатау” Конгресс-холында “Взлетай” (“Ос”) мәктәп белеменең беренсе форумы ойошторолдо. Унда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне. Фойела төрлө белем биреү учреждениелары бай китап күргәҙмәһе ойошторҙо, ә “Балалар һәм диетик туҡланыу” үҙәге үҙҙәренең аш-һыуы менән таныштырҙы.

Радий Хәбиров белдереүенсә, йыйы­лыуҙың үҙенә күрә сәбәптәре лә бар – киләсәктә тыуған республикабыҙ мәктәп­тәрендә белем биреү нисек алып барылырға тейеш? Әлбиттә, алдыбыҙҙа мөһим бурыстар тора. Ил Президенты бихисап милли проекттар тәҡдим итте. Өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе – “Мәғариф” милли проекты. Һөҙөмтәлә 2024 йылда уҡытыу сифаты буйынса тәүге ун ил исемлегенә инергә тейешбеҙ.

Радий Фәрит улы өлгөрөп еткән бер нисә аныҡ тәҡдим менән педа­гогтарға былай тип мөрәжәғәт итте:
– Бәлки, республикабыҙҙа аҙна­һына биш көн уҡытыуға күсергә ваҡыттыр? Әйҙәгеҙ, ошо турала уйлашайыҡ. Бөгөн ғәзизебеҙҙе нисек күҙ алдына килтерәбеҙ? Ул – арыған һәм талсыҡҡан бала, аҙнаһына алты көн буйына уға белем бирергә ынтылабыҙ. Шул уҡ ваҡытта уларҙың мәктәптән һау-сәләмәт, бәхетле сығыуын теләйбеҙ. Бының өсөн нимә тәҡдим итәбеҙ?

Республика етәксеһе бушап ҡалған шәмбе көндәрен файҙалы итеп уҙғарыу кәрәклегенә баҫым яһаны. Әйтәйек, спортҡа, тыуған яҡты өйрәнеүгә һәм бүтән тармаҡҡа ваҡытты бүлеү насар түгел дә инде. Шул уҡ ваҡытта биш көнлөк уҡыуға күсеү уҡытыусыларҙың матди хәлендә сағылыш табырға тейеш түгел, тине ул.

Радий Хәбиров тыуған яғы Ишембай районына эш сәфәре барышында муниципаль район хаки­миәте башлығы менән Бәрҙешле ауылына һуғылыуын телгә алды. Бында башланғыс кластар мәктәбе эшләһә лә, бер ҡасан да балалар баҡсаһы булмаған. Хәҙер иһә, киреһенсә, мәктәпте ябып, уны балалар баҡсаһы итеп үҙгәрткәндәр. Республика етәксеһенең һүҙҙәренә ҡарағанда, ауыл мәктәбен тамамлап, оло донъяға сыҡҡан балаларға өҫтәмә конкурент була алырлыҡ өҫтөнлөктәр тураһында уйланыу зарур. Шуның өсөн дә “Взлетай” проектын мәктәп программаһына индереүҙе тәҡдим итеү отошло. Мәҫәлән, водитель таныҡлығы үҫмергә бик тә кәрәк.

Радий Фәрит улы егет һәм ҡыҙ­ҙарға вальс бейергә өйрәтеү ха­ҡында ла тәҡдимен еткерҙе, юғиһә ысын бейеү урынына, бер урында тапаныуҙан ары китә алмайҙар.

– Тағы ла кешегә нимә кәрәк? – тип дауам итте сығышын республика етәксеһе. – Миңә ҡалһа, инглиз телендә аралашыу. Ысынлап та, балаларҙы инглиз теленә өйрәткәндә күп ваҡытты орфография менән грамматикаға бүләбеҙ. Сит илгә барғанда ул инглиз телендә иркен һөйләшә белергә тейеш. Шулай уҡ шахмат уйнарға өйрәнеү, милли мәҙәниәтте, милли телдәрҙе белеү тураһында ла фекер алышайыҡ.

Төбәк етәксеһе ауыл мәктәбе мәсьәләһенә айырым туҡталды. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, “Ауыл уҡытыусыһы” программаһын раҫ­лау тәҡдиме менән сығыш яһаясаҡбыҙ. Мәҫәлән, быйыл уҡ бюджетҡа 60 миллион һум аҡса һалып ҡуйып, киләсәктә ауыл уҡытыусыһына 600 меңәр һумдан 100 грант булдырыу үҙен аҡлаясаҡ.

Ауыл тигәндән, “мәктәп автобусы” төшөнсәһе күптән телмәргә инде. Әле бөтәһе 1200 автобус иҫәпләнә, 1,5 мең бала уларға ышанып тапшырылған. Ҡайһы бер райондарҙа водителдәр автобус салонын байрамса биҙәгән, ә кемдәрҙер балаларҙы мәктәпкә илткәндә йәки өйҙәренә алып ҡайтҡанда хатта йырлап та ала икән. Радий Хәбиров Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына күтәрен­ке кәйеф өләшкән водителдәрҙе дәртләндереү сараһын күреү хаҡында уйларға ҡушты.

Республика етәксеһе уҡыусы балалар араһында таралған буллинг, скулшутинг, кибербуллинг кеүек яуыз­лыҡҡа ҡаршы көрәшергә са­ҡыр­ҙы, мәктәптә ирекмән хәрәкәтен үҫтереү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Һүҙ ҙә юҡ, барыбыҙ өсөн дә иң мөһиме – сифатлы белем биреү. Әгәр ҙә рейтинг формаһын индер­һәк нисек булыр икән? – тине Радий Фә­рит улы. – Йыл һайын 10 иң яҡ­шы ҡала һәм 10 иң алдынғы ауыл мәк­тәбен билдәләп, гранттар тап­шырһаҡ, ул мәктәп үҫешенә ҙур йоғон­то яһаясаҡ. Йәнә бына нимә тураһында һүҙем, әйҙәгеҙ, һәләтле балаларҙы ҡурсалайыҡ. Улар Мәскәү, Санкт-Петербург вуздарында уҡыһын, уның ҡарауы, туған республикабыҙға эшкә ҡайтһын! Шулай уҡ беҙҙең белем биреү усаҡтары тигеҙ мөмкинлек бирелгән мәктәптәр булып ҡалһын ине.

Пленар ултырыштан һуң эш фекер алышыу майҙансыҡтарында дауам итте. “Заманса донъяның яна­уы һәм беҙҙең яуап”, “Һәр ба­лаға тигеҙ белем алыу мөм­кин­лек­тәре”, “Һәләтле балаларҙы педа­гог­тарҙың ҡурсалауы”, “Сыға­рылыш уҡыусыларының конкурент­лылы­ғын күтәреү”, “Уҡытыусы ауылда – позицияны нығытыу”, “Һанлы быуат мәктәбе”, “Заманса хәүефһеҙ мәктәп”, “Мәктәп ашха­наһы – эҙмә-эҙлекле мөнәсәбәт” һәм башҡа секция эштәре шуға асыҡ миҫал.

Республика етәксеһе яңы эш форматы – “Мәғариф сәғәте”н аҙнаһына ике тапҡыр үткәреүҙе әйтте, ә мәктәп белеме форумы йыл һайын уҙғарыласаҡ, тине.

Зинфир ҒӘЛИНУРОВ, Яңауыл ҡалаһының 4-се мәктәбе директоры:
– Алыҫ тарафтарҙан мәғарифҡа ҡағылышы булған хәбәр ишетергә тип ашҡынып килеп еттек. Әлбиттә, уҡытыуҙың элекке алымдары насар түгел, шул уҡ ваҡытта яңы йүнәлештәр ҙә кәрәк. Шул турала бигерәк тә уйланабыҙ. Мәҫәлән, мәктәптә ирекмәндәр хәрәкәте тураһында һүҙ булды, әлбиттә, уларҙы үҫтерергә кәрәк.

Зөлфидә МУЛЛАҒӘЛИЕВА, Бишбүләк районы Бишбүләк ауылы 2-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:
– Уҡытыусы – ауылда төп фигура, уҡытыусы барыһын да үҙенең эсенә ала. Ул мәғрифәтсе лә, ирекмән дә, төрлө мәҙәни сарала ҡатнашыусы ла, ҡыҫҡаһы, һәр башланғыстың башында тороусы. Элекке шикелле ауыл уҡытыусыһының абруйы ниндәй кимәлдә? Балаларҙың педагогка ҡарата мөнәсәбәте нисек? Ә бына республика етәксеһенән ауыл мәктәбенә иғтибарҙы ишетеп ныҡ ҡыуандым.


Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөлә байрам көндәрендә түләүле парковкалар өсөн аҡса алынмай

Өфөлә байрам көндәрендә түләүле парковкалар өсөн аҡса алынмай 18.02.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә байрам көндәрендә түләүле парковкалар өсөн аҡса алынмай...

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙ лотереяла 12 миллион һумға яҡын аҡса отҡан

Яҡташыбыҙ лотереяла 12 миллион һумға яҡын аҡса отҡан 18.02.2026 // Йәмғиәт

Еңеүсе әлегә аҡса алыу өсөн мөрәжәғәт итмәгән....

Тотош уҡырға 1

Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин «Өфөнөң почетлы гражданы»  исеменә лайыҡ булды

Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин «Өфөнөң почетлы гражданы» исеменә лайыҡ булды 18.02.2026 // Йәмғиәт

Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин «Өфөнөң почетлы гражданы» исеменә лайыҡ булды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда тыл эшсәне бер быуатлыҡ ғүмер байрамын билдәләне

Башҡортостанда тыл эшсәне бер быуатлыҡ ғүмер байрамын билдәләне 18.02.2026 // Йәмғиәт

Нефтекамала тыл эшсәне Бибий Миңлеғолова 100 йәшлек юбилейын билдәләне. Ошо иҫтәлекле көндө ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда Рамаҙан айында ураҙа тотоу ваҡыты һәм саҙаҡа күләме билдәләнде
Республикала пенсионерҙарҙы һәм уларҙың пенсияһын иҫәпләнеләр

Республикала пенсионерҙарҙы һәм уларҙың пенсияһын иҫәпләнеләр 17.02.2026 // Йәмғиәт

Республикала пенсионерҙарҙы һәм уларҙың пенсияһын иҫәпләнеләр...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда балалар сәләмәтлеген һаҡлау Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе тип танылды
Республикала Аксенов — Аксаков — Бәләбәй юлы участкаһы ваҡытлыса ябылды
Өфө аэропорты ғәҙәти режимда эшләй башланы

Өфө аэропорты ғәҙәти режимда эшләй башланы 17.02.2026 // Йәмғиәт

«Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һауа температураһының ҡапыл түбәнәйеүе көтөлә
Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде 17.02.2026 // Йәмғиәт

Ҡотҡарыусылар урамда асыҡ урындарҙа ҡалмаҫҡа, бинала тәҙрәләргә яҡын килмәҫкә кәңәш бирә....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда Ғашиҡтар көнөндә тағы 174 ғаилә барлыҡҡа килгән

Комментарий өҫтәргә