Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һөйөүҙәре бүтәндәрҙе кәмһетеү аша эшләнмәне
Пәйғәмбәребеҙ әйткән: “Атаның балаһына иң ҙур байлығы — яҡшы тәрбиә”.
(Ат-Тирмизи хәҙистәренән).


Тормоштағы ҡапма-ҡаршылыҡлы күренештәрҙе баһалап бөтөү мөмкин түгел. Бөгөн ул бер яңылығы менән ҡыуандырһа, икенсеһе мотлаҡ һағайтып ҡуя. Былар — социаль өлкәнең бер үҙенсәлеге лә. Рәсәйҙең белем биреү системаһында хуплау тапҡан һәм тапмаған тәжрибәләр унда шулай уҡ асыҡ сағылыш алды. Ил Президенты В. Путин, эшмәкәрлегендә социаль сәйәсәткә өҫтөнлөк бирәсәген әйтеп, 2012 йылда уҡытыусыларҙың уртаса эш хаҡы төбәктең уртаса эш хаҡына тиклем үҫәсәк, тип белдерҙе. Ә бөгөн мәктәпкә бәйле мәсьәләләр аҙ түгел. Айырым граждандарҙың мөнәсәбәте лә уйға һалырлыҡ.

Әле яңыраҡ ҡына Өфө мәктәптәренең береһендә психолог булып эшләгән бер танышым Игорь исемле атаның мәктәпкә килеп, икенсе класта уҡыған малайҙы ҡурҡытыуын һөйләп аптырауға һалды. Ни өсөн айыҡ аҡыллы ата башланғыс класс уҡыусыһына янап йөрөргә тейеш? Баҡтиһәң, ошонда уның ҡыҙы менән теге малай талашҡан. Ҡыҙ бала атаһына ошаҡлау менән “бала йәнле атай” икенсе үҫмерҙең алҡымынан алыуҙы иң яҡшы тәрбиә сараһы тип тапҡан. Үҙ ҡыҙына һөйөүен шул рәүешле раҫлаған атайҙың ҡылығы һағайтмай ҡалмай. Ә уйлаһаң, Рәсәй мәктәптәрендә бындай күренеш хәҙер яңылыҡ түгел. Былтыр ғына күпме шау-шыу булып алды! 2010 йылда Петербургта Ольга Харитоновна тигән башланғыс класс уҡытыусыһына бер уҡыусы баланың атаһы ҡул күтәрҙе, шул уҡ йылдың декабрендә Новосибирскиҙа ошондай уҡ ваҡиға ҡабатланды. Быйыл февралдә Томскиҙа 18 йәшлек ике уҡыусының уҡытыусыға ҡул күтәреүен яҙып сыҡтылар. Бындай миҫалдарҙы тағы ла килтерергә була.
Мәктәп тигән изге төшөнсәгә, бөйөк уҡытыусы исеменә тап төшөрөү ҡасаныраҡ башланды һуң? Беҙҙә “заман заңы” тигән һүҙ бар бит. Йәмғиәттең ауырыу өлкәләре етерлек. Социаль тормош еңел түгел. Ысынлап та, мәктәп шул сылбырҙың иң йомшаҡ быуынсаһына әйләнеп барамы юғиһә?
Белем, ғилем һәр беребеҙ өсөн — мөҡәддәс төшөнсә. Ләкин ошо изге урынға ҡара яғыуҙың, ниндәйҙер тыйылған сиктәрҙе үтеүҙең сәбәбе нимәлә? Был кире күренеш һәр төбәккә ҡағылды тип раҫларға йыйынмайым. Һис кенә лә улай түгел. Әммә ниндәйҙер йүнәлеш барлығы һағайта. Мәктәпкә килеп даулашып, йоҙроҡ болғаған хәстәрлекле “үәлиҙәр” (опекундар) йә үгәй ата, йә айырылышып, ғаиләһенән ситтә йәшәгән атай булып сыға икән. Балаһының киләсәгенә яуаплы ҡараған ысын атайҙарҙан айырмалы, уларҙың тәрбиә мәсьәләһенә мөнәсәбәте бик ябай. Ә ысын тәрбиәне сабырлыҡтан тыш күҙ алдына килтереп булмай. Даулашыусылар иһә мөмкинлек тыуғанда шәплектәрен күрһәтеп ҡалырға тырышыусылар, яҡшы, хәстәрлекле атай ролен башҡарыусылар. Тәрбиә, ысынбарлыҡта, көндәлек эш. Еңел булмаған хеҙмәт. Атай-әсәйҙең йылыһын даими тойоп үҫкән һәр кем шулай тип әйтәсәк. Уларҙың беҙҙе һөйөүе бүтәндәрҙе кәмһетеү аша эшләнмәне, беҙҙе киләсәккә ғауғаһыҙ, талаш-тартышһыҙ әҙерләүҙең икенсе юлдарын тапты. Ихласлығын, нисек яратыуҙарын күңелебеҙ менән тойоп йәшәнек. Хәйер, был тойғо үҙебеҙҙә һәм ул ни ҡәҙәр бәхетле икәнлегебеҙҙе аңларға ярҙам итә.
Ҡайһы бер ижадсыларҙың үлемһеҙ әҫәрҙәре нигеҙендә ошо хис-тойғо яталыр, тим. Уҡытыусылар тураһында ниндәй бөйөк әҫәрҙәр бар! Мәшһүр яҙыусы Сыңғыҙ Айтматовтың “Беренсе уҡытыусы” повесы кемде генә тетрәндермәй! Ҙур булмаған повесть социаль-психологик проблеманың тәрәнлеге менән таң ҡалдыра.
Уҡытыусы Дөйшәндең образы үҙ заманының алдынғы быуын вәкиле булып күҙаллана. Мәктәпкә, уҡыусыларына мөнәсәбәте ниндәй бит әле! Боҙло йылға аша бер баланы етәкләп, икенсеһен арҡаһына йөкмәп алып сығып йөрөй. Ҙур ғалимдар әҙерләү өсөн мәктәбендә ныҡлы нигеҙ һалыусының ҡаһармандарса хеҙмәтен, фиҙаҡәрлеген, рухи көсөн күрһәтә яҙыусы. Уҡытыусы тураһында бындай тере легенданы хәҙер табып уҡыуы анһат түгел. Мостай Кәримдең беренсе уҡытыусыһына арналған шиғыры ла шундай уҡ көскә эйә тип әйтергә мөмкин. Уҡытыусыға арналған иҫтә уйылып ҡалырлыҡ ундай шиғри юлдар һирәк. Уны уҡыған саҡта ирекһеҙҙән әҙиптең оло инәһе күҙ алдына лә баҫа. Кеше матурлығын, яҡты ынтылыштарҙы күрергә, аңларға ярҙам иткән сабыр һүҙле, сабыр ҡарашлы инәй образы...
Күңел йылыһы, миһырбанлыҡ, ихласлыҡ ғилем аша бирелмәй. Ләкин ғилем менән ҡушылһа, улар халыҡтың рухи көсөнә әйләнә. Матурлыҡҡа һоҡланыу, йәлләү хисе, тирә-йүндәгеләрҙе хөрмәт итә белеү — былар бик борондан килә. Бер кем дә был тойғоларҙан мәхрүм ителмәгән, бәлки, уны кемдеңдер күңелендә уятыр өсөн ваҡыт кәрәктер. Рухһыҙлыҡ кешене таш бәғерлегә әйләндерә. Ҡатылыҡ менән осрашабыҙ икән, бының сәбәптәре лә шунда яталыр. Мин үҙемдең ҡәрсәмде һәр саҡ йылылыҡ менән иҫкә алам. Уның кешеләр менән мөнәсәбәте, йомартлығы, йолаларҙы хөрмәт итеүе, үтәүе, һаҡлауы... Шуларҙы иҫләһәм, шатлыҡ менән осрашҡандай булам. Күңелдәге рухи ҡиммәттәр һүнмәй, ә, бәлки, “заман мәшәҡәттәре” тигән һылтау уларҙы төпкә йәшеренергә мәжбүр итәлер. С. Айтматовтың повестарын, М. Кәримдең шиғырҙарын ҡабаттан уҡып та шул һулышты яңынан терелтергә була. Һәр быуынға һалынған был терелеү көсө. Ғилем арта, үҫә, ләкин йән ихтыяжы мәңгелек. Сабырлыҡ, ихласлыҡ, изгелек аша бара кешелек үҫеше. Шулар менән йән туҡлана. Был тойғолар яҙ булып күңелдә йәшәй. Мәңгелек яҙ. Уны ваҡытында уятып торорға кәрәк.
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21