Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡояшлы булһын үҫмер саҡ!
2012 йыл республикабыҙҙа Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы исеме аҫтында үтә. Башҡортостан Президенты тарафынан ғаиләләргә мөнәсәбәтте ыңғай яҡҡа үҙгәртеү, балалар өсөн яуаплылыҡты көсәйтеү маҡсатында иғлан ителгәйне ул.
Балаларҙы тормошобоҙ йәме, йәшәйешебеҙ мәғәнәһе тибеҙ, киләсәгебеҙ тип уларға ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Һүҙ ҙә юҡ, йыл һайын 1 июндә үҫеп килеүсе быуынға арналған сағыу тамашалар, мауыҡтырғыс кисәләр ойошторола, кескәйҙәрҙең йөҙҙәрендә бәхет сағылдыртҡан, күңелдәрен ҡанатландыртҡан илаһи мәлдәр бүләк ителә.
Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө 1949 йылда Парижда үткән Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар федерацияһы ҡарары буйынса булдырылған, шул осорҙан алып был көндө барлыҡ илдәрҙә лә йәмәғәтселектең иғтибары кескәйҙәр һәм үҫмерҙәр проблемаларына йүнәлтелә.
Баланың иң төп хоҡуғы — сабый сағын шатлыҡҡа төрөнөп, ата-әсәһенең йылы ҡосағында тәрбиәләнеү. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барыһына ла берҙәй бәхеткә сорналып йәшәү тәтемәй, йәберләнеү, ҡыйырһытылыу, көсләү кеүек кешелекһеҙ күренештәр, хатта йән өшөткөс хәлдәр менән дә осрашыла.
1989 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы тарафынан ҡабул ителгән Бала хоҡуҡтары конвенцияһы бала хоҡуҡтары халыҡ-ара кимәлдә ҡаралған тәүге һәм төп документ булып һанала. Уға 61 ил ҡул ҡуйған. Рәсәйҙә бала хоҡуҡтары “Рәсәй Федерацияһында бала хоҡуҡтарының төп гарантиялары тураһында”ғы Закон менән дә яҡлана. Шулай ҙа уларҙың хоҡуҡтары боҙолоуы осраҡтары йыш, өлкәндәрҙең аңлауына, яуаплылығына һәм хәстәрлегенә мохтаждары күп. Үкенескә ҡаршы, ВИЧ-инфекциялы сабыйҙар тыуыуы дауам итә, ауыр сирле сабыйҙар дарыуҙарға ҡытлыҡ кисерә, тиҫтә меңдәрсә бала етем мөһөрө йөрөтә, ҡанһыҙлыҡ ҡорбандары ла бар...
Республикала балалар халыҡтың дүрттән бер өлөшөн тәшкил итә. Улар 551,9 мең ғаиләлә тәрбиәләнә. Әммә миһырбанлыҡҡа өмөт иткәндәре лә аҙ түгел. Тыуып үҫкән еренән айырылып, балалар йорттарында йәшәргә мәжбүр булыусылар ҙа кәмемәй. Әлеге ваҡытта федераль мәғлүмәт банкында 130 мең самаһы үҫмер ғаиләгә алыныуҙы көтә.
Һүҙ юҡ, төбәгебеҙҙә балаларҙы ҡурсалау һәм хәстәрләү буйынса ҙур эш алып барыла. Республика етәкселеге йылдан-йыл ярҙам сараларын арттыра, мәҫәлән, балалы ғаиләләр 30-ҙан ашыу төр пособиенан һәм социаль ярҙамдан файҙалана.
Биргәндең ҡулы ҡоромаҫ, ти халыҡ. Һуңғы ваҡытта ауырыу һәм тормошта ауыр хәлдә ҡалған балаларға йәмәғәтселектең иғтибары көсәйтелә. Һөҙөмтәлә хәйриә фондтары эше йәнләнә, бағыусылыҡ әүҙемләшә, мәрхәмәтлелек кеүек изге сифатҡа эйә булыусылар арта.
Әгәр балаларға мөнәсәбәтте тамырынан үҙгәртмәһәк, ҡурсаланмаған, берәҙәклектә йөрөгән, өлкәндәрҙең баҫымы аҫтында көн күргән үҫмерҙәрҙең күңеле ниндәй “материал”дан формалашыр һуң? Бөгөн, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә, һәр кем ошо хаҡта ныҡлы уйланһын ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә