Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аҡса. Ҡолмо ул, әллә әфәндеме?
Юҡтан бар булған мәшәҡәт.

“Зыяраттарға, ҡәберҙәргә ҡуйылған плитәләргә һәм уларға ниҙәр яҙылыуына ҡарап, милләт һәм уның итәғәтлелеге йәки белекһеҙлеге хаҡында фекер йөрөтөргә мөмкин”, – тип яҙған инглиз сәйәсмәне Эдисон Джозеф. Суд һәм хоҡуҡ һаҡлау орган­да­ры­ның ХХI быуат Рәсәйендә ниҙәр менән мәшғүл булыуына бер ҡа­раш ташлап йәмғиәттәге кәйефтәр, ихтыяждар һәм ҡиммәттәр тураһында бай­таҡ мәғлүмәт асыҡларға була.

Кеше үлтереүҙең йыш күҙә­те­леүе, мәҫәлән, ғүмерҙең ба­һа­һы, ә уғрыларҙың һанап бөтөр­гөһөҙлөгө аҡса кеүек матди бай­лыҡ сығанағын тотоноуҙағы етеш­һеҙлектәр хаҡында бәйән итә.

Әйтергә кәрәк, етешһеҙлек­тәр­ҙең күпселеге һуңғы сирек быуат эсендә барлыҡҡа килгән. Мәҫәлән, Совет власы йылдарында матди етешлек һәм абруй йәһәтенән иң юғары бейеклеккә күтәрелгән уҡытыусы хеҙмәтенә хәҙер баһаның түбәнлеге мәға­рифҡа ҡатнашлығы булған һәр кемгә мәғлүм. Шулай уҡ ҡайһы бер педагогтарҙың ришүәт алыуы ла ишетелгеләп ҡала. Былтыр йәйге сессия ваҡытында Өфө­ләге юғары уҡыу йорттарының береһендә республика проку­ратураһы тарафынан тап шундай күңелһеҙ ваҡиға теркәлгән. Ул ришүәт өсөн суд тарафынан 175 мең һум штраф һалынған.

Дүртөйлө ҡалаһында йәшәгән бер ирҙең бәлиғ булмаған ике балаһына түләнмәгән алименты ярты миллион һумдан ашып кит­кәс, ул балалары йәшәгән фатир­ҙағы өлөшөнән баш тартырға мәжбүр булған. Ҡалтасы районы ветеринария станцияһында суд тарафынан административ эшкә хөкөм ителгән иргә, әгәр ҙә 15 мең һум түләргә ризалашһа, эш­ләтмәй генә ялған белешмә әтмә­ләп бирергә вәғәҙә итәләр. Ир исем өсөн генә ризалаша һәм был хаҡта хоҡуҡ һаҡлау органдарына белдергәс, ришүәт алыу­сы ҡулға алына. Хәҙер уға суд ҡарары буйынса 500 мең һум штраф түләргә тура киләсәк…

Телгә алынған миҫалдар, һис шикһеҙ, законһыҙлыҡ күре­неш­тәре хаҡында. Әммә уларҙа хә­ҙерге ҡатмарлы финанс шарттарында закон боҙоуға барып булһа ла, мохтажлыҡ кисермәй йәшәүгә ынтылышты күрмәмешкә һалышыу ғәҙел булмаҫ ине. Шул уҡ ваҡытта бындай осраҡтар ни бары суд һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары эшмәкәрлеге һөҙөмтә­һендә генә хәл ҡылына торған проблемаға оҡшамай, сөнки эҙем­тә генә юҡҡа сығарылып, енәйәткә этәргән сәбәптәр шул килеш ҡала. Был законһыҙ күре­нештәрҙең күҙгә ташланып бар­маған тағы ла бер яғы бар: теге йәки был енәйәттәрҙе тикшереп, сара күреү өсөн тәфтиш­селәр, судьялар йәлеп ителә, улар­ҙың эшмәкәрлеге һалым түләүсе иңенә ауыр йөк булып ята.

Рәсәйҙә аҡса ғәли йәнәптәрен сумаҙанлап, тоҡлап туплаған зат­тар бар, һәм был хаҡта әленән-әле йәмәғәтселек иғтибарына еткерелә килә. Анһат ҡына ба­йырға йәки финанс хәлен башҡа­лар иҫәбенә яҡшыртырға тырышыусылар ниндәй генә сүрәткә инмәй! Мәҫәлән, Өфөлә йәшәгән бер ир нефть продукттары һәм төҙөлөш материалдары менән сауҙа ойоштороу өсөн, проценттар менән ҡайтарыуҙы вәғәҙә итеп, дүрт танышынан 4,5 миллион һум бурысҡа ала. Әммә хыялы тормошҡа ашмай (хәҙер сауҙагәрҙәр менән донъя тулған). Бурысты ҡайтарып ала алмағас, кредиторҙары судҡа мөрәжәғәт итергә мәжбүр була.

“Тотона белһәң, аҡса – ҡол, белмәһәң – әфәнде”, тигән бо­ронғо Рим шағиры Публий Сир. Ҡасан әйтелгән бит әле! Ысынлап та, үҙ-ара иҫәпләшеү ҡоралы булараҡ уйлап табылған аҡса йәмғиәттә “һауа торошо”н билдә­ләгән кимәлгә күтәрелһен әле! Ул хеҙмәткә түләүҙән башлап финансҡа бәйле барлыҡ тараф­тарға ла үтеп инеп, баҙар иҡти­сады әлифбаһын һаман үҙләш­терә алмаған ватан­даштарыбыҙ аңында шул саҡлы нығынған, хат­та унан ҡотолоу юлы ла кү­ренмәй кеүек.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡорол­тайға Мөрәжәғәтна­мәһендә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш хаҡы буйынса түләнмәгән бурыстың 600 миллион һумдан ашып китеүен телгә алды. Былтыр республика про­куратураһы тарафынан күрелгән саралар һөҙөмтәһендә 500 миллион һумдан ашыу аҡса тейешле кешеләргә ҡайтарылған. Хеҙ­мәткә түләү буйынса 15 мең закон боҙоу осрағы асыҡланып, йөҙҙәрсә вазифа дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылған, административ саралар күрелгән, 12 мең ғариза суд хөкөмөнә тапшырылған. Күпме мәшәҡәт юҡтан бар булған да, ә уның иге-сиге һаман юҡ.

Бындай хәл-күренеш нигеҙен батша Рәсәйендә борон-борондан йәшәп килгән һәм Совет заманында нығынған хоҡуҡи нигилизм тәшкил итә. Донъяла иң камил Конституцияға эйә булып та, унан файҙаланырға ашыҡ­маған граждандарҙың ғәйебе, әлбиттә, баһалап бөткөһөҙ! Шулай булмаһа, мәҫәлән, Ҡырмыҫ­ҡалы районының Иҫке Ҡыйышҡы ауылы эргәһендә алдап ер һатыусылар туғыҙ кешене ике миллион һумға төп башына ултырта алыр инеме ни? Һүҙ ҙә юҡ, Рәсәй хоҡуҡ-суд система­һының файҙалы эш коэффициенты түбән булыу иң элек граж­дандарҙың хоҡуҡи аңына, түрә­ләрҙең вайым­һыҙлығына бәйле.

Аҡсаны йәмғиәткә ғәҙел хеҙ­мәт иткән “ҡол” дәрәжәһенә тө­шөрөү сараларын, әлбиттә, дәү­ләт органдары хәстәрләргә бурыслы. Уны хеҙмәткә ғәҙел һәм лайыҡлы түләүҙән башларға кәрәклеге, моғайын, шик тыуҙыр­майҙыр. 90-сы йылдар урталарында уҡ илдең бер нисә ғалимы хеҙмәткә түләүҙә реформа үткә­реү мәсьәләһен әүҙем ҡуҙғатып ҡараһа ла, мөһим башланғыс рәсми даирәлә яҡлау тапманы. Бының менән генә ватандаш­тарыбыҙҙың хәл иткес өлөшө өсөн үтә мөһим проблема көн үҙәгенән төшмәне.

Был – бер. Икенсенән, Рәсәйҙә ныҡлы уйланған, граждандарҙың күпселеге ҡабул иткән һалым сәйәсәте булдырылмауы ла финанс өлкәһендәге проблема­ларҙың хәл ителмәүен раҫлай. Рәсәй финанс министры Антон Силуановтың мәғлүмәтенә ярашлы, илдә өс-дүрт триллион һум йән башына килем һалымдан “ҡаса” һәм был өлкәлә тәртип булдырыу юлдары ла күренмәй.

Боронғо грек аҡыл эйәһе Арис­тотель “байлыҡ та, фәҡирлек тә сама белмәүҙән килә” тигән фекер әйтеп ҡалдырған. Эйе, Рәсәй­ҙә бармаҡ менән иҫәбенә сығыр­лыҡ серегән байҙар һәм башы мохтажлыҡтан сыҡмаған тиҫтә­ләр­сә миллион фәҡирҙәр көн итә. Ошо ХХI быуатҡа хас бул­маған ҡырағай күренеш “аҡсаның баҙары”н күтәрмәйме икән?




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 16

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 13

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 16

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 18

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 17

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 30

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21