Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мөхәббәттән тыуа матурлыҡ
Усмановтар Нефтекама халҡының хөрмәтен яулаған.

Бәхетле ғаиләнең нигеҙен сикһеҙ хеҙмәт, сабырлыҡ тәшкил итә, сөнки бер кемдең дә ғүмер юлы һикәлтәһеҙ булмай. Бөгөнгө мәҡәләбеҙ геройҙары Лариса менән Айҙар Усмановтар ҙа – тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, йәшлек мөхәббәтен һүрелтмәй, ҡулға-ҡул тотоношоп алға атлаған матур пар.

Уларҙың бер-береһенә ҡарата йылы мөнәсәбәте, сикһеҙ мөхәб­бәте һүҙһеҙ ҙә аңлашылып тора. Быйыл Усмановтар “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнде. Мәғлүм булыуынса, был миҙал 25 йылдан ашыу татыу ғүмер иткән һәм башҡаларға өлгө булырлыҡ ғаиләләргә тапшырыла.

Ғаилә башлығы Айҙар Фоат улы – Нефтекамала ғына түгел, республикала ла киң танылыу яулаған рәссам. Ул Асҡын райо­нының Билгеш ауылында тыуып үҫкән. Ергә йәмле яҙ миҙгелендә ауаз һалған малайҙың зиһененә, булмышына ошо ерҙең ҡото һеңгәндер. Тап шуға күрә уның картиналарынан, ағастан йәки кейеҙҙән яһалған ҡул эштәренән тыуған еренә, уның хозур тәбиғәтенә, эшсән халҡына сикһеҙ һөйөү бөркөләлер…
Усмановтар – Асҡын районында бик боронғо һәм хөрмәт ҡа­ҙан­ған зат. Олатаһы Мөҙәрис Усман улы – Бөйөк Ватан һуғы­шы ветераны, Асҡын районында иң беренсе орденға лайыҡ бул­ған кешеләрҙең береһе. Уның исеме менән Билгеш ауылының бер урамы аталған.

Бала сағы гел уйнап-көлөп, бер хәсрәтһеҙ генә үтмәй Айҙар­ҙың. Уға ни бары ике йәш булған­да, атаһы мәрхүм була. Әсәһе Ғәлиә Ғәли ҡыҙы ауыр ҡайғыны биш сабыйы менән бергә күтәрә. Иңенә төшкән юғалтыуҙы күтәреүҙән башҡа сара ҡалмай – күҙенә ҡарап торған, уның йылы һүҙенә, йылы ҡарашына мохтаж биш балаһы бар бит. Әсәләренең күңел көсөн, йөрәк йылыһын балалары ла әләф-тәләф итмәй, аҡыллы, эшсән булып буй еткерә.

VI класҡа еткәс, Айҙар игеҙәк һыңа­ры Айрат менән Ҡасим Дәүләт­килдеев исемендәге Республика һынлы сәнғәт мәктәп-интернатына уҡырға китә. Бында уҡыған йылдары тураһында йылы хәтирәләр һаҡлай Айҙар Фоат улы:
– Уҡытыусыларыбыҙ, бигерәк тә директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Екатерина Ивановна беҙҙе бик яратып уҡытты, хеҙмәткә һөйөү тәрбиә­ләне, атай-әсәйҙе алыш­тырҙы. Шулай уҡ тирә-яҡтағы матур­лыҡты күрергә өйрәтте: музей­ҙарға, спектакл­дәргә, күргәҙмә­ләргә йөрөт­тө…

Һынлы сәнғәт мәктәбен уңыш­лы тамамлағандан һуң Айҙар Усманов Башҡорт дәүләт педагогия институты­ның сәнғәт-графика факультетына уҡырға инә. Унда рәсем, һыҙма һәм хеҙмәт уҡытыусыһы һөнәрен үҙләш­терә, диплом эше итеп ағас һырлауҙы һайлай. Шулай итеп, уның иң уңышлы ижад емештәренең береһе – “Һауа”, “Һыу”, “Ер” трип­тихы барлыҡҡа килә. Был эшендә Айҙар Фоат улының тәбиғәт менән сикһеҙ һоҡланыуы сағыла, ул уға бөтә күңелен һалған. Был триптих Бөтә Рәсәй һынлы сәнғәт күргәҙ­мәһендә дип­ломға лайыҡ була. Нефтекама халҡы уны талантлы рәссам һәм һырлау оҫта­һы, абруйлы уҡы­тыусы булараҡ белә һәм хөрмәт итә. Уның гуашь, май­лы буяу менән төшөрөл­гән һү­рәттәре, тубырсыҡ­тарҙан, ор­лоҡ­тарҙан, ботаҡтарҙан, яп­раҡ­тарҙан, хатта быяла ярсыҡ­тарынан яһалған аппликациялары айырым иғтибарға лайыҡ.

Һөйөклө ҡатыны Лариса Әхнәф ҡыҙы – рәссамдың ошо матурлыҡты тыуҙырырға ярҙам иткән, илһам биргән музаһы. Яҙмыш елдәре уларҙы 6-сы клас­та, һынлы сәнғәт мәктәбендә уҡы­ған саҡта, осраштыра һәм шунан башлап улар айырыл­ғыһыҙ, бер бөтөнгә әйләнә. Бер партала ултыралар, бергә инсти­тутҡа уҡырға инәләр. Ларисаның да фамилияһы Усманова була, шуға күрә уларҙы студент йылдарында уҡ ирле-ҡатынлы тип уйлайҙар.

– Лариса Әхнәф ҡыҙына фами­лияһын алыштырырға ла кәрәкмәгән икән, – тип көләм.

– Үҙемдең фамилиям ныҡ оҡшай ине. Кейәүгә сыҡһам да, фамилиямды алыштырмайым, тип уйлай торғайным, – ти Лариса Әхнәф ҡыҙы. – Алланың “амин” тигән сағына тура килгәндер инде, шундай уҡ фамилиялы кешегә кейәүгә сыҡтым.

Лариса Әхнәф ҡыҙы – Борай районының Ваныш-Алпауыт ауылы һылыуы. Алты балалы ғаиләлә бишенсе сабый булып донъяға килгән. Атаһы Әхнәф Фәтхелбаян улы һәм әсәһе Рәшиҙә Малик ҡыҙы балаларына яҡшы тәрбиә биргән, бәхеттең тик хеҙмәттә булыуын кесе йәштән һеңдереп үҫтергән. 97 йәшлек Әхнәф бабай бөгөн ҡыҙы Лариса һәм кейәүе Айҙар тәрбиәһендә йәшәй. Ул – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны.

…Нефтекама ҡалаһына 1982 йылда йүнәлтмә буйынса килеп төшә йәштәр. Айҙар Фоат улы 8-се, ә Лариса Әхнәф ҡыҙы 2-се урта мәктәпкә рәсем, һыҙма һәм хеҙмәт уҡытыусыһы булып эшкә урынлаша. Әле сәстәрен сәскә бәйләп өлгөрмәгән йәштәрҙе ҙур һынау көтә – Айҙарҙы хәрби хеҙ­мәткә алалар. Ул Эстонияның Тапа ҡалаһында хеҙмәт итеп ҡайт­ҡас, мәктәптәге эшен дауам итә, һуңыраҡ, 1987–1989 йылдар­ҙа, уның директоры булып та эшләй.

Лариса Әхнәф ҡыҙы ла һайлаған һөнәренә ғүмере буйына тоғро ҡалған. 1995 йылдан башлап ул Нефтекама педагогия колледжында уҡыта. Шулай уҡ ҡала, республика кимәлендәге ижад күргәҙмәләрендә әүҙем ҡатнаша. Фиҙакәр хеҙмәте Рәсәй һәм Башҡорт­остан Мәғариф министрлыҡтары Почет грамоталары менән баһаланған.

1985 йылда ғаилә ҡоралар, тормоштарына йәм өҫтәп, ике ҡыҙҙары тыуа. Май айында тыу­ған өлкәненә яҙғы ямғыр исемен ҡушалар – Ләйсән. Ул Башҡорт­ос­тан дәүләт аграр университетын ҡыҙыл дипломға тамамлай, инженер-кадастр һөнә­рен үҙләш­тереп, Өфө нефть һәм газ ғилми-тикшеренеү проект институтында эшләй. Ире Динар менән Таһир һәм Карина исемле матур балалар тәрбиәләйҙәр.

Төпсөктәре Лилиана ла тырыш һәм аҡыллы: Нефтека­ма­ның 1-се лицейын алтын миҙалға тамамлай. Артабан Н. Пирогов исемендәге Мәскәү дәүләт медицина университетына уҡырға инеп, юғары белемгә эйә була. Ире Илнур менән Грозный ҡалаһында йәшәйҙәр, былтыр улар атаһы менән әсәһен ейән менән ҡыуандырған.

Башҡортостандың мәғариф отличнигы Айҙар Фоат улы арыу-талыуҙы белмәй хеҙмәтен дауам итә, 2000 йылдан башлап ул Балалар сәнғәт мәктәбендә эшләй. Күргәҙмәләр ойоштора, төрлө конкурстарҙа даими ҡатнаша. 2017 йылдан “Тере йола” тип аталған һөнәри һәм үҙешмәкәр халыҡ сәнғәте ижади берләш­мәһен етәкләй.

Был күркәм ғаилә менән ара­лашыуҙан ҙур ҡәнәғәтлек алып, уларҙың бер-береһенә булған йылы мөнәсәбәтенә һоҡланып, сәләмәтлек, ғаилә бәхете, балалар шатлығы, көтөлмәгән ҡыуа­ныстар, уңыштар теләп хушлаштым.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872