Усмановтар Нефтекама халҡының хөрмәтен яулаған.
Бәхетле ғаиләнең нигеҙен сикһеҙ хеҙмәт, сабырлыҡ тәшкил итә, сөнки бер кемдең дә ғүмер юлы һикәлтәһеҙ булмай. Бөгөнгө мәҡәләбеҙ геройҙары Лариса менән Айҙар Усмановтар ҙа – тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, йәшлек мөхәббәтен һүрелтмәй, ҡулға-ҡул тотоношоп алға атлаған матур пар.
Уларҙың бер-береһенә ҡарата йылы мөнәсәбәте, сикһеҙ мөхәббәте һүҙһеҙ ҙә аңлашылып тора. Быйыл Усмановтар “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнде. Мәғлүм булыуынса, был миҙал 25 йылдан ашыу татыу ғүмер иткән һәм башҡаларға өлгө булырлыҡ ғаиләләргә тапшырыла.
Ғаилә башлығы Айҙар Фоат улы – Нефтекамала ғына түгел, республикала ла киң танылыу яулаған рәссам. Ул Асҡын районының Билгеш ауылында тыуып үҫкән. Ергә йәмле яҙ миҙгелендә ауаз һалған малайҙың зиһененә, булмышына ошо ерҙең ҡото һеңгәндер. Тап шуға күрә уның картиналарынан, ағастан йәки кейеҙҙән яһалған ҡул эштәренән тыуған еренә, уның хозур тәбиғәтенә, эшсән халҡына сикһеҙ һөйөү бөркөләлер…
Усмановтар – Асҡын районында бик боронғо һәм хөрмәт ҡаҙанған зат. Олатаһы Мөҙәрис Усман улы – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Асҡын районында иң беренсе орденға лайыҡ булған кешеләрҙең береһе. Уның исеме менән Билгеш ауылының бер урамы аталған.
Бала сағы гел уйнап-көлөп, бер хәсрәтһеҙ генә үтмәй Айҙарҙың. Уға ни бары ике йәш булғанда, атаһы мәрхүм була. Әсәһе Ғәлиә Ғәли ҡыҙы ауыр ҡайғыны биш сабыйы менән бергә күтәрә. Иңенә төшкән юғалтыуҙы күтәреүҙән башҡа сара ҡалмай – күҙенә ҡарап торған, уның йылы һүҙенә, йылы ҡарашына мохтаж биш балаһы бар бит. Әсәләренең күңел көсөн, йөрәк йылыһын балалары ла әләф-тәләф итмәй, аҡыллы, эшсән булып буй еткерә.
VI класҡа еткәс, Айҙар игеҙәк һыңары Айрат менән Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге Республика һынлы сәнғәт мәктәп-интернатына уҡырға китә. Бында уҡыған йылдары тураһында йылы хәтирәләр һаҡлай Айҙар Фоат улы:
– Уҡытыусыларыбыҙ, бигерәк тә директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Екатерина Ивановна беҙҙе бик яратып уҡытты, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләне, атай-әсәйҙе алыштырҙы. Шулай уҡ тирә-яҡтағы матурлыҡты күрергә өйрәтте: музейҙарға, спектаклдәргә, күргәҙмәләргә йөрөттө…
Һынлы сәнғәт мәктәбен уңышлы тамамлағандан һуң Айҙар Усманов Башҡорт дәүләт педагогия институтының сәнғәт-графика факультетына уҡырға инә. Унда рәсем, һыҙма һәм хеҙмәт уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерә, диплом эше итеп ағас һырлауҙы һайлай. Шулай итеп, уның иң уңышлы ижад емештәренең береһе – “Һауа”, “Һыу”, “Ер” триптихы барлыҡҡа килә. Был эшендә Айҙар Фоат улының тәбиғәт менән сикһеҙ һоҡланыуы сағыла, ул уға бөтә күңелен һалған. Был триптих Бөтә Рәсәй һынлы сәнғәт күргәҙмәһендә дипломға лайыҡ була. Нефтекама халҡы уны талантлы рәссам һәм һырлау оҫтаһы, абруйлы уҡытыусы булараҡ белә һәм хөрмәт итә. Уның гуашь, майлы буяу менән төшөрөлгән һүрәттәре, тубырсыҡтарҙан, орлоҡтарҙан, ботаҡтарҙан, япраҡтарҙан, хатта быяла ярсыҡтарынан яһалған аппликациялары айырым иғтибарға лайыҡ.
Һөйөклө ҡатыны Лариса Әхнәф ҡыҙы – рәссамдың ошо матурлыҡты тыуҙырырға ярҙам иткән, илһам биргән музаһы. Яҙмыш елдәре уларҙы 6-сы класта, һынлы сәнғәт мәктәбендә уҡыған саҡта, осраштыра һәм шунан башлап улар айырылғыһыҙ, бер бөтөнгә әйләнә. Бер партала ултыралар, бергә институтҡа уҡырға инәләр. Ларисаның да фамилияһы Усманова була, шуға күрә уларҙы студент йылдарында уҡ ирле-ҡатынлы тип уйлайҙар.
– Лариса Әхнәф ҡыҙына фамилияһын алыштырырға ла кәрәкмәгән икән, – тип көләм.
– Үҙемдең фамилиям ныҡ оҡшай ине. Кейәүгә сыҡһам да, фамилиямды алыштырмайым, тип уйлай торғайным, – ти Лариса Әхнәф ҡыҙы. – Алланың “амин” тигән сағына тура килгәндер инде, шундай уҡ фамилиялы кешегә кейәүгә сыҡтым.
Лариса Әхнәф ҡыҙы – Борай районының Ваныш-Алпауыт ауылы һылыуы. Алты балалы ғаиләлә бишенсе сабый булып донъяға килгән. Атаһы Әхнәф Фәтхелбаян улы һәм әсәһе Рәшиҙә Малик ҡыҙы балаларына яҡшы тәрбиә биргән, бәхеттең тик хеҙмәттә булыуын кесе йәштән һеңдереп үҫтергән. 97 йәшлек Әхнәф бабай бөгөн ҡыҙы Лариса һәм кейәүе Айҙар тәрбиәһендә йәшәй. Ул – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны.
…Нефтекама ҡалаһына 1982 йылда йүнәлтмә буйынса килеп төшә йәштәр. Айҙар Фоат улы 8-се, ә Лариса Әхнәф ҡыҙы 2-се урта мәктәпкә рәсем, һыҙма һәм хеҙмәт уҡытыусыһы булып эшкә урынлаша. Әле сәстәрен сәскә бәйләп өлгөрмәгән йәштәрҙе ҙур һынау көтә – Айҙарҙы хәрби хеҙмәткә алалар. Ул Эстонияның Тапа ҡалаһында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, мәктәптәге эшен дауам итә, һуңыраҡ, 1987–1989 йылдарҙа, уның директоры булып та эшләй.
Лариса Әхнәф ҡыҙы ла һайлаған һөнәренә ғүмере буйына тоғро ҡалған. 1995 йылдан башлап ул Нефтекама педагогия колледжында уҡыта. Шулай уҡ ҡала, республика кимәлендәге ижад күргәҙмәләрендә әүҙем ҡатнаша. Фиҙакәр хеҙмәте Рәсәй һәм Башҡортостан Мәғариф министрлыҡтары Почет грамоталары менән баһаланған.
1985 йылда ғаилә ҡоралар, тормоштарына йәм өҫтәп, ике ҡыҙҙары тыуа. Май айында тыуған өлкәненә яҙғы ямғыр исемен ҡушалар – Ләйсән. Ул Башҡортостан дәүләт аграр университетын ҡыҙыл дипломға тамамлай, инженер-кадастр һөнәрен үҙләштереп, Өфө нефть һәм газ ғилми-тикшеренеү проект институтында эшләй. Ире Динар менән Таһир һәм Карина исемле матур балалар тәрбиәләйҙәр.
Төпсөктәре Лилиана ла тырыш һәм аҡыллы: Нефтекаманың 1-се лицейын алтын миҙалға тамамлай. Артабан Н. Пирогов исемендәге Мәскәү дәүләт медицина университетына уҡырға инеп, юғары белемгә эйә була. Ире Илнур менән Грозный ҡалаһында йәшәйҙәр, былтыр улар атаһы менән әсәһен ейән менән ҡыуандырған.
Башҡортостандың мәғариф отличнигы Айҙар Фоат улы арыу-талыуҙы белмәй хеҙмәтен дауам итә, 2000 йылдан башлап ул Балалар сәнғәт мәктәбендә эшләй. Күргәҙмәләр ойоштора, төрлө конкурстарҙа даими ҡатнаша. 2017 йылдан “Тере йола” тип аталған һөнәри һәм үҙешмәкәр халыҡ сәнғәте ижади берләшмәһен етәкләй.
Был күркәм ғаилә менән аралашыуҙан ҙур ҡәнәғәтлек алып, уларҙың бер-береһенә булған йылы мөнәсәбәтенә һоҡланып, сәләмәтлек, ғаилә бәхете, балалар шатлығы, көтөлмәгән ҡыуаныстар, уңыштар теләп хушлаштым.