Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йыл еңел булманы

Улар законлылыҡты нығытыу, граждандар һәм дәүләт хоҡуғын яҡлау һағында.

Рәсәй прокуратураһы хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы айҡанлы беҙ Өфө ҡалаһы Киров районы прокуроры, өлкән юстиция советнигы Илһам Ғәли улы ХӘБИБУЛЛИН менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
Ул сығышы менән Ейәнсура районынан. Хеҙмәт юлын 2002 йылда Стәрлебаш районы прокуратураһында тәфтишсе булып башлай. Һуңынан – прокурор урынбаҫары, Кушнаренко, Йылайыр райондары прокуроры, 2018 йылда Өфө ҡалаһының Киров районы прокуроры вазифаһына тәғәйенләнә.

– Илһам Ғәли улы, 165 меңгә яҡын кеше йәшәгән, республи­каның төп ведомстволары, органдары урынлашҡан Киров районы – мөһим административ биләмәләрҙең береһе. Баш ҡалабыҙҙың йөҙөк ҡашы булған районда енәйәттәр күп ҡылынамы?
– Үткән йыл ауыр булды. Өфөнөң Киров районында 3665 енәйәт теркәлде, 2017 йыл менән сағыштырғанда, 36 осраҡҡа күп. Ғәҙәттәгесә, уларҙың төп өлөшө граждандарҙың һәм ойошмалар­ҙың милегенә ҡул һалыу менән бәйле – 1597 осраҡ, ә ҡалған 398-е мутлашыу, 73-ө талау кеүек категорияға ҡараған енәйәттәр. Былтыр кеше үлтереү осраҡта­рының кәмеүе күҙәтелде. Һандар теле менән әйткәндә, былтыр һигеҙ кешенең ғүмере ҡыйылһа, 2017 йылда ошондай 14 осраҡ булды. Үлем хәленә еткергәнсе туҡмау осраҡтары күҙәтелмәне, ә унан алдағы йылда биш осраҡ теркәлгәйне. Бындай ауыр енәйәттәр кәмеһә лә, тыныс ваҡытта шул тиклем кешенең ғүмере ҡыйылыуын яҡшы күренеш тип иҫәпләмәйем. Был күрһәткес ҙур булып тора, шуға ла уны бөтөрөү өсөн яңы йылда ҙур көс һалыу талап ителә.

– Район прокуратураһы енә­йәттәрҙе йәшереүгә юл ҡуймау маҡсатында ниндәй саралар күрә?
– Мәҫәлән, тәртип һаҡлау органдары араһындағы мәғлүмәт­тәрҙе сағыштырып барабыҙ. Беҙгә район учреждениеларынан һәм ойошмаларынан криминаль хәл тураһында мәғлүмәт даими килә һәм улар буйынса хеҙмәт­кәрҙәребеҙ тикшереүҙәр ойоштора. Енәйәтте йәшерергә маташыу факттарын асыҡлау маҡса­тында, эш материалдары ныҡлап тикшерелә. Былтыр ошондай саралар күреү һөҙөмтәһендә 173 енәйәт асыҡланды, һәм улар иҫәпкә ҡуйылды. Бынан тыш, енәйәт тураһындағы мәғлүмәтте ҡабул иткәндә, теркәгәндә һәм хәл иткәндә закон боҙоуға юл ҡуйған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү­ маҡсатында, тәртип һаҡлау органдары етәкселәренә ҡарата 256 талап итеү һәм ун күрһәтмә сығарҙыҡ. Уларҙы ҡарағас, 195 вазифалы кеше дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылды. Артабан да енәйәттәрҙе йәшерергә тырышҡан тәртип һаҡлау органдары етәкселәренә ҡарата ҡаты саралар күрәсәкбеҙ, ошондай факттарға юл ҡуйғандарға енәйәт эштәре лә ҡуҙғатыласаҡ.

Енәйәт эштәренең алып барылышын күҙәткәндә, прокуратура зыян күреүсенең дә, ғәйеп­ләнеүсенең дә конституцион хо­ҡуҡ­тарының күҙәтелеүенә айырыуса иғтибар бирә. Эш барышында граждандарҙы нигеҙһеҙ эҙәрлекләү факттары ла осрай. Шун­дай ваҡытта, әгәр тәртип һаҡ­лау органдары тейешле сара күр­мәһә, граждандар район про­куратураһына мөрәжәғәт итә ала.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: былтыр судҡа 900-гә яҡын енәйәт эше тапшырылды.
– Киров районы биләмә­һендә наркотик матдәләрҙең законһыҙ әйләнешенә сик ҡуйыу йәһәтенән ниндәй алымдар ҡулланыла? Көрәш һөҙөмтә бирәме?
– Былтыр район биләмәһендә законһыҙ наркотиктар әйлә­не­шенә бәйле 412 енәйәт теркәлде. Ошо енәйәттәрҙе асыҡлау һәм туҡтатыу өлкәһендәге закондар­ҙың үтәлешен анализлау – был участкала тәртип һаҡлау органдары алып барған сараларҙың тейешле кимәлдә ойошторолмауына асыҡ дәлил.
Был өлкәлә закон боҙоуҙарға юл ҡуймау маҡсатында, даими саралар күрәбеҙ. Район проку­ратураһы тикшереүҙе туҡтатыу тураһындағы 45 ҡарарҙы көсөнән сығарҙы, был элгәрге йыл менән сағыштырғанда 20 осраҡҡа күп. Тағы ла 77 йәшертелгән енәйәт эше яңынан тикшереүгә ҡайта­рыл­ды. Эштәрҙе тикшергән ваҡыт­та закон боҙоуға юл ҡуйған осраҡтарҙы асыҡлап, 18 талап итеү һәм өс күрһәтмә сығарҙыҡ. 16 вазифалы кеше дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылды, шул иҫәптән тәфтиш бүлексәләре етәкселәре лә.

Һуңғы ваҡытта наркотик мат­дә­ләрҙе һатыусы менән алыусы бик һирәк туранан-тура осраша. Уларҙы махсус сайттар аша һаталар, аҡсаны электрон түләү системаһы буйынса күсерәләр. Енәйәтселәр аралашыу ҡоралы булған мобиль телефондарын йыш алмаштыра. Ошоға бәйле, район прокуратураһы наркотик һатыу тураһында мәғлүмәттәрҙе белеү маҡсатында, интернет селтәрен даими тикшерә. Былтыр ошондай мәғлүмәтте таратҡан 111 сайтты асыҡланыҡ һәм Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идара­лығына мәғлүмәт­те тикшереү һәм был материал­дарҙы, үрҙә әйтелгән сайттарҙы яптырыу маҡсатында, Башҡорт­ос­тан Республикаһы буйынса Роскомнадзор идаралығына ебәрҙек.
– Граждандар төрлө инстанциялар тупһаһын тапағандан һуң, һуңғы яҡлау эҙләп проку­ратураға мөрәжәғәт итә. Уларҙың ғаризаларында айырыуса ниндәй мәсьәләләр йышыраҡ күтәрелә?
– Былтыр беҙҙең прокура­тураға 4413 мөрәжәғәт килде. Уларҙың күпселеге хеҙмәт (371), торлаҡ (89), башҡарыу производ­ствоһы тураһындағы ҡануниәт­тәрҙе күҙәтмәүгә (114), бәлиғ булмағандар хоҡуғын һәм мәнфә­ғәттәрен боҙоуға (33) ҡағыла.
Хеҙмәт ҡануниәтен боҙоу буйынса мөрәжәғәттәрҙең төп өлөшө эш хаҡына бәйле. Был йү­нәлештә прокуратура хеҙмәт­кәрҙәре комплекслы саралар күрә. Былтыр ошо өлкәлә 528 закон боҙоу осрағы асыҡланды, 290 ғариза буйынса эш судҡа тапшырылды, уларҙың 284-е (дөйөм күләме 32173 мең һум) хеҙмәт хаҡын ҡайтарыуға бәйле. Судта 251 ғариза (27000 мең һум) ҡәнәғәтләндерелде, 80 күрһәтмә сығарылды, шул иҫәптән 50 вазифалы кеше дисциплинар, 75 етәксе административ яуаплылыҡҡа тарттырылды. Дүрт материал буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. Мәҫәлән, “Башкиррыбхоз” акционерҙар йәмғиәте эшселәренең ялыуын тикшергәс, мөрәжәғәттең нигеҙле булыуы асыҡланды.
Бынан тыш, Киров районы буйынса тәфтиш бүлегендә 69 мөрәжәғәт теркәлгән, 2017 йылда – 21 осраҡ. Улар буйынса “Диаконт”, “Азис плюс”, “Азис Бек” йәмғиәттәренә ҡарата енәйәт эштәре ҡуҙғатылып, судҡа тапшырылды.
Былтыр асылған енәйәт эштәре буйынса түләнмәгән эш хаҡы 6 900 908 һум тәшкил итте, тикшереү барышында уларҙың 6 031 759 һумы хеҙмәткәрҙәргә ҡайтарылды.

– Яңыраҡ социаль селтәр­ҙәргә бер баланы үҙенән өлкән тиҫтерҙәренең туҡмауы тура­һында видеоролик һалынғай­ны. Ҡот осҡос күренеш. Ошондай хәлдәргә юл ҡуймау һәм бәлиғ булмағандар хоҡуғын яҡлау буйынса ниндәй саралар күрелә?
– Былтыр бәлиғ булмағандар һәм йәштәр тураһындағы ҡануниәттең үтәлешен тикшереп, хоҡуҡ боҙоуҙың 187 осрағын асыҡланыҡ. Улар буйынса тейешле саралар күрелде, шул иҫәптән 84 вазифалы кеше – дисциплинар, ә икәүһе административ яуаплылыҡҡа тарттырылды.
Атай-әсәйһеҙ ҡалған бала­ларҙың торлаҡҡа хоҡуҡтарын яҡлау маҡсатында 23 ғариза судҡа тапшырылды. Әле уларҙың 19-ы ҡаралып, ыңғай ҡарар сығарылды, ә ҡалғандары ҡаралыу өҫтөндә.

– Торлаҡ-коммуналь хужа­лыҡ тармағы эшенә ризаһыҙ­лыҡ белдер­гәндәр күп. Улар­ҙың араһында ниндәй мәсьә­ләләр йышыраҡ күтәрелә?
– Былтыр был өлкәлә 152 закон боҙоу осрағын асыҡланыҡ. Уларҙың 113-ө судҡа тапшырылды һәм унда беҙҙең талаптар ҡәнәғәтләндерелде, закон боҙоу­сылар яуаплылыҡҡа тарттырылды. Был мәсьәләләр буйынса граждандарҙан 159 мөрәжәғәт килде. Уларҙың күпселеге тор­лаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙең дөрөҫ булмауын дәлилләп яҙылған.

Мин бында прокурор вазифа­һында эшләй башлағас, алданған өлөшсөләр аслыҡ иғлан итте. Прокуратура уларҙың хоҡуғын яҡлауға айырыуса иғтибар бирә. Халыҡты алдаусылар язаһын алырға тейеш. Был беҙҙең өсөн төп маҡсаттарҙың береһе. Мәҫәлән, район прокуратураһы күп фатирлы йорттарҙы һәм башҡа ҙур күләмле күсемһеҙ милек объекттарҙы төҙөүҙә өлөш­ләтә ҡатнашыу тураһындағы закон талаптарын боҙоп, граждан­дарҙың аҡсаһын йәлеп итеү эше буйынса тикшереү үткәреп, енәйәт эшен ҡуҙғатты. Торлаҡ-төҙөлөш кооперативы рәйесе күп фатирлы йортто төҙөүгә граж­дандарҙың аҡсаһын йәлеп иткән. Ул граждандарҙан өс миллион һум аҡсаны законһыҙ йыйған.
Был тармаҡта Киров районы прокуратураһы закон боҙоуҙың 115 осрағын асыҡланы, шул иҫәптән 15 күрһәтмә сығарҙы, улар буйынса һигеҙ етәксе – дисциплинар, 88-е административ яуаплылыҡҡа тарттырылды, өс материал буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. Шуға ла, алданған өлөшсөләр буйынса тәртип һаҡлау органдары эш алып бармай, тип әйтеп булмай.

– Былтыр резонанс тыуҙыр­ған ниндәй эштәр судтарҙа ҡаралды?
– Өфө ҡалаһының Киров райо­ны суды һәм мировой судьялар тарафынан 900 кешегә ҡарата 855 енәйәт эше ҡаралды. Прокуратура өлөшсөләр мәсьәләһенә айырыуса иғтибар бирә. Былтыр өс төҙөлөш фирмаһы етәксе­ләренә ҡарата ике хөкөм ҡарары сығарылды. “Дуҫлыҡ-Строй” торлаҡ-төҙөлөш компанияһы идаралығы рәйесе, “ЭнергоТехСервис” йәмғиәте директоры баш ҡаланың Киров һәм Пархоменко урамдары киҫелешендәге күп фатирлы торлаҡ йорт төҙөлөшөнөң инвесторы һәм генераль подряд­сыһы булып тора. Улар 65 фатирлы ун ҡатлы йорт төҙөү тураһындағы проект-смета документтарын боҙоп, граждандарға 99 фатир һатыу тураһында 347 миллион һумдан ашыу суммаға килешеү төҙөгән. Өлөшсөләр алдындағы бурысты үтәмәйенсә, аҡсаны үҙ мәнфәғәттәренә тотонғандар. Мутлашыусылар дүрт йылға иректән мәхрүм ителде.
Алданған өлөшсөләр мәнфәғә­тен яҡлаған адвокат та мутлаш­ҡан өсөн хөкөм ителде. Ул, “Дуҫлыҡ-Строй” компанияһының элекке директоры менән осрашып, 200 мең һумға енәйәт яуаплылығынан ҡотолоу юлын тәҡдим иткән. Имеш, был аҡсаны Эске эштәр министрлығы тәф­тиш­сеһенә бирергә йыйынған. Ысынлап та, компанияның рәйе­сенә енәйәт эшен асыуҙан баш тартыу тураһында ҡарар сыға­рылған була. Аҡсаны биргән саҡта адвокат ҡулға алынды. Суд­та ул үҙ ғәйебен таныманы, әммә барыбер ике йылға иркенән мәхрүм ителде.

– Прокуратура – бөгөн илдә коррупцияға ҡаршы көрәшкән төп тәртип һаҡлау органы. Был йәһәттән Киров районы про­ку­ратураһы ниндәй һөҙөмтә­ләргә өлгәште?
– Беҙгә йыл дауамында коррупцион характерҙағы енәйәттәр тураһында мәғлүмәттәр килмәне. Шулай булһа ла 12 айҙа был өлкә­лә закон боҙоуҙың 25 осра­ғын асыҡланыҡ һәм уларҙы бөтө­рөү буйынса саралар күрелде.
Киров районы биләмәһендә былтыр 48 енәйәт теркәлде, коррупцияға бәйле 22 енәйәт эше ҡуҙғатылды, тәртип һаҡлау орган­дарының етәкселәренә ҡарата дүрт талап сығарылды, ике вази­фа­лы кеше дисциплинар яуаплы­лыҡҡа тарттырылды. Ришүәтсе­лек­кә ҡаршы көрәштә башҡа тәр­тип һаҡлау органдары тарафынан 14 енәйәт эше ҡуҙғатылып, судта ҡаралды. Мәҫәлән, ӨДАТУ-ның иҡтисад теорияһы кафед­раһы доценты, банк картаһына күсереү юлы менән, 1350 һум күләмендә ришүәт алып, зачет ҡуйған. Был “эшмәкәрлеге” өсөн уға 175 мең һум штраф һалынды.

– Коллектив һөнәри байрамды ниндәй кәйефтә ҡаршы­лай?
– Киров районы прокура­тура­һы дөйөм күрһәткестәр буйынса йылды яҡшы тамамланы. Беҙҙә 19 хеҙмәткәр эшләй. Енәйәтте алдан иҫкәртеү маҡсатында киң мәғлүмәт сараларында даими сығыш яһайбыҙ, хеҙмәт коллективтарында осрашыуҙар үткә­рәбеҙ.
Прокуратура ветерандары йәштәр менән тығыҙ бәйләнеш тота, шуға ла Киров районы прокуратураһында быуындар бәйләнеше һаҡлана, тип ышаныс менән әйтә алам.

Мөмкинлектән файҙаланып, прокуратура ветерандарын һәм хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамы­быҙ менән ҡотлайым. Ветеран­дарға оҙон ғүмер һәм һаулыҡ, ә йәштәргә законлылыҡты нығы­тыуҙа, граждандар һәм дәүләт хоҡуғын яҡлауҙа уңыштар, ғаилә именлеге теләйем.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872