Улар законлылыҡты нығытыу, граждандар һәм дәүләт хоҡуғын яҡлау һағында.Рәсәй прокуратураһы хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы айҡанлы беҙ Өфө ҡалаһы Киров районы прокуроры, өлкән юстиция советнигы Илһам Ғәли улы ХӘБИБУЛЛИН менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
Ул сығышы менән Ейәнсура районынан. Хеҙмәт юлын 2002 йылда Стәрлебаш районы прокуратураһында тәфтишсе булып башлай. Һуңынан – прокурор урынбаҫары, Кушнаренко, Йылайыр райондары прокуроры, 2018 йылда Өфө ҡалаһының Киров районы прокуроры вазифаһына тәғәйенләнә.
– Илһам Ғәли улы, 165 меңгә яҡын кеше йәшәгән, республиканың төп ведомстволары, органдары урынлашҡан Киров районы – мөһим административ биләмәләрҙең береһе. Баш ҡалабыҙҙың йөҙөк ҡашы булған районда енәйәттәр күп ҡылынамы?
– Үткән йыл ауыр булды. Өфөнөң Киров районында 3665 енәйәт теркәлде, 2017 йыл менән сағыштырғанда, 36 осраҡҡа күп. Ғәҙәттәгесә, уларҙың төп өлөшө граждандарҙың һәм ойошмаларҙың милегенә ҡул һалыу менән бәйле – 1597 осраҡ, ә ҡалған 398-е мутлашыу, 73-ө талау кеүек категорияға ҡараған енәйәттәр. Былтыр кеше үлтереү осраҡтарының кәмеүе күҙәтелде. Һандар теле менән әйткәндә, былтыр һигеҙ кешенең ғүмере ҡыйылһа, 2017 йылда ошондай 14 осраҡ булды. Үлем хәленә еткергәнсе туҡмау осраҡтары күҙәтелмәне, ә унан алдағы йылда биш осраҡ теркәлгәйне. Бындай ауыр енәйәттәр кәмеһә лә, тыныс ваҡытта шул тиклем кешенең ғүмере ҡыйылыуын яҡшы күренеш тип иҫәпләмәйем. Был күрһәткес ҙур булып тора, шуға ла уны бөтөрөү өсөн яңы йылда ҙур көс һалыу талап ителә.
– Район прокуратураһы енәйәттәрҙе йәшереүгә юл ҡуймау маҡсатында ниндәй саралар күрә?
– Мәҫәлән, тәртип һаҡлау органдары араһындағы мәғлүмәттәрҙе сағыштырып барабыҙ. Беҙгә район учреждениеларынан һәм ойошмаларынан криминаль хәл тураһында мәғлүмәт даими килә һәм улар буйынса хеҙмәткәрҙәребеҙ тикшереүҙәр ойоштора. Енәйәтте йәшерергә маташыу факттарын асыҡлау маҡсатында, эш материалдары ныҡлап тикшерелә. Былтыр ошондай саралар күреү һөҙөмтәһендә 173 енәйәт асыҡланды, һәм улар иҫәпкә ҡуйылды. Бынан тыш, енәйәт тураһындағы мәғлүмәтте ҡабул иткәндә, теркәгәндә һәм хәл иткәндә закон боҙоуға юл ҡуйған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү маҡсатында, тәртип һаҡлау органдары етәкселәренә ҡарата 256 талап итеү һәм ун күрһәтмә сығарҙыҡ. Уларҙы ҡарағас, 195 вазифалы кеше дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылды. Артабан да енәйәттәрҙе йәшерергә тырышҡан тәртип һаҡлау органдары етәкселәренә ҡарата ҡаты саралар күрәсәкбеҙ, ошондай факттарға юл ҡуйғандарға енәйәт эштәре лә ҡуҙғатыласаҡ.
Енәйәт эштәренең алып барылышын күҙәткәндә, прокуратура зыян күреүсенең дә, ғәйепләнеүсенең дә конституцион хоҡуҡтарының күҙәтелеүенә айырыуса иғтибар бирә. Эш барышында граждандарҙы нигеҙһеҙ эҙәрлекләү факттары ла осрай. Шундай ваҡытта, әгәр тәртип һаҡлау органдары тейешле сара күрмәһә, граждандар район прокуратураһына мөрәжәғәт итә ала.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: былтыр судҡа 900-гә яҡын енәйәт эше тапшырылды.
– Киров районы биләмәһендә наркотик матдәләрҙең законһыҙ әйләнешенә сик ҡуйыу йәһәтенән ниндәй алымдар ҡулланыла? Көрәш һөҙөмтә бирәме?
– Былтыр район биләмәһендә законһыҙ наркотиктар әйләнешенә бәйле 412 енәйәт теркәлде. Ошо енәйәттәрҙе асыҡлау һәм туҡтатыу өлкәһендәге закондарҙың үтәлешен анализлау – был участкала тәртип һаҡлау органдары алып барған сараларҙың тейешле кимәлдә ойошторолмауына асыҡ дәлил.
Был өлкәлә закон боҙоуҙарға юл ҡуймау маҡсатында, даими саралар күрәбеҙ. Район прокуратураһы тикшереүҙе туҡтатыу тураһындағы 45 ҡарарҙы көсөнән сығарҙы, был элгәрге йыл менән сағыштырғанда 20 осраҡҡа күп. Тағы ла 77 йәшертелгән енәйәт эше яңынан тикшереүгә ҡайтарылды. Эштәрҙе тикшергән ваҡытта закон боҙоуға юл ҡуйған осраҡтарҙы асыҡлап, 18 талап итеү һәм өс күрһәтмә сығарҙыҡ. 16 вазифалы кеше дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылды, шул иҫәптән тәфтиш бүлексәләре етәкселәре лә.
Һуңғы ваҡытта наркотик матдәләрҙе һатыусы менән алыусы бик һирәк туранан-тура осраша. Уларҙы махсус сайттар аша һаталар, аҡсаны электрон түләү системаһы буйынса күсерәләр. Енәйәтселәр аралашыу ҡоралы булған мобиль телефондарын йыш алмаштыра. Ошоға бәйле, район прокуратураһы наркотик һатыу тураһында мәғлүмәттәрҙе белеү маҡсатында, интернет селтәрен даими тикшерә. Былтыр ошондай мәғлүмәтте таратҡан 111 сайтты асыҡланыҡ һәм Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығына мәғлүмәтте тикшереү һәм был материалдарҙы, үрҙә әйтелгән сайттарҙы яптырыу маҡсатында, Башҡортостан Республикаһы буйынса Роскомнадзор идаралығына ебәрҙек.
– Граждандар төрлө инстанциялар тупһаһын тапағандан һуң, һуңғы яҡлау эҙләп прокуратураға мөрәжәғәт итә. Уларҙың ғаризаларында айырыуса ниндәй мәсьәләләр йышыраҡ күтәрелә?
– Былтыр беҙҙең прокуратураға 4413 мөрәжәғәт килде. Уларҙың күпселеге хеҙмәт (371), торлаҡ (89), башҡарыу производствоһы тураһындағы ҡануниәттәрҙе күҙәтмәүгә (114), бәлиғ булмағандар хоҡуғын һәм мәнфәғәттәрен боҙоуға (33) ҡағыла.
Хеҙмәт ҡануниәтен боҙоу буйынса мөрәжәғәттәрҙең төп өлөшө эш хаҡына бәйле. Был йүнәлештә прокуратура хеҙмәткәрҙәре комплекслы саралар күрә. Былтыр ошо өлкәлә 528 закон боҙоу осрағы асыҡланды, 290 ғариза буйынса эш судҡа тапшырылды, уларҙың 284-е (дөйөм күләме 32173 мең һум) хеҙмәт хаҡын ҡайтарыуға бәйле. Судта 251 ғариза (27000 мең һум) ҡәнәғәтләндерелде, 80 күрһәтмә сығарылды, шул иҫәптән 50 вазифалы кеше дисциплинар, 75 етәксе административ яуаплылыҡҡа тарттырылды. Дүрт материал буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. Мәҫәлән, “Башкиррыбхоз” акционерҙар йәмғиәте эшселәренең ялыуын тикшергәс, мөрәжәғәттең нигеҙле булыуы асыҡланды.
Бынан тыш, Киров районы буйынса тәфтиш бүлегендә 69 мөрәжәғәт теркәлгән, 2017 йылда – 21 осраҡ. Улар буйынса “Диаконт”, “Азис плюс”, “Азис Бек” йәмғиәттәренә ҡарата енәйәт эштәре ҡуҙғатылып, судҡа тапшырылды.
Былтыр асылған енәйәт эштәре буйынса түләнмәгән эш хаҡы 6 900 908 һум тәшкил итте, тикшереү барышында уларҙың 6 031 759 һумы хеҙмәткәрҙәргә ҡайтарылды.
– Яңыраҡ социаль селтәрҙәргә бер баланы үҙенән өлкән тиҫтерҙәренең туҡмауы тураһында видеоролик һалынғайны. Ҡот осҡос күренеш. Ошондай хәлдәргә юл ҡуймау һәм бәлиғ булмағандар хоҡуғын яҡлау буйынса ниндәй саралар күрелә?
– Былтыр бәлиғ булмағандар һәм йәштәр тураһындағы ҡануниәттең үтәлешен тикшереп, хоҡуҡ боҙоуҙың 187 осрағын асыҡланыҡ. Улар буйынса тейешле саралар күрелде, шул иҫәптән 84 вазифалы кеше – дисциплинар, ә икәүһе административ яуаплылыҡҡа тарттырылды.
Атай-әсәйһеҙ ҡалған балаларҙың торлаҡҡа хоҡуҡтарын яҡлау маҡсатында 23 ғариза судҡа тапшырылды. Әле уларҙың 19-ы ҡаралып, ыңғай ҡарар сығарылды, ә ҡалғандары ҡаралыу өҫтөндә.
– Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағы эшенә ризаһыҙлыҡ белдергәндәр күп. Уларҙың араһында ниндәй мәсьәләләр йышыраҡ күтәрелә?
– Былтыр был өлкәлә 152 закон боҙоу осрағын асыҡланыҡ. Уларҙың 113-ө судҡа тапшырылды һәм унда беҙҙең талаптар ҡәнәғәтләндерелде, закон боҙоусылар яуаплылыҡҡа тарттырылды. Был мәсьәләләр буйынса граждандарҙан 159 мөрәжәғәт килде. Уларҙың күпселеге торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙең дөрөҫ булмауын дәлилләп яҙылған.
Мин бында прокурор вазифаһында эшләй башлағас, алданған өлөшсөләр аслыҡ иғлан итте. Прокуратура уларҙың хоҡуғын яҡлауға айырыуса иғтибар бирә. Халыҡты алдаусылар язаһын алырға тейеш. Был беҙҙең өсөн төп маҡсаттарҙың береһе. Мәҫәлән, район прокуратураһы күп фатирлы йорттарҙы һәм башҡа ҙур күләмле күсемһеҙ милек объекттарҙы төҙөүҙә өлөшләтә ҡатнашыу тураһындағы закон талаптарын боҙоп, граждандарҙың аҡсаһын йәлеп итеү эше буйынса тикшереү үткәреп, енәйәт эшен ҡуҙғатты. Торлаҡ-төҙөлөш кооперативы рәйесе күп фатирлы йортто төҙөүгә граждандарҙың аҡсаһын йәлеп иткән. Ул граждандарҙан өс миллион һум аҡсаны законһыҙ йыйған.
Был тармаҡта Киров районы прокуратураһы закон боҙоуҙың 115 осрағын асыҡланы, шул иҫәптән 15 күрһәтмә сығарҙы, улар буйынса һигеҙ етәксе – дисциплинар, 88-е административ яуаплылыҡҡа тарттырылды, өс материал буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. Шуға ла, алданған өлөшсөләр буйынса тәртип һаҡлау органдары эш алып бармай, тип әйтеп булмай.
– Былтыр резонанс тыуҙырған ниндәй эштәр судтарҙа ҡаралды?
– Өфө ҡалаһының Киров районы суды һәм мировой судьялар тарафынан 900 кешегә ҡарата 855 енәйәт эше ҡаралды. Прокуратура өлөшсөләр мәсьәләһенә айырыуса иғтибар бирә. Былтыр өс төҙөлөш фирмаһы етәкселәренә ҡарата ике хөкөм ҡарары сығарылды. “Дуҫлыҡ-Строй” торлаҡ-төҙөлөш компанияһы идаралығы рәйесе, “ЭнергоТехСервис” йәмғиәте директоры баш ҡаланың Киров һәм Пархоменко урамдары киҫелешендәге күп фатирлы торлаҡ йорт төҙөлөшөнөң инвесторы һәм генераль подрядсыһы булып тора. Улар 65 фатирлы ун ҡатлы йорт төҙөү тураһындағы проект-смета документтарын боҙоп, граждандарға 99 фатир һатыу тураһында 347 миллион һумдан ашыу суммаға килешеү төҙөгән. Өлөшсөләр алдындағы бурысты үтәмәйенсә, аҡсаны үҙ мәнфәғәттәренә тотонғандар. Мутлашыусылар дүрт йылға иректән мәхрүм ителде.
Алданған өлөшсөләр мәнфәғәтен яҡлаған адвокат та мутлашҡан өсөн хөкөм ителде. Ул, “Дуҫлыҡ-Строй” компанияһының элекке директоры менән осрашып, 200 мең һумға енәйәт яуаплылығынан ҡотолоу юлын тәҡдим иткән. Имеш, был аҡсаны Эске эштәр министрлығы тәфтишсеһенә бирергә йыйынған. Ысынлап та, компанияның рәйесенә енәйәт эшен асыуҙан баш тартыу тураһында ҡарар сығарылған була. Аҡсаны биргән саҡта адвокат ҡулға алынды. Судта ул үҙ ғәйебен таныманы, әммә барыбер ике йылға иркенән мәхрүм ителде.
– Прокуратура – бөгөн илдә коррупцияға ҡаршы көрәшкән төп тәртип һаҡлау органы. Был йәһәттән Киров районы прокуратураһы ниндәй һөҙөмтәләргә өлгәште?
– Беҙгә йыл дауамында коррупцион характерҙағы енәйәттәр тураһында мәғлүмәттәр килмәне. Шулай булһа ла 12 айҙа был өлкәлә закон боҙоуҙың 25 осрағын асыҡланыҡ һәм уларҙы бөтөрөү буйынса саралар күрелде.
Киров районы биләмәһендә былтыр 48 енәйәт теркәлде, коррупцияға бәйле 22 енәйәт эше ҡуҙғатылды, тәртип һаҡлау органдарының етәкселәренә ҡарата дүрт талап сығарылды, ике вазифалы кеше дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылды. Ришүәтселеккә ҡаршы көрәштә башҡа тәртип һаҡлау органдары тарафынан 14 енәйәт эше ҡуҙғатылып, судта ҡаралды. Мәҫәлән, ӨДАТУ-ның иҡтисад теорияһы кафедраһы доценты, банк картаһына күсереү юлы менән, 1350 һум күләмендә ришүәт алып, зачет ҡуйған. Был “эшмәкәрлеге” өсөн уға 175 мең һум штраф һалынды.
– Коллектив һөнәри байрамды ниндәй кәйефтә ҡаршылай?
– Киров районы прокуратураһы дөйөм күрһәткестәр буйынса йылды яҡшы тамамланы. Беҙҙә 19 хеҙмәткәр эшләй. Енәйәтте алдан иҫкәртеү маҡсатында киң мәғлүмәт сараларында даими сығыш яһайбыҙ, хеҙмәт коллективтарында осрашыуҙар үткәрәбеҙ.
Прокуратура ветерандары йәштәр менән тығыҙ бәйләнеш тота, шуға ла Киров районы прокуратураһында быуындар бәйләнеше һаҡлана, тип ышаныс менән әйтә алам.
Мөмкинлектән файҙаланып, прокуратура ветерандарын һәм хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым. Ветерандарға оҙон ғүмер һәм һаулыҡ, ә йәштәргә законлылыҡты нығытыуҙа, граждандар һәм дәүләт хоҡуғын яҡлауҙа уңыштар, ғаилә именлеге теләйем.