Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Үҙгәреш көтәбеҙ
Үҙгәреш көтәбеҙ
Закон аңлашылмаусылыҡтарға сик ҡуясаҡ.

2019 йылдың 1 ғинуарынан баҡса еренә ҡағылышлы закон ғәмәлгә инә. Хәтерегеҙҙәлер, былтыр йәй “Граждандарҙың үҙ ихтыяжы өсөн баҡсасылыҡты һәм йәшелсәселекте алып барыуы һәм Рәсәй Федерация­һының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы 217-се Федераль закон ҡабул ителгәйне.

Баҡсасылыҡ өлкәһенә ҡағылған за­конға күптән үҙгәрештәр, өҫтәмәләр ин­дереү талап ителә ине. Еләк-емеш йә йә­шелсә баҡсаһы хужаларының коллектив ойошмалары күп булыуы һәм уларҙың төрлөсә аталыуы хәйләкәр әҙәмдәргә мутлашыу өсөн бик ҡулай булды. Мәҫә­лән, улар законһыҙ аҡса йыя, күсемһеҙ милек менән төрлөсә мутлыҡ ҡыла. Яңы ҡануниәт бындай елғыуарҙарҙың юлын ябыр тигән ышаныс бар, сөнки яңы закон баҡса йәмғиәттәре рәйестәре һәм вә­кил­дәре тәҡдимдәре нигеҙендә ҡағи­ҙә­ләргә һәм нормаларға таянып әҙер­ләнгән.

Бынан ары ширҡәттәр, ниндәй төргә ҡа­рауына ҡарамаҫтан, үҙ-ара тиң хоҡуҡлы буласаҡ, йәғни кооперативтар, башҡа төр­лө ойошмалар “дача” тип түгел, ә “ком­мерцияға ҡарамаған ойошма” тип аталасаҡ.

Граждандарға ҡарата әллә ни сик­ләүҙәр юҡ. Теләгәндәр йыйылышта ҡатнаша ала. Бының өсөн уның теге йәки был йәмғиәткә ҡараған баҡса ере бу­лырға, шулай уҡ идара ағзаларына ғариза яҙырға тейеш (5-се өлөш, 12-се статья).

Ҡапма-ҡаршылыҡ тыу­маһын өсөн, бер урында бер генә баҡсасылыҡ-йәшел­сәселек ширҡәте булырға тейеш. Әгәр граждан туранан-тура уларға буйһонорға теләмәһә, ҡайһы бер хоҡуҡтары һаҡлана. Мәҫәлән, ул йыйылыштарға барырға йә бармаҫҡа мөмкин, тауыш бирә, үҙен борсоған һорауҙарын еткерә ала. Шуның менән бергә мотлаҡ һаналған иғәнә түләүҙән, ремонтҡа, ҡарауылсы өсөн аҡ­са тапшырыу бурысынан ҡотола алмай.

Маҡсатлы йәки ағзалыҡ иғәнәһе ва­ҡытында түләнмәһә, ширҡәт етәкселеге, судҡа биреп, был сумманы түләтә ала. Шуны иҫәпкә алырға кәрәк: был ойошмалар дәүләткә йәки урындағы муници­палитетҡа ҡараған биләмәләрҙә йәшәгән йә булмаһа оҙаҡҡа ҡуртымға алған граждандарҙы ғына саҡыра ала. Был осраҡта сит ойошмалар йәки хеҙмәттәр менән эш итеү бөтөнләй кәрәкмәй.

Баҡсасылыҡ һәм йәшел­сәселек биләмәләре ара­һындағы айырмалар айырмалар 217-се Федераль закондың 5-се өлөшөндәге 23-сө статьяһында һәм унан артабанғы статьяларҙа аңлатылған. Беренсеһендә даими йәшәр өсөн өй һалырға, гараж ултыртырға мөмкин. Шулай уҡ мунса, теплица, һарай һәм башҡа хужалыҡ ҡаралтыһы төҙөргә лә рөхсәт ителә. Быларҙың барыһын да шәхси милек итеп теркәтергә мөмкин, тик шуныһы — һалым да күберәк була.

Йәшелсәселек ерендә, власть тарафы­нан яңы ҡаралған нормаларға ярашлы, бер ниндәй ҙә төҙөлөш рөхсәт ителмәй. Закондағы үҙгәрештәр быға тиклем булған етешһеҙлектәрҙе, аңлашылмаусы­лыҡ­тарҙы бөтөрөргә ярҙам итер, тип өмөт­ләнергә генә ҡала. Элек йәшелсәселек ерендә нимәлер төҙөлөп, улар рәсми иҫәпкә ҡуйылған булһа, берәү ҙә уларға теймәйәсәк, тик яңы төҙөлөш тә рөхсәт ителмәйәсәк.

Ширҡәт төҙөү өсөн төп талаптар:

=закон актында күрһәтелгән төп положениеларҙы сағылдырған устав;

=ете учредитель (ойоштороусы);

=тауыш биреү һөҙөмтәләре, яуаплы кешеләр күрһәтелгән йыйылыштың протоколы. Ул рәсми ҡағыҙҙа бер ай эсендә яҙыла һәм ширҡәттең рәйесендә һаҡлана;

=рәйес, мөһим башҡарыусы булараҡ, бөтә нәмәне күҙ уңында тоторға тейеш. Ревизия комиссияһы (Уставта шәхестәре күрһәтелгән был кешеләр аныҡ ваҡытҡа һайлана) биш йылға бер йыйыла.

=ширҡәт теркәлгәндән һуң бер ай эсендә ҡат­нашыусыларҙың шәхси реестры барлыҡҡа килә. Унда ЕГРН мотлаҡ булырға тейеш, аҙаҡ документ яңыртыла бара. Әгәр ҙә граждан үҙе һәм ширҡәт тураһында тулы булмаған йәки ялған мәғлүмәт бирә икән, уға документтарҙы төҙәтеп, яңынан йыйыу өсөн тотонолған сығымдарҙы үҙенә ҡапларға тура киләсәк.


Автор: Ә. ҒИЗЗӘТУЛЛИНА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә