Закон аңлашылмаусылыҡтарға сик ҡуясаҡ.2019 йылдың 1 ғинуарынан баҡса еренә ҡағылышлы закон ғәмәлгә инә. Хәтерегеҙҙәлер, былтыр йәй “Граждандарҙың үҙ ихтыяжы өсөн баҡсасылыҡты һәм йәшелсәселекте алып барыуы һәм Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы 217-се Федераль закон ҡабул ителгәйне.
Баҡсасылыҡ өлкәһенә ҡағылған законға күптән үҙгәрештәр, өҫтәмәләр индереү талап ителә ине. Еләк-емеш йә йәшелсә баҡсаһы хужаларының коллектив ойошмалары күп булыуы һәм уларҙың төрлөсә аталыуы хәйләкәр әҙәмдәргә мутлашыу өсөн бик ҡулай булды. Мәҫәлән, улар законһыҙ аҡса йыя, күсемһеҙ милек менән төрлөсә мутлыҡ ҡыла. Яңы ҡануниәт бындай елғыуарҙарҙың юлын ябыр тигән ышаныс бар, сөнки яңы закон баҡса йәмғиәттәре рәйестәре һәм вәкилдәре тәҡдимдәре нигеҙендә ҡағиҙәләргә һәм нормаларға таянып әҙерләнгән.
Бынан ары ширҡәттәр, ниндәй төргә ҡарауына ҡарамаҫтан, үҙ-ара тиң хоҡуҡлы буласаҡ, йәғни кооперативтар, башҡа төрлө ойошмалар “дача” тип түгел, ә “коммерцияға ҡарамаған ойошма” тип аталасаҡ.
Граждандарға ҡарата әллә ни сикләүҙәр юҡ. Теләгәндәр йыйылышта ҡатнаша ала. Бының өсөн уның теге йәки был йәмғиәткә ҡараған баҡса ере булырға, шулай уҡ идара ағзаларына ғариза яҙырға тейеш (5-се өлөш, 12-се статья).
Ҡапма-ҡаршылыҡ тыумаһын өсөн, бер урында бер генә баҡсасылыҡ-йәшелсәселек ширҡәте булырға тейеш. Әгәр граждан туранан-тура уларға буйһонорға теләмәһә, ҡайһы бер хоҡуҡтары һаҡлана. Мәҫәлән, ул йыйылыштарға барырға йә бармаҫҡа мөмкин, тауыш бирә, үҙен борсоған һорауҙарын еткерә ала. Шуның менән бергә мотлаҡ һаналған иғәнә түләүҙән, ремонтҡа, ҡарауылсы өсөн аҡса тапшырыу бурысынан ҡотола алмай.
Маҡсатлы йәки ағзалыҡ иғәнәһе ваҡытында түләнмәһә, ширҡәт етәкселеге, судҡа биреп, был сумманы түләтә ала. Шуны иҫәпкә алырға кәрәк: был ойошмалар дәүләткә йәки урындағы муниципалитетҡа ҡараған биләмәләрҙә йәшәгән йә булмаһа оҙаҡҡа ҡуртымға алған граждандарҙы ғына саҡыра ала. Был осраҡта сит ойошмалар йәки хеҙмәттәр менән эш итеү бөтөнләй кәрәкмәй.
Баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек биләмәләре араһындағы айырмалар айырмалар 217-се Федераль закондың 5-се өлөшөндәге 23-сө статьяһында һәм унан артабанғы статьяларҙа аңлатылған. Беренсеһендә даими йәшәр өсөн өй һалырға, гараж ултыртырға мөмкин. Шулай уҡ мунса, теплица, һарай һәм башҡа хужалыҡ ҡаралтыһы төҙөргә лә рөхсәт ителә. Быларҙың барыһын да шәхси милек итеп теркәтергә мөмкин, тик шуныһы — һалым да күберәк була.
Йәшелсәселек ерендә, власть тарафынан яңы ҡаралған нормаларға ярашлы, бер ниндәй ҙә төҙөлөш рөхсәт ителмәй. Закондағы үҙгәрештәр быға тиклем булған етешһеҙлектәрҙе, аңлашылмаусылыҡтарҙы бөтөрөргә ярҙам итер, тип өмөтләнергә генә ҡала. Элек йәшелсәселек ерендә нимәлер төҙөлөп, улар рәсми иҫәпкә ҡуйылған булһа, берәү ҙә уларға теймәйәсәк, тик яңы төҙөлөш тә рөхсәт ителмәйәсәк.
Ширҡәт төҙөү өсөн төп талаптар:
=закон актында күрһәтелгән төп положениеларҙы сағылдырған устав;
=ете учредитель (ойоштороусы);
=тауыш биреү һөҙөмтәләре, яуаплы кешеләр күрһәтелгән йыйылыштың протоколы. Ул рәсми ҡағыҙҙа бер ай эсендә яҙыла һәм ширҡәттең рәйесендә һаҡлана;
=рәйес, мөһим башҡарыусы булараҡ, бөтә нәмәне күҙ уңында тоторға тейеш. Ревизия комиссияһы (Уставта шәхестәре күрһәтелгән был кешеләр аныҡ ваҡытҡа һайлана) биш йылға бер йыйыла.
=ширҡәт теркәлгәндән һуң бер ай эсендә ҡатнашыусыларҙың шәхси реестры барлыҡҡа килә. Унда ЕГРН мотлаҡ булырға тейеш, аҙаҡ документ яңыртыла бара. Әгәр ҙә граждан үҙе һәм ширҡәт тураһында тулы булмаған йәки ялған мәғлүмәт бирә икән, уға документтарҙы төҙәтеп, яңынан йыйыу өсөн тотонолған сығымдарҙы үҙенә ҡапларға тура киләсәк.