Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәшәү мөхитебеҙ ихтирам талап итә

1 ғинуарҙан ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсергә әҙербеҙме?

– Беҙ министрлыҡтар һәм ведомстволар араһында вәкәләттәрҙе төркөмләп бүлешергә килештек, был ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыуҙы территориаль ойоштороуға күсеү менән бәйле, – тип белдергәйне Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика Хөкүмәте ултырыштарының береһендә. – Ойоштороу йәһәтенән һәм социаль планда ошо хәл беҙгә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтә.
Киләһе йылдан “сүп-сар реформаһы” башланыуы хаҡында күп яҙалар. Был – тормош талабы, сөнки хужалыҡтарҙа ҡалдыҡ арта бара, уны йыйыу һәм эшкәртеү буйынса технологиялар камиллаша һәм, ниһайәт, экологик йәһәттән мәҙәни кимәлебеҙ күтәрелә.

Һорауҙар әлегә күп...

Радий Фәрит улы республика Хө­кү­мәте Премьер-министры урын­баҫары һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаларын башҡарыусы Михаил Киреевҡа был мөһим эште көйләргә ҡушты, Тәби­ғәт­тән файҙаланыу һәм экология министрлығының, шулай уҡ Тариф буйынса дәүләт комитетының да уға буйһоноуын белдерҙе. Федераль ҡануниәткә ярашлы, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәре лә күсәсәк. Башҡортостанда хәлдәр нисек?

Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйған һәм ташыған өсөн ауыл­дағы һәр йорт түләйәсәк. Күрһә­телгән хеҙмәт өсөн түләү мотлаҡ. Ғаиләнең риза­лығы талап ителмәй. Баш тартыусылар менән суд приставтары шөғөлләнәсәк. Үҙ ҡалдыҡ­тарыбыҙҙы үҙебеҙ йыйыу (махсус хеҙмәт яллау), ташыу һәм эшкәр­теүҙе яйға һалыу күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә һәм уны тормошҡа ашыра башлау шарт. Уныһы бәхәс тыу­ҙырмай. Әммә беҙ уға әҙербеҙме? Сүп ташыған махсус машиналар етерлекме, улар яҙғы-көҙгө бысраҡ­та төпкөл ауыл­дарға барып етә алырмы, урындағы властың заманса контейнер май­ҙан­сыҡтарын йыһазлан­дырырға хәленән килерме, ҡалдыҡтарҙы эшкәртерлек заводтар ни өсөн аҙ һәм улар ҡырҡа артҡан сүп-сар ағымын көйләүгә һәләтлеме, хеҙмәтләндергән өсөн түләү ғаилә бюджетына артыҡ йөк булып ятмаҫмы?


Әҙерлек кимәлен ваҡыт баһалар

Бөтә ил күләмендәге һәм беҙҙең көнкүреш өсөн яңы булған был эшкә республикала күптән инде әҙерлек алып барыла:
– ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү өлкәһендә 25 норматив-хоҡуҡи акттан торған ҡануниәт базаһы булдырылған;
– 2016 йылда ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең территориаль схемаһы һәм электрон моделе эшләнгән, схема – киләһе йылдың 1 ғинуа­рына, модель 2020 йылдың 1 ғинуарына тиклем ҡулланыуға индереләсәк;
– төбәк операторҙары менән (биш зона буйынса) 10 йылға килешеү төҙөлгән;
– 2017 йылда ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы туплауҙың республика нормативтары раҫланған.

“Территориаль зона” нимәне аңлата? Республика ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән иш итеүҙе еңе­ләйтеү һәм идара итеүҙе уңай­лаш­тырыу өсөн биш зонаға бүленгән (картаны ҡарағыҙ). Быйыл февраль-май айҙарында Башҡортос­тандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ошо зоналарҙы хеҙмәтләндерәсәк төбәк операторҙарын конкурс буйынса һайлап алды һәм улар менән килешеү төҙөнө.

“Электрон модель” төшөнсәһе ҡаты ҡалдыҡтарҙы йыйыу урындарын – полигондарҙы, өйөмдәрҙе, шлам туплау майҙансыҡтарын һәм башҡаларҙы, шулай уҡ ҡалдыҡты эшкәртеү пункттарын, утил­ләштереү һәм зарарһыҙландырыу технологияһының теүәл үтәлешен күҙәтеп барыу мөмкинлеген аңлата.

– Башҡортостан “Экология” милли проектына индерелгән төбәктәр иҫәбендә, – ти тәбиғәттән файҙа­ланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы Мирхәй­ҙәр Фәтхуллин. – Федераль проекттар сиктәрендә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү объекттарын төҙөү һәм ҡалаларҙағы сүп өйөмдәрен юҡҡа сығарыу планлаштырыла. Республикалағы һигеҙ ошондай объект “Таҙа ил” проектына индерелгән. Финанслауҙың ике проценты – республика, 98-е федераль ҡаҙна иҫәбенә башҡа­рыласаҡ. Күсмә осорҙа, йәғни 2019 – 2020 йылдарҙа ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу эшенең уңышлы барасағы шик тыуҙырмай. Полигондар етерлек, бынан тыш 15 полигон запаста тотоласаҡ.


Урындағы властың хоҡуҡтары

Министр аңлатыуынса, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүсе муниципалитеттар түбәндәге вәкәләттәргә эйә:
– ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу урындары (майҙансыҡтар) булдырыу һәм тәртиптә тотоу (Рәсәй ҡануниәте нигеҙендә башҡа ойошмалар билдәләнмәһә);
– бындай майҙансыҡтарҙы урынлаштырыу схемаһын билдәләү һәм уларҙың исемлеген (реестрын) алып барыу;
– ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендәге экологик тәрбиәне ойоштороу һәм экологик мәҙәниәт булдырырға ярҙам итеү.

Операторға ниндәй талаптар ҡуйыла?

Көндәлек ҙур эш күләмен башҡарыу өсөн Рәсәйҙәге барлыҡ төбәк операторҙары түбәндәге сифаттарға эйә булырға тейеш:
– етештереү базаһы;
– етерлек махсус техника;
– хакимиәт яғынан контроллек;
– субсидия алыу мөмкинлеге;
– халыҡ менән эшләй белеү;
– ауылда өҫтәмә эш урындары асыу.


Экологик мәҙәниәт бер көндә тыумай

Ошо талаптарҙың үтәлеше шәхси һәм муниципаль предприя­тиеларға урындағы халыҡ менән үҙ-ара килешеп эшләргә һәм ҡал­дыҡтарҙы йыйыу майҙансыҡтарын һәр саҡ тәртиптә тоторға булышлыҡ итер тип күҙ алдына килтерәләр. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы махсус ҡорамалдар алыуға, сығымдарҙың бер өлөшөнә субсидия бирергә тәҡдим итә. Был йүнәлештә республика Хөкүмәте ҡарарының проекты әҙерләнгән дә инде.

Экология йылы барлыҡ йәмәғәт­селек өсөн һәр яҡтан да мөһим булды һәм был осраҡта эколог­тарҙың бурысы – тирә-яҡ мөхиттең бөгөнгө хәле һәм ниндәй саралар күрелеүе тураһында халыҡҡа дөрөҫ мәғлүмәт биреп тороу. Был мәғлү­мәтте үҙен экология буйынса иң ҙур белгес итеп танытҡан төрлө сә­йәсмәндәрҙән түгел, ә рес­пуб­ликаның Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы аша алыу маҡсатҡа ярашлыраҡ. Әлеге көндә министрлыҡ халыҡ араһында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсеү буйынса аңлатыу эше алып бара, күп урындарҙа ошо мәсьәләгә ҡағылышлы йыйындар үткәрелгән дә инде.

Бөгөн ауыл ерендә, белеүебеҙсә, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы туп­лау һәм йыйыу системаһы юҡ, урындағы үҙидара органдарының бындай ҡалдыҡтарҙы йыйыу урыны (майҙансығы) булдырыу өсөн финанс мөмкинлегенә лә эйә түгел. Киләһе йылдың 1 ғинуарынан муниципалитеттарға федераль ҡануниәт тарафынан ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса вәкәләттәр (йөкләмә) тапшырыла.

Ҡалдыҡ хаҡы ни хаҡ?

Күптәрҙе борсоған һорау шул: ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйған ойошма һәр ғаиләнән (йорттан) күпме хаҡ аласаҡ? Ул ҡала ерендәге күп ҡатлы йорттарҙағы кеүек буласаҡмы, әллә ауыл халҡы өсөн ташлама яһарҙармы? Яңы системаға күсеүгә бағышланған төрлө кәңәшмәләрҙә лә шул һорау йыш яңғырай. Тариф әлегә аныҡ билдәле түгел, уны йыл аҙағында ғына бөтә халыҡ иғтибарына еткерәсәктәр. “Эко-Сити” яуаплы­лығы сикләнгән йәмғиәте директоры Семен Земсков аңлатыуынса, төпкөл ауылдарға сүп-сар ташыған машина менән барып етеү мөмкин булмаған осраҡтарҙа (транспорт етешмәй, яҙғы-көҙгө бысраҡ ҡама­саулай һәм башҡалар) йорттарға түләү квитанциялары ебәрел­мәйәсәк. Был аңлашыла ла: түләү һәр саҡ күрһәтелгән хеҙмәт өсөн генә алынырға тейешле. Әгәр ҙә хеҙмәтләндереү ғәмәлдә бара икән, бының өсөн ай һайын түләп барыу мотлаҡ. Йәмғиәт етәксеһе ҡалдыҡ­ты сорттарға айырып йыйыу мәсьәләһе лә күҙ уңынан ысҡын­маясағын билдәләне. Мәҫәлән, сүп-сар ташыған махсус техника төҙөлөш материалдарын, баҡсаны утағанда йыйылған ҡый үләнен һәм коммуналь ҡалдыҡҡа ҡара­маған башҡа шундай сүп-сарҙы алмаясаҡ.

- Башҡортостанда былтыр 1,7 миллион тонна ҡаты коммуналь ҡалдыҡ йыйылған.

- Республикала 50 полигон төҙөлгән, шуның 36-һы “Росприроднадзор” лицензияһына эйә.

- Бөтәһе 14 сорттарға айырыу комплексы һәм ҡаты ҡалдыҡтарҙы һалыу өсөн 9 704 майҙансыҡ булдырылған. Майҙан­сыҡтарға 21 171 контейнер ҡуйыла.

- Ҡалдыҡ йыйыу эшен тулыһынса башҡарыу өсөн республикаға тағы ла 5 161 майҙансыҡ һәм 12 054 контейнер талап ителә.

- Ҡаты көнкүреш ҡал­дыҡ­тарын туплау, ташыу һәм эшкәртеүгә 156 шәхси һәм 30 муниципаль унитар предприятие йәлеп ителә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872