1 ғинуарҙан ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсергә әҙербеҙме?– Беҙ министрлыҡтар һәм ведомстволар араһында вәкәләттәрҙе төркөмләп бүлешергә килештек, был ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыуҙы территориаль ойоштороуға күсеү менән бәйле, – тип белдергәйне Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика Хөкүмәте ултырыштарының береһендә. – Ойоштороу йәһәтенән һәм социаль планда ошо хәл беҙгә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтә.
Киләһе йылдан “сүп-сар реформаһы” башланыуы хаҡында күп яҙалар. Был – тормош талабы, сөнки хужалыҡтарҙа ҡалдыҡ арта бара, уны йыйыу һәм эшкәртеү буйынса технологиялар камиллаша һәм, ниһайәт, экологик йәһәттән мәҙәни кимәлебеҙ күтәрелә.
Һорауҙар әлегә күп...Радий Фәрит улы республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаларын башҡарыусы Михаил Киреевҡа был мөһим эште көйләргә ҡушты, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының, шулай уҡ Тариф буйынса дәүләт комитетының да уға буйһоноуын белдерҙе. Федераль ҡануниәткә ярашлы, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәре лә күсәсәк. Башҡортостанда хәлдәр нисек?
Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйған һәм ташыған өсөн ауылдағы һәр йорт түләйәсәк. Күрһәтелгән хеҙмәт өсөн түләү мотлаҡ. Ғаиләнең ризалығы талап ителмәй. Баш тартыусылар менән суд приставтары шөғөлләнәсәк. Үҙ ҡалдыҡтарыбыҙҙы үҙебеҙ йыйыу (махсус хеҙмәт яллау), ташыу һәм эшкәртеүҙе яйға һалыу күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә һәм уны тормошҡа ашыра башлау шарт. Уныһы бәхәс тыуҙырмай. Әммә беҙ уға әҙербеҙме? Сүп ташыған махсус машиналар етерлекме, улар яҙғы-көҙгө бысраҡта төпкөл ауылдарға барып етә алырмы, урындағы властың заманса контейнер майҙансыҡтарын йыһазландырырға хәленән килерме, ҡалдыҡтарҙы эшкәртерлек заводтар ни өсөн аҙ һәм улар ҡырҡа артҡан сүп-сар ағымын көйләүгә һәләтлеме, хеҙмәтләндергән өсөн түләү ғаилә бюджетына артыҡ йөк булып ятмаҫмы?
Әҙерлек кимәлен ваҡыт баһаларБөтә ил күләмендәге һәм беҙҙең көнкүреш өсөн яңы булған был эшкә республикала күптән инде әҙерлек алып барыла:
– ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү өлкәһендә 25 норматив-хоҡуҡи акттан торған ҡануниәт базаһы булдырылған;
– 2016 йылда ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең территориаль схемаһы һәм электрон моделе эшләнгән, схема – киләһе йылдың 1 ғинуарына, модель 2020 йылдың 1 ғинуарына тиклем ҡулланыуға индереләсәк;
– төбәк операторҙары менән (биш зона буйынса) 10 йылға килешеү төҙөлгән;
– 2017 йылда ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы туплауҙың республика нормативтары раҫланған.
“Территориаль зона” нимәне аңлата? Республика ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән иш итеүҙе еңеләйтеү һәм идара итеүҙе уңайлаштырыу өсөн биш зонаға бүленгән (картаны ҡарағыҙ). Быйыл февраль-май айҙарында Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ошо зоналарҙы хеҙмәтләндерәсәк төбәк операторҙарын конкурс буйынса һайлап алды һәм улар менән килешеү төҙөнө.
“Электрон модель” төшөнсәһе ҡаты ҡалдыҡтарҙы йыйыу урындарын – полигондарҙы, өйөмдәрҙе, шлам туплау майҙансыҡтарын һәм башҡаларҙы, шулай уҡ ҡалдыҡты эшкәртеү пункттарын, утилләштереү һәм зарарһыҙландырыу технологияһының теүәл үтәлешен күҙәтеп барыу мөмкинлеген аңлата.
– Башҡортостан “Экология” милли проектына индерелгән төбәктәр иҫәбендә, – ти тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы Мирхәйҙәр Фәтхуллин. – Федераль проекттар сиктәрендә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү объекттарын төҙөү һәм ҡалаларҙағы сүп өйөмдәрен юҡҡа сығарыу планлаштырыла. Республикалағы һигеҙ ошондай объект “Таҙа ил” проектына индерелгән. Финанслауҙың ике проценты – республика, 98-е федераль ҡаҙна иҫәбенә башҡарыласаҡ. Күсмә осорҙа, йәғни 2019 – 2020 йылдарҙа ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу эшенең уңышлы барасағы шик тыуҙырмай. Полигондар етерлек, бынан тыш 15 полигон запаста тотоласаҡ.
Урындағы властың хоҡуҡтарыМинистр аңлатыуынса, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүсе муниципалитеттар түбәндәге вәкәләттәргә эйә:
– ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу урындары (майҙансыҡтар) булдырыу һәм тәртиптә тотоу (Рәсәй ҡануниәте нигеҙендә башҡа ойошмалар билдәләнмәһә);
– бындай майҙансыҡтарҙы урынлаштырыу схемаһын билдәләү һәм уларҙың исемлеген (реестрын) алып барыу;
– ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендәге экологик тәрбиәне ойоштороу һәм экологик мәҙәниәт булдырырға ярҙам итеү.
Операторға ниндәй талаптар ҡуйыла?Көндәлек ҙур эш күләмен башҡарыу өсөн Рәсәйҙәге барлыҡ төбәк операторҙары түбәндәге сифаттарға эйә булырға тейеш:
– етештереү базаһы;
– етерлек махсус техника;
– хакимиәт яғынан контроллек;
– субсидия алыу мөмкинлеге;
– халыҡ менән эшләй белеү;
– ауылда өҫтәмә эш урындары асыу.
Экологик мәҙәниәт бер көндә тыумайОшо талаптарҙың үтәлеше шәхси һәм муниципаль предприятиеларға урындағы халыҡ менән үҙ-ара килешеп эшләргә һәм ҡалдыҡтарҙы йыйыу майҙансыҡтарын һәр саҡ тәртиптә тоторға булышлыҡ итер тип күҙ алдына килтерәләр. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы махсус ҡорамалдар алыуға, сығымдарҙың бер өлөшөнә субсидия бирергә тәҡдим итә. Был йүнәлештә республика Хөкүмәте ҡарарының проекты әҙерләнгән дә инде.
Экология йылы барлыҡ йәмәғәтселек өсөн һәр яҡтан да мөһим булды һәм был осраҡта экологтарҙың бурысы – тирә-яҡ мөхиттең бөгөнгө хәле һәм ниндәй саралар күрелеүе тураһында халыҡҡа дөрөҫ мәғлүмәт биреп тороу. Был мәғлүмәтте үҙен экология буйынса иң ҙур белгес итеп танытҡан төрлө сәйәсмәндәрҙән түгел, ә республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы аша алыу маҡсатҡа ярашлыраҡ. Әлеге көндә министрлыҡ халыҡ араһында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсеү буйынса аңлатыу эше алып бара, күп урындарҙа ошо мәсьәләгә ҡағылышлы йыйындар үткәрелгән дә инде.
Бөгөн ауыл ерендә, белеүебеҙсә, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы туплау һәм йыйыу системаһы юҡ, урындағы үҙидара органдарының бындай ҡалдыҡтарҙы йыйыу урыны (майҙансығы) булдырыу өсөн финанс мөмкинлегенә лә эйә түгел. Киләһе йылдың 1 ғинуарынан муниципалитеттарға федераль ҡануниәт тарафынан ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса вәкәләттәр (йөкләмә) тапшырыла.
Ҡалдыҡ хаҡы ни хаҡ?Күптәрҙе борсоған һорау шул: ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйған ойошма һәр ғаиләнән (йорттан) күпме хаҡ аласаҡ? Ул ҡала ерендәге күп ҡатлы йорттарҙағы кеүек буласаҡмы, әллә ауыл халҡы өсөн ташлама яһарҙармы? Яңы системаға күсеүгә бағышланған төрлө кәңәшмәләрҙә лә шул һорау йыш яңғырай. Тариф әлегә аныҡ билдәле түгел, уны йыл аҙағында ғына бөтә халыҡ иғтибарына еткерәсәктәр. “Эко-Сити” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Семен Земсков аңлатыуынса, төпкөл ауылдарға сүп-сар ташыған машина менән барып етеү мөмкин булмаған осраҡтарҙа (транспорт етешмәй, яҙғы-көҙгө бысраҡ ҡамасаулай һәм башҡалар) йорттарға түләү квитанциялары ебәрелмәйәсәк. Был аңлашыла ла: түләү һәр саҡ күрһәтелгән хеҙмәт өсөн генә алынырға тейешле. Әгәр ҙә хеҙмәтләндереү ғәмәлдә бара икән, бының өсөн ай һайын түләп барыу мотлаҡ. Йәмғиәт етәксеһе ҡалдыҡты сорттарға айырып йыйыу мәсьәләһе лә күҙ уңынан ысҡынмаясағын билдәләне. Мәҫәлән, сүп-сар ташыған махсус техника төҙөлөш материалдарын, баҡсаны утағанда йыйылған ҡый үләнен һәм коммуналь ҡалдыҡҡа ҡарамаған башҡа шундай сүп-сарҙы алмаясаҡ.
- Башҡортостанда былтыр 1,7 миллион тонна ҡаты коммуналь ҡалдыҡ йыйылған.
- Республикала 50 полигон төҙөлгән, шуның 36-һы “Росприроднадзор” лицензияһына эйә.
- Бөтәһе 14 сорттарға айырыу комплексы һәм ҡаты ҡалдыҡтарҙы һалыу өсөн 9 704 майҙансыҡ булдырылған. Майҙансыҡтарға 21 171 контейнер ҡуйыла.
- Ҡалдыҡ йыйыу эшен тулыһынса башҡарыу өсөн республикаға тағы ла 5 161 майҙансыҡ һәм 12 054 контейнер талап ителә.
- Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын туплау, ташыу һәм эшкәртеүгә 156 шәхси һәм 30 муниципаль унитар предприятие йәлеп ителә.