Ете фәнде белеү фарыз.
Ислам дине тураһында дөрөҫ аңлайыш булһын өсөн, мосолмандар дини белем алырға тейеш. Бының өсөн билдәле фәндәр өйрәнелә. Ошо фәндәрҙе белмәй тороп, динде лә тулыһынса дөрөҫ аңлап булмай. Мәҫәлән, ҡайһы бер кешеләр, ислам динен аңлау өсөн бер-ике китап йә гәзит-журнал уҡыу ҙа етә, тип уйлай. Был, әлбиттә, яңылыш фекер.
Дини белем мосолмандар тураһында кино, сериал, пьесалар ҡарап йә совет осоронда яҙылған әҫәрҙәр, йә гәзит-журналдарҙа дини ғилеме булмаған кешеләр тарафынан баҫтырылған “уйланыуҙар” аша алынмай.
Тимәк, нисек һәм кемдән беҙ ислам динен дөрөҫ итеп өйрәнә алабыҙ? Әлбиттә, иң беренсе – беҙгә ислам динен биргән һәм Үҙ китабын ебәргән Раббыбыҙ Аллаһ Тәғәләнән. Уның китабы, белеүегеҙсә, “Ҡөрьән” тип атала. Йәғни беҙ ислам динен иң тәүҙә Ҡөрьәндән өйрәнергә тейешбеҙ. Ярай, ә Ҡөрьән кемгә бирелгән? Мөхәммәт пәйғәмбәргә (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм). Тимәк, Ҡөрьәнде иң яҡшы аңлаған кеше кем? Әлбиттә, Мөхәммәт пәйғәмбәр үҙе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм). Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең һүҙҙәре, ҡылған эштәре, йәшәйеше Сөннәт тип атала.
Тимәк, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең Сөннәте – ул Аллаһ Тәғәләнең китабы Ҡөрьәндең киң аңлатмаһы һәм ғәмәли өлгөһө. Беҙ: “Ҡөрьәнде йөҙ процент үтәп йәшәгән кеше ниндәй булырға тейеш?” — тип һораһаҡ, яуап шундай булыр: “Ул кеше нәҡ Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең үҙе кеүек булырға тейеш”. Шулай итеп, Ҡөрьән буйынса нисек йәшәргә тейешлеген белергә теләһәк, беҙ Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең Сөннәтенә ҡарарға, уны өйрәнергә тейешбеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм). Бына ошо ике бөйөк сығанаҡ – Ҡөрьән һәм Сөннәт – улар ислам диненең нигеҙе лә инде.
Ҡөрьән һәм Сөннәтте яҡшы белгән кеше генә ислам динен яҡшы белгән булыр, бынан башҡа ислам динен өйрәнеү юлдары юҡ. Ә Ҡөрьән һәм Сөннәтте өйрәнер өсөн иһә кеше ете фәнде яҡшы белергә тейеш:
1. Аҡида. 2. Тәджүид. 3. Ҡөрьән тәфсире. 4. Фиҡһ. 5. Хәҙистәр. 6. Сира. 7. Ғәрәп теле.
Ошо ете фәнде аңлатып китәйек.
1. Беренсе фән аҡида тип атала. “Аҡида” һүҙе, ғәрәп теленән тәржемә иткәндә “тәрән ышаныу, инаныу” тигәнде белдерә. Аҡида фәнендә беҙ, кем ул Аллаһ Тәғәлә, Уның сифаттары ниндәй, беҙ Аллаһ Тәғәләгә иманыбыҙҙы нисек иҫбатларға, арттырырға, һаҡларға тейешбеҙ һәм башҡа шуның кеүек һорауҙарҙы өйрәнәбеҙ. Ҡыҫҡаһы, был фән беҙҙең иманыбыҙҙы дөрөҫләй, уны тәрәнәйтә һәм уны төрлө шик-шөбһәнән һаҡлай.
2. Икенсе фән – ул тәджүид, йәғни Ҡөрьән уҡыу ҡағиҙәләре. “Тәджүид” һүҙе ғәрәп теленән тәржемә иткәндә “нимәнелер яҡшы эшләү” тигәнде аңлата. Һәр мосолман Ҡөрьәнде төп нөсхәһендә уҡый белергә тейеш. Һәр хәлдә, һәр кемебеҙ көнөнә биш намаҙ уҡырға һәм шул намаҙҙар ваҡытында сүрәләрҙе дөрөҫ итеп ятларға тейеш. Ә бының өсөн ул һәр хәрефтең нисек итеп әйтелгәнен яҡшылап өйрәнергә бурыслы.
3. Өсөнсө фән – тәфсир фәне. “Тәфсир” һүҙе ғәрәпсә “аңлатма биреү” тигәнде аңлата. Тәфсир фәне – ул беҙгә Ҡөрьәнде дөрөҫ аңларға ярҙам итеүсе фән. Тәфсир ғалимы Ҡөрьәндәге һәр аятты аңлата белергә тейеш: ғәрәп телендә ундағы һәр бер һүҙ нимә аңлата, был аят тураһында Мөхәммәт пәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) нимә әйткән, был аятты аңлатыусы ниндәй хәҙистәр бар, сәхәбәләр ул аятты нисек аңлағандар – былар барыһы ла тәфсир фәне өсөн кәрәкле белемдәр.
4. Дүртенсе фән – ул фиҡһ фәне. “Фиҡһ” һүҙе, ғәрәп теленән тәржемә иткәндә, “яҡшы аңлау” тигәнде аңлата. Фиҡһ мосолманға ябай тәһәрәттән башлап иң ҙур мәсьәләләргә тиклем барлыҡ кәрәкле белемдәрҙе бирә. Икенсе төрлө әйткәндә, фиҡһ – ул Ислам хоҡуғы, Ислам юриспруденцияһы. Йәғни мосолмандың Аллаһ Тәғәлә алдында ниндәй йөкләмәләре бар, үҙ-үҙе, ғаиләһе, күршеләре һәм бөтә башҡа кешеләр алдында ниндәй хаҡтары, хоҡуҡтары бар – быларҙың барыһын да фиҡһ фәне аңлата.
5. Бишенсе фән – ул хәҙистәр. Ғәрәпсә улар “хәдиҫ” тиелә. “Хәдиҫ” ул “булған хәл-ваҡиға йә иһә уны һөйләп биреү” тигәнде аңлата. Хәҙистәр – улар Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) үҙенең әйтеп ҡалдырған һүҙҙәре йә иһә уның турала ниндәйҙер уҡыусыһының (сәхәбәнең) һөйләп ҡалдырғаны.
6. Алтынсы фән – ул сира. Сира – ул Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) тормош тарихы. Ғәрәп теленән тәржемә иткәндә “сира” һүҙе “юл” тигән мәғәнәлә килә. Ысынлап та, Пәйғәмбәребеҙҙең тормош юлын, уның ниндәй осраҡта нимәләр эшләгәнен, нимә әйткәнен һәм башҡаһын яҡшылап белмәй тороп, Ҡөрьәндең нисек үтәлергә тейешлеген беҙ нисек дөрөҫ аңлай алырбыҙ? Бер нисек тә! Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) тормошо тотошлайы менән Ҡөрьәндең ғәмәли яғын сағылдыра. Юҡҡа ғына Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең иң яратҡан ҡатыны Ғәйшә уның турала: “Уның холҡо – Ҡөрьән ине”, тимәгән бит.
7. Етенсе фән – ул ғәрәп теле. Раббыбыҙ Үҙ китабы Ҡөрьәнде ғәрәп телендә ебәргән. Рус телендә лә түгел, башҡортса ла, ҡытайса йә башҡа телдә лә түгел, ә ғәрәпсә. Ғәрәпсә аңламай тороп, Ҡөрьәндең тулы мәғәнәһен дә аңлау мөмкин түгел, сөнки һәр телдең үҙ нескәлектәре, үҙенсәлектәре була. Ҡөрьәндәге, мәҫәлән, теге йә был һүҙ нимә аңлатҡанын төшөнөр өсөн беҙ уның ғәрәп телендә нимә аңлатҡанын белергә тейешбеҙ. Башланғыс мәлдә беҙ, әлбиттә, Ҡөрьәндең тәржемәләре менән генә ҡәнәғәтләнергә мәжбүрбеҙ, әммә был Китапты тулы мәғәнәһендә аңларға теләгән кешегә был кимәлдә генә туҡталып ҡалырға ярамай. Хатта ғәрәптәр үҙҙәре лә ғәрәп теле фәнен махсус өйрәнә, сөнки Ҡөрьән индерелгән ваҡытта ҡайһы бер һүҙҙәрҙең мәғәнәһе икенсе төрлө булған, ә мең ярым йыл үткәндән һуң хәҙер был һүҙҙәр үҙгәргән.