Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡөрьән менән дауалай
Зәйнулла ишан – Волга буйы, Урал, Көнбайыш Себер һәм Ҡырым биләмәһендәге Нәҡшбәндиә тәриҡәтенең һуңғы “Бөйөк шәйехе” – үҙ заманының күренекле фекер эйәһе һәм талантлы уҡытыусыһы була. Ул мәғариф системаһын үҫтереүгә тос өлөш индерә, “Рәсүлиә” мәҙрәсәһен аса. Шөкөр, исеме бөгөн дә онотолмай.

Зәйнулла ишандың фәлсәфәүи һәм педагогик мираҫы хәҙерге йәштәргә тәрбиә биреүҙә лә әүҙем файҙаланыла. Был йәһәттән аҫыл мосолман ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе – Гөлнур Миҙәхәт ҡыҙы Фәҡиеваны (Шәйхисламованы) телгә алмау мөмкин түгел. Ул Зәйнулла Рәсүлевтең идеяларын өйрәнеүгә, тара­тыуға ҙур тырышлыҡ һала. Күптән түгел Дағстанға сәфәрендә Зәйнулла ишандың бөйөк мираҫына тағы ла бер тапҡыр ҡағылырға насип була уға. Дағстандар күренекле дин әһеленең яҡташтарын ихлас ҡабул итә, ҡунаҡсыллыҡ күрһәтә, бай йөкмәткеле экскурсиялар, осрашыуҙар, әңгәмәләр ойоштора. Башҡортостандан килгән ҡунаҡтарҙың һөйләгәндәре уларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Был осрашыу ике республика – Башҡортостан менән Дағстан араһындағы дуҫлыҡты нығытыуға тос өлөш индерә. Әйткәндәй, 2016 йылда Махачкалалағы йома мәсеттәренең береһенә Зәйнулла Рәсүлевтең исеме бирелә. Был ваҡиға ла Зәйнулла ишан тәғлимәтенең республикабыҙҙа ғына түгел, илебеҙҙең башҡа төбәктәрендә лә ҙур әһәмиәткә эйә булыуы хаҡында һөйләй.

Бөйөк шәхестең фәлсәфәүи һәм педагогик мираҫын таратыу йәһәтенән Гөлнур апайҙың башҡарған эше юғары баһаға лайыҡ. Ул 1958 йылда Әбйәлил районының Юлдаш ауылында тыуған. Әсәһе Һәҙиә Ғәҙелша ҡыҙы менән атаһы Миҙәхәт Хәсән улы бала саҡтан уҡ ҡыҙҙарында мосолман диненә ҡарата ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләргә тырыша. Әле иһә Гөлнур апай балаларын һәм ейәндәрен ошо рухта тәрбиәләй. Өлкән улы Хәбир – Өфөнөң Дим районындағы “Мәҙинә” мәсете хәҙрәте, балаларға һәм ололарға ғәрәп телен, ислам мәҙәниәтен өйрәтә. Ҡыҙҙары Гөлнара менән Гөл­йөҙөм, донъяуи белем алыуға ҡара­маҫтан, һәр йәһәттән әсәһенә ярҙам итә. Ейәндәре Гөлнур апайҙы бигерәк ярата, ихтирам итә. Намаҙ уҡығанда кескәй балалар тынып ҡала, һәр доғаны йотлоғоп тыңлай, отоп алырға, аңларға тырыша.

Гөлнур апайҙың тағы ла бер һәләтен телгә алырға кәрәктер. Ул Ҡөрьән менән дауалай, кешегә һаулығын ҡайтара, әҙәм затының тәбиғәт, Аллаһ Тәғәлә менән үҙ-ара бәйләнеше ҡанундарын яҡшы белә, аңлай. Ул башта беҙҙең уй-ниәттә, эске кисерештәрҙә йәшеренгән сирҙең сәбәбен асыҡлай, уны дауалау алымын билдәләй. Йәштәр, балалары ауыр хәлгә тарыған ғаиләләр менән үткәргән әңгәмәләрҙә йыш ҡына изге Ҡөрьәнде, хәҙистәрҙе файҙалана.

Гөлнур Миҙәхәт ҡыҙы фән өсөн ҡы­ҙыҡлы һәм ҡатмарлы мәсьәлә – “индиго” балалар тыуыуына ҡарата үҙ фекерен белдерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай сабыйҙарға тейешенсә иғтибар юҡ, йыш ҡына уларҙы сирле, сәйер тип табалар. “Индиго”лар менән бер ниндәй ҙә эш алып барылмай, айырыуса ауыл ерендә. Гөлнур апай әйтеүенсә, психологтар һәм дин әһелдәре улар менән эшләргә тейеш, сөнки “индиго” балаларҙың донъяға ҡарашы бөтөнләй икенсе, улар был мөхитте үҙҙәренсә ҡабул итә, шуға күрә уларға ваҡытында ярҙам итергә, йүнәлеш бирергә кәрәк.
Әйткәндәй, Гөлнур апайҙың миңә лә, ғаиләмә лә ярҙамы ҙур булды. Иң мөһиме – ул халҡым тарихына, күренекле дин әһелдәренә ихтирам, һөйөү тәрбиәләне. Бының өсөн уға ҙур рәхмәт!

Башҡорт ере – изге төйәк. Ошо төбәктә тыуып үҫкән Зәйнулла ишан кеүек күренекле, көслө дин әһелдәре тор­мошобоҙға яңы һулыш бирә, рухыбыҙҙы күтәрә, донъяға яңыса ҡараш тәрбиәләй. Ниндәй генә ҡыйынлыҡтар кисермәһен, башҡорттар көслө рухлы халыҡ булып ҡала, сөнки уларға ошо изге ерҙә йәшәргә, тырышып эшләргә, балалар тәрбиәләргә булышлыҡ иткән бай мираҫ ҡалдырылған.


Автор: Илһам ШАФИҠОВ Район: Мәскәү ҡалаһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә...

Тотош уҡырға 2

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә...

Тотош уҡырға 3

Кваркуш яҫы таулығында иҫән ҡалған Өфө турисы йүнәлә башлаған

Кваркуш яҫы таулығында иҫән ҡалған Өфө турисы йүнәлә башлаған 11.03.2026 // Йәмғиәт

Табиптар әйтеүенсә, уның хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана....

Тотош уҡырға 2

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды 11.03.2026 // Йәмғиәт

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә