Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Хеҙмәтебеҙгә һәр фатирҙа баһа бирәләр”

Ҡыш осоро — эшкә йомғаҡ яһай торған мәл.

Бәләбәй ҡалаһында йылылыҡ һәм эҫе һыу биреүҙә өҙөклөктәргә бер ваҡытта ла юл ҡуйылманы. Меңдәрсә кеше йәшәгән ҡалала күп фатирлы йорттарҙы ҡышҡы айҙарҙа йылы тотоу, эҫе һыу менән тәьмин итеү, уңайлы көнкүреш шарттары тыуҙырыу өсөн ҙур тырышлыҡ һала “Теплоэнерго” йәмғиәте эшсәндәре.

Ҡышҡа әҙерлек ваҡытында төп һәм ярҙамсы ҡаҙанлыҡтарға — ағымдағы, йы­лылыҡ селтәрҙәренә капиталь ремонт юғары кимәлдә башҡарылды. Бөтәһе туғыҙ ҡаҙанлыҡ ҡышҡы миҙгелгә тулыһынса әҙер.

2018 йылда “Теплоэнерго” йәмғиәтенә Бәләбәй районының мәғариф учреж­дениеһына ҡараған 34 ҡаҙанлыҡ күсе­релде, уларҙы хеҙмәтләндереүгә 46 оператор эшкә алынды.

Ғөмүмән, “Ростехнадзор” ойошмаһы үт­кәргән тикшереү һөҙөмтәһендә йәм­ғиәткә ҡараған объекттар 2018-2019 йыл­дың йылытыу миҙгеленә әҙер тип табылды.

Уңышлы эш серҙәре нимәгә бәйле? Был тәңгәлдә йәмғиәт етәксеһе Сергей Лушицтың һүҙҙәренә иғтибар итәйек.
— Беҙҙә ғаилә династиялары күпләп эшләй. Ҡатмарлы технологик ҡоролма­лар менән яҡшы мөғәмәлә иткән алтын ҡуллы белгестәрҙең ҡәҙерен беләбеҙ. Эш хаҡы ваҡытында бирелә.


Сергей Анатольевич үҙе лә ғаилә династияһынан. Ул 1998 йылда Өфө дәү­ләт нефть техник университетын та­мам­лағандан һуң яҙмышын ошо пред­прия­тиеға бәйләй. Ябай слесарҙан башлай хеҙмәт юлын. Тармаҡтың асылына тө­шөнә, йылылыҡ һәм эҫе һыу менән тәьмин итеүҙәге эш алымдарын өйрәнә. Заманса технологияларға таянған ойошмала газ ҡаҙанлыҡтарын хеҙмәт­ләнде­реүҙе өйрәнә. Мастер, баш инженер итеп тәғәйенләнә. Шунан тәжрибәле, юғары ойоштороу һәләтенә эйә белгесте предприятие етәксеһе итеп, уға ҙур ышаныс күрһәттеләр.

Йәмғиәт Бәләбәй ҡалаһында ғына түгел, республикала алдынғы булып та­нылған. Уның ҡарамағындағы йорттарҙа йәшәгәндәр хаҡлы рәүештә “йәмғиәттән уңдыҡ” ти, сөнки хеҙмәтләндереү сифаты юғары.

Эш күрһәткестәренең яҡшырыуында предприятиеның элекке етәксеһе — Башҡортостандың атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәре Розалия Аҡбашеваның да өлөшө ҙур. Ул ҡала халҡы өсөн социаль яҡтан әһәмиәтле ойошманы артабан да тарҡатмай, үҫешергә булышлыҡ иткән белгесте ҡушҡуллап эшкә өйрәтә.

– Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты хеҙмәтләндереү – ауыр ҙа, яуаплы ла эш. Ул ифрат ҙур көс, таһыллыҡ, сослоҡ талап итә. Ең һыҙғанып тир түккәндә генә һөҙөмтәһе үҙеңде лә, халыҡты ла ҡыуандыра. Шуға күрә беҙҙә уңғандар, тырыштар, үҙ көсөнә ышанғандар ғына эшләй, – ти хәҙер директор урынбаҫары булып эшләгән Розалия Заһит ҡыҙы, үҙенең хеҙмәттәштәре менән ғорурланып.

Йәмғиәт Бәләбәй ҡалаһындағы биш эре ҡаҙанлыҡтың эше өсөн яуаплы. Бынан тыш, Приют, Аксаков ҡасабаһында, “Аҡсарлаҡ” балалар һауыҡтырыу комплексында йәмғеһе 34 ҡаҙанлыҡтың эшен көйләй. Предприятие йөҙ саҡрым­дан ашыу йылылыҡ селтәрен хеҙмәт­лән­дерә, ҡалалағы 521 торлаҡ йортто йылы һәм 138-ен эҫе һыу менән тәьмин итә.

Йәмғиәт Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы тәҡдиме буйынса тармаҡта Рәсәйҙең ун алдынғы ойошмаһы милли реестрына индерелде. “2013 йыл предприятиеһы” исеменә лайыҡ булыуҙары ла оло абруй, фиҙакәр хеҙмәт хаҡында һөйләй.

Предприятиела тырыш эшселәр етерлек. Баш энергетик Ришат Заһретдинов, баш инженер Риф Хәйретдинов, участка начальниктары Владислав Болдырев, Илнур Халдин, Вячеслав Данилов, баш бухгалтер Римма Ҡәмәретдиноваға таяна етәксе. Ғаилә династияһынан Әхмәҙиев­тәр, Ғилметдиновтар, Водопьяновтар, Филенко, Лущицтар тәүлектең һәр мәлендә эшкә тотонорға әҙер.

“Теплоэнерго” хеҙмәткәрҙәре Бәләбәй халҡынан үҙҙәренең эшмәкәрлеге айҡанлы рәхмәт һүҙҙәре генә ишетә.


Автор: Г. СӘЛИХОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә