Ҡыш осоро — эшкә йомғаҡ яһай торған мәл.Бәләбәй ҡалаһында йылылыҡ һәм эҫе һыу биреүҙә өҙөклөктәргә бер ваҡытта ла юл ҡуйылманы. Меңдәрсә кеше йәшәгән ҡалала күп фатирлы йорттарҙы ҡышҡы айҙарҙа йылы тотоу, эҫе һыу менән тәьмин итеү, уңайлы көнкүреш шарттары тыуҙырыу өсөн ҙур тырышлыҡ һала “Теплоэнерго” йәмғиәте эшсәндәре.
Ҡышҡа әҙерлек ваҡытында төп һәм ярҙамсы ҡаҙанлыҡтарға — ағымдағы, йылылыҡ селтәрҙәренә капиталь ремонт юғары кимәлдә башҡарылды. Бөтәһе туғыҙ ҡаҙанлыҡ ҡышҡы миҙгелгә тулыһынса әҙер.
2018 йылда “Теплоэнерго” йәмғиәтенә Бәләбәй районының мәғариф учреждениеһына ҡараған 34 ҡаҙанлыҡ күсерелде, уларҙы хеҙмәтләндереүгә 46 оператор эшкә алынды.
Ғөмүмән, “Ростехнадзор” ойошмаһы үткәргән тикшереү һөҙөмтәһендә йәмғиәткә ҡараған объекттар 2018-2019 йылдың йылытыу миҙгеленә әҙер тип табылды.
Уңышлы эш серҙәре нимәгә бәйле? Был тәңгәлдә йәмғиәт етәксеһе Сергей Лушицтың һүҙҙәренә иғтибар итәйек.
— Беҙҙә ғаилә династиялары күпләп эшләй. Ҡатмарлы технологик ҡоролмалар менән яҡшы мөғәмәлә иткән алтын ҡуллы белгестәрҙең ҡәҙерен беләбеҙ. Эш хаҡы ваҡытында бирелә.
Сергей Анатольевич үҙе лә ғаилә династияһынан. Ул 1998 йылда Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлағандан һуң яҙмышын ошо предприятиеға бәйләй. Ябай слесарҙан башлай хеҙмәт юлын. Тармаҡтың асылына төшөнә, йылылыҡ һәм эҫе һыу менән тәьмин итеүҙәге эш алымдарын өйрәнә. Заманса технологияларға таянған ойошмала газ ҡаҙанлыҡтарын хеҙмәтләндереүҙе өйрәнә. Мастер, баш инженер итеп тәғәйенләнә. Шунан тәжрибәле, юғары ойоштороу һәләтенә эйә белгесте предприятие етәксеһе итеп, уға ҙур ышаныс күрһәттеләр.
Йәмғиәт Бәләбәй ҡалаһында ғына түгел, республикала алдынғы булып танылған. Уның ҡарамағындағы йорттарҙа йәшәгәндәр хаҡлы рәүештә “йәмғиәттән уңдыҡ” ти, сөнки хеҙмәтләндереү сифаты юғары.
Эш күрһәткестәренең яҡшырыуында предприятиеның элекке етәксеһе — Башҡортостандың атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәре Розалия Аҡбашеваның да өлөшө ҙур. Ул ҡала халҡы өсөн социаль яҡтан әһәмиәтле ойошманы артабан да тарҡатмай, үҫешергә булышлыҡ иткән белгесте ҡушҡуллап эшкә өйрәтә.
– Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты хеҙмәтләндереү – ауыр ҙа, яуаплы ла эш. Ул ифрат ҙур көс, таһыллыҡ, сослоҡ талап итә. Ең һыҙғанып тир түккәндә генә һөҙөмтәһе үҙеңде лә, халыҡты ла ҡыуандыра. Шуға күрә беҙҙә уңғандар, тырыштар, үҙ көсөнә ышанғандар ғына эшләй, – ти хәҙер директор урынбаҫары булып эшләгән Розалия Заһит ҡыҙы, үҙенең хеҙмәттәштәре менән ғорурланып.
Йәмғиәт Бәләбәй ҡалаһындағы биш эре ҡаҙанлыҡтың эше өсөн яуаплы. Бынан тыш, Приют, Аксаков ҡасабаһында, “Аҡсарлаҡ” балалар һауыҡтырыу комплексында йәмғеһе 34 ҡаҙанлыҡтың эшен көйләй. Предприятие йөҙ саҡрымдан ашыу йылылыҡ селтәрен хеҙмәтләндерә, ҡалалағы 521 торлаҡ йортто йылы һәм 138-ен эҫе һыу менән тәьмин итә.
Йәмғиәт Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы тәҡдиме буйынса тармаҡта Рәсәйҙең ун алдынғы ойошмаһы милли реестрына индерелде. “2013 йыл предприятиеһы” исеменә лайыҡ булыуҙары ла оло абруй, фиҙакәр хеҙмәт хаҡында һөйләй.
Предприятиела тырыш эшселәр етерлек. Баш энергетик Ришат Заһретдинов, баш инженер Риф Хәйретдинов, участка начальниктары Владислав Болдырев, Илнур Халдин, Вячеслав Данилов, баш бухгалтер Римма Ҡәмәретдиноваға таяна етәксе. Ғаилә династияһынан Әхмәҙиевтәр, Ғилметдиновтар, Водопьяновтар, Филенко, Лущицтар тәүлектең һәр мәлендә эшкә тотонорға әҙер.
“Теплоэнерго” хеҙмәткәрҙәре Бәләбәй халҡынан үҙҙәренең эшмәкәрлеге айҡанлы рәхмәт һүҙҙәре генә ишетә.