Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Әсә һөйөүенең сиге юҡтыр
Биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән гүзәл ханымдарға “Әсәлек даны” миҙалы тапшырыу республикабыҙҙа матур йолаға әйләнгән. Был юлы 44 бәхетле әсәй республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡулынан юғары награда алып һөйөндө.

– Төбәк етәксеһе булараҡ, был миссияны тәүге тапҡыр үтәйем, шуға күрә һеҙҙең кеүек мин дә бер аҙ тулҡынланам, – тип башланы һүҙен Радий Фәрит улы. Артабан ул, республиканың төрлө райондарынан килгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы яңыраҡ уҙған Әсә көнө менән ихлас тәбрикләп, ғаилә именлеге, балалар бәхете теләне. Радий Хәбиров үҙ сығышында алда торған мөһим бурыстарға, республика етәкселе­генең эшмә­кәрлек йүнәлештәренә лә туҡталды.

– Һеҙҙең тормош юлдаш­та­рығыҙ, балаларығыҙ үҙебеҙҙә яҡ­шы эшле булырға тейеш. Беҙҙең бурыс – һеҙҙе һәм республи­ка­быҙҙың киләсәге буласаҡ бала­ларығыҙҙы сифатлы медицина хеҙмәтләндереүе, төплө белем, уңайлы тормош шарттары менән тәьмин итеү, – тип билдәләне ул.

Бөрйән районының Иҫке Соб­ханғол урта мәктәбендә башлан­ғыс кластарға белем биргән Миңзәлә Рәхмәтуллина миҙалға лайыҡ булған әсәйҙәр исеменән республика етәкселегенә ҙур рәхмәт белдерҙе. Миңзәлә изге әсәлек хистәрен матур шиғыр юлдарына һалған ине.

Өфө ҡалаһынан биш бала әсәһе Светлана Федосееваға – 36 йәш. Ул республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министр­лығында әйҙәүсе белгес булып эшләй.

– Ҡала шарттарында биш бала үҫтереү, әлбиттә, ҙур һәм етди аҙым. Бында иң мөһиме – тормош иптәшеңдең ышаныслы терәк һәм таяныс булыуы. Ғаиләлә ике ҡыҙ үҫтек, мин бәләкәй саҡтан: “Ҙурайғас, минең биш балам буласаҡ!” – тип әйткәнмен. Бәлә­кәс­тәребеҙ – тормошобоҙҙоң йәме, өйөбөҙҙөң ҡото. Балалар нисәү булһа ла, әсә һөйөүе барыһына ла етә, – ти Светлана Ринат ҡыҙы.

Эйе, әсә күңелендәге һөйөү хистәренең, уның йөрәгендәге йылылыҡ һәм наҙҙың иге-сиге юҡтыр. Ер йөҙөндәге һәр бала атайлы һәм әсәйле булып, тулы ғаилә ҡосағында үҫһен ине.


Автор: Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 0

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөнән Вьетнамдың иң хозур утрауына тура рейстар башлана

Өфөнән Вьетнамдың иң хозур утрауына тура рейстар башлана 27.10.2026 // Йәмғиәт

«Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Вьетнамға тура даими рейстар старт алды. VietJet авиакомпанияһы Өфө — ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә