Биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән гүзәл ханымдарға “Әсәлек даны” миҙалы тапшырыу республикабыҙҙа матур йолаға әйләнгән. Был юлы 44 бәхетле әсәй республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡулынан юғары награда алып һөйөндө.
– Төбәк етәксеһе булараҡ, был миссияны тәүге тапҡыр үтәйем, шуға күрә һеҙҙең кеүек мин дә бер аҙ тулҡынланам, – тип башланы һүҙен Радий Фәрит улы. Артабан ул, республиканың төрлө райондарынан килгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы яңыраҡ уҙған Әсә көнө менән ихлас тәбрикләп, ғаилә именлеге, балалар бәхете теләне. Радий Хәбиров үҙ сығышында алда торған мөһим бурыстарға, республика етәкселегенең эшмәкәрлек йүнәлештәренә лә туҡталды.
– Һеҙҙең тормош юлдаштарығыҙ, балаларығыҙ үҙебеҙҙә яҡшы эшле булырға тейеш. Беҙҙең бурыс – һеҙҙе һәм республикабыҙҙың киләсәге буласаҡ балаларығыҙҙы сифатлы медицина хеҙмәтләндереүе, төплө белем, уңайлы тормош шарттары менән тәьмин итеү, – тип билдәләне ул.
Бөрйән районының Иҫке Собханғол урта мәктәбендә башланғыс кластарға белем биргән Миңзәлә Рәхмәтуллина миҙалға лайыҡ булған әсәйҙәр исеменән республика етәкселегенә ҙур рәхмәт белдерҙе. Миңзәлә изге әсәлек хистәрен матур шиғыр юлдарына һалған ине.
Өфө ҡалаһынан биш бала әсәһе Светлана Федосееваға – 36 йәш. Ул республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығында әйҙәүсе белгес булып эшләй.
– Ҡала шарттарында биш бала үҫтереү, әлбиттә, ҙур һәм етди аҙым. Бында иң мөһиме – тормош иптәшеңдең ышаныслы терәк һәм таяныс булыуы. Ғаиләлә ике ҡыҙ үҫтек, мин бәләкәй саҡтан: “Ҙурайғас, минең биш балам буласаҡ!” – тип әйткәнмен. Бәләкәстәребеҙ – тормошобоҙҙоң йәме, өйөбөҙҙөң ҡото. Балалар нисәү булһа ла, әсә һөйөүе барыһына ла етә, – ти Светлана Ринат ҡыҙы.
Эйе, әсә күңелендәге һөйөү хистәренең, уның йөрәгендәге йылылыҡ һәм наҙҙың иге-сиге юҡтыр. Ер йөҙөндәге һәр бала атайлы һәм әсәйле булып, тулы ғаилә ҡосағында үҫһен ине.