Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҡты эҙе, йөрәк йылыһы ҡалды
Донъяла кешене бәхетле иткән ҡыуаныслы мәлдәр була, тик тормош мәшәҡәтенә һылтанып, ҡул һелтәмәүең, башҡа ваҡытҡа ҡалып торһон тип уйламауың кәрәк. Баш ҡалабыҙҙан байтаҡ ситтә ятҡан Аҡъярға килеүемдең төп сәбәбе илһөйәр уҡытыусыларыбыҙ менән осрашыу, туған телебеҙҙе һәм әҙәбиәтте уҡытыуҙың сифатын күтәреүҙең яңы алымдарын бергәләп эҙләү, алдынғы тәжрибәне өйрәнеү һәм таратыу ине. Ғәҙәттә, фекерҙәштәр менән уртаҡ тел тиҙ табыла, яңы алымдар, уларҙың әһәмиәте хаҡында иркенләп һөйләшелә, ҡыҙыҡлы бәхәстәр ҡорола. Алыҫ тарафтарға йөрөгәнеңдә эш сәфәреңде ошо яҡтың гүзәл тәбиғәтен, тарихи урындарын тамаша ҡылыуға, йә булмаһа, айырым шәхестәре менән танышыуға арнайһың.

Яңыраҡ Бәләбәйгә яһаған сәфәремдә төп маҡсатымды Усень-Ивановск ауылына сәйәхәт менән байыттым, күптән хыялланған Марина Цветаева музейында булыу, шағирәнең ижад шишмәһе менән танышыу бәхетен кисерҙем. Ә Аҡъярға барғанымда бығаса ишетеп кенә белгән, тәрән хөрмәт иткән ил инәһе Гөлнур апай Ишемова менән осрашыу насип булды. Әле яңыраҡ ҡәҙерле кешемдең, 90-ына аяҡ баҫырға торған ил инәһенең, вафатын ишеткәс, күптәнге осрашыу бөгөнгөләй күҙ алдыма баҫты. “Әлдә барғанмын янына, әлдә осрашҡанмын!” – тигән уйҙар мине ташламай.

Гөлнур Әхмәтхан ҡыҙы Ишемова (Мәмбәтова) 1929 йылдың 6 февралендә Хәйбулла районының Мәмбәт ауылында Әхмәтхан Хужанияз улы һәм Вазифа Әһлиулла ҡыҙы ғаиләһендә донъяға килә. Гәзит уҡыусыларыбыҙ хәтерләйҙер: “Башҡортостан”да был күркәм ғаилә, уларҙың Бөйөк Ватан һуғышына тиклемге бәхетле тормошо, аталарының һуғыш яланында күрһәткән батырлығы тураһында мәҡәләләр баҫылып торҙо. Бөгөнгө яҙмамда Гөлнур апайҙың ауыр һуғыш йылдарында күргән михнәттәре, йәш кенә ҡыҙ баланың ғаилә таянысына әүерелеүе, ғүмер буйына ҡустыларына ауыр мәлдә таяныр апай, балаларына изге әсә булыуы, абруйлы ағинәй сифатында ерҙә ҡалдырған яҡты эҙе, йөрәк йылыһы хаҡында бәйән итмәксемен.

Иң тәүҙә ике йыл элек булған осрашыу хаҡында. Аҡъярға килеү менән Гөлнур апайға шылтыраттым. “Апай, хәл-әхүә­леңде белергә ине, тормош юлығыҙҙы хәтерләп ултырмаҡсыбыҙ”, – тип телә­гемде әйттем. Бына Аҡъяр ауылының уртаһында, заманына күрә ҙур итеп һалынған йорт алдындамын. Ике иркен бүлемле, айырым аш бүлмәле ауыл өйө. Апай яңғыҙы донъя көтә ине. Ришат, Урал улдары, килендәре килеп тора, ярҙамынан ташламай икән. Гөлнур апай йығылып аяғын имгәткән, ҡатмарлы операция кисергән, таяҡта. Шулай ҙа йорто ялт итеп тора, бөтә ерҙә бөхтәлек, иҫ киткес таҙалыҡ. “Ҡар яуып тора, һепертке менән һеперә һалам, көрәккә көс етмәй”, – ти. Балаларын көтһә лә була, тик оло кеше сабыр итәме?

Гөлнур апай шул тиклем әҙерләнгән, өҫтәл аш-һыуҙан һығылып тора. Ҡаҙыһы боҫ бөркә, әсе ҡатыҡ-ҡоротло һимеҙ һурпа еҫе танауҙы ҡытыҡлай, ҡыш уртаһында алма-хөрмәһе тиһеңме... Иң мөһиме — нәзәкәтле өҫтәл, һәр нәмә үҙ урынында, ҡыҫҡаһы, ауыл йортондағы ресторан! Тәғәмдән ауыҙ иткәс, һүҙ-гәпкә сират етә.

– Ҡустым, беләһең, һуғышҡа тиклем арыу ғына донъя көттөк. Олатайым – тирә-яҡта дан тотҡан һунарсы Әһлиулла Юламанов. Өләсәйем Фатима тилберлеге, матур донъяһы менән айырылып торҙо. Йорттарынан кеше өҙөлмәне, Өфө ҡунаҡтары ла, ғәҙәттә, унда төшөр ине. Атайым Әхмәтхан йәш кенә көйө Бикбауҙа “Йәш быуын” колхозы рәйесе булды. 1941 йылға тиклемге осор бәхетле мәл булып иҫтә ҡалған, – ти Гөлнур апай. Ул һөйләй, мин ҡуйын дәфтәренә теркәй барам.

– Атайымдан 1942 йылдың аҙағына тиклем хат килеп торҙо. Бер хәбәрендә үҙе сығарған йыры һаман хәтерҙә:
Эстәрле күпер аҫтында,
Шунда һыу инһәң ине.
Иҫән-һау ҡайтып,
Балаларҙы бер күрһәң ине!
Күрә алманы, иҫән-һау еңеп ҡайтһа, өс улы, ҡыҙы өсөн шатланып ғүмер кисерер ине. Әсәйебеҙ икеһе өсөн дә йәшәне, ахыры, йөҙҙө үтеп китте, Аллаға шөкөр!

Гөлнур апай VIII класты тамамлағас та Хәйбулла “Райпотребсоюз”ындағы икмәкханаға кондитер-икмәк бешереүсе булып эшкә төшә. Шөғөл таныш кеүек, әсәһе һауынсы булғас, Әсхәт, Рәфхәт, Миҙхәт ҡустыларына 11 йәшенән икмәкте аҙ һалманы. Ана, тамағы туйып алған, “үҙе гөптәй, аяғы ептәй” биш йәшлек Миҙхәт йырлап та ебәрә: “Атаҡайым, ҡайт инде, аҡ мендәргә ят инде...” Урамға сыҡһа, күрше һалдаткалар, күҙ йәштәрен һөртә-һөртә, шул йырҙы йырлата... Ә бында быуыны ла нығынмаған ҡыҙ әллә нисәмә мең дана икмәк һалырға, етмәһә, бар технологик талаптарҙы үтәргә тейеш. Бала саҡтан килгән өлгөрлөгө, егәрлелеге бар. Етмәһә, “Башсоюз”дан Рамаҙанов (исем-шәрифен онотҡан) тигән технолог килеп, эш серенә өйрәтеп, бишенсе разряд биреп китә. Ә бер аҙҙан баш ҡалаға саҡыртып уҡытып, иң юғары алтынсы разрядлы “мастер-технолог” дипломы тапшыралар.

Үҙ эшенең ысын оҫтаһына әүерелә Гөлнур апай. Башҡортостан Өлкә комитетынан Зыя Нуриев, Миҙхәт Шакиров килһә, оҫтаны маҡтап бөтә алмайҙар, гел уның ризыҡтары менән туҡланалар. Ысынлап та, Европа һәм башҡорт кухняһын берҙәй үҙләштерә ауыл кондитеры. “Мин етәкләгән сменаның продукцияһы һәр саҡ уңды, ҡалғандар көнләшеп тә ҡуя ине”, – тип хәтерләне апай.

Тормоштоң үҙе кеүек кеше яҙмышы ла ҡатмарлы. Талапсан Гөлнур Ишемова райкомдың беренсе секретарына: “Хеҙ­мәт­тәштәрегеҙгә әйтегеҙ әле, туҡланалар, ә түләргә оноталар. Мин бит студенттар уҡытам, кеше өсөн түләр хәлем юҡ”, – ти. Баш өҫтөндә болоттар ҡуйырып ала. Тап шул ваҡыт танылған оҫтаны Бүребай тресына саҡыралар, беҙҙә һиңә бөтә шарттар бар, юғары эш хаҡы алырһың, тип ымһындыралар. Әммә күнеккән ер, үҫмер йәштән башлаған эш урынын ҡалдырып буламы? Оҙаҡ йылдар, хаҡлы ялға туҡтағансы, Хәйбулла “Райпотребсоюз”ында намыҫлы хеҙмәт итә Гөлнур Ишемова. Үҙе әйтмешләй, бер ҡосаҡ Маҡтау ҡағыҙҙарына, вымпелдарға лайыҡ була.

Тәрбиәле, матур холоҡло балалар үҫтереүен дә иҫкә алһаҡ, күркәм һәм итәғәтле кешегә һоҡланмау мөмкин түгел. Әңгәмә ваҡытында Гөлнур Әхмәтхан ҡыҙының бик күп матур сифаттарын астым. “Ни эшләптер, бик юллыҡлымын, – тип һөйләне ул. – Минең юлымда осраған кеше ҡайҙа барһа, ни эшләһә лә юлы уңа... Көн дә ҡартым Сәлихйәнем (оҙаҡ йылдар типография директоры булған), ҡыҙым, улдарым рухына аяттар уҡыйым, аяҡтарым һыҙлаһа ла, ҡәберҙәрен “ялт” итеп торам. Төштәремә гел риза булып, аҡ япмаларға уранып керәләр. Улдарым ихтирамлы кеше, ҙур хирург булды. Мәжитем Өфөлә хирург, ғалим, ҡала Советы депутаты ине. Рәшитемде Нижневартовск ҡалаһы халҡы яҡын кешеһе итеп белде. Өфөгә барһам, ҡала “балнистары” табиптары нишләргә белмәй ине. Улдарыма булған хөрмәттәрен миңә күрһәтергә тырыштылар, рәхмәт уларға”.

Гөлнур апайҙың мине һоҡландырған йәнә бер матур сифатын иҫкә алмай булдыра алмайым. Уның әйткәне: “Мин йәштән уҡырға яраттым, атайым да минең ҙур кеше булыуымды теләгән. Хаттарында былай тип яҙған: “Вазифа, ҡыҙымды – Гөлнурымды табип итергә тырыш, уҡыт!” Әле лә милли баҫмаларға яҙылмай ҡалмайым, барыһын да уҡып барам. “Башҡортостан”ды ҡат-ҡат уҡыйым, мәҡәләләрен ятлап бөтә яҙам”. Эйе, күркәм кеше һәр йәһәттән матур, ыҡтымат була, тормош ауырлығына, бала юғалтыуҙарына ҡарамай, йәшәйештән йәм табып, донъя көтөргә ынтыла.

Гөлнур Әхмәтхан ҡыҙы Ишемова, ай-вайыма ҡарамай, ҡапҡа төбөнә тиклем сығып, ҡул болғап ҡалды. Боролоп күҙ һалғанымда ҡәҙерле кешем ҡуш усы менән йыйырсыҡлы, әммә ниндәйҙер яҡтылыҡ, йылылыҡ һирпкән матур йөҙөн һыйпап алды, ирендәре “Хызыр Ильяс хозурында юлың уң булһын!” тип шыбырлаған төҫлө ине. Уң булыр, Гөлнур апайҙың теләге бит ул!

Ағинәйҙең һуңғы сәғәттәрен бергә кисергән ҡустыһы Миҙхәт Мәмбәтов һөйләгәйне: “Апайым тыныс ине. Килен­дәр эш менән булһын, улдарым, ҡусты­лар ғына ҡалһын, тине. Һыҙланыуын еңергә үҙендә көс табып тороп ултырҙы. Салфеткаһы менән ҡулдарын һөрткөлә­не, телефон трубкаһын, телевизор пультын хуш еҫле ҡағыҙ менән таҙартты. Минән һуң йортом, әйберҙәрем тап-таҙа ҡалһын, тип һөйләнде. Китер мәлен үтә сабыр, тыныс ҡаршыланы, ризалығын, бәхиллеген бирҙе...”

Ғүмер буйы әсәһе Вазифаны, ҡустыла­рын, балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡурсалап, ҡайғыртып йәшәгән Гөлнур апай маңлайына яҙылған тәҡдирен, яңғыратып әйткәндә, уға яҙған миссияны намыҫ менән үтәне. Бөйөк шәхестәрҙең генә түгел, ябай ауыл ҡатынының да ғү­мере юғары үлсәмдәр менән баһала­нырға хаҡлы түгелме ни?! Ундайҙарҙың ерҙә яҡты эҙе, йөрәк йылыһы ҡала, бәлки, шулар беҙҙе киләсәккә яҡты өмөт менән йәшәргә саҡыралыр. Ҡырҡың тулыр көндә йәнең тыныс, урының яҡты һәм йомшаҡ булһын, Гөлнур апай!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872