Республика етәксеһе Туймазы районында һәм Октябрьский ҡалаһында булды.Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы
Радий Хәбиров 17 ноябрҙә эш сәфәре барышында Октябрьский ҡалаһында булды, социаль объекттарҙы ҡараны, урындағы кешеләр менән аралашты.
Заманса шарттарға һәм ҡоролмаларға ихтыяж ҙурТәү сиратта Радий Фәрит улы ҡаланың 1-се дауаханаһы объекттары менән танышып сыҡты. 2-се стационарҙың терапия, кардиология, онкология бүлектәрендә булып, медицина персоналы, дауаланыусылар менән аралашты, дарыуҙар, заманса медицина ҡоролмалары тәьминәте; кадрҙар һәм йәш белгестәрҙе йәлеп итеү мәсьәләһе; туҡландырыу проблемалары хаҡында ҡыҙыҡһынды. Учреждениеның баш табибы Сергей Иванов стационар капиталь ремонтҡа мохтаж икәнлеген, компьютер томографына капиталь ремонт кәрәклеген билдәләп үтте. Шулай уҡ яңы диагностик ҡоролмаға ла ихтыяж ҙур, сөнки учреждениеның беренсел ҡан тамырҙары бүлеге базаһында төбәктә район-ара ҡан тамырҙары үҙәге булдырырға ниәтләйҙәр.
Балалар стационарында һәм поликлиникаһында республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы бында практикаға килгән ординатор менән әңгәмәләште, медицина персоналын йәлеп итеү йәһәтенән ҡалала нимәләр эшләнеүе менән ҡыҙыҡһынды, шулай уҡ пациенттарҙың аныҡ маршрутизацияһын тәьмин итеүсе “Асыҡ регистратура” системаһы эше менән танышты.
Бынан ете тиҫтәгә яҡын йыл элек, 1951 йылда, төҙөлгән хирургия корпусына иһә реконструкция талап ителә. Подрядчик билдәләнгән, тиҙҙән төҙөлөш-монтажлау эштәренә тотонорға ниәтләйҙәр. Радий Фәрит улы яңыртылған корпус барлыҡ заман талаптарына ла яуап бирергә тейешлеген, шул уҡ ваҡытта бинаның архитектура стиле үҙенсәлектәрен һаҡлау фарызлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Баш табип Сергей Иванов белдереүенсә, әлеге көндә дауахана 50 табипҡа мохтаж. “Ауыл табибы” программаһы ҡала биләмәләренә ҡағылмағанға күрә, ул бәлки был маҡсат өсөн махсус грант системаһын булдырыу мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте.
Тәртип подъездан башланаАртабан Радий Хәбиров 35-се микрорайонға юл тотто, урындағы халыҡ менән ҡала өсөн көнүҙәк булған йәмәғәт транспорты, күп функциялы үҙәктәрҙең эшмәкәрлеге, банкрот тип табылған “Автоприбор” заводы эшсәндәренә хеҙмәт хаҡы буйынса бурыстарҙы ҡайтарыу һәм башҡа мәсьәләләр хаҡында һөйләште. Шулай уҡ ул алданған өлөшсөләр – “Спартак”, “Яҙ” торлаҡ комплекстарында фатирҙарын йылдар дауамында юллаусылар менән дә әңгәмәләште.
– Алданған өлөшсөләр проблемаһы менән шөғөлләнәбеҙ. Ышанығыҙ, һеҙҙе был бәлә менән яңғыҙ ҡалдырмаясаҡбыҙ. Беҙҙең бурыс – мәсьәләне мөмкин тиклем тиҙерәк хәл итеү, – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Ошонан һуң республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы 16-сы йорт подъезын ҡарап сыҡты, Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы Алексей Шмелев һәм “Торлаҡ идаралығы” компанияһы етәкселеге менән күп фатирлы йорттарҙы хеҙмәтләндереү мәсьәләләре хаҡында һөйләште. Радий Фәрит улы фекеренсә, йорт подъездары һәм ихаталарын төҙөкләндереү программаларын яңынан ҡарау зарур. Атап әйткәндә, күп фатирлы йорттарҙың подъездарындағы ремонт софинанслау принцибына нигеҙләнергә тейеш: сығымдарҙың бер өлөшөн муниципалитет ҡаплаһа, икенсе өлөшөн республика ҡаҙнаһынан финанслау күҙ уңында тотола. Ошо уҡ схема ихаталарҙы тәртипкә килтергәндә лә ҡулланыласаҡ.
– Йыл һайын һәр хакимиәт башлығынан тораҡ пункттарҙа ихаталарҙың ун проценты төҙөкләндерелеүен талап итәсәкмен, – тип билдәләне Радий Фәрит улы.
Артабан Радий Хәбиров дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәткән урындағы күп функциялы үҙәктең эше менән танышты, сираттар булыу-булмауы, хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы, кадрҙар мәсьәләһе менән ҡыҙыҡһынды.
– Һеҙ бик мөһим эш башҡараһығыҙ. Үҙәк хеҙмәткәрҙәренең кешеләр менән нисек мөғәмәлә итеүе мөрәжәғәт итеүселәрҙең кәйефен билдәләй. Беҙ ҡарар ҡабул иттек – иң яҡын киләсәктә үҙәк белгестәренең эш хаҡын арттырасаҡбыҙ, – тине ул.
Балалар иркен шарттарҙа уҡырға тейешАртабан Радий Хәбиров Октябрьский ҡалаһының 2-се гимназияһына юл тотто. Унда 1200 бала белем ала, шул иҫәптән 495 бала – икенсе сменала. Учреждение директоры белдереүенсә, төп проблема – кабинеттарҙың һыйҙырыу мөмкинлеге түбән булыуҙа, сөнки һәр класта 30 – 35 бала уҡый. Шуға ла башланғыс кластар өсөн айырым бина талап ителә. Проблеманы хәл итеү өсөн иҫке мәктәп-интернаттың бинаһын реконструкциялау зарур. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы был объектты Республика адреслы инвестиция программаһына индереү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.
Радий Фәрит улы Ю. А. Гагарин исемендәге ҡала паркын да ҡарап сыҡты. Былтыр бында “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы сиктәрендә ҙур төҙөкләндереү эштәре башҡарылған. Ошоға бәйле, Р. Хәбиров Башҡортостанда парктарҙы төҙөкләндереү буйынса яңы төбәк программаһы булдырыласаҡ, тип билдәләп үтте. Әле ошондай биләмәләрҙең реестры төҙөлә.
Булғанды файҙаланыу фарызЭш сәфәренең киләһе пункты ҡаланың Спорт һарайы булды. Былтыр 50 йыллыҡ юбилейын билдәләгән учреждениела бассейн, спорт, тренажер, көрәш залдары, яһалма япмалы футбол яланы, физик йәһәттән мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн махсус зал бар. Улар менән танышып сыҡҡандан һуң Радий Фәрит улы бында күптән түгел ойошторолған спорт музейында ла булды, ҡалалағы спорт хәрәкәте үҫеше этаптары менән танышты.
Спорт һарайынан һуң Р. Хәбиров ҡаланың буш торған, киләсәктә реконструкция үткәргәндән һуң 140 урынлыҡ балалар баҡсаһы-ясли ойоштороу планлаштырылған бинаны ла ҡараны. Капиталь ремонттың яҡынса хаҡы – 42 миллион һум. Радий Фәрит улы, бындай биналарҙы муниципалитет ҡарамағына тапшырыу, ремонтлау һәм унда мәктәпкәсә тиклем балалар мәғариф учреждениеларын урынлаштырыу фарыз, тип билдәләп үтте. Был ҡаҙна сараларын экономиялаясаҡ, шул уҡ ваҡытта балалар баҡсаһына булған сираттарҙы ла бөтөрәсәк.
Шулай уҡ Радий Хәбиров эш сәфәре барышында Октябрьский ҡалаһының билдәле урындарының береһендә – Ыҡ йылғаһы аша һалынған күперҙә лә булды. Объект 1948 йылда төҙөлгән, ул Башҡортостан менән Татарстанды тоташтыра. 2016 йылда күперҙе авариялы тип тапҡандар, унда йөк транспорты йөрөүе сикләнгән. Күрше республиканың Ютазы районы хакимиәте башлығы Рөстәм Нуриев әйтеүенсә, күперҙе ремонтлау ике төбәк өсөн дә мөһим. Көн һайын ошо юл аша 70 меңләп кеше үтә. Радий Хәбиров объектты реконструкциялау мәсьәләһе буйынса Башҡортостан һәм Татарстан уртаҡ ҡарарға килергә тейеш, тине.
– Күпер, ысынлап та, бик кәрәк. Ул һәр яҡлап, шул иҫәптән иҡтисади йәһәттән дә бәйле булған ике туғандаш республиканы тоташтыра. Беҙ был мәсьәләгә бик етди тотонасаҡбыҙ һәм хәл итеү вариантын табасаҡбыҙ, – тине Радий Фәрит улы.
* * *
Эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Туймазы районына ла туҡталды. Иҫке Туймазы ауылында ул фельдшер-акушерлыҡ пунктын, мәҙәниәт йортон, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә ҡуйылған стеланы ҡараны.
Ауыл халҡы эсәр һыуһыҙ ыҙалана1978 йылда төҙөлгән ФАП ике меңдән ашыу кеше йәшәгән биш ауылды хеҙмәтләндерә. Халыҡ һаны даими арта, шуға күрә бөгөн бында яңы модулле ФАП ҡына түгел, тулы ҡеүәткә эшләйәсәк амбулатория төҙөү мәсьәләһе тора. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы был хаҡта район етәкселеге һәм медицина хеҙмәткәрҙәре менән һөйләште.
Урындағы халыҡ Радий Фәрит улы менән әңгәмә барышында көндәлек йәшәйешкә ҡағылышлы һорауҙарҙы, атап әйткәндә, газ үткәреү, юлдар төҙөү мәсьәләләрен күтәрҙе.
Иҫке Туймазы һәм Ғәфүр ауылдарында бөгөн эсәр һыу иң көнүҙәк проблемаларҙың береһе һанала. Ул эсеү өсөн генә түгел, хатта көнкүрештә ҡулланыу өсөн дә яраҡһыҙ. Кешеләр әйтеүенсә, һыуҙан нефть еҫе сыға, ә тикшереү һөҙөмтәләре унда һаулыҡ өсөн зыянлы матдәләрҙең булыуын күрһәткән. Туймазы ҡалаһының “Водоканал” йәмғиәте директоры Рәмил Булатов был хәлдән сығыу юлдары – һурҙыртыу станцияларын реконструкциялау, яңы һыу үткәреү селтәре төҙөү зарурлығы тураһында һөйләне.
– Эсәр һыу проблемаһын тәү сиратта хәл итергә кәрәк. Был мәсьәлә буйынса айырым кәңәшмә үткәрергә тәҡдим итәм, – тине Радий Хәбиров.
Бәләкәстәр өшөргә тейеш түгелТуймазыла төбәк етәксеһе 20-се балалар баҡсаһында ла булды. Мәктәпкәсә учреждение 1991 йылда сафҡа ингән, әле унда 270 бәләкәс йөрөй. Бина капиталь төҙөкләндереүгә мохтаж, атап әйткәндә, иҫке тәҙрәләрҙе, йылытыу селтәрен алмаштырырға, стеналарҙы, нигеҙҙе, түбә япмаларын нығытырға кәрәк. Әлеге ваҡытта балалар баҡсаһындағы температура режимы йылытыу “пушкалары” ярҙамында һаҡлана. Әммә был – ваҡытлыса сара, һәм ул проблеманы тулыһынса хәл итмәй. Радий Фәрит улы бинаны капиталь ремонтлау өсөн аҡса бүлергә ҡушты.
Төбәк етәксеһе ҡаланың үҙәк паркы эшмәкәрлеге менән дә танышты. Бында аттракциондар, балалар һәм спорт майҙансыҡтары, шахмат уйнау зонаһы эшләй. Быйыл Чемпиондар аллеяһы булдырылған, федераль ҡаҙна иҫәбенә парк биләмәһе төҙөкләндерелгән.
“Сулпан-2” биҫтәһендә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы 110 урынға иҫәпләнгән яңы балалар баҡсаһын ҡараны. Ул ошо биләмәлә төҙөлөш алып барған ойошма тарафынан сафҡа индерелә. Эштәрҙең 90 проценты тамамланған, бина йылытыу селтәренә тоташтырылған. Әлеге ваҡытта яңы балалар баҡсаһын дәүләткә тапшырыу, төҙөлөш ойошмаһының сығымдарын ҡаплау мәсьәләләре хәл ителә. Төбәк етәксеһе был эштәрҙе тиҙләтергә һәм мәктәпкәсә учреждениены киләһе йылдың яҙына тапшырырға кәңәш итте.
Биҫтә халҡы Радий Фәрит улына үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы еткерҙе. Улар башлыса юлдар төҙөү, урамдарҙы яҡтыртыу, транспорт менән тәьмин итеү мәсьәләләренә, социаль йүнәлештәге объекттарға ихтыяжға ҡайтып ҡалды.
Туймазылағы 1-се урта мәктәп тә күптән капиталь ремонтлау талап итә. Ҡалала иң тәүгеләрҙән булып төҙөлгән белем усағына тейешле иғтибар бүлергә тырышалар – һуңғы йылдарҙа ҡыйығы яңыртылған, өлөшләтә тәҙрәләр алмаштырылған. Радий Хәбиров уҡыу бүлмәләрен ҡараны, уҡытыусылар менән аралашты һәм мәктәпте яңыртыуға тейешле аҡса бүленәсәк тип белдерҙе. Ремонт эштәрен киләһе йылдың йәйендә башҡарыу күҙаллана.
Балалар табиптары кәрәкАртабан төбәк етәксеһе Туймазы Үҙәк район дауаханаһына юлланды. Бында ул көн дауамында 300 пациентты ҡабул итеүгә иҫәпләнгән балалар поликлиникаһы төҙөлөшө менән танышты. Төҙөүселәр объектты теүәл бер йылдан тапшырырға ниәтләй.
“Асыҡ теркәү” системаһы буйынса эшләгән 2-се поликлиникала Радий Фәрит улы пациенттарҙы ҡабул итеү барышы, белгестәрҙе көтөүгә киткән ваҡыт менән ҡыҙыҡһынды. Һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы мөдире, әлеге күрһәткес 10-15 минуттан артмай, тип белдерҙе.
Стационарҙа Радий Хәбиров бүлексәләрҙең эше менән яҡындан танышты, дауахана етәкселеге һәм пациенттар менән әңгәмә барышында дарыуҙар һәм кәрәкле ҡорамалдар менән тәьмин ителеү, йәш белгестәрҙе эшкә ҡайтарыу мәсьәләләре тураһында белеште. Баш табип Зәбир Ғиздәтуллин әйтеүенсә, бөгөн Туймазы дауаханаһы өсөн педиатрҙарҙың етешмәүе, диагностикалау ҡорамалдарын яңыртыу, шулай уҡ поликлиниканы ремонтлау һәм хирургия бүлексәһе өсөн яңы корпус төҙөү мәсьәләләре көнүҙәк һанала.
Ҡыйыҡтар яңыртыласаҡЭш сәфәре барышында Радий Фәрит улы Собханғол ауылындағы социаль объекттарҙы ла ҡараны. Мәҫәлән, бындағы 6-сы балалар баҡсаһы 1964 йылда төҙөлгән. Һуңғы йылдарҙа бинала ярайһы уҡ ҙур ремонт эштәре башҡарылған, әммә бөгөн дә хәл итәһе мәсьәләләр етерлек. Кисекмәҫтән тәҙрәләрҙе алмаштырыу, ҡыйыҡты яңыртыу бурысы тора. Төбәк етәксеһе, был тәңгәлдәге эштәр киләһе йылдың яҙында башланасаҡ, тине.
Ауыл мәктәбенең ҡыйығы ла яңыртыу талап итә. Уҡытыусылар һәм уҡыусылар Радий Фәрит улына белем усағында ҡулланылған заманса алымдар, илһөйәрлек йүнәлешендәге тәрбиә эше, олимпиадаларҙа яуланған ҡаҙаныштар тураһында һөйләне.
– Мәктәптең ҡыйығы мотлаҡ яңыртыласаҡ, – тине Радий Хәбиров. – Һеҙҙең мәктәп көслө традициялары менән билдәле. Рәсәй мәғарифы тап шундай белем усаҡтарына таяна.