Хыялдар ғәмәлгә ашыр мәл килер.
Ундайҙарҙы беҙ күпселек осраҡта көслө ҡатын-ҡыҙ тип атарға күнеккәнбеҙ. Улар һәр саҡ етәкселек эшендә. Бәғзе осраҡта гүзәл заттың нескә иңенә көс етмәҫлек йөк һалыныуын аңлап та еткермәйбеҙ шикелле. Уларҙың да көсһөҙ булыуын, яҡлауға һәм таянысҡа мохтаж икәнлеген уйламайбыҙ.
Һәр саҡ ғорур, һәр эште белеп башҡарған, талапсан етәксе Рәйлә Ғүмәрованы тәү күргәндәр шулай тип уйлай ҙа. Ә инде бер аҙ әңгәмәләшкәндән һуң, уның ябай ҡатын-ҡыҙ булыуы асыҡлана, төрлө ауырлыҡтарҙы еңеп, үҙендә көс таба алыуы һоҡландыра. Ябай, шул уҡ ваҡытта рухи яҡтан көслө ул, бала саҡ хыялы, тырышлығы һәм сәмле булыуы геройымды ысын Кеше булырға, тыуған еренә хеҙмәт итергә этәрә.
Атайҙың яратҡан ҡыҙыРәйлә Атауҙы ауылынан Сәлимә менән Рәхмәт Әбдрәхимовтарҙың ишле ғаиләһендә тыуып үҫә. Ете баланың бишенсеһе булған ҡыҙ бала саҡтан аң-белемгә тартыла, зиһенле һәм зирәк була. Күмәк ғаиләлә һәр баланың үҙ тәғәйенләнеше: кемдер йорт йыйыштырырға, икенселәре аш-һыу әҙерләргә ярҙам итә, ә минең геройым күпселек осраҡта тыштағы эштәрҙе үҙ итә. Һарай таҙартһынмы, мал ҡарашһынмы – ир-ат шөғөлөн ярата ул. Атаһы ла эшкә бөтмөр, һәр нәмәне еренә еткереп башҡарған Рәйләне нығыраҡ тарта, иң яратҡан ҡыҙына әйләнә. Әле лә туғандары уны “һин атайҙың яратҡан ҡыҙы булдың бит” тип мәрәкәләп тә, көнләшеп тә алыусан.
Тыуған ауылы Атауҙыла башланғыс мәктәп кенә булғанлыҡтан, дүртенсе кластан улар күрше Йәнгел урта мәктәбенә йөрөп уҡый. Элекке ваҡытта ситтән килгәндәрҙе, йәғни күрше ауылдан йөрөп уҡыған балаларҙы, урындағы мәктәп уҡыусылары ғына түгел, хатта уҡытыусылар ҙа ситләтә. Башҡорт ауылынан килгәс, улар насар уҡый, тип кәмһетәләр.
Рәйлә Рәхмәт ҡыҙына һәм уның класташтарына ла был күренеш менән күҙмә-күҙ осрашырға тура килә, ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы һәр ерҙә көрәшеү, үҙ-үҙеңде яҡлау уларҙы көслө итә, сәмле һәм маҡсатлы булырға өйрәтә. Атауҙы уҡыусылары спортта ла, уҡыуҙа ла алдынғылыҡты бирмәй, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша.
– Шул саҡтарҙы хәҙер уйлайым да аптырап китәм. Уҡытыусылар беҙҙе ни өсөндөр айырып, ситләтеп ҡарай торғайны. Шулай ҙа бирешмәнек, барыбыҙ ҙа тырышып белем алдыҡ. Беҙҙең ауылдан йөрөп уҡыған ун ике уҡыусының яртыһы юғары белемгә эйә, арабыҙҙан алты кеше уҡытыусы һөнәрен һайланы, ауыл хужалығын үҙ итеүселәр ҙә бар, – ти әңгәмәсем.
Комсомол һәм халыҡ саҡырғас...Рәйлә Ғүмәрованың мәктәп йылдарына комсомол ойошмаһының гөрләп эшләгән сағы тура килә. Шул осорҙағы “Бөтә класс менән ауылға!” тигән саҡырыу буйынса уларҙың класы мәктәпте тамамлағас та туған колхозында эшкә ҡала. Бер төркөм комсомол “Йәнгел” совхозының Атауҙы бүлексәһенә механизатор һәм һауынсы булып эшкә бара. Күңел ҡушыуы буйынса Рәйлә Рәхмәт ҡыҙы бер йыл эшләгәндән һуң артабан юғары белем алыу маҡсатында документтарын Магнитогорск педагогия институтының математика факультетына тапшыра.
1987 йылда Булат ауылы егете Шәфҡәт Ғүмәров менән сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Йәш ғаилә сиҙәм күтәреүселәр йәшәгән, заманында иң бай, алдынғы хужалыҡтарҙан һаналған “Урал” совхозына, Сиҙәм ауылына эшкә ҡайта. Тормоштарын йәмләп бер-бер артлы Рәфҡәт һәм Лилиә исемле балалары тыуа. Мәктәптә эш булмағанлыҡтан, Рәйлә Рәхмәт ҡыҙы балалар баҡсаһына урынлаша. Һөнәрен яратып башҡарған, талапсан йәш белгесте етәкселәр шунда уҡ күреп ҡала һәм 1999 йылда “Чебурашка” балалар баҡсаһының мөдире итеп тәғәйенләй.
Йәш педагог кескәйҙәр өсөн бар уңайлыҡтар тыуҙыра, ата-әсәләр менән бәйләнеште нығыта, көслө һәм яуаплы коллектив булдыра. Эш араһында ауыл тормошондағы барлыҡ сараларҙың уртаһында ҡайнай, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, йортонда уңған хужабикә, һөйөклө ир ҡатыны һәм хәстәрлекле әсә булырға ла өлгөрә.
Ауылдаштары уға ышаныс күрһәтеп, ауыл Советы депутаты итеп һайлай. Әйткәндәй, ул 25 йыл буйы Әлмөхәмәт ауыл Советы депутаты була. Был да уға ҡарата халыҡтың ышаныс бағлауының һәм хөрмәт итеүенең билдәһе була.
Тормош һынауына ҡаршы тороуУйламағанда килгән бәхетһеҙлек Рәйлә Ғүмәрованың бар хыялдарын селпәрәмә килтерә, уны аяҡтан йыға. Йәмәғәтен юғалтыуҙы ул шул тиклем ауыр кисерә, бар донъяның йәме бөткәндәй тойола. Бары балаларын кеше итеү, уларҙы артабан уҡытыу теләге көс һәм йәшәүгә дәрт бирә. Бында ла холоҡ-фиғелендәге сәмле булыуы, кеше араһында бирешмәҫкә тигән теләге уға этәргес көс өҫтәй.
– Төрлө саҡтар булды: ауыры ла, рәхәте лә. Әммә бер ваҡытта ла кеше алдында үҙемдең көсһөҙлөгөмдө күрһәтмәҫкә тырыштым, “уртым тулы ҡан булғанда ла, уны төкөрмәнем”. Яңғыҙ ҡатын булараҡ, төрлө һүҙҙәр ишетергә лә тура килде, әммә һынманым, бөгөлмәнем. Киреһенсә, йылдар үтеү менән бешектем, нығына барҙым, көслө рухлы, сая һәм ҡыйыу булырға өйрәндем. Үҙем өсөн генә түгел, балаларыма терәк һәм яҡлаусы тик үҙем икәнлегенә ныҡлап төшөндөм. Йортом да, ғаиләм дә, эшем дә, йәшәйешем дә башҡаларҙыҡынан кәм булмаҫҡа тейеш тигән маҡсат алдым, һәр саҡ шуға ынтылдым. Аллаға шөкөр, балаларым да тырыш булды, юғары белем алды, үҙем етәксе вазифаһында эшләнем. Тормошома ризамын. Уны үҙгәртергә лә мөмкин ине, ләкин балаларымды йәлләнем, уларға сит кеше ысын атай була алмаҫ кеүек тойолдо. Күпме һоратһалар ҙа, кейәүгә сыҡманым. Кем белә, бәлки, хәҙер яҙмышымдың үҙгәреүе лә мөмкин. Балалар ҙурайҙы, уларҙың үҙ ғаиләһе, балалары бар, – ти әңгәмәсем.
2007 йылда Рәйлә Ғүмәрова Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы итеп һайлана. Төрлө милләт йәшәгән, майҙаны буйынса ла, ауылдарҙың һаны буйынса ла районда Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе иң ҙурҙарҙан иҫәпләнә. Дилбегәне ҡатын-ҡыҙға тартыуы еңелдән булмай, әммә ул бирешмәй. Етмәһә, ҡасандыр алдынғы совхозда эшләп, ярайһы яҡшы эш хаҡы алып, әҙер бесән, һалам, игенгә күнеккән Сиҙәм ауылы халҡы совхоз тарҡалғас, артабан нисек йәшәргә белмәй интеккән осор була. Эшһеҙлектән күптәр эскелеккә һалыша, тәртип боҙоуҙар йышая.
Ҡатын-ҡыҙға ғына хас һиҙгерлек һәм йомшаҡлыҡ сифаттары кәрәк саҡта ҡаты ҡуллы, һалҡын ҡанлы етәксе булырға өйрәтә. Иң мөһиме – халыҡ менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеү, уларҙы аңлау, мөмкин тиклем ярҙам итергә тырышыу һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Аҡрынлап ауылдарҙың тормошо яҡшыра, халыҡ та матур йәшәргә ынтыла, күптәре үҙ эшен аса, фермерлыҡҡа тотона.
Рәйлә Рәхмәт ҡыҙы үҙ янына фекерҙәштәрен туплай, улар менән бергә эшләй, көслө команда барлыҡҡа килә. Төрлө милләт йәшәгән ауылда һәр береһенең ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын һаҡлап ҡалыу, уларҙың байрамдарын үткәреү буйынса ла даими эш алып барыла.
Һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылған, заман менән йәнәш атлаған етәксе “ҡорос ат”ты ла йүгәнләй, тормошон да бынамын итеп алып бара. Ҡатын-ҡыҙ булараҡ, йорт эштәрен яратып башҡара. Кәртә тултырып ҡош-ҡорт аҫрай, мал тота. Шулай ҙа уның иң яратҡан шөғөлө – урманда бәшмәк йыйыу.
Тәбиғәттә булыу, уның хозурлығына һоҡланыу, аяҡ аҫтында ҡыштырлаған япраҡтар шауы Рәйлә Ғүмәрованы бәхетле итә, уны тормош мәшәҡәттәренән арындыра, көслө булырға өйрәтә. Ҡул эштәренә лә маһир ул. Төрлө ептән бәйләнгән ҡул эштәре күҙҙең яуын ала, уның уңғанлығына йәнә бер тапҡыр һоҡланырға мәжбүр итә.
“Ярҙам” ярҙам күрһәтәБөгөн геройым район үҙәге Асҡарҙа эшләп килгән коммерцияға ҡарамаған “Ярҙам” халыҡты социаль тәьмин итеү үҙәге етәксеһе йөгөн тарта. Бында ул мохтаждарға ярҙам күрһәтеүҙе төп бурыс итеп алған. Ойошманың төп маҡсаты – олоғайыу йәки ауырыу сәбәпле, өлөшләтә йә иһә тулыһынса үҙ-үҙен хеҙмәтләндерә алмаған граждандарға социаль-көнкүреш, беренсел медицина ярҙамы күрһәтеү.
Социаль хеҙмәткәрҙәрҙең бурысы ярҙам күрһәтеү менән генә сикләнеп ҡалмай, ә тормошта ауыр хәлдәгеләргә яҡшы мөнәсәбәттә булыуҙы, күңел һалып эшләүҙе лә талап итә.
– Һәр кем бындай көсөргәнешле хеҙмәтте башҡара алмай, үҙенең кисерештәрен тота алған тәрән аҡыллы, мәрхәмәтле, изге күңелле, мөләйем кешеләр генә эшләй беҙҙә, – ти Рәйлә Рәхмәт ҡыҙы.
Ниндәй генә өлкәлә етәкселек итмәһен, уның төп маҡсаты – халыҡҡа ярҙам итеү, йәшәйештәрен яҡшы яҡҡа үҙгәртеү. Кешеләргә тик изгелек һәм мәрхәмәтлек күрһәтеү, һәр эштә талапсан һәм ғәҙел булыу, яҡындарына ышаныслы терәк һәм яҡлаусы ла ул минең әңгәмәсем. Бөгөнгө заман ҡатын-ҡыҙының бар сифатын үҙендә туплаған, милләтебеҙҙең сая ҡыҙҙарының образын кәүҙәләндергән гүзәл ханым да, бәхетле әсәй ҙә, талапсан етәксе лә, ышаныслы әхирәт һәм серҙәш тә ул.
“Тормошоғоҙ матур, киләсәгегеҙ яҡты, шулай ҙа ғәмәлгә ашмаған хыялдарығыҙ ҙа юҡ түгелдер?” тигән һорауыма ул йылмайып:
– Иң ҙур хыялым – сит илдәрҙе күреү, бигерәк тә бала саҡтан яратып ҡараған, артистарына ғашиҡ иттергән Һиндостанға барғым килә. Хаж ҡылыу теләге лә көслө, – тип яуапланы.
Килер бер көн, Рәйлә Рәхмәт ҡыҙының ошо хыялдары ла тормошҡа ашыр. Бөгөн арабыҙҙа уның кеүек кешеләргә изгелек, нур өләшеп йәшәгән кешеләр барында, тормошобоҙ ҙа йәмле.