Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Һеҙҙе бәләгеҙ менән яңғыҙ ҡалдырмаясаҡбыҙ!”

Торлаҡһыҙ интеккәндәр проблема хәл ителер тип ышана.

Алданған өлөшсөләр мәсьәләһе буйынса кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров шулай тине. Уның был һүҙҙәре, тәбиғи, үҙ аҡсаһын түләп тә фатир ала алмай йонсоғандарға төбәлгәйне.

– Мәсьәләне хәл итеү ысулдары миңә яҡшы билдәле, элек эшләгән урындарымда улар һынап ҡаралған, республикала ла проблеманы мөмкин тиклем тиҙерәк хәл итәсәкбеҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Бөгөн миңә Хөкүмәттән тәғәйен план әҙерләп тапшырылды, бер-ике аҙна эсендә башҡарыу графигы аныҡланасаҡ, ай-ай ярым дауамында финанс схемаларын төҙөйәсәкбеҙ. Мәсьәләнең нисек бойомға ашырылыуы Хөкүмәт тарафынан аҙна һайын тикшерелеп торасаҡ, минең яҡтан – ай һайын.

Республика Башлығы вази­фаһын ваҡытлыса башҡарыусы хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә кешеләрҙе алданған өлөшсө яҙмышына дусар иткән бәндәләргә ҡануниәт кимәлендә баһа биреүҙең мөһимлеген билдәләне. “Проблема ғәйәт ҡатмарлы һәм беҙҙең республика тормошоноң иң мөһим яҡтарын үҙ эсенә ала”, – тине ул кәңәшмәлә.

Алданған өлөшсөләр мәсьә­ләһен хәл итеү буйынса республикала байтаҡ­тан шөғөл­ләнәләр. Уның ҡануни нигеҙ­ҙәрен булдырыу маҡсатында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай “Төҙөүселәрҙең (заказсы­ларҙың) Башҡортостан биләмә­һендә күп фатирлы йорттар төҙөү буйынса йөкләмәләрен үтәмәүе сәбәпле зыян күргән граждандарҙы яҡлау буйынса саралар тураһында” Башҡорт­остан Законын да ҡабул иткәйне. Һуңынан парламент Рәйесе Константин Толкачев: “Ҡабул ителгән ҡануни акттар беҙ көткән һөҙөмтәне бирмәне”, – тип танырға мәжбүр булды.

Үҙ сығышында Радий Фәрит улы хоҡуҡ һаҡлау органдарын бер нисә тапҡыр телгә алды. Ысынлап та, юридик яҡтан дөрөҫ килешеү төҙөп тә, бурыс үтәлмәй икән, был осраҡта дәүләт кисекмәҫтән ярҙамға килергә тейеш. Ләкин был мәсьәләлә йыш ҡына һүлпән­леккә юл ҡуйыла.
Бер нисә йыл элек әле гәзитебеҙҙә ул саҡта Башҡорт­остан Республикаһы Прокуроры урынбаҫары булып эшлә­гән Гөлнара Бикбулатова менән ойош­торолған әңгәмәлә лә шул даирәләге етешһеҙлектәр күр­һәтел­гәйне: “Енәйәт эштәрен тикшергән саҡта тәфтишсе­ләрҙең оператив-эҙләнеү органдары менән үҙ-ара хеҙмәт­тәшлегенең тейешле кимәлдә булмауы эште тотҡарланы, алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡ­тарын боҙоуға алып килде. Был төрҙәге барлыҡ енәйәт эштәре буйынса оператив-эҙлә­неү төркөмдәре ойошторолған, оператив хеҙмәткәрҙәр енәйәт эш­тәренә ҡағылышлы иҫбатлау мәғлү­мәт­тәрен йыйырға, ана­лиз­ларға, теркәп барырға бурыслы ине, ләкин улар үҙ ваҡытында барлыҡ сараларҙы ла күрмәне. Тәфтишселәрҙең күрһәт­мәләре тулы күләмдә үтәлмәне, насар башҡарылды. Урланған аҡсаны кемгәлер һәм ҡайҙалыр тапшырыу каналдары, уның ҡайҙа тотонолоуы асыҡланманы”.

214-се Федераль законға ярашлы, килешеүҙә ҡаралған ваҡыт килеп еткән мәлдә лә торлаҡ йорт һаман әҙер бул­маһа, бының өсөн аҡса түккән кеше төҙөлөш ойошмаһын судҡа бирә ала. Ләкин, тәжрибә күрһәтеүенсә, уның йоғонтоһо бик аҙ. Ҡануниәткә ярашлы, бындай осраҡтарҙа штрафты Үҙәк банктың рефинанслау күләменең өс йөҙҙән бер проценты рәүешендә түләттерәләр. Ғәҙәттә, ул, бөгөнгө квадрат метр хаҡтарын иҫәпкә алһаҡ, торлаҡ өсөн түләнгән сумманың 5-8 проценты самаһын тәшкил итә. Әммә суд, ҡағиҙә булараҡ, ғәйепле яҡтан, йәғни төҙөлөш ойошмаһынан, уның яртыһын ғына түләттерә. Әхлаҡи зыянды ҡаплау күләме биш меңдән алып 15 мең һумға саҡлы, һирәк осраҡта ғына 50 мең һумға етә. Йөҙҙәрсә миллион һумды әйләнештә йөрөткән ҙур төҙөлөш ойошмаһы өсөн был сүп кенә.

Әлеге ваҡытта республи­каның Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комите­тының исемлегендә илленән ашыу проблемалы объект бар. Уларҙың ҡайһы берҙәре биҙәк­ләү һәм коммуникациялар үткәреү, ә бәғзеләре хатта нигеҙ өсөн соҡор ҡаҙыу кимәлендә туҡтап ҡалған.

Хәҙер иң мөһиме – проблеманы хәл итеүҙең аныҡ ысулдары һәм план-графигы билдә­ләнде һәм уның үтәлеше Радий Хәбировтың, шулай уҡ республика Хөкүмәтенең контролендә тотоласаҡ.

Владимир ГУСЬКОВ,
“Миловка паркы” торлаҡ комплексы өлөшсөләренең инициативалы төркөмө етәксеһе:

– Төҙөлөш туҡтап ҡалған 32 йорттоң икәүһе генә файҙаланыуға тапшырылды. Яҡын киләсәктә тағы ла һигеҙенә фатир хужаларын күсерергә уйлайҙар. Ҡалған йорттар буйынса әлегә бер ни ҙә вәғәҙә ителмәй. Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты алданған өлөшсөләрҙең байтағын “Йәштәр” торлаҡ комплексының әҙер йорттарына күсереүҙе планлаштыра. Был биҫтәне Торлаҡ төҙөлөшө фонды һала, уларҙың үҙ эшен тиҙ башҡарғанын беләбеҙ, ләкин унда беҙҙең төркөмдөң нисә кешеһен һәм ҡасан күсерерҙәр – бөгөн әйтеүе ҡыйын”.


Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды

Башҡортостанда Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды 05.05.2026 // Йәмғиәт

Йыл һайын түләү Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында хәрәкәттәге армияла хеҙмәт иткән йәки хәрби хәрәкәттәр ......

Тотош уҡырға 0

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла 05.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

Был үҙгәрештәр һауа киңлеген файҙаланыу буйынса ғәмәлдәге сикләүҙәргә бәйле....

Тотош уҡырға 1

Республикала аномаль эҫе булыуы көтөлә
Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә 04.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Еңеү парадының нисек үтәсәге билдәле булды

Башҡортостанда Еңеү парадының нисек үтәсәге билдәле булды 04.05.2026 // Йәмғиәт

9 майҙа Башҡортостандың баш ҡалаһында 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 ......

Тотош уҡырға 1

Ишембайҙа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы ҡуйыла

Ишембайҙа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы ҡуйыла 04.05.2026 // Йәмғиәт

Ишембайҙа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы ҡуйыла...

Тотош уҡырға 3

Республикала йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә

Республикала йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә 04.05.2026 // Йәмғиәт

Республикала йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда бала табыу йорттарының береһендә апрелдә 24 игеҙәк тыуған

Башҡортостанда бала табыу йорттарының береһендә апрелдә 24 игеҙәк тыуған 04.05.2026 // Йәмғиәт

Республика клиник перинаталь үҙәгендә яҙҙың икенсе айы өсөн ҡыуаныслы статистика мәғлүмәттәре менән ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда өс көнгә һауа торошо: ямғыр, йәшен һәм +22° тиклем йылыта

Башҡортостанда өс көнгә һауа торошо: ямғыр, йәшен һәм +22° тиклем йылыта 04.05.2026 // Йәмғиәт

Шаршамбы, 6 майҙа, һауа температураһының +22° тиклем күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 1

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә

Комментарий өҫтәргә